Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
Белдереү
Яңы телдәр: Betsimisaraka (Northern), Betsimisaraka (Southern), Konkomba, Matses, Mi'kmaq
  • Бөгөн

Кесаҙна, 16 октябрь

Йәһүә өсөн юлды әҙерләгеҙ! Сүллек аша Алла өсөн тигеҙ оло юл һалығыҙ (Ишағ. 40:3).

Вавилондан Израилгә барыу еңел булмаған, сөнки ундай сәйәхәт дүрт ай самаһы ваҡыт алған. Әммә Йәһүә уларҙың юлында булған һәр төрлө кәртәне алып ҡуйырға вәғәҙә иткән. Аллаға тоғро ҡалған йәһүдтәр Израилгә ҡайтыу күп фатихалар килтерәсәген белгән, шуға күрә улар ҙур ҡорбандарға барырға әҙер булған. Улар өсөн иң ҙур фатиха Йәһүәгә табыныу менән бәйле булған. Вавилонда Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы булмаған. Израилдәрҙең ҡорбан килтереү урындары булмаған, шуға күрә улар Муса ҡануны буйынса ҡорбан килтерә алмаған. Шулай уҡ ойошторолған руханилыҡ хеҙмәте лә булмаған. Бынан тыш, Алла халҡы мәжүсиҙәр араһында, Йәһүәне һәм уның ҡанундарын һанға һуҡмаған ирҙәр һәм ҡатындар араһында йәшәгән. Шуға күрә меңәрләгән тоғро йәһүдтәр туған илгә ҡайтыуҙарын һәм саф ғибәҙәт ҡылыуҙың торғоҙолоуын түҙемһеҙлек менән көткән. w23.05 14—15 бб., 3, 4 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Йома, 17 октябрь

Яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ (Эфес. 5:8).

«Яҡтылыҡ кешеләре» булып йәшәр өсөн, беҙгә изге рух кәрәк, сөнки уның ярҙамы менән генә беҙ был боҙоҡ донъяла саф булып ҡала алабыҙ (1 Тис. 4:3—5, 7, 8). Изге рух беҙҙе Алланың ҡарашына ҡаршы килгән фәлсәфәләрҙән һәм был донъяның фекер йөрөтөү рәүешенән һаҡлай. Шулай уҡ изге рух беҙгә «һәр төрлө изгелеккә, ғәҙеллеккә» ынтылырға ярҙам итә (Эфес. 5:9). Изге рухты нисек алырға? Уның хаҡында доға ҡылырға кәрәк. Ғайса: «Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк», — тигән (Лука 11:13). Йәһүә шулай уҡ изге рухты беҙгә йыйылыш осрашыуҙарында бирә. (Эфес. 5:19, 20) Был рух ярҙамында беҙ Йәһүәне һөйөндөрөп йәшәй алабыҙ. w24.03 23—24 бб., 13—15 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Шәмбе, 18 октябрь

Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ — һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ — һәм һеҙгә асырҙар (Лука 11:9).

Һиңә сабырыраҡ булырға кәрәкме? Әгәр ҙә шулай икән, бының хаҡта доға ҡыл. Сабырлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе (Ғал. 5:22, 23). Тимәк, беҙ был күркәм сифатты үҙ көсөбөҙ менән үҫтерә алмайбыҙ. Әгәр ниндәйҙер осраҡта сабыр булып ҡалыу еңел булмаһа, беҙ Алланан изге рух һорайбыҙ (Лука 11:13). Шулай уҡ беҙ Йәһүәнән бөтә нәмәгә уның күҙлегенән ҡарарға ярҙам итеүен һорай алабыҙ. Ә доға ҡылғандан һуң сабыр булыр өсөн көн һайын көс һалырға кәрәк. Сабырлыҡ тураһында йышыраҡ доға ҡылһаҡ һәм сабыр булырға тырышһаҡ, был сифат күңелебеҙҙә тамырланыр һәм шәхесебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып китер. Шулай уҡ Изге Яҙмалағы миҫалдар өҫтөндә уйланыу мөһим. Изге Яҙмала сабырлыҡ сағылдырған байтаҡ кешеләр тураһында әйтелгән. Уларҙың миҫалдары беҙҙе күпкә өйрәтә ала. w23.08 22 б., 10, 11 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу