Римдарға
1 Был хатты илсе булырға һайланған һәм Алланың һөйөнөслө хәбәрен вәғәзләргә билдәләнгән* Пауыл, Мәсих Ғайсаның ҡоло, яҙа. 2 Ошо һөйөнөслө хәбәр хаҡында Алла үҙенең пәйғәмбәрҙәре аша изге Яҙмаларҙа әйткән булған. 3 Был хәбәр уның Улы — Хужабыҙ Ғайса Мәсих тураһында. Ул Дауыт тоҡомонан сығып, кеше булып тыуған, 4 ләкин, үленән терелтелгәс, изге рух көсө менән Алла Улы тип иғлан ителгән. 5 Уның аша Алла миңә сикһеҙ игелек күрһәтте, һәм мин илсе булып киттем. Был бөтә халыҡ кешеләре үҙҙәренең имандары ярҙамында уға тыңлаусан булып, уның исемен данлаһындар өсөн булды. 6 Алла һеҙҙе лә, һеҙ Ғайса Мәсих артынан барһын өсөн, саҡырҙы. 7 Алланың Римдағы барлыҡ һөйөклөләренә — изге булырға саҡырылғандарға яҙам.
Атабыҙ Алланың һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең сикһеҙ игелеге һәм тыныслығы һеҙҙең менән булһын!
8 Иң тәүҙә һеҙҙең бөтәгеҙ өсөн дә Ғайса Мәсих аша Аллама рәхмәттәр әйтәм, сөнки һеҙҙең иманығыҙ тураһында бөтә донъяла һөйләйҙәр. 9 Улы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итеп, ысын күңелемдән хеҙмәт иткән Алла шаһит: мин һеҙҙе һәр ваҡыт доғаларымда телгә алам 10 һәм, Алла ихтыярына тура килһә, янығыҙға барырға ине, тип ялбарып һорайым. 11 Рухи бүләк менән уртаҡлашып, һеҙҙе нығытыр өсөн, һеҙҙе бик күргем килә. 12 Дөрөҫөрәге, бер-беребеҙҙең иманы менән — һеҙ минең, ә мин һеҙҙең иманығыҙ менән рухланыр өсөн, һеҙҙе күрергә теләйем.
13 Ҡәрҙәштәр, шуны белегеҙ: һеҙгә күп тапҡыр барырға йыйынһам да, миңә һәр ваҡыт нимәлер ҡамасауланы. Хеҙмәтемдең, башҡа халыҡтар араһында емеш килтергән шикелле, һеҙҙә лә емеш килтереүен теләгәйнем. 14 Мин гректар һәм башҡа халыҡтар*, аҡыллылар һәм аҡылһыҙҙар* алдында бурыслымын. 15 Шуға күрә һеҙгә лә, Римда йәшәүселәргә, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә атлығам. 16 Мин һөйөнөслө хәбәрҙән оялмайым, сөнки ул — иманы булғандарҙың барыһын — тәүҙә еврейҙарҙы, ә шунан гректарҙы ла — ҡотҡарыусы Алла көсө. 17 Ошо хәбәр аша Алланың ғәҙеллеге* уға ышанғандарға асыла, һәм был уларҙың иманын нығыта. «Тәҡүә кеше иманы арҡаһында йәшәр», — тип яҙылған бит.
18 Аллаға буйһонмаған, тәҡүәһеҙ эштәр ҡылған һәм башҡаларға хәҡиҡәтте белергә ҡамасаулаған кешеләргә Алла күктән асыуын яуҙыра. 19 Сөнки Алла тураһында белеп булған нәмәләр ундай кешеләрҙән йәшерелмәгән, Алла уларға быны асҡан. 20 Алланың күҙгә күренмәгән сифаттары донъя яратылғандан бирле асыҡ күренеп тора, беҙ уларҙы уның ижади эштәрен күҙәтеп күрә алабыҙ. Уларҙың барыһы уның мәңгелек ҡөҙрәте тураһында шаһитлыҡ бирә һәм уның Алла икәнен иҫбатлай, шуға күрә быны күрергә теләмәгән кешеләрҙең аҡланырға нигеҙе юҡ. 21 Ундай кешеләр Алланы белә, ләкин уны Алла итеп данламай, уға рәхмәттәр белдермәй. Улар айыҡ фекер йөрөтөү һәләтен юғалтҡан, уларҙың аҡылһыҙ йөрәктәре ҡараңғылыҡҡа батҡан. 22 Үҙҙәрен аҡыллы тиһәләр ҙә, ысынында улар аҡылһыҙ. 23 Улар үлемһеҙ Алланы түгел, ә үлемле кешеләргә, ҡоштарға, дүрт аяҡлы хайуандарға һәм һөйрәлеүселәргә оҡшаш боттарҙы данлай.
24 Шуға Алла уларға, күңелдәренең бысраҡ теләктәренә бирелеп, үҙ тәндәрен хурларға юл ҡуйҙы. 25 Улар Алла хаҡындағы хәҡиҡәтте ялғанға алмаштырып, Барлыҡҡа килтереүсегә түгел, ә бар ителгән нәмәләргә табына һәм хеҙмәт итә. Барлыҡҡа килтереүсе иһә мәңгелек маҡтауға лайыҡ. Амин. 26 Бына ни өсөн Алла уларҙың хурлыҡлы енси нәфселәргә бирелеүенә ирек ҡуйҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙы тәбиғи булмағанына алмаштырҙы. 27 Тап шулай уҡ ирҙәр ҙә ҡатындар менән тәбиғи яҡынлыҡ ҡылыуҙан баш тартты һәм, оятһыҙлыҡ ҡылып, бер-береһенә — ирҙәр ирҙәргә ҡарата енси теләк менән яна башланы. Улар үҙ гонаһы өсөн язаһын тулыһынса алыр.
28 Улар Алланы танып белеүҙе* кәрәк тип тапманы, шуға Алла уларҙы боҙоҡ аҡылдарының ихтыярына тапшырҙы. Һөҙөмтәлә улар ярамаған эштәр ҡыла башланы. 29 Улар тәҡүәһеҙлеккә, боҙоҡлоҡҡа, ҡомһоҙлоҡ, яуызлыҡ һәм көнсөллөккә, үлтереш, ыҙғыш-талаш, алдыҡ һәм яман ниәттәргә батҡан. Улар ғәйбәтселәр, 30 яла яғыусылар, Алланы нәфрәт итәләр, битһеҙҙәр, тәкәбберҙәр, маҡтансыҡтар, яуызлыҡ ҡылырға оҫталар, ата-әсәләрен тыңламайҙар, 31 аҡылһыҙҙар, әйткән һүҙен тотмайҙар, башҡаларҙы* яратмайҙар, аяуһыҙҙар. 32 Улар, Алла ҡануны буйынса ундай кешеләр үлемгә лайыҡ икәнен яҡшы белһәләр ҙә, үҙҙәре генә шулай эшләп ҡалмай, ә ундай эштәр ҡылыусыларҙы ла хуплай.