Октябрь
Шаршамбы, 1 октябрь
Юғарынан килгән аҡыл... тыңлаусан (Яҡуб 3:17).
Тыңлаусан булыу һеҙгә еңел түгел икәнен һиҙәһегеҙме? Шулай булһа, һеҙ бер үҙегеҙ түгел. Мәҫәлән, Дауыт батша Йәһүәне бик ныҡ яратҡан. Хатта уға ла тыңлаусан булыу еңел булмаған. Шуға күрә ул Йәһүәгә: «Һиңә күндәм булыу теләге уят миндә», — тип әйткән (Зәб. 51:12). Ни өсөн кешеләргә тыңлаусан булыу бик ауыр? Беренсенән, беҙ тыңлауһыҙ булып тыуабыҙ. Икенсенән, Йәһүәгә баш күтәргән Шайтан беҙҙең дә Йәһүәгә ҡаршы булыуыбыҙҙы теләй (2 Кәр. 11:3). Өсөнсөнән, беҙ фетнәсел рух сағылдырған донъяла йәшәйбеҙ (Эфес. 2:2). Беҙгә тән теләктәренә, шулай уҡ Шайтандың һәм уның донъяһының баҫымына бирелергә ярамай. Беҙгә бөтә көсөбөҙҙө һалып Йәһүәне һәм ул хакимлыҡ биргән кешеләрҙе тыңларға тырышырға кәрәк. w23.10 6 б., 1 абз.
Кесаҙна, 2 октябрь
Һин яҡшы шарапты иң аҙаҡҡа ҡалдырғанһың (Яхъя 2:10).
Ғайсаның Кана ҡалаһындна ҡылған мөғжизәһе беҙҙе баҫалҡылыҡҡа өйрәтә. Ғайса һыуҙы шарапҡа әйләндерә алғаны менән маҡтанмаған. Ысын әйткәндә, ул үҙенең ҡаҙаныштары менән бер ҡасан да маҡтанмаған. Киреһенсә, ул баҫалҡы булған һәм һәр ваҡыт Атаһын данлаған (Яхъя 5:19, 30; 8:28). Әгәр Ғайсаның баҫалҡылығынан өлгө алһаҡ, беҙ үҙ ҡаҙаныштарыбыҙ менән маҡтанмаҫбыҙ. Әйҙәгеҙ, үҙебеҙ менән түгел, ә Йәһүәгә хеҙмәт итә алыуыбыҙ менән маҡтанайыҡ (Йәр. 9:23, 24). Әйҙәгеҙ, Йәһүәне данлайыҡ, сөнки ул быға лайыҡ. Йәһүә беҙгә ярҙам итмәгән булһа, беҙ берәй нәмәгә өлгәшә алыр инекме? (1 Кәр. 1:26—31). Әгәр баҫалҡы булһаҡ, беҙ башҡаларға ярҙам иткәнебеҙ өсөн маҡтау көтмәҫбеҙ. Йәһүә эштәребеҙҙе күрә һәм ҡәҙерләй. Беҙ шуның менән ҡәнәғәт (Матфай 6:2—4 менән сағыштырығыҙ; Евр. 13:16). Ғайсаның баҫалҡылығынан өлгө алғанда, беҙ Йәһүәне ҡыуандырабыҙ (1 Пет. 5:6). w23.04 4 б., 9 абз.; 5 б., 11, 12 абз.
Йома, 3 октябрь
Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен (Флп. 2:4).
Алла тарафынан рухландырылып, илсе Павел мәсихселәрҙе башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрергә өндәгән. Башҡаларҙың фекер алышыуҙа ҡатнашырға теләгәндәрен иҫтә тотоп, беҙ был кәңәште йыйылыш осрашыуҙарында ҡуллана алабыҙ. Әйҙәгеҙ, был хәлгә икенсе яҡтан ҡарайыҡ. Дуҫтарығыҙ менән аралашҡанда һәр ваҡыт үҙегеҙ генә һөйләмәйһегеҙ бит, ә башҡаларға ла аралашыуҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирәһегеҙ. Шуның шикелле, йыйылыш осрашыуҙарында мөмкин тиклем күберәк ҡәрҙәштәрҙең үҙ фекерҙәре менән бүлешеүҙәрен теләйбеҙ. Башҡаларҙы рухландырырға теләһәк, уларға үҙ имандарын белдерергә мөмкинлек бирәйек (1 Кәр. 10:24). Ҡыҫҡа яуаптар бирһәгеҙ, күберәк ҡәрҙәштәр фекер алышыуҙа ҡатнаша алыр. Комментарийығыҙ ҡыҫҡа булһа ла, абзацтағы бөтә фекерҙәргә ҡағылмағыҙ. Әгәр һеҙ бөтә абзацты һөйләп бирһәгеҙ, башҡаларҙың өҫтәр һүҙе ҡалмаҫ. w23.04 22—23 бб., 11—13 абз.
Шәмбе, 4 октябрь
Һөйөнөслө Хәбәрҙең фатихаларын уртаҡлашыу өсөн, быларҙың һәммәһен дә Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратыу хаҡына башҡарам (1 Кәр. 9:23).
Башҡаларға ярҙам итеү, айырыуса вәғәз эшендә ҡатнашыу үтә мөһим икәнен иҫебеҙҙә тоторға кәрәк. Шулай уҡ вәғәздә һығылмалы булыу мөһим. Беҙ ҡараштары һәм сығыштары төрлө булған кешеләрҙе осратабыҙ. Илсе Павел кешеләр менән уртаҡ тел табырға тырышҡан, һәм беҙ унан өлгө ала алабыҙ. Ғайса Павелды «йәһүд булмағандарҙың илсеһе» итеп билдәләгән (Рим. 11:13). Павел үҙ ролен бик яҡшы үтәгән. Ул еврейҙарға ғына түгел, гректарға ла, уҡымышлы кешеләргә, ябай крәҫтиәндәргә, түрәләргә һәм батшаларға ла вәғәзләгән. Ул кешеләрҙең йөрәктәренә үтеп инерлек итеп һөйләр өсөн, «бөтәһе өсөн барыһына» әйләнгән (1 Кәр. 9:19—22). Павел, кешеләрҙе Аллаға йәлеп итер өсөн, уларҙың мәҙәниәтен, тәрбиәһен һәм дини ҡараштарын иҫәпкә алған. Хеҙмәттә осратҡан кешеләр менән уртаҡ тел тапһаҡ һәм тапҡыр булһаҡ, хеҙмәтебеҙ тағы ла уңышлыраҡ булып китер. w23.07 23 б., 11, 12 абз.
