Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • es25
  • Ноябрь

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ноябрь
  • Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Шәмбе, 1 ноябрь
  • Йәкшәмбе, 2 ноябрь
  • Дүшәмбе, 3 ноябрь
  • Шишәмбе, 4 ноябрь
  • Шаршамбы, 5 ноябрь
  • Кесаҙна, 6 ноябрь
  • Йома, 7 ноябрь
  • Шәмбе, 8 ноябрь
  • Йәкшәмбе, 9 ноябрь
  • Дүшәмбе, 10 ноябрь
  • Шишәмбе, 11 ноябрь
  • Шаршамбы, 12 ноябрь
  • Кесаҙна, 13 ноябрь
  • Йома, 14 ноябрь
  • Шәмбе, 15 ноябрь
  • Йәкшәмбе, 16 ноябрь
  • Дүшәмбе, 17 ноябрь
  • Шишәмбе, 18 ноябрь
  • Шаршамбы, 19 ноябрь
  • Кесаҙна, 20 ноябрь
  • Йома, 21 ноябрь
  • Шәмбе, 22 ноябрь
  • Йәкшәмбе, 23 ноябрь
  • Дүшәмбе, 24 ноябрь
  • Шишәмбе, 25 ноябрь
  • Шаршамбы, 26 ноябрь
  • Кесаҙна, 27 ноябрь
  • Йома, 28 ноябрь
  • Шәмбе, 29 ноябрь
  • Йәкшәмбе, 30 ноябрь
Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
es25

Ноябрь

Шәмбе, 1 ноябрь

Балалар һәм сабыйҙар ауыҙынан Һин Үҙеңә маҡтау һүҙҙәре әйттерҙең (Матф. 21:16).

Балаларығыҙ булһа, уларҙың нисә йәштә булыуын иҫәпкә алып, уларға комментарий әҙерләргә ярҙам итегеҙ. Ҡайһы саҡта өйрәнеүҙә никахҡа йәиһә әхлаҡи таҙалыҡҡа ҡағылышлы етди һорауҙар күтәрелә. Әммә мәҡәләлә йыш ҡына балалар яуап бирә алған бер-ике абзац була. Шулай уҡ балаларығыҙға улар ҡул күтәргәндә ни өсөн уларҙы ҡайһы саҡта һорамаясаҡтарын алдан аңлатығыҙ. Әгәр һеҙ быны балаларығыҙға аңлатһағыҙ, уларҙы һорамаһалар, улар күңелһеҙләнмәҫ (1 Тим. 6:18). Беҙ бөтәбеҙ ҙә Йәһүәне данлаған һәм ҡәрҙәштәрҙе нығытҡан рухландырғыс комментарийҙар әҙерләй алабыҙ (Ғиб. һүҙ. 25:11). Тәжрибәбеҙ менән бүлешкән саҡта үҙебеҙ тураһында сиктән тыш күп һөйләмәҫбеҙ (Ғиб. һүҙ. 27:2; 2 Кәр. 10:18). Бының урынына комментарийыбыҙҙы Йәһүәгә, уның Һүҙенә һәм уның халҡына туплау яҡшыраҡ булыр (Асыл. 4:11). w23.04 24—25 бб., 17, 18 абз.

Йәкшәмбе, 2 ноябрь

Башҡалар кеүек йоҡлап ятмайыҡ, уяу һәм айыҡ булайыҡ (1 Тис. 5:6).

Уяу булыр өсөн һәм айыҡ фекер һаҡлар өсөн мөхәббәт бик мөһим (Матф. 22:37—39). Йәһүәгә яратыу беҙгә, төрлө ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ныҡышмалыҡ менән вәғәзләргә ярҙам итә (2 Тим. 1:7, 8). Иманыбыҙҙы уртаҡлашмаған кешеләрҙе яратҡанға, беҙ уларға телефон һәм хаттар аша артабан да вәғәзләйбеҙ. Бер көндө туғандарыбыҙҙың һәм күршеләребеҙҙең хәҡиҡәтте ҡабул итәсәгенә беҙ өмөтөбөҙҙө юғалтмайбыҙ (Йәз. 18:27, 28). Ҡәрҙәштәребеҙ ҙә — беҙҙең яҡындарыбыҙ, тип әйтә алабыҙ. Илсе Павелдың «бер-берегеҙҙе тынысландырығыҙ һәм... ышаныс өҫтәгеҙ» тигән кәңәшенә буйһоноп, беҙ уларға яратыу күрһәтәбеҙ (1 Тис. 5:11). Иңгә-иң көрәшкән һуғышсылар һәр ваҡыт бер-береһенә ярҙамға килергә әҙер. Беҙ ҙә бер-беребеҙҙе дәртләндерәбеҙ һәм нығытабыҙ. Ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәрҙе рәнйетһәк тә, быны юрый эшләмәйбеҙ һәм «яуызлыҡҡа яуызлыҡ менән» ҡайтармайбыҙ (1 Тис. 5:13, 15). Шулай уҡ беҙҙең менән етәкселек иткән ҡәрҙәштәрҙе ихтирам итергә кәрәк (1 Тис. 5:12). w23.06 9 б., 6 абз.; 10—11 б., 10, 11 абз.

Дүшәмбе, 3 ноябрь

[Йәһүә] берәй нәмә әйтһә, быны эшләмәҫме? (Һан. 23:19).

Иманыбыҙҙы нығытҡан ысулдарҙың береһе — йолом тураһында уйланыу. Йолом беҙҙе Алла вәғәҙәләренең үтәләсәгенә ышандыра. Беҙгә Йәһүәнең ни өсөн йолом түләгәне һәм уға ниндәй ҡорбандарға барырға тура килгәне хаҡында уйланыу мөһим. Шулай эш итһәк, беҙ Алланың беҙгә мәңгелек тормош бирәсәгенә ышанысыбыҙҙы нығытырбыҙ. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Йолом түләр өсөн, Йәһүәгә ниндәй ҡорбандарға барырға тура килгән? Ул үҙенең берҙән-бер Улын — иң яҡын дуҫын ергә ебәргән. Ерҙә йәшәгәндә, Ғайса, кеше булараҡ, төрлө ауырлыҡтар менән осрашҡан, ә шунан ул ғазаплап үлтерелгән булған. Йәһүә беҙҙең өсөн ниндәй ҙур хаҡ түләгән! Тормошобоҙҙо ваҡытлыса ғына яҡшыртыр өсөн, Аллабыҙ Улының ғазапланыуын һәм үлеүен бер ҡасан да рөхсәт итмәҫ ине (Яхъя 3:16; 1 Пет. 1:18, 19). Әгәр ҙә Йәһүә ундай ҙур хаҡ түләгән икән, тимәк, ул яңы донъялағы мәңгелек тормоштоң ысындан да булыуы хаҡында ҡайғыртҡан. w23.04 27 б., 8, 9 абз.

Шишәмбе, 4 ноябрь

Эй Үлем, ҡаяуың ҡайҙа? (Ос. 13:14).

Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтергә теләге бармы? Һис шикһеҙ бар! Ул, бер нисә кешене рухландырып, был вәғәҙәне Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан (Ишағ. 26:19; Асыл. 20:11—13). Ә Йәһүә нимәлер вәғәҙә итә икән, ул уны һәр ваҡыт үтәй (Еш. 23:14). Йәһүә үлгәндәрҙе терелтергә бик теләй. Әйүптең һүҙҙәрен иҫкә төшөрөгөҙ. Ул, үлһә, Йәһүәнең уны һағынасағына һәм йәшәүгә ҡайтарасағына бик ышанған (Әйүп 14:14, 15). Йәһүә шулай уҡ үлгән хеҙмәтселәренең бөтәһенең дә яңынан йәшәүен һәм уларҙың һау-сәләмәт, бәхетле булыуҙарын теләй. Ә Йәһүәне белмәйенсә үлгән миллиардлаған кешеләр тураһында нимә әйтеп була? Ҡайғыртыусан Аллабыҙ уларҙы ла терелтергә теләй (Илс. 24:15). Йәһүә уларҙың уның менән дуҫ булыуҙарын һәм ерҙә мәңге йәшәй алыуҙарын теләй (Яхъя 3:16). w23.04 9 б., 5, 6 абз.

Шаршамбы, 5 ноябрь

Алла беҙгә көс бирер (Зәб. 108:13).

Киләсәккә өмөтөбөҙҙө нисек нығытып була? Әгәр һеҙ ерҙә мәңге йәшәргә өмөтләнһәгеҙ, Изге Яҙмала ожмахта тормоштоң ниндәй буласағы тураһында уҡығыҙ (Ишағ. 25:8; 32:16—18). Үҙегеҙҙе унда күҙ алдына килтерегеҙ. Әгәр беҙ өмөтөбөҙҙө күҙҙән ысҡындырмаһаҡ, бөгөнгө проблемалар «ҡыҫҡа ғына ваҡытлы» һәм еңел булып күренер (2 Кәр. 4:17). Һеҙ көслө була алһын өсөн, Йәһүә һеҙгә өмөт биргән! Һеҙ унан көс ала алһын өсөн, Алла бар кәрәклеһен биргән. Шуға күрә ауыр йөкләмәне үтәргә, һынауҙарҙа сыҙам ҡалырға йә шатлыҡ һаҡларға кәрәк булғанда нимә эшләргә? Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылығыҙ, шәхси өйрәнеү үткәреп уның күрһәтмәләрен эҙләгеҙ, ҡәрҙәштәрҙең ярҙамын ҡабул итегеҙ, яңы донъяны йышыраҡ күҙ алдына килтерегеҙ. Шул саҡта «бөтә ауырлыҡтар алдында түҙемле һәм сабыр булыуығыҙ өсөн, Уның [Алланың] данының ҡөҙрәте менән нығытылырһығыҙ» (Кол. 1:11). w23.10 17 б., 19, 20 абз.

Кесаҙна, 6 ноябрь

Рәхмәтле булығыҙ (1 Тис. 5:18).

Йәһүәгә рәхмәттәр әйтер өсөн сәбәптәребеҙ бик күп. Әйҙәгеҙ, уға үҙебеҙҙә булған бөтә яҡшы нәмәләр өсөн рәхмәттәр әйтәйек, сөнки һәр игелекле бүләк — унан (Яҡ. 1:17). Мәҫәлән, уға ерҙең матурлығы һәм башҡа ижади эштәре өсөн рәхмәттәр әйтә алабыҙ. Шулай уҡ ғүмеребеҙ, ғаиләбеҙ, дуҫтарыбыҙ һәм өмөтөбөҙ өсөн рәхмәт әйтеп була. Уның беҙгә яҡын дуҫы булып китергә мөмкинлек биргәне өсөн дә рәхмәтле булыу бик мөһим. Беҙгә Йәһүәгә нимә өсөн рәхмәтле булғаныбыҙ тураһында уйланырға кәрәк. Бәлки, бының өсөн айырым тырышлыҡтар һалырға кәрәк булыр, сөнки был донъяла кешеләр йыш ҡына нимәлер алыу тураһында ғына уйлай. Күптәрҙең үҙҙәрендә булған нәмәләр өсөн рәхмәт әйтергә башына ла килмәй. Әгәр беҙ шундай ҡараштың йоғонтоһона бирелһәк, доғаларыбыҙ талаптар исемлегенә әйләнергә мөмкин. Шундай хәл булмаһын өсөн, Йәһүәгә ҡарата рәхмәт тойғоһо үҫтерергә һәм бөтә яҡшы эштәре өсөн рәхмәттәр әйтергә кәрәк (Лука 6:45). w23.05 4 б., 8, 9 абз.

Йома, 7 ноябрь

Һораусы иман менән, икеләнмәй һораһын (Яҡ. 1:6).

Ҡайғыртыусан Атайыбыҙ беҙҙең ғазап сигеүебеҙҙе теләмәй (Ишағ. 63:9). Шулай ҙа ул йылғаларға һәм утҡа оҡшаш бөтә һынауҙарҙы юлыбыҙҙан алып ҡуймай (Ишағ. 43:2). Ләкин беҙ ауырлыҡтар аша үткәндә, ул беҙҙең менән булырға вәғәҙә итә. Алла бер кемгә лә, бер нәмәгә лә үҙен беҙҙән айырырға рөхсәт итмәҫ. Йәһүә, беҙ сыҙам ҡалһын өсөн, үҙенең ҡеүәтле изге рухын бирә (Лука 11:13; Флп. 4:13). Тимәк, беҙ сыҙам һәм Аллаға тоғро булып ҡала алабыҙ. Йәһүә беҙ уға ышанырбыҙ тип көтә (Евр. 11:6). Ҡайһы саҡта һынауҙар тауҙар кеүек үтә алмаҫлыҡ булып күренергә мөмкин. Һәм беҙ шул ваҡытта: «Бында хатта Йәһүә лә ярҙам итә алмай», — тип уйлайбыҙҙыр. Ләкин Изге Яҙма, Йәһүә менән бөтә нәмәне булдыра алабыҙ, тип ышандыра (Зәб. 18:29). Шуға күрә шикләнер урынына, Йәһүәгә доға ҡылығыҙ һәм уның һеҙгә яуап ҡайтарасағына ышанығыҙ (Яҡ. 1:6, 7). w23.11 22 б., 8, 9 абз.

