Шаршамбы, 15 октябрь
Мин — Альфа һәм Омега (Асыл. 1:8).
Альфа — грек алфавитының беренсе хәрефе, ә омега — һуңғыһы. «Альфа һәм Омега» тип әйтеп, Йәһүә ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уны аҙағына тиклем еткерәсәген күрһәтә. Йәһүә Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтергәс, уларға әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ» (Баш. 1:28). Тап шул саҡта Йәһүә «Альфа» тип әйткәндәй булған. Үҙ ниәтен ул асыҡ аңлатҡан: Әҙәм менән Һауаның камил, тыңлаусан тоҡомдары ерҙә тараласаҡ һәм уны ожмахҡа әйләндерәсәк. Йәһүәнең был ниәте ғәмәлгә ашҡас, ул образлы «Омега» тип әйтәсәк. Алла күк менән ерҙе барлыҡҡа килтереүен тамамлағас, шулай буласағына гарантия биргән. Был Йәһүәнең кешелеккә һәм ергә ҡарата ниәте етенсе көндөң аҙағына тулыһынса үтәләсәген күрһәтә (Баш. 2:1—3). w23.11 5 б., 13, 14 абз.
Кесаҙна, 16 октябрь
Йәһүә өсөн юлды әҙерләгеҙ! Сүллек аша Алла өсөн тигеҙ оло юл һалығыҙ (Ишағ. 40:3).
Вавилондан Израилгә барыу еңел булмаған, сөнки ундай сәйәхәт дүрт ай самаһы ваҡыт алған. Әммә Йәһүә уларҙың юлында булған һәр төрлө кәртәне алып ҡуйырға вәғәҙә иткән. Аллаға тоғро ҡалған йәһүдтәр Израилгә ҡайтыу күп фатихалар килтерәсәген белгән, шуға күрә улар ҙур ҡорбандарға барырға әҙер булған. Улар өсөн иң ҙур фатиха Йәһүәгә табыныу менән бәйле булған. Вавилонда Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы булмаған. Израилдәрҙең ҡорбан килтереү урындары булмаған, шуға күрә улар Муса ҡануны буйынса ҡорбан килтерә алмаған. Шулай уҡ ойошторолған руханилыҡ хеҙмәте лә булмаған. Бынан тыш, Алла халҡы мәжүсиҙәр араһында, Йәһүәне һәм уның ҡанундарын һанға һуҡмаған ирҙәр һәм ҡатындар араһында йәшәгән. Шуға күрә меңәрләгән тоғро йәһүдтәр туған илгә ҡайтыуҙарын һәм саф ғибәҙәт ҡылыуҙың торғоҙолоуын түҙемһеҙлек менән көткән. w23.05 14—15 бб., 3, 4 абз.
Йома, 17 октябрь
Яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ (Эфес. 5:8).
«Яҡтылыҡ кешеләре» булып йәшәр өсөн, беҙгә изге рух кәрәк, сөнки уның ярҙамы менән генә беҙ был боҙоҡ донъяла саф булып ҡала алабыҙ (1 Тис. 4:3—5, 7, 8). Изге рух беҙҙе Алланың ҡарашына ҡаршы килгән фәлсәфәләрҙән һәм был донъяның фекер йөрөтөү рәүешенән һаҡлай. Шулай уҡ изге рух беҙгә «һәр төрлө изгелеккә, ғәҙеллеккә» ынтылырға ярҙам итә (Эфес. 5:9). Изге рухты нисек алырға? Уның хаҡында доға ҡылырға кәрәк. Ғайса: «Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк», — тигән (Лука 11:13). Йәһүә шулай уҡ изге рухты беҙгә йыйылыш осрашыуҙарында бирә. (Эфес. 5:19, 20) Был рух ярҙамында беҙ Йәһүәне һөйөндөрөп йәшәй алабыҙ. w24.03 23—24 бб., 13—15 абз.