Йәкшәмбе, 5 октябрь
Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы... булырға [тейеш] (2 Тим. 2:24).
Йыуашлыҡ — көсһөҙлөктөң түгел, ә көслө булыуҙың билдәһе. Ауыр осраҡта тыныс ҡалыр өсөн эске көс талап ителә. Йыуашлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе (Ғал. 5:22, 23). «Йыуаш» тип тәржемә ителгән грек һүҙе ҡайһы саҡта ҡырағай атты ҡулға өйрәтеүҙе һүрәтләгәндә ҡулланылған. Уйнаҡлап торған айғырҙың йыуаш булып китеүен күҙ алдына килтерегеҙ: ул йүгәнләнгән булһа ла, шулай уҡ көслө. Кешеләр менән дә шулай булырға мөмкин. Йыуашлыҡ үҫтергәндә беҙ тағы ла көслөрәк булып китәбеҙ. Әммә был мөһим сифатты үҫтерер өсөн беҙгә ныҡышмалыҡ ҡына етмәй. Беҙгә Алланан ярҙам һәм изге рух һорарға кәрәк. Күптәр был сифатты үҫтерә алған. Ҡаршы килеүселәр Йәһүә шаһиттарын бәхәскә тартырға тырышҡанда, тегеләре йомшаҡ ҡына итеп яуап ҡайтара, һәм был башҡалар өсөн яҡшы шаһитлыҡ булып тора (2 Тим. 2:24, 25). w23.09 15 б., 3 абз.
Дүшәмбе, 6 октябрь
Мин... доға ҡылған инем, һәм Йәһүә үтенесемде үтәне (1 Сам. 1:27).
Илсе Яхъя ҡурҡыу-хөрмәт уятҡан күренештә Йәһүәне күктә данлаған 24 аҡһаҡалды күргән. Улар: «Раббы Аллабыҙ, Һин дан, хөрмәт... ҡабул итергә лайыҡлыһың», — тип әйткәндәр (Асыл. 4:10, 11). Тоғро фәрештәләрҙең дә Йәһүәне данлар өсөн күп сәбәптәре бар. Улар, уның менән күктә йәшәгәнгә, уны яҡшы белә. Улар, Йәһүәнең нисек эш итеүен күреп, уны данлай (Әйүп 38:4—7). Беҙгә лә үҙ доғаларыбыҙҙа Йәһүәне маҡтарға кәрәк. Мәҫәлән, беҙ уға ни өсөн уны яратҡаныбыҙҙы һәм ни өсөн ҡәҙерләгәнебеҙҙе әйтә алабыҙ. Изге Яҙманы уҡығанда йә өйрәнгәндә Йәһүәнең үҙегеҙгә оҡшаған сифаттарын билдәләргә тырышығыҙ, ә шунан һуң уға үҙ хистәрегеҙҙе һөйләгеҙ (Әйүп 37:23; Рим. 11:33). Шулай уҡ Йәһүәне беҙгә һәм ҡәрҙәштәребеҙгә ярҙам иткәне өсөн данлай алабыҙ (1 Сам. 2:1, 2). w23.05 3—4 бб., 6, 7 абз.
Шишәмбе, 7 октябрь
Бөтөн эштәрегеҙҙе Раббыға лайыҡлы рәүештә ҡылы[ғыҙ] (Кол. 1:10).
1919 йылда Алла халҡы Бөйөк Вавилондың әсирлегенән азат ителгән. Шул уҡ йылды «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» барлыҡҡа килгән, һәм был үҙ ваҡытында булған, сөнки ул «Изгелек юлында» барған эскерһеҙ кешеләрҙе ҡаршы ала алған (Матф. 24:45—47, Ишағ. 35:8). Был юлға баҫҡан кешеләр тоғро хеҙмәтсе һәм элек «Изгелек юлында» эшләгән эшселәр ярҙамында Алланың ниәттәре тураһында күберәк белем алған (Ғиб. һүҙ. 4:18). Һәм улар үҙ тормоштарын Алланың талаптарына тура килтерә башлаған. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренән шунда уҡ үҙгәреүҙәрен көткәнме? Юҡ, ул үҙ халҡын яйлап сафландырған. Киләсәктә Аллабыҙға бөтә яҡтан да яраҡлы була алғаныбыҙға ни тиклем шатланырбыҙ! Бөтә юлдарҙы ла хеҙмәтләндереп торорға кәрәк. Бөйөк Вавилондан күберәк кеше сыға алһын өсөн, 1919 йылдан башлап «Изгелек юлында» ла эштәр дауам ителә. w23.05 17 б., 15, 16 абз.
Шаршамбы, 8 октябрь
Мин бер ҡасан да һине... ташламам (Евр. 13:5).
Етәксе кәңәшмәнең төрлө комитеттарында ярҙамсылар бар. Етәксе кәңәшмә уларҙы ла өйрәтә. Был ярҙамсылар үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ ала һәм ойошманың күп эштәрен башҡара. Майланғандар күккә киткәс, улар Ғайсаның һарыҡтары хаҡында ҡайғыртыуын дауам итер өсөн бик яҡшы өйрәтелгән. Бөйөк афәт тамамланыр алдынан һуңғы майланған мәсихсе күккә алынғас, ерҙәге саф ғибәҙәт юҡҡа сыҡмаясаҡ. Ғайса Мәсихтең ярҙамында беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеүебеҙҙе дауам итәсәкбеҙ. Әлбиттә, ул ваҡытта Алла халҡына Магог еренән Гог һөжүм итәсәк. Ләкин был һөжүм ҡыҫҡа һәм уңышһыҙ буласаҡ (Йәз. 38:18—20). Беҙ Йәһүәгә артабан да ашҡынып хеҙмәт итәсәкбеҙ, һәм ул беҙҙе ҡотҡарасаҡ. Илсе Яхъя илаһи күренештә Мәсихтең һарыҡтары араһында булған «бихисап күп халыҡты» күргән. Яхъяға улар тураһында, улар бөйөк афәтте кисереп сыҡты, тип әйтелгән булған (Асыл. 7:9, 14). Эйе, Йәһүә беҙҙе мотлаҡ ҡотҡарасаҡ! w24.02 5—6 бб., 13, 14 абз.
Кесаҙна, 9 октябрь
Изге Рухты томаламағыҙ (1 Тис. 5:19).
Изге рухты нисек алып була? Уны доғала һорап, Алланың рухы тарафынан яҙылған Изге Яҙманы өйрәнеп һәм был рух йүнәлткән ойошма менән хеҙмәттәшлек итеп. Шулай эшләп, беҙ рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы үҫтерә алырбыҙ (Ғал. 5:22, 23). Алла үҙенең рухын таҙа фекер һәм саф тәртип һаҡлағандарға ғына бирә. Әгәр беҙ әшәке нәмәләр тураһында уйлаһаҡ һәм шул уйҙар буйынса эш итһәк, ул беҙгә изге рухын бирмәҫ (1 Фес. 4:7, 8). Изге рухты алыр өсөн шулай уҡ беҙгә «пәйғәмбәрлек һүҙҙәренә кәмһетеп ҡарамағыҙ» тигән һүҙҙәргә буйһонорға кәрәк (1 Тис. 5:20). Был аятта «пәйғәмбәрлек» тигән һүҙ Алланың изге рух ярҙамында биргән хәбәрен күҙ уңында тота. Пәйғәмбәрлек шулай уҡ Йәһүә көнө һәм беҙ йәшәгән һуңғы көндәр тураһындағы хәбәрҙәрҙе үҙ эсенә ала. Армагеддон минең көндәрҙә булмай, тип уйлап, был көндө артҡа күсермәҫбеҙ. Киреһенсә, яҡшы тәртип һаҡларбыҙ, рухи эштәрҙә әүҙем ҡатнашырбыҙ һәм был көндөң тиҙҙән буласағын иҫтә тоторбоҙ (2 Пет. 3:11, 12). w23.06 12 б., 13, 14 абз.
Йома, 10 октябрь
Йәһүәгә ҡарата ҡуркыу-хөрмәт — зирәклектең башланғысы (Ғиб. һүҙ. 9:10).
Электрон яйланмабыҙҙа оятһыҙ һүрәттәр килеп сыҡһа, беҙ нимә эшләргә тейеш? Беҙгә шунда уҡ күҙҙәребеҙҙе ситкә борорға кәрәк. Шулай эш итергә беҙгә нимә ярҙам итер? Йәһүә менән дуҫлығыбыҙ тормошобоҙҙа иң ҡиммәтле нәмә икәнен иҫтә тотоу. Ҡайһы бер һүрәттәр әхлаҡһыҙ булмаһа ла, кешелә енси теләктәр уятырға мөмкин. Ни өсөн мәсихселәр уларҙы ҡарауҙан һаҡланырға тейеш? Сөнки беҙ күңелебеҙҙә зина ҡылыуға алып барған хатта бәләкәй генә аҙымды ла яһарға теләмәйбеҙ (Матф. 5:28, 29). Таиландта йәшәгән Дэвид исемле аҡһаҡал былай ти: «Мин һәр ваҡыт үҙ-үҙемдән: „Был һүрәттәр порнография булмаһа ла, минең уларға ҡарап тороуым Йәһүәгә оҡшармы?“ — тип һорайым. Шундай фекер йөрөтөү миңә аҡыллы эш итергә ярҙам итә». Йәһүәне рәнйетеүҙән ҡурҡыу беҙгә аҡыллы эш итергә ярҙам итер. Ундай ҡурҡыу — «зирәклектең башланғысы», йәғни уның нигеҙе. w23.06 23 б., 12, 13 абз.
Шәмбе, 11 октябрь
Бар, халҡым, эске бүлмәләреңә ин (Ишағ. 26:20).
«Эске бүлмәләр» тигән һүҙ йыйылыштарҙы аңлатырға мөмкин. Бөйөк афәт ваҡытында беҙ рухи ғаиләбеҙ менән бергә булһаҡ ҡына, Йәһүә беҙҙе яҡлаясаҡ. Шуға күрә бөгөн үк ҡәрҙәштәрҙе түҙеп торорға ғына түгел, ә яратырға тырышырға кәрәк. Был беҙҙең ғүмеребеҙгә бәйле! «Йәһүәнең бөйөк көнө» кешелек өсөн бик көсөргәнешле буласаҡ (Саф. 1:14, 15). Йәһүәнең хеҙмәтселәренә лә еңел булмаҫ. Әммә бөгөн үк әҙерләнһәк, беҙ үҙебеҙ ҙә тыныслыҡ һаҡлап ҡалырбыҙ, башҡаларға ла ярҙам итә алырбыҙ. Юлыбыҙҙа осраған һәр төрлө ауырлыҡты сыҙамлыҡ менән йырып сыға алырбыҙ. Әгәр ҡәрҙәштәребеҙ бәләгә эләкһә, уларға ҡыҙғаныусан булырбыҙ һәм уларҙың ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыр өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын эшләрбеҙ. Бөгөн үк ҡәрҙәштәрҙе яратырға өйрәнһәк, киләсәктә лә уларға ҡарата яратыу сағылдырырбыҙ. Шул саҡта Йәһүә беҙгә бәләләр һәм бәхетһеҙлек булмаған яңы донъяла мәңгелек тормош бүләк итәсәк (Ишағ. 65:17). w23.07 7 б., 16, 17 абз.
Йәкшәмбе, 12 октябрь
Алла... ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк (1 Пет. 5:10).
Изге Яҙмала Алланың бөйөк эштәр башҡарған тоғро хеҙмәтселәре тураһында яҙылған. Ләкин уларҙың хатта иң көслөләре лә ҡайһы саҡта үҙҙәрен көсһөҙ итеп тойған. Мәҫәлән, Дауыт батша ҡайһы ваҡыт үҙен «тау кеүек ныҡ» тойған, әммә ҡайһы ваҡыт уны көслө ҡурҡыу биләп алған (Зәб. 30:7). Алланың рухы ярҙамында Самсон ғәйәт ҙур көскә эйә булһа ла, Йәһүә ярҙам итмәгән булһа, ул көсһөҙләнеп башҡа кешеләр һымаҡ буласағын аңлаған (Хөк. 14:5, 6; 16:17). Йәһүәнең был тоғро хеҙмәтселәре унан көс алғанға ғына көслө булған. Илсе Павел да Йәһүәнең көсөнә мохтаж икәнен таныған (2 Кәр. 12:9, 10). Уның сәләмәтлек менән бәйле ауырлыҡтары булған (Ғал. 4:13, 14). Ваҡыт-ваҡыт уға яҡшылыҡ эшләү теләге өсөн көрәшергә кәрәк булған (Рим. 7:18, 19). Ә ҡайһы саҡта тормоштағы шарттар арҡаһында ул үҙен юғалып киткәндәй тойған (2 Кәр. 1:8, 9). Ләкин шул ваҡытта Йәһүә уға етмәгән көстө биреп торған. Бының ярҙамында ул бөтә һынауҙарҙы йырып сыға алған. w23.10 12 б., 1, 2 абз.
Дүшәмбе, 13 октябрь
Йәһүә йөрәкте күрә (1 Сам. 16:7).
Ҡайһы саҡта беҙ үҙебеҙҙе эшкинмәгән тип һанайбыҙ. Ләкин Йәһүә улай тип уйламай. Быны иҫтә тотоу бик мөһим. Ул бит үҙе беҙҙе уға дуҫ булырға саҡырған (Яхъя 6:44). Моғайын, беҙ үҙебеҙҙең ни тиклем яҡшы икәнебеҙҙе хатта белмәйбеҙҙер, ләкин Йәһүә йөрәгебеҙҙе күрә (2 Йыл. 6:30). Ул, һин яратыуға лайыҡ, тип әйтә икән, тимәк, быға шикләнергә сәбәп юҡ (1 Яхъя 3:19, 20). Ҡайһы берәүҙәр хәҡиҡәткә тиклем ҡылған етди гонаһтары өсөн ғәйеп тойғоһо кисерә (1 Пет. 4:3). Хатта тоғро мәсихселәргә лә гонаһлы теләктәр менән көрәшергә тура килә. Ә һеҙҙе йөрәгегеҙ ғәйепләйме? Ул саҡта оҡшаш хистәр кисергән башҡа тоғро хеҙмәтселәр тураһында уйланыу һеҙҙе йыуатыр. Мәҫәлән, илсе Павел үҙенең хаталарын һәм етешһеҙлектәрен танып, ныҡ ҡайғырған (Рим. 7:24). Павел гонаһтары өсөн тәүбә итеп һыуға сумдырылһа ла, һаман да үҙен «илселәрҙең иң кесеһе» һәм «иң гонаһлыһы» тип һанаған (1 Кәр. 15:9; 1 Тим. 1:15). w24.03 27 б., 5, 6 абз.
Шишәмбе, 14 октябрь
Халыҡ... Йәһүәнең йортон ҡалдыр[ҙы] (2 Йыл. 24:18).
Йәһүәш батшаның хатаһын ҡабатларға теләмәһәң, үҙеңә яҡшы йоғонто яһаған дуҫтар һайла. Был Йәһүәне яратҡан һәм уның хистәрен иҫәпкә алған кешеләр булырға тейеш. Ҡайһы бер дуҫтарың һиңә тиңдәш булмаҫ. Йәһүәш үҙенең дуҫы Йодайҙан күпкә йәшерәк булған. Дуҫтарың яҡшымы-юҡмы икәнен аңлар өсөн, үҙеңә ошондай һорауҙар бир: «Был дуҫлыҡ Йәһүәгә иманымды нығытамы? Дуҫтарым Йәһүәне тыңларға тырышамы һәм мине лә шулай эш итергә өндәйме? Улар Йәһүә тураһында һәм рухи темаларға һөйләшергә яратамы? Улар Алланың ҡанундарын хөрмәт итәме? Улар мин ишетергә теләгәнде генә һөйләйме? Ситкә тайпылһам, улар миңә кәңәш бирергә ҡурҡмаҫмы?» (Ғиб. һүҙ. 27:5, 6, 17). Дөрөҫөн генә әйткәндә, Йәһүәне яратмаған дуҫтар һиңә кәрәкмәй. Ә дуҫтарың Йәһүәне яратһа, уларға ныҡ тотон — яҡшы дуҫтар менән хур булмаҫһың! (Ғиб. һүҙ. 13:20). w23.09 9 б., 6, 7 абз.
Шаршамбы, 15 октябрь
Мин — Альфа һәм Омега (Асыл. 1:8).
Альфа — грек алфавитының беренсе хәрефе, ә омега — һуңғыһы. «Альфа һәм Омега» тип әйтеп, Йәһүә ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уны аҙағына тиклем еткерәсәген күрһәтә. Йәһүә Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтергәс, уларға әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ» (Баш. 1:28). Тап шул саҡта Йәһүә «Альфа» тип әйткәндәй булған. Үҙ ниәтен ул асыҡ аңлатҡан: Әҙәм менән Һауаның камил, тыңлаусан тоҡомдары ерҙә тараласаҡ һәм уны ожмахҡа әйләндерәсәк. Йәһүәнең был ниәте ғәмәлгә ашҡас, ул образлы «Омега» тип әйтәсәк. Алла күк менән ерҙе барлыҡҡа килтереүен тамамлағас, шулай буласағына гарантия биргән. Был Йәһүәнең кешелеккә һәм ергә ҡарата ниәте етенсе көндөң аҙағына тулыһынса үтәләсәген күрһәтә (Баш. 2:1—3). w23.11 5 б., 13, 14 абз.
Кесаҙна, 16 октябрь
Йәһүә өсөн юлды әҙерләгеҙ! Сүллек аша Алла өсөн тигеҙ оло юл һалығыҙ (Ишағ. 40:3).
Вавилондан Израилгә барыу еңел булмаған, сөнки ундай сәйәхәт дүрт ай самаһы ваҡыт алған. Әммә Йәһүә уларҙың юлында булған һәр төрлө кәртәне алып ҡуйырға вәғәҙә иткән. Аллаға тоғро ҡалған йәһүдтәр Израилгә ҡайтыу күп фатихалар килтерәсәген белгән, шуға күрә улар ҙур ҡорбандарға барырға әҙер булған. Улар өсөн иң ҙур фатиха Йәһүәгә табыныу менән бәйле булған. Вавилонда Йәһүәнең ғибәҙәтханаһы булмаған. Израилдәрҙең ҡорбан килтереү урындары булмаған, шуға күрә улар Муса ҡануны буйынса ҡорбан килтерә алмаған. Шулай уҡ ойошторолған руханилыҡ хеҙмәте лә булмаған. Бынан тыш, Алла халҡы мәжүсиҙәр араһында, Йәһүәне һәм уның ҡанундарын һанға һуҡмаған ирҙәр һәм ҡатындар араһында йәшәгән. Шуға күрә меңәрләгән тоғро йәһүдтәр туған илгә ҡайтыуҙарын һәм саф ғибәҙәт ҡылыуҙың торғоҙолоуын түҙемһеҙлек менән көткән. w23.05 14—15 бб., 3, 4 абз.
Йома, 17 октябрь
Яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ (Эфес. 5:8).
«Яҡтылыҡ кешеләре» булып йәшәр өсөн, беҙгә изге рух кәрәк, сөнки уның ярҙамы менән генә беҙ был боҙоҡ донъяла саф булып ҡала алабыҙ (1 Тис. 4:3—5, 7, 8). Изге рух беҙҙе Алланың ҡарашына ҡаршы килгән фәлсәфәләрҙән һәм был донъяның фекер йөрөтөү рәүешенән һаҡлай. Шулай уҡ изге рух беҙгә «һәр төрлө изгелеккә, ғәҙеллеккә» ынтылырға ярҙам итә (Эфес. 5:9). Изге рухты нисек алырға? Уның хаҡында доға ҡылырға кәрәк. Ғайса: «Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк», — тигән (Лука 11:13). Йәһүә шулай уҡ изге рухты беҙгә йыйылыш осрашыуҙарында бирә. (Эфес. 5:19, 20) Был рух ярҙамында беҙ Йәһүәне һөйөндөрөп йәшәй алабыҙ. w24.03 23—24 бб., 13—15 абз.
Шәмбе, 18 октябрь
Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ — һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ — һәм һеҙгә асырҙар (Лука 11:9).
Һиңә сабырыраҡ булырға кәрәкме? Әгәр ҙә шулай икән, бының хаҡта доға ҡыл. Сабырлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе (Ғал. 5:22, 23). Тимәк, беҙ был күркәм сифатты үҙ көсөбөҙ менән үҫтерә алмайбыҙ. Әгәр ниндәйҙер осраҡта сабыр булып ҡалыу еңел булмаһа, беҙ Алланан изге рух һорайбыҙ (Лука 11:13). Шулай уҡ беҙ Йәһүәнән бөтә нәмәгә уның күҙлегенән ҡарарға ярҙам итеүен һорай алабыҙ. Ә доға ҡылғандан һуң сабыр булыр өсөн көн һайын көс һалырға кәрәк. Сабырлыҡ тураһында йышыраҡ доға ҡылһаҡ һәм сабыр булырға тырышһаҡ, был сифат күңелебеҙҙә тамырланыр һәм шәхесебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып китер. Шулай уҡ Изге Яҙмалағы миҫалдар өҫтөндә уйланыу мөһим. Изге Яҙмала сабырлыҡ сағылдырған байтаҡ кешеләр тураһында әйтелгән. Уларҙың миҫалдары беҙҙе күпкә өйрәтә ала. w23.08 22 б., 10, 11 абз.
Йәкшәмбе, 19 октябрь
Ау һалығыҙ (Лука 5:4).
Ғайса илсе Петрға Йәһүә уны бер ҡасан да ҡалдырмаясағын аңларға ярҙам иткән. Ул терелгәндән һуң, Петр һәм илселәре күп балыҡ тота алһын өсөн, мөғжизә ҡылған (Яхъя 21:4—6). Был мөғжизә, һис шикһеҙ, Петрҙы Йәһүәнең уның матди ихтыяждары хаҡында еңел генә ҡайғырта аласағына ышандырған. Шул саҡта Петр, моғайын, Ғайсаның, Йәһүә Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйғандарҙы тәьмин итер, тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргәндер (Матф. 6:33). Шуға күрә Петр үҙ ғүмерен балыҡ тотоуға түгел, ә Аллаға хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Б. э. 33 йылында Илленсе көн байрамында Петр ҡыйыулыҡ менән телмәр һөйләгән, һәм меңәрләгән кеше һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул иткән (Илс. 2:14, 37—41). Һуңыраҡ ул самарияндарға һәм еврей халҡынан булмаған кешеләргә Мәсихтең шәкерте булып китергә ярҙам иткән (Илс. 8:14—17; 10:44—48). Күреүебеҙсә, Йәһүә Петрҙы төрлө халыҡтан булған кешеләрҙе йыйылышҡа килтерер өсөн бик яҡшы ҡулланған. w23.09 20 б.. 1 абз.; 23 б., 11 абз.
Дүшәмбе, 20 октябрь
Әгәр күргән төшөмдө һөйләп һәм уны юрап бирмәһәгеҙ, һеҙ сабып үлтереләсәкһегеҙ (Дан. 2:5).
Вавилондар Иерусалимды емергәндән һуң ике йыл самаһы үткәс, Вавилон батшаһы Набуҡаднизарға ҡурҡыныс нәмә төшөнә кергән. Ул ҙур һынды күргән. Батша үҙенең бөтә аҡыл эйәләренә, шул иҫәптән Данилға, әгәр был төштө һөйләп бирмәһәгеҙ һәм уның мәғәнәһен аңлатмаһағыҙ, һеҙҙе үлем көтә, тип әйткән (Дан. 2:3—5). Данилға кисектермәйенсә эш итергә кәрәк булған, сөнки күп кешеләрҙең ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булған. Шуға күрә «Данил, батша янына барып, унан төштө юрау өсөн ваҡыт биреүен» һораған (Дан. 2:16). Бының өсөн уға ҡыйыулыҡ һәм иман кәрәк булған. Изге Яҙмала, Данил быға тиклем төштәр юрай алған, тип бер ерҙә лә әйтелмәй. Ул үҙенең дуҫтарын «күктәр Аллаһына был серҙе асып, мәрхәмәт күрһәтеүе тураһында доға ҡылырға» һораған (Дан. 2:18). Йәһүә был доғаға яуап ҡайтарған. Уның ярҙамында Данил Набуҡаднизарҙың төшөн аңлата алған. Шулай итеп Данил үҙе лә, уның дуҫтары ла үлемдән ҡотолоп ҡалған. w23.08 2 б., 4 абз.
Шишәмбе, 21 октябрь
Аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотолор (Матф. 24:13).
Сабыр булыуҙың файҙаһы тураһында уйлағыҙ. Сабыр кеше, ғәҙәттә, бәхетле һәм тыныс. Сабыр булып беҙ үҙебеҙҙең эмоциональ һәм физик сәләмәтлегебеҙгә файҙа килтерәбеҙ. Башҡаларға ҡарата сабыр булһаҡ, улар менән мөнәсәбәттәребеҙ яҡшы булыр, йыйылышыбыҙ берҙәмерәк булыр. Ә инде кемдер беҙҙең асыуыбыҙҙы сығарырға теләһә, беҙ ярһымаҫбыҙ һәм хәлде киҫкенләштермәҫбеҙ (Зәб. 37:8; Ғиб. һүҙ. 14:29). Ә иң мөһиме, беҙ күктәге Атабыҙға оҡшаш булырбыҙ һәм уға тағы ла яҡыныраҡ булып китербеҙ. Сабырлыҡ — һәр кешене биҙәгән һоҡландырғыс сифат. Сабыр булыу еңел булмаһа ла, Йәһүәнең ярҙамы менән беҙ уны тағы ла яҡшыраҡ сағылдыра алырбыҙ. Ә әлегә, яңы донъяны сабырлыҡ менән көткән арала, Йәһүәнең беҙгә ярҙам итәсәгенә һәм беҙҙе яҡлаясағына ышана алабыҙ (Миҡ. 7:7). Әйҙәгеҙ, сабырлыҡты артабан да үҫтерәйек һәм ул шәхесебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып китһен! w23.08 22 б., 7 абз; 25 б., 16, 17 абз.
Шаршамбы, 22 октябрь
Ғәмәле булмаһа, ул [иман] үҙенән-үҙе үле (Яҡ. 2:17).
Яҡуб әйткәнсә, берәй мәсихсе иманым бар тиһә лә, уның эштәре быны иҫбатламай (Яҡ. 2:1—5, 9). Яҡуб шулай уҡ имандаштарының кейемгә һәм көндәлек ризыҡҡа мохтаж булыуын күреп ярҙам итмәгән кеше тураһында һөйләй. Ундай кеше иманым бар тиһә лә, уның эштәре иманы булмағанын күрһәтә. Шуға күрә был иман файҙаһыҙ (Яҡ. 2:14—16). Имандың эштәр менән раҫланырға тейешлеген күрһәтер өсөн, Яҡуб Рахавтың миҫалын килтерә (Яҡ. 2:25, 26). Рахав Йәһүә тураһында ишеткән һәм уның израилдәрҙе яҡлағанын таныған (Еш. 2:9—11). Ул иманын эштәр менән күрһәткән. Израилдәрҙең ике шымсыһының ғүмеренә ҡурҡыныс янағанда, ул уларҙы йәшереп алып ҡалған. Һөҙөмтәлә Израиль халҡынан булмаған был ҡатын, Ибраһим кеүек, тәҡүә тип иғлан ителгән. Рахавтың үрнәге беҙҙе бына нимәгә өйрәтә: иман эштәр менән теркәлергә тейеш. w23.12 5 б., 12, 13 абз.
Кесаҙна, 23 октябрь
Һеҙ... тамыр йәйгән һәм нығынған [булығыҙ] (Эфес. 3:17).
Мәсихселәр булараҡ, беҙ Изге Яҙманың өҫтөн-мөҫтөн белемдәре менән генә ҡәнәғәтләнмәйбеҙ. Беҙ «Алла тәрәнлектәрен дә» аңларға теләйбеҙ һәм изге рух ярҙамында быны эшләй алабыҙ (1 Кәр. 2:9, 10). Үҙегеҙ өсөн ҡыҙыҡ булған теманы йә һорауҙы һайлап, уны тәрәнерәк ҡарап сыға алаһығыҙ. Шундай өйрәнеү һеҙгә Йәһүәгә яҡыныраҡ булып китергә ярҙам итер. Мәҫәлән, Алланың боронғо ваҡытта үҙ хеҙмәтселәренә яратыуын нисек сағылдырғанын тикшерегеҙ һәм был уның һеҙҙе лә яратҡанын нисек иҫбатлағанын күрегеҙ. Йә боронғо израилдәрҙең ғибәҙәт ҡылыуын бөгөнгө көндәрҙә мәсихселәрҙең табыныуы менән сағыштырығыҙ һәм оҡшаш яҡтарын табығыҙ. Шулай уҡ Ғайсаның тормошонда һәм хеҙмәтендә үтәлгән пәйғәмбәрлектәрҙе тикшерергә була. Ундай тикшереүҙе үткәреү бик ҡыҙыҡлы. Һеҙ «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексын» (урыҫ) йә «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмәне» (урыҫ) ҡуллана алаһығыҙ. Изге Яҙманы төрлө яҡтан тикшереү «Алла тураһында белем» табырға ярҙам итер һәм иманығыҙҙы нығытыр (Ғиб. һүҙ. 2:4, 5). w23.10 18—19 бб., 3—5 абз.
Йома, 24 октябрь
Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә (1 Пет. 4:8).
«Ысын йөрәктән» тип тәржемә ителгән һүҙ «тартыуҙы, киңәйтеүҙе» аңлата. Аяттың икенсе өлөшөндә әйтелгәнсә, ундай мөхәббәт ниндәй көскә эйә? Ул ҡәрҙәштәребеҙҙең гонаһтарын ҡаплай. Күҙ алдына килтерегеҙ: беҙ мөхәббәтте ике ҡул менән «тотабыҙ» ҙа һуҙылмалы туҡыманы тартҡандай ныҡ итеп тартабыҙ. Беҙ уны бер йә ике түгел, ә «күп гонаһтарҙы» ҡаплар өсөн төрлө яҡтан тартҡыслайбыҙ. Туҡыма берәй тапты ҡаплай алған кеүек, мөхәббәт тә башҡаларҙың хаталарын һәм етешһеҙлектәрен ҡаплай ала. Ҡәрҙәштәрҙең етешһеҙлектәрен ғәфү итергә еңел булмаһа ла, көслө мөхәббәт шулай эш итергә дәртләндерә (Эфес. 4:32). Әгәр беҙ башҡаларҙы ғәфү итә беләбеҙ икән, тимәк, мөхәббәтебеҙ һүрелмәгән, һәм беҙ Йәһүәне шатландырырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. w23.11 10—11 бб., 13—15 абз.
Шәмбе, 25 октябрь
Шафан... батша алдында [ҡулъяҙманы] уҡый башланы (2 Йыл. 34:18).
Иосия 26 йәшендә ғибәҙәтхананы йүнәтергә тотонған. Йүнәтеү эштәре барышында «Муса аша бирелгән Ҡанун китабын» тапҡандар. Батша был Ҡанундың һүҙҙәрен ишеткәс, шунда уҡ яҙылғандарҙы үтәй башлаған (2 Йыл. 34:14, 19—21). Һин Изге Яҙманы даими рәүештә уҡырға теләйһеңме? Әгәр һин уны көн дә уҡыйһың икән, ниндәй уңыштарға өлгәштең? Һиңә ярҙам иткән аяттарҙы яҙып бараһыңмы? Иосияға 39 йәш самаһы булғанда ул хата яһаған, һәм был уны үлемгә килтергән. Ул Йәһүәнең ҡарашын белергә тырышмаған, ә үҙенсә эш итергә булған (2 Йыл. 35:20—25). Бында беҙҙең өсөн мөһим һабаҡ бар. Беҙгә нисә генә йәш булһа ла һәм күпме йылдар хәҡиҡәттә булһаҡ та, Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләргә кәрәк. Бының өсөн Алланан даими рәүештә йүнәлеш һорарға, уның Һүҙен өйрәнергә һәм етлеккән мәсихселәр менән кәңәшләшергә кәрәк. Шул саҡта беҙ етди хаталарҙан һаҡланырбыҙ һәм бәхетле булырбыҙ (Яҡ. 1:25). w23.09 12 б., 15, 16 абз.
Йәкшәмбе, 26 октябрь
Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора, ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бирә (Яҡ. 4:6).
Изге Яҙмала Йәһүәне яратҡан һәм уға хеҙмәт иткән күп ҡатын-ҡыҙҙар тураһында әйтелә. Уларҙан күпкә өйрәнеп була. Улар «айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше» булған (1 Тим. 3:11). Бынан тыш, йәш ҡыҙҙар үҙ йыйылышында рухи яҡтан етлеккән ҡатындарҙан өлгө ала ала. Йәш ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ, һеҙ йыйылышта өлгө алырлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы беләһегеҙме? Уларҙың күркәм сифаттарына иғтибар итегеҙ һәм уларҙы нисек сағылдырып булғаны тураһында уйланығыҙ. Баҫалҡы булыу рухи етлеккәнлекте күрһәтә. Ҡыҙ ҡәрҙәш баҫалҡы булһа, уның Йәһүә һәм башҡалар менән мөнәсәбәттәре яҡшы булыр. Мәҫәлән, Йәһүәне яратҡан ҡатын башлыҡ принцибына буйһона (1 Кәр. 11:3). Был принцип йыйылышта ла, ғаиләлә лә ҡулланыла. w23.12 18—19 бб., 3—5 абз.
Дүшәмбе, 27 октябрь
Ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш (Эфес. 5:28).
Йәһүә ир кешенән ҡатынын яратыуын һәм уның матди ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыуын көтә. Ул шулай уҡ ҡатынына яҡын дуҫ булырға һәм уға Йәһүә менән ныҡлы мөнәсәбәттәр һаҡларға ярҙам итергә тейеш. Йәш ҡәрҙәштәргә Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә, ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итергә һәм ышаныслы булырға кәрәк. Өйләнгәс, һеҙҙең балағыҙ тыуыуы ихтимал. Яҡшы атай булыр өсөн, Йәһүәнән өйрән (Эфес. 6:4). Йәһүә үҙенең улы Ғайсаға уны яратҡаны һәм хуплағаны хаҡында әйтергә оялмаған (Матф. 3:17). Һин дә, атай булып китһәң, балаларыңа уларҙы яратҡаныңды әйтергә онотма. Уларҙы бәләкәй игелекле эштәре өсөн дә маҡта. Йәһүәнән өлгө алған атайҙар үҙ балаларына рухи яҡтан етлеккән булып үҫергә ярҙам итә. Һин яҡшы атай булырға бөгөн үк өйрәнә алаһың. Үҙ ғаиләң һәм йыйылыштағы ҡәрҙәштәр хаҡында хәстәрлек күр. Уларҙы яратҡаныңа һәм ҡәҙерләгәнеңә ышандырырға өйрән (Яхъя 15:9). w23.12 28—29 бб., 17, 18 абз.
Шишәмбе, 28 октябрь
Алла [һеҙҙе] ...ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк (1 Пет. 5:10).
Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итһәк тә, беҙ, башҡа кешеләр кеүек, ауырлыҡтар кисерәбеҙ һәм ауырыйбыҙ. Бынан тыш, Алла халҡын нәфрәт иткән кешеләрҙең ҡаршы килеүҙәре һәм эҙәрләүҙәре менән осрашабыҙ. Йәһүә беҙҙе ундай ауырлыҡтарҙан яҡлап тормаһа ла, беҙгә ярҙам итергә әҙер (Ишағ. 41:10). Уның ярҙамы менән беҙ шатлыҡлы булып ҡалабыҙ, яҡшы ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ һәм хатта иң ауыр осраҡтарҙа уға тоғролоҡ һаҡлайбыҙ. Йәһүә беҙгә үҙенең «именлеген», йәғни тыныслығын, бирергә вәғәҙә итә (Флп. 4:6, 7). Ундай тыныслыҡҡа Йәһүәнең яҡын дуҫтары ғына эйә. Ул «һәр аҡылдан юғарыраҡ», йәғни беҙ күҙ алдына килтерә алған нәмәләрҙән күпкә яҡшыраҡ. Һеҙҙең берәй ҡасан ҡайнар доға ҡылғандан һуң иҫ киткес тыныслыҡ тойғанығыҙ булдымы? Был — тап Йәһүә биргән «Алла именлеге». w24.01 20 б., 2 абз.; 21 б., 4 абз.
Шаршамбы, 29 октябрь
Йәнем Йәһүәне маҡтаһын, бөтөн барлығым уның изге исемен данлаһын (Зәб. 103:1).
Йәһүәне яратҡандар уны бөтә йөрәктән маҡтарға теләй. Дауыт батша өсөн Йәһүәнең исемен маҡтау Алланың үҙен маҡтауға тиң булған. Алланың исеме уның абруйы менән тығыҙ бәйле. Шуға күрә был исемде ишеткәндә, беҙ шунда уҡ Алланың иҫ киткес сифаттарын һәм ғәжәйеп эштәрен иҫкә төшөрәбеҙ. Дауыт күктәге Алланың исемен юғары баһалаған һәм бөтә йөрәктән уны маҡтарға теләгән. Был яҡтан шулай уҡ левиттар ҙа үрнәк ҡалдырған. Улар Алланың исеме маҡтап бөтөргөһөҙ булыуын баҫалҡылыҡ менән таныған (Ниҡ. 9:5). Һис шикһеҙ, шундай маҡтау Йәһүәнең йөрәген һөйөндөрә. w24.02 9 б., 6 абз.
Кесаҙна, 30 октябрь
Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ (Флп. 3:16).
Әгәр маҡсатҡа өлгәшә алмаһағыҙ ҙа, Йәһүә һеҙҙе булдыҡһыҙ тип һанамаҫ (2 Кәр. 8:12). Уңышһыҙлыҡҡа осрағанда нимәгәлер өйрәнергә тырышығыҙ. Нимәгә өлгәшкәнегеҙҙе иҫтә тотоғоҙ. Изге Яҙмала: «Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе... онотмаясаҡ», — тип әйтелә (Евр. 6:10). Тимәк, һеҙгә лә мәсихсе булараҡ нимәгә өлгәшкәнегеҙҙе иҫтә тоторға кәрәк. Мәҫәлән, һеҙ Йәһүә менән дуҫлыҡ үҫтерҙегеҙ, уның тураһында башҡаларға һөйләнегеҙ һәм һыуға сумдырылдығыҙ. Үткәндә ынтылған маҡсаттарығыҙға өлгәшкән кеүек, бөгөн дә шулай уҡ эш итергә тырышығыҙ. Йәһүәнең ярҙамы менән ынтылған маҡсаттарығыҙға өлгәшә алырһығыҙ. Рухи маҡсаттарға ынтылғанда, Йәһүәнең һеҙгә нисек ярҙам иткәнен һәм һеҙҙе фатихалағанын күрергә тырышығыҙ. Был һеҙгә шатлыҡ килтерер (2 Кәр. 4:7). Әгәр бирешмәһәгеҙ, Йәһүә һеҙгә тағы ла күберәк фатихалар яуҙырыр (Ғал. 6:9). w23.05 31 б., 16—18 абз.
Йома, 31 октябрь
Мине яратҡанығыҙға һәм Минең Алланан килеүемә ышанғанығыҙға күрә, Атам Үҙе һеҙҙе ярата (Яхъя 16:27).
Йәһүәгә үҙ хеҙмәтселәренә уларҙы ни тиклем ныҡ яратҡаны һәм хуплағаны тураһында һөйләү оҡшай. Изге Яҙмала ике осраҡта Йәһүә Ғайсаны, яратҡан Улы тип атап, уны хуплағанын күрһәткән (Матф. 3:17; 17:5). Һеҙ Йәһүәнең һеҙҙең хаҡта шундай йылы һүҙҙәр әйтеүен ишетергә теләр инегеҙме? Йәһүә беҙҙең менән туранан-тура түгел, ә Изге Яҙма аша һөйләшә. Беҙ уның хуплауын Инжилдә, Ғайсаның һүҙҙәрен уҡығанда, ишетә алабыҙ. Ғайса камил рәүештә Атаһынан өлгө алған. Уның шәкерттәре, камил булмаһа ла, Йәһүәгә тоғро хеҙмәт иткән. Ғайса улар тураһында йылы һүҙҙәр әйткән һәм уларҙы маҡтаған. Шуға күрә Ғайсаның үҙ шәкерттәренә әйткән һүҙҙәрен Йәһүәнең беҙгә әйткән һүҙҙәре итеп ҡабул итәйек (Яхъя 15:9, 15). Беҙҙе судҡа бирһәләр ҙә, был Йәһүәнең беҙҙе кире ҡаҡҡанын аңлатмай. Ундай һынауҙар беҙгә Алланы ни тиклем ныҡ яратҡаныбыҙҙы һәм уға ышанғаныбыҙҙы күрһәтергә мөмкинлек бирә (Яҡ. 1:12). w24.03 28 б., 10, 11 абз.