Шәмбе, 8 ноябрь

Уның ялҡыны— балҡып янған ут, Йәһ ялҡыны. Ярһыулы һыуҙар һөйөү утын һүндерә алмай, даръялар ҙа уны ағыҙып алып китә алмай (Йыр. 8:6, 7).

Ниндәй матур тасуирлау! Был һүҙҙәр ирле-ҡатынлыларҙы, бер-берегеҙгә ҡарата мөхәббәтегеҙ мәңгегә һуҙыла ала, тип ышандыра. Ир менән ҡатын бер-береһен ғүмер буйы ярата аламы? Был уларҙың үҙҙәренән тора. Миҫал килтерәйек. Усаҡҡа утын өҫтәп торһаң, ул туҡтауһыҙ яна. Әгәр усаҡҡа утын өҫтәмәһәң, ул яйлап һүнә. Шуның шикелле, ир менән ҡатын үҙ мөнәсәбәттәре хаҡында ҡайғыртһа, уларҙың мөхәббәте мәңге көслө була ала. Ҡайһы саҡта ирле-ҡатынлылар үҙ-ара мөхәббәтенең һыуыныуын тоя. Был матди ауырлыҡтар, сәләмәтлек хаҡында борсолоуҙар йәки балаларҙы тәрбиәләүгә бәйле ауырлыҡтар арҡаһында булырға мөмкин. «Йәһ ялҡыны» дөрләп янһын өсөн, ир менән ҡатынға, бар көстәрен һалып, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен нығытырға кәрәк. w23.05 20—21 бб., 1—3 абз.

Йәкшәмбе, 9 ноябрь

Ҡурҡма (Дан. 10:19).

Ҡыйыу булыр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? Атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙе ҡыйыу булырға дәртләндерә ала, әммә улар был сифатты беҙгә мираҫ итеп бирә алмай. Беҙҙең үҙебеҙгә, берәй һөнәргә өйрәнгән кеүек, ҡыйыу булырға ла өйрәнергә кәрәк. Өйрәнеү ысулдарының береһе — уҡытыусының нимә эшләгәнен күҙәтеп уның артынан ҡабатлау. Ҡыйыу булырға өйрәнер өсөн башҡаларҙың был сифатты нисек сағылдырғанына иғтибар итеү һәм улар кеүек эш итеү мөһим. Беҙгә, Данил һымаҡ, Алла Һүҙен яҡшы белергә кәрәк. Шулай уҡ беҙ Йәһүәгә йыш доға ҡылып һәм уға күңелебеҙҙе бушатып, уның менән дуҫлығыбыҙҙы нығытырға тейеш. Өҫтәүенә, Йәһүәнең беҙҙе ҡалдырмаясағына ышанысыбыҙҙы үҫтерергә кәрәк. Шулай эш итһәк, киләсәктә иманыбыҙ һыналғанда, беҙ ҡыйыу булып ҡала алырбыҙ. Ҡыйыу кешеләрҙе йыш ҡына хөрмәт итәләр. Шулай уҡ, ҡыйыу булһаҡ, беҙ эскерһеҙ кешеләргә Йәһүә менән танышырға ярҙам итә алырбыҙ. Эйе, ҡыйыулыҡ үҫтерер өсөн, беҙҙең етерлек сәбәптәр бар. w23.08 2 б., 2 абз.; 4 б., 8, 9 абз.

Дүшәмбе, 10 ноябрь

Барыһын һынағыҙ (1 Тис. 5:21).

Был аятта «һынағыҙ» тип тәржемә ителгән грек һүҙе ҡиммәтле металдарҙы тикшереү тураһында һүҙ барғанда ҡулланылған. Тимәк, беҙгә ишеткән һәм уҡыған нәмәләрҙең дөрөҫмө-юҡмы икәнен тикшереп торорға кәрәк. Киләсәктә был беҙҙең өсөн тағы ла мөһимерәк булыр, сөнки бөйөк афәт яҡынлаша. Башҡаларҙың әйткәндәренә шунда уҡ ышаныр урынына, беҙгә аҡыл менән эш итергә кәрәк. Уҡығаныбыҙҙы һәм ишеткәнебеҙҙе Изге Яҙмала нимә яҙылғаны һәм Йәһүәнең ойошмаһы нимә әйткәне менән сағыштырырға кәрәк. Шул саҡта ендәр пропагандаһы беҙҙе алдай алмаҫ (Ғиб. һүҙ. 14:15; 1 Тим. 4:1). Халыҡ булараҡ, Алланың хеҙмәтселәре бөйөк афәтте кисереп сығыр. Ә һәр беребеҙ тураһында әйткәндә, иртәгәһе көн нимә килтерәсәген белмәйбеҙ (Яҡ. 4:14). Армагеддонға тиклем үлһәк тә, ләкин Аллаға тоғро ҡалһаҡ, унан бүләк итеп мәңгелек тормош аласағыбыҙҙы беләбеҙ. Әйҙәгеҙ, иғтибарыбыҙҙы иҫ киткес өмөткә туплайыҡ һәм Йәһүәнең көнөнә әҙер булайыҡ! w23.06 13 б., 15, 16 абз.

Шишәмбе, 11 ноябрь

Йәһүә, үҙенең хеҙмәтселәренә... серен асмайынса, һис нәмә эшләмәй (Амос 3:7).

Изге Яҙмалағы ҡайһы бер пәйғәмбәрлектәрҙең нисек үтәлерен беҙ белмәйбеҙ (Дан. 12:8, 9). Ләкин ниндәйҙер пәйғәмбәрлекте тулыһынса аңламайбыҙ икән, ул үтәлмәйәсәк, тигәнде аңлатмай. Беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ: Йәһүә үҙ ваҡытында беҙгә кәрәк нәмәне асыр, сөнки ул һәр ваҡытта ла шулай эш иткән. Бер көндө кешеләр «барыһы ла тыныс һәм имен» тип иғлан итәсәк (1 Тис. 5:3). Артабан донъялағы сәйәси лидерҙар ялған дингә һөжүм итер һәм уны юҡҡа сығарыр (Асыл. 17:16, 17). Шунан һуң улар Алланың хеҙмәтселәренә ташланыр (Йәз. 38:18, 19). Ә шунан Армагеддон һуғышы башланыр (Асыл. 16:14, 16). Был ваҡиғаларҙың тиҙҙән үтәләсәгенә бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Ә әлегә, әйҙәгеҙ, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәргә төшөнәйек һәм башҡаларға уларҙың мәғәнәһен аңларға ярҙам итәйек. Шулай эшләп, беҙ күктәге ҡайғыртыусан Атабыҙға рәхмәтебеҙҙе белдерербеҙ. w23.08 13 б.,19, 20 абз.

Шаршамбы, 12 ноябрь

Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт Алланан килә (1 Яхъя 4:7).

Илсе Павел иман, өмөт һәм мөхәббәт тураһында әйткәндә: «Улар араһында мөхәббәт — иң бөйөгө», — тигән (1 Кәр. 13:13). Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Киләсәктә Алланың яңы донъя тураһындағы вәғәҙәләренә иман сағылдырырға кәрәк булмаҫ. Беҙ бөгөн өмөтләнгән нәмәләр инде тормошҡа ашасаҡ. Ләкин Йәһүәгә һәм кешеләргә ҡарата мөхәббәтебеҙ бер ҡайҙа ла юғалмай. Ул мәңге үҫә барасаҡ. Шулай уҡ, бер-беребеҙҙе яратып, беҙ Алланың ысын хеҙмәтселәре икәнен иҫбатлайбыҙ. Ғайса илселәренә: «Бер-берегеҙҙе яратыуығыҙҙан барыһы ла һеҙҙең Минең шәкерттәрем булыуығыҙҙы белер», — тигән (Яхъя 13:35). Мөхәббәт шулай уҡ берҙәмлекте нығыта. Павел «мөхәббәт... барыһын да берләштер[ә]» тигән (Кол. 3:14). Илсе Яхъя үҙ ҡәрҙәштәренә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», — тип яҙған (1 Яхъя 4:21). Бер-беребеҙҙе яратып, беҙ Алланы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. w23.11 8 б., 1, 3 абз.

Кесаҙна, 13 ноябрь

Бөтөн ауырлыҡтарҙы... алып ташлайыҡ (Евр. 12:1).

Изге Яҙмала мәсихселәр тормошо ярыш менән сағыштырыла. Финиш һыҙығына уңышлы барып еткән йүгереүселәр бүләк итеп мәңгелек тормош аласаҡ (2 Тим. 4:7, 8). Беҙгә йүгереүебеҙҙе яйлатмаҫ өсөн, бар көсөбөҙҙө һалырға кәрәк, сөнки финиш бөгөн элеккегә ҡарағанда күпкә яҡыныраҡ. Илсе Павел беҙгә был ярышта еңергә нимә ярҙам иткәнен әйткән. Ул былай тип яҙған: «Юлыбыҙҙа торған бөтөн ауырлыҡтарҙы... алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек». Павел өҫтөбөҙҙә ятҡан артыҡ йөктө ташлауҙы күҙ уңында тотҡан. Ташламаһаҡ, был йөк йүгереүебеҙҙе яйлатыр, һәм беҙ ныҡ арырбыҙ. Бер нигә ҡарамаҫтан финишҡа тиклем барып етер өсөн, беҙгә нимә ҡамасаулағанын тиҙерәк билдәләргә һәм унан арынырға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙ йөрөтөргә тейеш булған йөктө — вазифаларыбыҙҙы — ташларға теләмәйбеҙ. Юғиһә, беҙ «еңеү тажына» лайыҡ булмаясаҡбыҙ (2 Тим. 2:5). w23.08 26 б., 1, 2 абз.

Йома, 14 ноябрь

Һеҙҙең гүзәллегегеҙ... тышҡы матурлыҡта түгел (1 Пет. 3:3).

Һығылмалылыҡ беҙгә башҡаларҙың ҡараштарын хөрмәт итергә ярҙам итер. Мәҫәлән, ҡайһы бер ҡыҙ ҡәрҙәштәр биҙәнергә ярата, ә икенселәре биҙәнмәй. Ҡайһы бер мәсихселәр самаһын белеп иҫерткес эсемлектәр эсә, ә икенселәре уларҙан бөтөнләй баш тарта. Бөтә мәсихселәр һау булырға теләй, әммә төрлө дауаланыу һайлай. Минең генә ҡарарым дөрөҫ, тип уйлап, уны башҡаларға таҡһаҡ, ҡәрҙәштәр өсөн абыныу ташы булыуыбыҙ һәм бүленештәр тыуҙырыуыбыҙ бар. (1 Кәр. 8:9; 10:23, 24). Нисек кейенергә кәрәклеге тураһында әйткәндә, Йәһүә ҡәтғи ҡағиҙәләр урынлаштырмаған. Бының урынына ул принциптар биргән. Алла хеҙмәтселәре булараҡ, беҙ «тыйнаҡ кейенеп, әҙәп һәм намыҫ һаҡлап», аҡыл менән эш итеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ (1 Тим. 2:9, 10). Беҙ үҙебеҙгә сиктән тыш күп иғтибар йәлеп итергә теләмәйбеҙ. Изге Яҙмалағы принциптар аҡһаҡалдарға ла кейемгә һәм прическаға ҡағылышлы үҙ ҡағиҙәләрен урынлаштырмаҫҡа ярҙам итә. w23.07 23—24 бб., 13, 14 абз.

Шәмбе, 15 ноябрь

Мине иғтибар менән тыңлағыҙ һәм яҡшы ризыҡ ашағыҙ, шунда йәнегеҙ ысындан да туҡлыҡлы ризыҡҡа кинәнер (Ишағ. 55:2).

Йәһүә беҙгә бәхетле һәм тулы тормошҡа нисек өлгәшеп булғанын күрһәтә. «Ғауғасыл» һәм «аҡылһыҙ ҡатындың» саҡырыуын ҡабул иткән кешеләрҙең ғүмерҙәре «татлы», йәшерен ләззәттәр тирәләй әйләнә. Әммә алда уларҙы «ҡәбер» көтә (Ғиб. һүҙ. 9:13, 17, 18). «Ысын зирәклектең» саҡырыуын ҡабул иткән кешеләр уларҙан ни тиклем айырылып тора! (Ғиб. һүҙ. 9:1). Беҙ Йәһүә яратҡанды яратырға һәм ул күрә алмағанды нәфрәт итергә өйрәнәбеҙ (Зәб. 97:10). Беҙгә башҡа кешеләрҙе «ысын зирәклектең» өйөнә ҡунаҡҡа саҡырырға оҡшай. Беҙ уның «ҡала ҡалҡыулыҡтарынан» «кем тәжрибәһеҙ, бында килһен» тип ҡысҡырған хеҙмәтселәренә оҡшашбыҙ. Ысын зирәклектең фатихалары әлеге тормош менән генә сикләнмәй. «Зирәк ҡатындың» саҡырыуын ҡабул иткән кешеләрҙең ғүмерҙәре бер ҡасан да өҙөлмәйәсәк! (Ғиб. һүҙ. 9:3, 4, 6). w23.06 24—25 бб., 17, 18 абз.

Йәкшәмбе, 16 ноябрь

Ярһырға ашыҡмаған кеше көслө кешенән, ә үҙ-үҙен тота белеүсе ҡаланы яулап алыусынан яҡшыраҡ (Ғиб. һүҙ. 16:32).

Хеҙмәттәшегеҙ йә синыфташығыҙ иманығыҙ тураһында һораһа, һеҙ үҙегеҙҙе нисек хис итәһегеҙ? Тулҡынлана башлайһығыҙмы? Был бөтәбеҙгә лә таныш. Әммә ундай һорауҙарҙан ҡурҡырға кәрәкмәй. Улар кешенең нимәгә ышанғанын аңларға ярҙам итә бит. Шул саҡта уға һөйөнөслө хәбәрҙе еткереү еңелерәк булыр. Ләкин ҡайһы саҡта кешеләр беҙҙең менән ризалашмағанға йәиһә бәхәсләшергә теләгәнлектән һорауҙар бирә. Улар быны Йәһүә шаһиттары тураһында дөрөҫ булмаған мәғлүмәтте ишеткәнгә күрә эшләй (Илс. 28:22). Бынан тыш, Изге Яҙмала, «ахырызаман килгәндә» кешеләр «кеше менән һыйыша алмаған» һәм «аяуһыҙ» булыр, тип әйтелгән (2 Тим. 3:1, 3). Моғайын, һеҙ: «Берәйһе бәхәсләшергә теләп, иманыма ҡағылышлы һорауҙар бирһә, нисек тыныс булып ҡалырға һәм әҙәпле итеп яуап бирергә?» — тип уйлайһығыҙҙыр. Һеҙгә йыуашлыҡ, йәғни йомшаҡлыҡ, тигән сифат ярҙам итер. Йыуаш кеше, уны бәхәскә тартҡанда йә уға көтөлмәгән һорау биргәндә, үҙен ҡулда тота белә w23.09 14 б., 1, 2 абз.

Дүшәмбе, 17 ноябрь

Һин уларҙы бөтә ер буйлап кенәздәр итеп билдәләрһең (Зәб. 45:16).

Йәһүә ойошмаһы беҙҙе байлыҡ артынан ҡыуыуҙан һәм Алла ҡанундарын боҙоуҙан ваҡыт-ваҡыт киҫәтә (Ишағ. 48:17, 18; 1 Тим. 6:9, 10). Йәһүә бөйөк афәт ваҡытында ла, Мәсихтең Меңйыллыҡ идараһы ваҡытында ла кешеләр аша күрһәтмәләр биреп торасаҡ. Беҙ был күрһәтмәләргә буйһонорбоҙмо? Әгәр Йәһүәгә инде бөгөн тыңлаусан булһаҡ, быны эшләү еңелерәк булыр. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, уның бөтә күрһәтмәләренә, шул иҫәптән үҙе билдәләгән ирҙәр аша биргән күрһәтмәләренә һәр ваҡытта ла буйһонайыҡ (Ишағ. 32:1, 2; Евр. 13:17). Йәһүә — юл Күрһәтеүсебеҙ, беҙҙе рухи ҡурҡыныстарҙан яҡлай һәм яңы донъялағы мәңгелек тормошҡа алып бара. Беҙ уға тулыһынса ышана алабыҙ. w24.02 25 б., 17, 18 абз.

Шишәмбе, 18 ноябрь

Уның мәрхәмәте менән ҡотолдоғоҙ һеҙ (Эфес. 2:5).

Илсе Павел Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә күп бәхет тапҡан. Әммә уның күп кенә ауырлыҡтары ла булған. Сәйәхәт иткәндә, уға йыш ҡына ҙур аралар үтергә тура килгән. Юлда булғанда ул «йылғаларҙа ҡурҡыныстарға дусар» булған һәм «юлбаҫарҙарҙан да хәүеф-хәтәргә» юлыҡҡан. Шулай уҡ хәҡиҡәткә ҡаршы булған кешеләр уны күп тапҡыр туҡмаған (2 Кәр. 11:23—27). Ҡайһы саҡта имандаштары ла Павелдың уларға ярҙам итер өсөн һалған эскерһеҙ тырышлыҡтарын ҡәҙерләп бармаған (2 Кәр. 10:10; Флп. 4:15). Павелға бирешмәҫкә нимә ярҙам иткән? Ул Яҙмаларҙан һәм үҙ тәжрибәһенән Йәһүәнең ниндәй икәнен белгән. Павел Алланың уны яратҡанына инанған (Рим. 8:38, 39; Эфес. 2:4, 5). Ул үҙе лә Йәһүәне ныҡ яратып киткән. Павелдың Аллаға ҡарата яратыуы «Уның изгеләренә ярҙам» ҡылыуынан күренгән (Евр. 6:10). w23.07 9 б., 5, 6 абз.

Шаршамбы, 19 ноябрь

Хакимлыҡ иткән етәкселәргә буйһон[оғоҙ] (Рим. 13:1).

Изге Яҙмала «хакимлыҡ иткән етәкселәр» тураһында һүҙ барғанда донъяуи хөкүмәттәр күҙ уңында тотола. Күптәр уларҙың булыуы яҡшы икәнен һәм ҡайһы бер закондарға буйһонорға кәрәклеген таный. Әммә шул уҡ кешеләр ғәҙелһеҙ булып күренгән йә артыҡ күпте талап иткән закондарға буйһонорға ашыҡмай. Изге Яҙмала кеше хөкүмәттәре тураһында улар Шайтандың идараһы аҫтында, күп ғазаптар килтерә һәм оҙаҡламай юҡ ителәсәк тип әйтелә (Зәб. 110:5, 6; Вәғ. 8:9; Лука 4:5, 6). Унда шулай уҡ «хакимлыҡҡа ҡаршы килеүсе Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы килә» тип яҙылған. Йәһүә был хакимлыҡтың ваҡытлыса булыуын рөхсәт итә һәм беҙҙән уларға буйһоноуыбыҙҙы көтә. Шуға күрә беҙгә «һәр кемгә тейешлеһен» бирергә, шул иҫәптән һалымдар түләргә, хөкүмәтте хөрмәт итергә һәм уға буйһонорға кәрәк (Рим. 13:1—7). Ҡайһы саҡта был закондар беҙгә уңайһыҙ, ғәҙелһеҙ булып күренә йә уларҙы үтәү беҙгә бик ҡиммәткә төшә. Ләкин беҙ Йәһүәне тыңлайбыҙ, ә ул, хөкүмәттәрҙең закондары уның ҡанундарына ҡаршы килмәһә, уларға буйһонорға кәрәк, тип әйткән (Илс. 5:29). w23.10 8 б., 9, 10 абз.

Кесаҙна, 20 ноябрь

Уға Йәһүәнең рухы иңде (Хөк. 15:14).

Самсон тыуған осорҙа Алла халҡы пелештиҙәр иҙеүе аҫтында ыҙаланып йәшәгән (Хөк. 13:1). Уларҙың аяуһыҙ идара итеүе израилдәргә күп ғазаптар килтергән. Йәһүә Самсонды айырым бер ниәт менән — «Израилде пелештиҙәр ҡулынан» ҡотҡарыр өсөн һайлаған (Хөк. 13:5). Был йөкләмәне үтәр өсөн Самсон Йәһүәгә таянырға тейеш булған. Бер ваҡыт пелештиҙәр, Самсонды ҡулға алыр өсөн, Ләһигә килгән (моғайын, был урын Йәһүҙиәлә булғандыр). Йәһүдтәр пелештиҙәрҙән ҡурҡып, Самсонды, үҙҙәренең ватандашын, дошмандар ҡулына бирергә ҡарар иткән. Улар уны, «ике яңы бау менән» бәйләп, пелештиҙәргә алып барған (Хөк. 15:9—13). Әммә «Самсонға Йәһүәнең рухы» ингән, һәм ул бауҙан ысҡынған. Шунан ул «үлгән ишәктең яңаҡ һөйәген» табып, уның менән 1 000 пелештиҙе үлтергән! (Хөк. 15:14—16). w23.09 2—3 бб., 3, 4 абз.

Йома, 21 ноябрь

Алла тарафынан баштан уҡ билдәләнгән был мәңгелек ниәт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша тормошҡа ашырылды (Эфес. 3:11).

Йәһүә беҙгә ергә һәм кешеләргә ҡарата «мәңгелек ниәтен» асҡан. Беҙ уға бының өсөн бик рәхмәтле. Алла уны Изге Яҙма аша яйлап асҡан. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар булһа ла, Йәһүә һәр ваҡыт уңышҡа өлгәшә, сөнки ул бөтә нәмәне «үҙ ниәтен тормошҡа ашырыр өсөн» эшләй (Ғиб. һүҙ. 16:4). Йәһүә ниәтләгәнде бер кем дә, бер ҡасан да емерә алмаясаҡ. Йәһүәнең ниәте ниндәй һәм уға уны үтәр өсөн ниндәй үҙгәрештәр яһарға тура килгән? Алла беренсе кешеләргә улар өсөн нимә ниәтләгәнен асҡан. Ул уларға былай тигән: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ... Ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ» (Баш. 1:28). Әҙәм менән Һауаның фетнәһе арҡаһында кешеләр гонаһҡа батҡан. Ләкин был фетнә Йәһүәгә үҙ ниәтен үтәргә ҡамасаулай алмаған. Ул үҙенең беренсе маҡсатына өлгәшер өсөн башҡа ысул ҡулланған. Алла кешеләргә һәм ергә ҡарата үҙ ниәтен үтәр өсөн, күктә Батшалыҡ урынлаштырырға ҡарар иткән (Матф. 25:34). w23.10 19—20 бб., 6, 7 абз.

Шәмбе, 22 ноябрь

Әгәр Йәһүә ярҙамсым булмаған булһа, мин тиҙ арала һәләк булыр инем (Зәб. 94:17).

Йәһүә беҙгә лә уға тоғро хеҙмәт итергә ярҙам итер. Әммә был еңел түгел, айырыуса күп йылдар дауамында беҙ көрәшкән етешһеҙлектәребеҙ өҫтөн сығып торһа. Ҡайһы ваҡыт улар Петрҙың етешһеҙлектәренә ҡарағанда күпкә етдиерәк күренә. Ләкин Йәһүә, беҙ бойоҡмаһын өсөн, көс бирәсәк (Зәб. 94:18, 19). Мәҫәлән, бер ир ҡәрҙәш Йәһүә шаһиты булып киткәнсе, күп йылдар гомосексуалист булған. Ул тулыһынса үҙгәргән һәм элекке йәшәү рәүешен ҡалдырған. Шулай ҙа уға ваҡыт-ваҡыт насар теләктәр менән көрәшергә тура килгән. Уға бирешмәҫкә нимә ярҙам иткән? Ул былай тип һөйләй: «Йәһүәнең рухы булмаһа, мин йәшәү рәүешемде үҙгәртә алмаҫ инем. Мин уның ярҙамы менән хәҡиҡәт юлынан бара алғанымды аңланым... ...Йәһүә миңә уның хеҙмәтсеһе булып китергә рөхсәт итте һәм етешһеҙлектәремә ҡарамаҫтан һәр ваҡыт мине нығытып тора». w23.09 23 б., 12 абз.

Йәкшәмбе, 23 ноябрь

Баҫалҡы булыу һәм Йәһүәгә ҡурҡыу-хөрмәт күрһәтеү байлыҡ менән дан килтерә һәм йәшәү бирә (Ғиб. һүҙ. 22:4).

Рухи етлеккәнлек үҙенән-үҙе килмәй. Йәш егеттәр, һеҙгә өлгө алырлыҡ кешеләрҙең миҫалдарын һайларға, Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә, ышаныслы булырға, файҙалы оҫталыҡтар үҫтерергә һәм киләсәктәге вазифаларға әҙерләнергә кәрәк. Бик күп эш башҡарырға кәрәклеге тураһында уйлағанда, һине ҡурҡыу биләп алалыр. Ләкин һин барыһын да булдырырһың! Йәһүә һиңә ярҙам итергә вәғәҙә итә (Ишағ. 41:10, 13). Йыйылыштағы ҡәрҙәштәрең яныңда булыр, һин уларға һәр ваҡыт таяна алаһың. Йәһүә һинең етлеккән мәсихсе булып китеүеңде теләй. Етлеккәнлеккә ирешкәс, тормошоң күпкә шатлыҡлыраҡ һәм ҡыҙығыраҡ булып китер. Йәш ир ҡәрҙәштәребеҙ, беҙ һеҙҙе бик-бик яратабыҙ. Рухи етлеккәнлеккә ынтылған арала Йәһүә һеҙҙе мул итеп фатихалар! w23.12 29 б., 19, 20 абз.

Дүшәмбе, 24 ноябрь

Үпкә тотм[ағыҙ] (Ғиб. һүҙ. 19:11).

Күҙ алдына килтерегеҙ: һеҙ дуҫтарығыҙ менән бергә йыйылғанһығыҙ, күңелле ваҡыт үткәрәһегеҙ, ә һуңынан фотоға төшөргә булдығыҙ, ти. Беренсе фотоһүрәт матур сыҡмай ҡуйыр тип, һеҙ тағы ике мәртәбә фотоға төшәһегеҙ. Шулай итеп хәҙер һеҙҙә өс фотоһүрәт бар. Ләкин һеҙ шуға иғтибар итәһегеҙ: уларҙың береһендә бер ир ҡәрҙәш насар килеп сыҡҡан. Һеҙ уны юҡ итерһегеҙ, сөнки башҡа ике фотоһүрәттә бөтәһе лә, был ир ҡәрҙәш тә матур сыҡҡан. Ғәҙәттә, беҙгә ҡәрҙәштәребеҙ менән ваҡыт үткәреү бик оҡшай. Ләкин уларҙың береһе беҙҙе рәнйеткән берәй нәмә әйтһә йә эшләһә, беҙ нисек эш итербеҙ? Ни өсөн теге фотоһүрәтте юҡ иткән кеүек, уйыбыҙҙан ошо хәтирәне алып ташламаҫҡа?(Ғиб. һүҙ. 19:11). Беҙҙең бит был кеше менән бәйле күп яҡшы хәтирәләр бар. Тап уларҙы беҙ һаҡларға теләйбеҙ ҙә! w23.11 12 б., 16, 17 абз.

Шишәмбе, 25 ноябрь

[Ҡатындар]... тыйнаҡ кейенеп... Аллаға тоғро... ҡатын-ҡыҙҙарға хас булғанса, үҙҙәрен... [биҙәһендәр] (1 Тим. 2:9, 10).

Был аяттарҙа ҡулланылған грек телендәге һүҙҙәр мәсихселәрҙең әҙәпле итеп кейенеүен һәм башҡаларҙың хистәрен иҫәпкә алыуҙы аңлата. Беҙ матур һәм тыйнаҡ кейенгән ҡыҙ ҡәрҙәштәребеҙ менән һоҡланабыҙ. Етлеккән мәсихселәргә хас тағы бер сифат — аҡыллылыҡ. Был яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра белеүҙе үҙ эсенә ала. Әбиғиәнең миҫалына иғтибар итәйек. Уның ире, насар ҡарар ҡабул итеп, бөтә ғаиләһенең именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Әбиғиә иһә, аҡыллылыҡ һәм тәүәккәллек менән эш итеп, күптәрҙең ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған (1 Сам. 25:14—23, 32—35). Был сифат шулай уҡ ҡасан һөйләргә, ә ҡасан өндәшмәҫкә кәрәк икәнен аңларға ярҙам итә. Башҡалар менән ҡыҙыҡһынғанда был сифат беҙҙе кеше эшенә ҡыҫылыуҙан һаҡлар (1 Тис. 4:11). w23.12 20 б., 8, 9 абз.

Шаршамбы, 26 ноябрь

Алла данын уртаҡлашырбыҙ, тигән өмөт менән ғорурланабыҙ һәм шатланабыҙ (Рим. 5:2).

Илсе Павел был һүҙҙәрҙе Римдағы имандаштарына яҙған. Ҡасандыр улар Йәһүә һәм Ғайса тураһында белгән, уларға иман үҫтергән һәм Алла хеҙмәтсеһе булып киткән. Алла уларҙы имандары өсөн тәҡүә тип иғлан иткән һәм изге рух менән майлаған (Рим. 5:1). Шулай итеп улар Алла вәғәҙә иткән бүләкте аласаҡтарына инанған. Һуңыраҡ Павел Ефестағы майланған мәсихселәргә өмөт тураһында яҙған. Был өмөт — «Алланың изге халҡы» өсөн әҙерләнгән мираҫ (Эфес. 1:18). Ә Колосстағы мәсихселәргә ул был мираҫты ҡайҙа аласаҡтары тураһында яҙған. Ул был өмөттө «күктә һеҙҙең өсөн һаҡланған бүләк» тип атаған (Кол. 1:4, 5). Майланған мәсихселәр күктә мәңге йәшәр өсөн тереләсәк һәм Ғайса менән бергә идара итәсәк (1 Тис. 4:13—17; Асыл. 20:6). w23.12 9 б., 4, 5 абз.

Кесаҙна, 27 ноябрь

Һәр аҡылдан юғарыраҡ булған Алла именлеге йөрәктәрегеҙҙе һәм уй-фекерҙәрегеҙҙе... һаҡлар (Флп. 4:7).

Грек телендә «һаҡлау» тигән һүҙ хәрби терминологиянан алынған. Был һүҙ боронғо ваҡытта нығытылған ҡалаларҙы һаҡлаған һалдаттар отрядына ҡарата ҡулланылған. Ул ҡалала йәшәүселәр, һалдаттарҙың ҡаланы һаҡлауын белеп, тыныс йоҡлай алған. Шуның шикелле, беҙ Алла именлегенә эйә булғанда, йөрәгебеҙҙә һәм аҡылыбыҙҙа тыныслыҡ хөкөм һөрә (Зәб. 4:8). Хәлебеҙ шунда уҡ үҙгәрмәһә лә, беҙ йән тыныслығы тоябыҙ. Самуил пәйғәмбәрҙең әсәһе Анна ла үҙен шулай хис иткән (1 Сам. 1:16—18). Ә тыныс ҡалғанда беҙ аныҡ фекер йөрөтәбеҙ һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итә алабыҙ. Беҙ тағы нимә эшләй алабыҙ? Нимәлер борсоғанда, образлы әйткәндә, һаҡсыларҙы саҡыртығыҙ. Быны нисек эшләп була? Тынысланғансы доға ҡылығыҙ (Лука 11:9; 1 Тис. 5:17). Әгәр һеҙ шундай көсөргәнешле хәлдә булһағыҙ, өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ. Шул саҡта йөрәгегеҙҙе һәм уй-фекерегеҙҙе яҡлаған «Алла именлеген» тойорһоғоҙ (Рим. 12:12). w24.01 21 б., 5, 6 абз.

Йома, 28 ноябрь

Күктәге Атайыбыҙ, исемең изге тип танылһын (Матф. 6:9).

Атаһының исемен изгеләндерер өсөн Ғайсаға ҡот осҡос ғазапланыуҙарға, мыҫҡыллауҙарға һәм яла яғыуҙарға түҙергә тура килгән. Ул Атаһына тыңлаусан булғанын белгән, шуға күрә үҙен ғәйепле тип һанамаған (Евр. 12:2). Шулай уҡ шул ауыр саҡта уға Шайтан һөжүм иткәнен дә аңлаған (Лука 22:2—4; 23:33, 34). Әлбиттә, Шайтан, Ғайса Алланан ваз кисер, тип өмөтләнгән. Ул ни тиклем ныҡ яңылышҡан! Ғайса Шайтандың ялғансы булыуын һәм Йәһүәнең ауыр ваҡыттарҙа ла уға тоғро ҡалған хеҙмәтселәре булыуын иҫбатлаған. Ә һеҙ идара иткән Батшағыҙҙы һөйөндөрөргә теләйһегеҙме? Башҡаларҙы Йәһүә менән таныштырып, уның исемен маҡтауығыҙҙы дауам итегеҙ. Был Ғайсаның эҙҙәренән барыуығыҙҙы күрһәтер (1 Пет. 2:21). Уның кеүек һеҙ ҙә Йәһүәне һөйөндөрәһегеҙ һәм Шайтандың оятһыҙ ялғансы булыуын иҫбатлайһығыҙ. w24.02 11—12 б., 11—13 абз.

Шәмбе, 29 ноябрь

Миңә ҡылған бар яҡшылығы өсөн Йәһүәгә нимә ҡайтарайым? (Зәб. 116:12).

Һунғы биш йыл эсендә миллиондан артыҡ кеше Йәһүә шаһиты булып китте. Үҙен Йәһүәгә бағышлаған кеше Ғайса Мәсихтең шәкерте булырға һәм Алла ихтыярын тормошонда беренсе урынға ҡуйырға ҡарар итә. Аллаға бағышланыу үҙ эсенә нимәне ала? Ғайса: «Кем минең артымдан барырға теләй, шул үҙенән ваз кисһен», — тигән (Матф. 16:24). «Үҙенән ваз кисһен» тигән грек телендәге һүҙбәйләнеште «ул үҙ-үҙенә „юҡ“ тип әйтергә тейеш» тип тәржемә итеп була. Йәһүәгә бағышланған хеҙмәтсегә Алла ихтыярына ҡаршы килгән бөтә нәмәгә «юҡ» тип әйтергә кәрәк (2 Кәр. 5:14, 15). Тимәк, уға «гонаһлы тәбиғәттең ҡылған» бөтә эштәрен, мәҫәлән, енси әхлаҡһыҙлыҡты кире ҡағырға кәрәк (Ғал. 5:19—21; 1 Кәр. 6:18). Шундай сикләүҙәр тормошоғоҙҙо ҡатмарлаштырамы? Юҡ, сөнки һеҙ Йәһүәне яратаһығыҙ һәм уның ҡанундары һеҙгә файҙа килтергәнен аңлайһығыҙ (Зәб. 119:97; Ишағ. 48:17, 18). w24.03 2 б., 1 абз.; 3 б., 4 абз.

Йәкшәмбе, 30 ноябрь

Һин Минең ҡыуанысым! (Лука 3:22).

Йәһүә үҙе хуплаған хеҙмәтселәренә изге рух бирә (Матф. 12:18). Был рух беҙгә күркәм сифаттар үҫтерергә ярҙам итә. Үҙебеҙҙән: «Был сифаттарҙың ҡайһыһын мин инде сағылдырам?» —тип һорай алабыҙ. Мәҫәлән, үҙегеҙҙе хәҡиҡәткә килгән сағығыҙ менән сағыштырып, түҙемлерәк булып киттемме, тип уйланығыҙ. Изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙы яҡшыраҡ сағылдырған һайын, беҙ Йәһүәнең хуплауына тағы ла нығыраҡ ышана алабыҙ. Йәһүә үҙе хуплаған хеҙмәтселәренең гонаһтарын йолом нигеҙендә кисерә, ләкин һеҙ, һыуға сумдырылған хеҙмәтсе булһағыҙ ҙа, бәлки, быға ышанып бөтмәйһегеҙҙер (1 Тим. 2:5, 6). Ҡайһы саҡта хистәр беҙҙе алдай, ә Йәһүәгә һәр ваҡытта ла ышанып була, әйҙәгеҙ, быны онотмайыҡ. Йоломға иман иткәндәрҙе Йәһүә тәҡүә тип һанай һәм уларҙы фатихаларға вәғәҙә итә (Зәб. 5:12; Рим. 3:26). w24.03 30 б., 15 абз.; 31 б., 17 абз.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу