Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
Белдереү
Яңы телдәр: Betsimisaraka (Northern), Betsimisaraka (Southern), Konkomba, Matses, Mi'kmaq
  • Бөгөн

Шишәмбе, 14 октябрь

Халыҡ... Йәһүәнең йортон ҡалдыр[ҙы] (2 Йыл. 24:18).

Йәһүәш батшаның хатаһын ҡабатларға теләмәһәң, үҙеңә яҡшы йоғонто яһаған дуҫтар һайла. Был Йәһүәне яратҡан һәм уның хистәрен иҫәпкә алған кешеләр булырға тейеш. Ҡайһы бер дуҫтарың һиңә тиңдәш булмаҫ. Йәһүәш үҙенең дуҫы Йодайҙан күпкә йәшерәк булған. Дуҫтарың яҡшымы-юҡмы икәнен аңлар өсөн, үҙеңә ошондай һорауҙар бир: «Был дуҫлыҡ Йәһүәгә иманымды нығытамы? Дуҫтарым Йәһүәне тыңларға тырышамы һәм мине лә шулай эш итергә өндәйме? Улар Йәһүә тураһында һәм рухи темаларға һөйләшергә яратамы? Улар Алланың ҡанундарын хөрмәт итәме? Улар мин ишетергә теләгәнде генә һөйләйме? Ситкә тайпылһам, улар миңә кәңәш бирергә ҡурҡмаҫмы?» (Ғиб. һүҙ. 27:5, 6, 17). Дөрөҫөн генә әйткәндә, Йәһүәне яратмаған дуҫтар һиңә кәрәкмәй. Ә дуҫтарың Йәһүәне яратһа, уларға ныҡ тотон — яҡшы дуҫтар менән хур булмаҫһың! (Ғиб. һүҙ. 13:20). w23.09 9 б., 6, 7 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Шаршамбы, 15 октябрь

Мин — Альфа һәм Омега (Асыл. 1:8).

Альфа — грек алфавитының беренсе хәрефе, ә омега — һуңғыһы. «Альфа һәм Омега» тип әйтеп, Йәһүә ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уны аҙағына тиклем еткерәсәген күрһәтә. Йәһүә Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтергәс, уларға әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ» (Баш. 1:28). Тап шул саҡта Йәһүә «Альфа» тип әйткәндәй булған. Үҙ ниәтен ул асыҡ аңлатҡан: Әҙәм менән Һауаның камил, тыңлаусан тоҡомдары ерҙә тараласаҡ һәм уны ожмахҡа әйләндерәсәк. Йәһүәнең был ниәте ғәмәлгә ашҡас, ул образлы «Омега» тип әйтәсәк. Алла күк менән ерҙе барлыҡҡа килтереүен тамамлағас, шулай буласағына гарантия биргән. Был Йәһүәнең кешелеккә һәм ергә ҡарата ниәте етенсе көндөң аҙағына тулыһынса үтәләсәген күрһәтә (Баш. 2:1—3). w23.11 5 б., 13, 14 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Кесаҙна, 16 октябрь

Йәһүә өсөн юлды әҙерләгеҙ! Сүллек аша Алла өсөн тигеҙ оло юл һалығыҙ (Ишағ. 40:3).

Вавилондан Израилгә барыу еңел булмаған, сөнки ундай сәйәхәт дүрт ай самаһы ваҡыт алған. Әммә Йәһүә уларҙың юлында булған һәр төрлө кәртәне алып ҡуйырға вәғәҙә иткән. Аллаға тоғро ҡалған йәһүдтәр Израилгә ҡайтыу күп фатихалар килтерәсәген белгән, шуға күрә улар ҙур ҡорбандарға барырға әҙер булған. Улар өсөн иң ҙур фатиха Йәһүәгә табыныу менән бәйле булған. Вавилонда Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы булмаған. Израилдәрҙең ҡорбан килтереү урындары булмаған, шуға күрә улар Муса ҡануны буйынса ҡорбан килтерә алмаған. Шулай уҡ ойошторолған руханилыҡ хеҙмәте лә булмаған. Бынан тыш, Алла халҡы мәжүсиҙәр араһында, Йәһүәне һәм уның ҡанундарын һанға һуҡмаған ирҙәр һәм ҡатындар араһында йәшәгән. Шуға күрә меңәрләгән тоғро йәһүдтәр туған илгә ҡайтыуҙарын һәм саф ғибәҙәт ҡылыуҙың торғоҙолоуын түҙемһеҙлек менән көткән. w23.05 14—15 бб., 3, 4 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу