Декабрь
Дүшәмбе, 1 декабрь
Үлгәндәр терелә (Лука 20:37, ЯДТ).
Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтергә көсө бармы? Әлбиттә, бар! Ул бит «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе» (Асыл. 1:8). Уның һәр дошманды, хатта үлемде лә еңергә көсө етерлек (1 Кәр. 15:26). Алланың үлгәндәрҙе терелтәсәгенә ышандырған тағы бер сәбәп — уның сикһеҙ хәтере. Ул һәр йондоҙҙо исеме менән атай (Ишағ. 40:26). Ул шулай уҡ үлгәндәрҙең барыһын да хәтерендә тота (Әйүп 14:13; Лука 20:38). Йәһүә терелтәсәк кешенең тышҡы ҡиәфәтен, холоҡ үҙенсәлектәрен, тормош тәжрибәһен һәм хәтирәләрен еңел генә иҫенә төшөрә ала. Эйе, Йәһүәнең үлгәндәрҙе терелтәсәгенә беҙ ышана алабыҙ, сөнки быны эшләргә уның теләге лә, көсө лә бар. Бына тағы бер сәбәп: Йәһүә үткәндә кешеләрҙе инде терелткән. Боронғо ваҡытта ул Ғайсаға, шулай уҡ үҙенең бер нисә тоғро хеҙмәтсеһенә үлгәндәрҙе терелтер өсөн көс биргән. w23.04 9 б., 7—9 абз.
Шишәмбе, 2 декабрь
Һүҙегеҙ һәр ваҡыт яғымлы, мауыҡтырғыс булһын (Кол. 4:6).
Әгәр һүҙҙәребеҙҙе ипле һәм игелек менән белдерһәк, кешеләр беҙҙе теләп тыңлар һәм һөйләшеүебеҙҙе бүлдермәҫ. Әлбиттә, кемдер бәхәсләшергә йә иманыбыҙҙы мыҫҡылларға теләй икән, беҙ улар менән һөйләшеп торорға тейеш түгел (Ғиб. һүҙ. 26:4). Әммә ундай кешеләр бик әҙ. Тыңларға теләгән кешеләр күпкә күберәк. Күреүебеҙсә, беҙгә йыуашлыҡ үҫтереү бик мөһим. Бәхәс тыуҙырған һорауҙар йәки ғәҙелһеҙ тәнҡитләүҙәр менән осрашҡанда тыныс ҡалыр өсөн, Йәһүәнән ярҙам һорағыҙ. Онотмағыҙ, йыуаш булһағыҙ, төрлө фекерҙә булыу бәхәстәр тыуҙырмаҫ. Һәм һеҙҙең йомшаҡ, ихтирамлы яуабығыҙ ҡайһы бер тыңлаусыларҙы Йәһүә шаһиттарына һәм Изге Яҙмаға ҡарата ҡараштарын үҙгәртергә дәртләндерер. Ышаныуҙарығыҙ «хаҡында һеҙҙән хисап талап итеүсе һәр кемгә яуап бирергә һәр ваҡыт әҙер булығыҙ, әммә быны баҫалҡылыҡ һәм ихтирам... менән эшләгеҙ» (1 Петр 3:15, 16). Әйҙәгеҙ, йыуашлыҡты үҫтерәйек, сөнки ул беҙҙе ысынлап та көслө итә! w23.09 19 б., 18, 19 абз.
Шаршамбы, 3 декабрь
Сабыр булығыҙ (Кол. 3:12).
Әйҙәгеҙ, сабыр кешенең дүрт үҙенсәлеген ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, сабыр кеше ярһымай. Хәл киҫкенләшһә лә һәм уның асыуын сығарһалар ҙа, ул үҙен ҡулда тота һәм үс алмай (Сығ. 34:6). Икенсенән, сабыр кеше көтә белә. Берәй нәмә уның уйлағандан күберәк ваҡытын алһа, ул тыныс ҡала һәм асыуланмай (Матф. 18:26, 27). Өсөнсөнән, сабыр кеше эште ашығып эшләмәй. Тормошта тиҙ эш итергә кәрәк булған осраҡтар булһа ла, ундай кеше мөһим эште уйламайынса һәм ашыҡ-бошоҡ эшләмәй. Киреһенсә, ул барыһын да яҡшы планлаштырыр өсөн етерлек ваҡыт бүлә. Ә шунан һуң, был эште үтәр өсөн, күпме кәрәк булһа, шул тиклем ваҡыт бағышлай. Дүртенсенән, сабыр кеше ауырлыҡтарға зарланмай. Ул тормошонда булған яҡшы нәмәләрҙе күрә белә һәм ауырлыҡтар менән осрашҡанда шатлығын юғалтмай (Кол. 1:11). Беҙ, мәсихселәр, сабыр кешегә хас булған ошо үҙенсәлектәрҙең беҙҙә лә булыуын теләйбеҙ. w23.08 20—21 бб., 3—6 абз.
Кесаҙна, 4 декабрь
Йөрәктәрҙе Йәһүә тикшерә (Ғиб. һүҙ. 17:3).
Беҙгә символик йөрәгебеҙҙе һаҡларға кәрәк, сөнки Йәһүә күңелебеҙҙең иң тәрән төпкөлдәрен тикшерә. Тимәк, ул башҡалар күрмәгәнде күрә. Беҙ уның ус төбөндә кеүек Уйыбыҙҙы мәңгелек тормошҡа алып барған зирәклек менән тултырһаҡ, ул һөйөнә (Яхъя 4:14). Шуға күрә лә беҙ Шайтандан һәм был донъянан килгән ағыуға — түбән әхлаҡи нормаларға һәм ялған өйрәтеүҙәргә — йөрәгебеҙгә инергә юл ҡуймайбыҙ (1 Яхъя 5:18, 19). Йәһүәгә яҡыныраҡ булған һайын, беҙҙең уға ҡарата яратыуыбыҙ һәм хөрмәт хисебеҙ үҫә бара. Беҙ күктәге Атайыбыҙҙың хистәрен рәнйетергә теләмәйбеҙ. Шуға күрә гонаһ ҡылыу тураһында уйлау ҙа беҙҙең өсөн әшәке. Хорватияла йәшәгән Марта исемле ҡыҙ ҡәрҙәш әхлаҡһыҙлыҡ ҡылыу ҡотҡоһо менән осрашҡан. Ул былай тип яҙған: «Шул ваҡытта мин аҡылымды юғалтҡандай булдым. Гонаһ шул тиклем ылыҡтырғыс ине, хатта уға ҡаршы торорға көсөм ҡалмағандай булды. Әммә мине Йәһүәнән ҡурҡыу һаҡлап ҡалды». Алланан ҡурҡыу уға нисек ярҙам иткән? Марта был теләктең әсе емештәре тураһында уйланған. Уның миҫалы беҙҙең өсөн яҡшы өлгө. w23.06 20—21 бб., 3, 4 абз.
Йома, 5 декабрь
Мин халыҡтарҙың күҙ алдында һеҙҙең арағыҙҙа изге ителгәс, улар минең Йәһүә икәнемде белер (Йәз. 36:23).
Йәһүә үҙ исемен изгеләндерергә һәм уны бөтә ғәйепләүҙәрҙән таҙартырға теләй. Ғайса быны яҡшы белгән. Бына ни өсөн Бөйөк Уҡытыусыбыҙ беҙҙе: «Күктәге Атайыбыҙ, исемең изге тип танылһын», — тип доға ҡылырға өйрәткән (Матф. 6:9). Ғайса Йәһүәнең исемен изгеләндереү — бөтәһенең дә алдында торған иң мөһим бәхәсле һорау икәнен яҡшы аңлаған. Был бәхәсле һорауҙы хәл итер өсөн Ғайсанан башҡа бер кем дә — фәрештәләр ҙә, кешеләр ҙә — күберәкте эшләмәгән. Ләкин Ғайсаны ҡулға алғас, уны нимә өсөн хөкөм иткәндәр? Уның дошмандары Ғайсаны көфөр һүҙ һөйләүҙә ғәйепләгәндәр. Моғайын, тап шуның өсөн дә ҡулға алыныр алдынан Ғайса күңел ғазаптары кисергән (Лука 22:41—44). w24.02 11 б., 11 абз.
Шәмбе, 6 декабрь
Йорт зирәклек менән ҡорола (Ғиб. һүҙ. 24:3).
Мәсихселәр Йәһүәне һәм Ғайсаны туғандарына ҡарағанда нығыраҡ яратырға тейеш (Матф. 10:37). Әлбиттә, был яҡындарыбыҙҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярай тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, Алла һәм Мәсих беҙҙе хуплаһын өсөн, ғаиләбеҙ алдында булған вазифаларыбыҙҙы үтәргә кәрәк (1 Тим. 5:4, 8). Был беҙҙе бәхетле итер. Йәһүә бит үҙе ғаиләләргә был бәхет серен асҡан: ирле-ҡатынлылар бер-береһен яратырға һәм хөрмәт итергә, ата-әсәләр балаларын яратырға һәм өйрәтергә, ә балалар ата-әсәләрен тыңларға тейеш (Эфес. 5:33; 6:1, 4). Ирҙәр, ҡатындар, балалар, Изге Яҙмалағы аҡыллы кәңәштәргә ышаныс үҫтерегеҙ. Хистәргә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һәм ғаилә тормошо буйынса белгестәрҙең белемдәренә таянмағыҙ. Ойошмабыҙ тәҡдим иткән материалдарҙы тулыһынса ҡулланығыҙ. Унда Изге Яҙмалағы принциптарҙы нисек ҡулланып булғаны тураһында яҡшы кәңәштәр бирелә. w23.08 28 б., 6, 7 абз.
Йәкшәмбе, 7 декабрь
Яҙылғандарҙың барыһын ентекләп үтәр өсөн... уны көнө-төнө уҡып уйлан. Шул саҡ юлың уңышлы булыр, һәм һин аҡыл менән эш итерһең (Еш. 1:8).
Ҡыҙ баланың бәләкәй саҡта өйрәнгәндәре ҙурайғас та файҙа килтерәсәк. Мәҫәлән, яҡшы уҡырға һәм яҙырға өйрәнергә кәрәк. Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә ҡатындарға уҡый һәм яҙа белеү кәрәк түгел тип һанала. Ләкин был оҫталыҡтар бөтә мәсихселәр өсөн мөһим (1 Тим. 4:13). Шуға күрә ауыр булһа ла, уҡырға һәм яҙырға өйрән. Был тормошоңда ниндәй файҙа килтерер? Һиңә эш табыуы еңелерәк булыр. Шулай уҡ һин Алла Һүҙен ентекләберәк өйрәнерһең һәм башҡаларҙы өйрәтә алырһың. Ә иң мөһиме, Изге Яҙманы уҡып һәм уның өҫтөндә уйланып, һин Йәһүә менән дуҫлығыңды нығытырһың (1 Тим. 4:15). w23.12 20 б., 10, 11 абз.
Дүшәмбе, 8 декабрь
Раббы Үҙен хөрмәт иткәндәрҙе һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға... икәнен белә (2 Петр 2:9).
Йәһүәнән ҡотҡоға ҡаршы торор өсөн ярҙам һорағыҙ. Камил булмағанға, дөрөҫлөк ҡылыр өсөн күңелебеҙҙә һәр ваҡыт көрәш бара. Беҙҙең еңелеүебеҙҙе теләп, Шайтан көсөнән килгәндең барыһын эшләй. Шайтандың беҙҙе аҙҙыра алған ҡоралдарының береһе — әхлаҡһыҙ күңел асыуҙар. Улар башыбыҙҙы таҙа булмаған уйҙар менән тултыра. Был уйҙар эске булмышыбыҙҙы бысрата һәм беҙҙе етди гонаһҡа килтерергә мөмкин (Марк 7:21—23; Яҡ. 1:14, 15). Ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн беҙгә Йәһүәнең ярҙамы кәрәк. Ғайсаның өлгөлө доғаһында «беҙгә ҡотҡоға бирелмәҫкә ярҙам ит һәм Иблистән ҡотҡар» тигән һүҙҙәр бар (Матф. 6:13). Йәһүә ярҙамға килергә әҙер, тик беҙгә доғала был хаҡта әйтергә кәрәк. Бынан тыш, үҙ доғаларыбыҙ буйынса эш итеү мөһим. w23.05 6—7 бб., 15—17 абз.
Шишәмбе, 9 декабрь
Өс ҡатлы бауҙы тиҙ генә өҙөп булмай (Вәғ. 4:12).
Әгәр ирле-ҡатынлы күктәге Аталары менән мөнәсәбәттәрен ҡәҙерләһә, улар уның кәңәштәрен теләп ҡулланыр. Ә был, үҙ сиратында, уларға мөхәббәттәрен һыуыта алған проблемалар менән көрәшергә ярҙам итер. Рухи яҡтан етлеккән кешеләр Йәһүәнән үрнәк ала һәм уныҡы кеүек сифаттар үҫтерә. Улар бер-береһенә ҡарата игелек, түҙемлек сағылдыра һәм бер-береһен ихлас кисерә (Эфес. 4:32—5:1). Ундай ғаиләлә мөхәббәт нығый бара. 25 йылдан ашыу никахта булған Лена былай ти: «Рухи ҡарашлы кешене яратыуы ла, хөрмәт итеүе лә күпкә еңелерәк». Изге Яҙмалағы миҫалды ҡарап сығайыҡ. Йәһүә Мәсихтең буласаҡ ата-әсәһен һайлағанда, Дауыттың күп һанлы тоҡомоноң араһынан Йософ менән Мәрйәмгә иғтибар иткән. Ни өсөн? Уларҙың икеһенең дә Йәһүә менән мөнәсәбәттәре бик көслө булған. Алла уларҙың ғаиләһендә уға ҡарата яратыу беренсе урында буласағын белгән. w23.05 21 б., 3, 4 абз.
Шаршамбы, 10 декабрь
Етәкселәрегеҙҙе тыңлағыҙ (Евр. 13:17).
Йыйылышыбыҙҙың Башы Ғайса Мәсих камил. Ә ул етәкселек итергә билдәләгән ҡәрҙәштәр — камил булмаған ябай кешеләр. Улар беҙгә оҡшамағанды эшләргә ҡушһалар, тыңлаусан булыу айырыуса ауыр. Ҡасандыр илсе Петр тап шундай хәлгә эләккән. Фәрештә уға Муса ҡануны буйынса харам тип һаналған хайуандарҙы ашарға ҡушҡан. Петр бынан бер тапҡыр түгел, ә өс тапҡыр баш тартҡан! (Илс. 10:9—16). Ни өсөн? Был яңы күрһәтмә уға аҡылһыҙ булып күренгән. Ә хәҙер илсе Павелдың үрнәгенә иғтибар итәйек. Башҡалар уға эшләргә тейеш булмағанды эшләргә ҡушҡас, ул буйһонорға әҙер булған. Иерусалим йыйылышындағы аҡһаҡалдар уға дүрт ир кеше менән ғибәҙәтханаға барырға һәм таҙарыныу йолаһын үтәргә ҡушҡан. Шул саҡта бөтәһе лә Павелдың Ҡанунды үтәгәнен күрер ине. Павел мәсихселәрҙең бүтән Муса ҡануны аҫтында булмағанын һәм үҙенең бер ниндәй ҙә насар эш ҡылмағанын белгән. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «икенсе көндө теге кешеләрҙе үҙе менән алып, Павел улар менән бергә таҙарыныу йолаһын» үткән (Илс. 21:23, 24, 26). Уның аҡһаҡалдарға тыңлаусан булыуы йыйылыштың берҙәмлеген нығытҡан (Рим. 14:19, 21). w23.10 10 б., 15, 16 абз.
Кесаҙна, 11 декабрь
Ихтирам һәм ҡурҡыу менән Аллаға... хеҙмәт итәйек (Евр. 12:28).
Яҡын дуҫтар бер-береһенән ҡурҡырға тейеш тигән фекер һеҙҙең уйығыҙға ла килмәҫ. Әммә Йәһүә дуҫтарының уға «ихтирам һәм ҡурҡыу менән» хеҙмәт итеүҙәрен теләй. Күпме ваҡыт беҙ Йәһүәгә хеҙмәт итһәк тә, бөтәбеҙгә лә уға ҡарата ҡурҡыу-хөрмәт үҫтереү мөһим. Әммә Алланан ҡурҡыу нимәне аңлата? Алланан ҡурҡҡан, йәғни уны тәрән хөрмәт иткән кеше уны ярата һәм уның менән мөнәсәбәттәренә зыян килтерә алған нәмәләрҙән һаҡлана. Ғайсала тап шундай ҡурҡыу булған, һәм Изге Яҙмала, ул Аллаға «оло ихтирам» күрһәткән, тиелә (Евр. 5:7). Эйе, ундай ҡурҡыу уны шатлыҡтан мәхрүм итмәгән (Ишағ. 11:2, 3). Ғайса Йәһүәне бик ныҡ яратҡан һәм һәр нәмәлә уға буйһонорға теләгән (Яхъя 14:21, 31). Ғайса кеүек, беҙ ҙә Йәһүәне тәрән хөрмәт итәбеҙ, сөнки ул — ҡайғыртыусан, аҡыллы, ғәҙел һәм көслө Алла. Беҙ беләбеҙ: Йәһүә беҙҙе ярата, һәм ул беҙҙең уның өйрәтеүҙәренә нисек ҡарауыбыҙға битараф түгел. Йәһүәне тыңламағанда, беҙ уны ҡайғыға төшөрәбеҙ, ә тыңлағанда — ҡыуандырабыҙ (Зәб. 78:41; Ғиб. һүҙ. 27:11). w23.06 14 б., 1, 2 абз.; 15 б., 5 абз.
Йома, 12 декабрь
Ҡеүәтләнеп алғас, ул үҙ башына ғорур йөрәкле булып китте. Ул... үҙенең Аллаһы Йәһүәгә ҡарата тоғролоҡһоҙлоҡ күрһәтте (2 Йыл. 26:16).
Озия батша көслө һәм уңышлы булып киткәне өсөн Йәһүә алдында бурыслы икәнен онотҡан. Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Тормошобоҙҙа һәм хеҙмәтебеҙҙә булған бөтә яҡшы нәмә Йәһүәнән килгәнен оноторға ярамай. Үҙ ҡаҙаныштарыбыҙ менән маҡтаныр урынына бөтә данды Йәһүәгә бирергә кәрәк (1 Кәр. 4:7). Беҙгә камил булмауыбыҙҙы һәм өгөт-нәсихәткә мохтаж булыуыбыҙҙы кеселеклек менән танырға кәрәк. 60-тан уҙған бер ир ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Мин үҙем турала артыҡ уйламаҫҡа өйрәндем. Ҡайһы саҡта хаталар яһайым һәм мине төҙәтһәләр, мин бойоҡмайым. Бының урынына был кәңәштәрҙе ҡулланырға тырышам, сөнки улар миңә яҡшыраҡ булып китергә ярҙам итә». Әгәр беҙ Йәһүәне тыңлаһаҡ һәм үҙебеҙ тураһында сиктән тыш күп уйламаһаҡ, беҙҙе бәхетле тормош көтә (Ғиб. һүҙ. 22:4). w23.09 10 б., 10, 11 абз.
Шәмбе, 13 декабрь
Алла ихтыярын үтәп, шунан һуң вәғәҙә ителгәнде алыр өсөн һеҙгә сыҙамлыҡ кәрәк (Евр. 10:36).
Беренсе быуаттағы мәсихселәргә сыҙамлыҡ кәрәк булған. Бөтә кешеләр дусар булған проблемаларҙан тыш, улар өҫтәмә һынауҙар менән осрашҡан. Уларҙың күбеһе йәһүд дин әһелдәренең һәм Рим хөкүмәтенең эҙәрләүҙәре менән генә түгел, шулай уҡ туғандары яғынан да ҡаршылыҡтар менән осрашҡан (Матф. 10:21). Өҫтәүенә, уларға мөртәттәрҙең йоғонтоһо һәм уларҙың ялған өйрәтеүҙәре менән көрәшергә тура килгән (Илс. 20:29, 30). Шулай ҙа мәсихселәр сыҙам булып ҡалған (Асыл. 2:3). Уларға нимә ярҙам иткән? Улар Изге Яҙмала яҙылған һәм сыҙамлыҡ сағылдырған хеҙмәтселәрҙең миҫалдары хаҡында, мәҫәлән, Әйүптең өлгөһө тураһында уйланған (Яҡ. 5:10, 11). Шулай уҡ улар көс һорап доға ҡылған (Илс. 4:29—31). Бынан тыш, улар ахырға тиклем сыҙам ҡалыу ниндәй емештәр килтерәсәген иҫтә тотҡан (Илс. 5:41). Изге Яҙманы һәм баҫмаларыбыҙҙы уҡып, сыҙамлыҡ сағылдырған кешеләр тураһында даими уйланһаҡ, беҙ ҙә сыҙам булып ҡала алырбыҙ. w23.07 3 б., 5, 6 абз.
Йәкшәмбе, 14 декабрь
Иң тәүҙә Алла Батшалығын һәм Уның хаҡлығын эҙләгеҙ, шул саҡта быларҙың барыһы ла һеҙгә бирелер (Матф. 6:33).
Йәһүә һәм Ғайса беҙҙе бер ҡасан да ҡалдырмаясаҡ. Хужаһынан ваз кискән илсе Петрға, Мәсихте ҡалдырырғамы йә уның артынан барырғамы, тигән мөһим ҡарар ҡабул итергә кәрәк булған. Ғайса Йәһүәгә, Петрҙың иманы кәмемәһен тип, ҡайнар доға ҡылған. Ул Петрға уның өсөн доға ҡылғаны тураһында әйткән һәм имандаштарын нығыта аласағына ышанысын белдергән (Лука 22:31, 32). Ғайсаның был һүҙҙәрен иҫенә төшөрөү Петрға көс өҫтәгәндер. Петр кеүек һайлау алдында торғанда, Йәһүә беҙҙең хаҡта хәстәрлек күрер өсөн ҡайғыртыусан көтөүселәрҙе ҡуллана ала. Беҙ тоғро ҡалһын өсөн, улар беҙгә кәрәкле ярҙам күрһәтер (Эфес. 4:8, 11). Йәһүә Петрҙың һәм илселәрҙең матди ихтыяждарын ҡайғыртҡан. Шуның шикелле, беҙ ҙә Батшалыҡ эштәрен беренсе урынға ҡуйһаҡ, Алла беҙҙең хаҡта ҡайғыртасаҡ. w23.09 24—25 бб., 14, 15 абз.
Дүшәмбе, 15 декабрь
Мохтаж әҙәмгә илтифат күрһәткән кеше Йәһүәгә бурысҡа биргән була, Хоҙай уға бының өсөн әжерен ҡайтарыр (Ғиб. һүҙ. 19:17).
Йәһүә, ысынлап та, беҙҙең хатта бәләкәй генә игелекле эштәребеҙҙе күрә. Ул уларҙы, ҡиммәтле ҡорбан — үҙе ҡайтарырға тейеш булған бурыс, тип һанай. Әгәр һин хеҙмәт ярҙамсыһы йәиһә аҡһаҡал булып бүтән хеҙмәт итмәһәң, Йәһүә хеҙмәтеңде лә, игелекле эштәргә дәртләндергән мөхәббәтеңде лә иҫтә тота (1 Кәр. 15:58). Ул һинең артабан да мөхәббәт сағылдырыуыңды күрә. Йәһүә бөтәбеҙҙең дә уға һәм башҡаларға ҡарата мөхәббәтебеҙҙең артҡандан-арта барыуын теләй. Алла Һүҙен уҡығанда, уның өҫтөндә уйлағанда һәм йыш доға ҡылғанда, Йәһүәгә ҡарата мөхәббәтебеҙ көслө булып китәсәк. Ә ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙ үҫһен өсөн, уларға эштәр менән ярҙам күрһәтергә кәрәк. Шул саҡта беҙ Йәһүәгә лә, рухи ғаиләбеҙгә лә тағы ла нығыраҡ яҡынлашырбыҙ. Һәм беҙҙең дуҫлығыбыҙ бер ҡасан да өҙөлмәҫ! w23.07 10 б., 11 абз.; 11 б., 13 абз.; 13 б., 18 абз.
Шишәмбе, 16 декабрь
Һәр кем үҙ йөгөн үҙе күтәрергә тейеш бит (Ғал. 6:5).
Һәр мәсихсе үҙ һаулығы тураһында нисек ҡайғыртырға икәнен үҙе хәл итергә тейеш. Изге Яҙмала дауаланыуға ҡағылышлы бер нисә генә ҡанун бар, мәҫәлән, ҡандан һәм сихырсылыҡтан тыйылырға кәрәк (Илс. 15:20; Ғал. 5:19, 20). Ә ҡалған өлкәләрҙә мәсихселәр нисек дауаланырға үҙҙәре хәл итә. Әгәр билдәле бер дауаланыу ысулы файҙалы икәненә инанһаҡ та, беҙ башҡаларҙың һайлау хоҡуғын хөрмәт итергә тейеш. Ошо фекерҙәрҙе иҫтә тотоғоҙ: 1) тик Алла Батшалығы ғына кешеләрҙе ауырыуҙарҙан тулыһынса һәм мәңгегә азат итәсәк (Ишағ. 33:24); 2) һәр мәсихсе үҙе өсөн иң яҡшы тип тапҡан ҡарарҙы ҡабул итә (Рим. 14:5); 3) башҡаларҙы хөкөм итмәйек һәм улар өсөн абыныу ташы булмайыҡ, сөнки был уларҙың иманын ҡаҡшатырға мөмкин (Рим. 14:13); 4) мәсихселәр яратыу сағылдыра, сөнки улар өсөн йыйылыштағы берҙәмлек һәм татыулыҡ шәхси ҡараштарына ҡарағанда күпкә мөһимерәк (Рим. 14:15, 19, 20). w23.07 24 б., 15 абз.
Шаршамбы, 17 декабрь
Үҙенең нәзир булыуының бөтә көндәрендә ул Йәһүә өсөн изге (Һан. 6:8)
Һеҙ Йәһүә менән булған мөнәсәбәттәрегеҙҙе ҡәҙерләйһегеҙме? Беҙ быға бер ҙә шикләнмәйбеҙ. Бөтә быуаттар дауамында Йәһүәне ысын күңелдән яратҡан кешеләр булған (Зәб. 104:33, 34). Алла өсөн улар ҙур ҡорбандарға барған. Шуны уҡ боронғо Израилдә йәшәгән нәзирҙәр тураһында ла әйтеп була. «Нәзир» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе «айырылған», «бағышланған» тигән мәғәнә йөрөтә. Был һүҙ Йәһүәгә махсус рәүештә хеҙмәт итер өсөн ҡорбандарға барған израилдәрҙе яҡшы һүрәтләй. Муса ҡануны буйынса, күпмелер ваҡыт дауамында нәзир булып йәшәргә теләгән ир-ат йә ҡатын-ҡыҙ Йәһүәгә махсус ант бирә алған (Һан. 6:1, 2). Израиль кешеһе был антты, йәғни тантаналы вәғәҙәне биреп, башҡа израилдәрҙән талап ителмәгәнде үтәргә әҙер булған. Ни өсөн һуң ҡайһы берәүҙәр нәзир булып китергә ҡарар иткән? Моғайын, уларҙы быға Йәһүәгә ҡарата тәрән яратыу һәм уның фатихалары өсөн рәхмәтле булыу рухландырғандыр (Ҡан. 6:5; 16:17). w24.02 14 б., 1, 2 абз.
Кесаҙна, 18 декабрь
Эй Йәһүә Аллам, һин... үҙеңде яратҡандарға һәм әмерҙәреңде үтәп йәшәүселәргә ҡарата тоғро мөхәббәтеңде күрһәтәһең (Дан. 9:4).
Изге Яҙмалағы «тоғролоҡ» йәки «тоғро мөхәббәт» тип тәржемә ителгән еврей һүҙе йыш ҡына Алланың үҙ хеҙмәтселәренә ҡарата йылы һәм тәрән хистәрен һүрәтләй. Алла хеҙмәтселәре араһында булған мөхәббәтте һүрәтләр өсөн шул уҡ һүҙ ҡулланыла (2 Сам. 9:6, 7). Ваҡыт үтеү менән тоғролоғобоҙ нығый ала. Данилдың миҫалынан был яҡшы күренә. Данилдың Йәһүәгә ҡарата тоғролоғо уның бөтә ғүмере дауамында һыналған. Әммә 90 йәшендә ул иң ҙур һынауҙарҙың береһе менән осрашҡан. Батшаға хеҙмәт иткән түрәләр Данилды нәфрәт иткән һәм ул табынған Алланы һанға һуҡмаған. Шуға күрә улар Данилды үлтерер өсөн яуыз план ҡорған. Улар Данилды, ул кемгә тоғро ҡалыр — үҙ Аллаһынамы йә батшағамы, тип һынарға булған һәм быны тикшерер өсөн батшаны фарман сығарырға күндергән. Шул фарман буйынса, оло йәштәге пәйғәмбәргә 30 көн дауамында Аллаға доға ҡылырға ярамаған. Шулай эшләһә, ул батшаға тоғролоғон күрһәтер ине. Ләкин Данил был фарманға буйһоноуҙан баш тартҡан (Дан. 6:12—15, 20—22). w23.08 5 б., 10—12 абз.
Йома, 19 декабрь
Бер-берегеҙҙе туғандарса яратыуығыҙҙы дауам итегеҙ (Евр. 13:1).
Йәһүә ҡәрҙәштәребеҙгә ҡарата яратыуыбыҙҙың көслө килеш ҡалыуын теләй. Ҡәрҙәштәребеҙ беҙҙе рәнйетһә лә, улар хаҡында насар уйларға кәрәкмәй. Улар дөрөҫ эш итергә теләй, ләкин ҡайһы саҡта уңышҡа өлгәшә алмай. Быны иҫтә тотоу мөһим (Ғиб. һүҙ. 12:18). Алла үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен кире ҡаҡмай һәм хаталарына ҡарамаҫтан уларҙы ярата. Изге Яҙмала уның тураһында: «Асыу... мәңге һаҡламаҫ», — тиелә (Зәб. 103:9). Беҙгә күктәге Атабыҙҙан өлгө алып, башҡаларҙы ғәфү итеү мөһим (Эфес. 4:32—5:1). Иҫтә тотоғоҙ: был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, ҡәрҙәштәребеҙ менән дуҫлығыбыҙ ҙа нығыраҡ булырға тейеш. Эҙәрләүҙәрҙең көсәйеүе бик ихтимал. Иманыбыҙ өсөн беҙҙең хатта төрмәгә эләгеүебеҙ бар. Шул саҡта беҙ ҡәрҙәштәргә бик мохтаж булырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 17:17). w24.03 15—16 бб., 6, 7 абз.
Шәмбе, 20 декабрь
Кешенең аҙымдарын Йәһүә йүнәлтә (Ғиб. һүҙ. 20:24).
Изге Яҙмала беҙ Алла менән яҡын мөнәсәбәттә булған һәм уңышлы тормош алып барған йәш хеҙмәтселәр тураһында уҡый алабыҙ. Уларҙың береһе — Дауыт. Ул үҫмер сағында уҡ Йәһүәнең дуҫы булып киткән, ә һуңыраҡ тоғро батша булған (1 Бат. 3:6; 9:4, 5; 14:8). Әгәр һеҙ Дауыттың тормошо һәм хеҙмәте тураһында күберәк белһәгеҙ, был һеҙҙең Йәһүәгә хеҙмәт итеү теләгегеҙҙе нығытыр. Шулай уҡ Марктың һәм Тимофейҙың миҫалдарын тикшерергә була. Һеҙ уларҙың йәш саҡтан уҡ Йәһүәгә хеҙмәт итә башлағандары һәм ғүмерҙәренең аҙағына тиклем уға тоғро ҡалғандары тураһында белерһегеҙ. Йәш ҡәрҙәштәр, һеҙҙең киләсәгегеҙ бөгөн ҡабул иткән ҡарарҙарығыҙға бәйле. Әгәр һеҙ үҙегеҙгә түгел, ә Йәһүәгә таянһағыҙ, ул һеҙҙе тормош юлығыҙҙа йүнәлтер. Һеҙ ысынлап та бәхетле булырһығыҙ. Онотмағыҙ: Йәһүә һеҙҙең уның өсөн эшләгән бөтә эшегеҙҙе ҡәҙерләй. Эйе, ҡайғыртыусан күктәге Атайыбыҙ Йәһүәгә хеҙмәт итеү — тормошоғоҙҙа яһаған иң яҡшы һайлау! w23.09 13 б., 18, 19 абз.
Йәкшәмбе, 21 декабрь
Бер-берегеҙгә ҡарата... үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ (Кол. 3:13).
Илсе Павел ҡәрҙәштәренең камил булмауҙарын яҡшы аңлаған. Мәҫәлән, ул яңы ғына мәсихсе булып киткәс, йыйылыш уға бик үк ышанып бармаған (Илс. 9:26). Һуңыраҡ ҡайһы берәүҙәр, Павелдың абруйына тап төшөрөргә тырышып, уның тураһында ғәйбәт таратҡан (2 Кәр. 10:10). Павел бер өлкәндең үҙен дөрөҫ тотмағанын һәм шулай итеп башҡаларҙы имандан яҙҙыра алғанын күргән (Ғал. 2:11, 12). Павелдың яҡын хеҙмәттәше Марк та уны ныҡ күңелһеҙләндергән (Илс. 15:37, 38). Павел был осраҡтарҙың береһендә лә был кешеләрҙән ситләшмәгән. Ул уларҙың яҡшы яҡтарын күрергә тырышҡан һәм Йәһүәгә тоғро хеҙмәт итеүен дауам иткән. Уға нимә ярҙам иткән? Павел үҙ имандаштарын бик ныҡ яратҡан. Шул яратыу уны ҡәрҙәштәренең етешһеҙлектәрен түгел, ә яҡшы яҡтарын күрергә дәртләндергән. Мөхәббәт Павелға бөгөнгө аятта яҙылған һүҙҙәр буйынса эш итергә ярҙам иткән. w24.03 15 б., 4, 5 абз.
Дүшәмбе, 22 декабрь
Раббыға хеҙмәт итеүсе талашырға тейеш түгел. Ул бөтәһенә ҡарата ла яғымлы... булырға [тейеш] (2 Тим. 2:24).
Изге Яҙмала йыуашлыҡ сағылдырған күп кенә кешеләр тураһында әйтелә. Уларҙың береһе Исхаҡ. Ул пелешти ҡалаһы Герар янында төпләнгәс, көнсөл күршеләре уның атаһы ҡаҙыған ҡоҙоҡтарҙы күмеп ҡуйған. Улар менән талашыр урынына, Исхаҡ икенсе урынға күсенгән һәм унда яңы ҡоҙоҡтар ҡаҙыған (Баш. 26:12—18). Әммә пелештиҙәр йәнә: «Был беҙҙең һыу», — тип, Исхаҡтың көтөүселәре менән бәхәсләшкән. Исхаҡ бер нигә ҡарамаҫтан үҙен тыныс тотҡан (Баш. 26:19—25). Башҡалар уның менән талашырға теләһә лә, уға йыуаш булып ҡалырға нимә ярҙам иткән? Ул ата-әсәһе Ибраһим менән Сараның өлгөһөн күҙ алдында тотҡан. Ул атаһының ауырлыҡтарҙы нисек яйға һалғанын һәм әсәһенең «баҫалҡы һәм тыныс холҡон» күреп үҫкән (1 Петр 3:4—6; Баш. 21:22—34). w23.09 15 б., 4 абз.
Шишәмбе, 23 декабрь
Мин быны ниәтләнем һәм быны үтәрмен (Ишағ. 46:11).
Билдәле ваҡытта Йәһүә ергә үҙенең берҙән-бер Улын ебәргән. Ғайса кешеләргә был Батшалыҡ тураһында һөйләгән һәм беҙҙе гонаһ менән үлемдән йолоп алыр өсөн үҙ ғүмерен биргән. Шулай итеп Йәһүәнең бөйөк яратыуы күрһәтелгән. Шунан һуң Ғайса, Алла Батшалығының батшаһы булып китһен өсөн, күктәге тормошҡа терелтелгән булған. Изге Яҙманың төп темаһы нимәлә? Йәһүә, Мәсих Батшалығы ярҙамында ергә ҡарата ниәтен үтәп, үҙенең изге исемен яҡлаясаҡ. Йәһүәгә үҙ ниәтен үтәргә бер нәмә лә ҡамасаулай алмай. Алла үҙенең бөтә вәғәҙәләренең үтәләсәгенә гарантия бирә (Ишағ. 46:10; Евр. 6:17, 18). Ваҡыт үтеү менән ер ожмахҡа әйләнәсәк һәм Әҙәм менән Һауаның тәҡүә тоҡомдары мәңге шатланып йәшәйәсәк (Зәб. 22:26). Ләкин Алланың ниәте үҙ эсенә күберәкте ала. Йәһүәнең ерҙәге һәм күктәге бөтә хеҙмәтселәре берҙәм буласаҡ. Улар бөтәһе лә Бөйөк Алланың хакимлығын таныясаҡ һәм уға тоғро буласаҡ (Эфес. 1:8—11). Йәһүәнең үҙ ихтыярын нисек үтәйәсәге тураһында уйланыу таң ҡалдыра! w23.10 20 б., 7, 8 абз.
Шаршамбы, 24 декабрь
«Ныҡ бул... Мин бит һеҙҙең менән», — тип әйтә Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә (Агг. 2:4).
Вавилондан Иерусалимға ҡайтҡан йәһүдтәрҙе күп ауырлыҡтар көткән. Ғаиләләрен тәьмин итер өсөн уларҙың аҡсалары етмәгән. Фарсы империяһында тыныс булмаған. Бынан тыш, күрше халыҡтар ҡаршылыҡ күрһәткән. Бының арҡаһында ҡайһы берәүҙәргә иң мөһим эшкә — ғибәҙәтхананы торғоҙоу эшенә — иғтибар бүлеү ауыр булған. Бына ни өсөн Йәһүә уларға ике пәйғәмбәрҙе — Аггей менән Зәкәриәне ебәргән. Улар халыҡтың рухтарын күтәреп ебәрергә тейеш булған һәм үҙ хеҙмәттәрен яҡшы башҡарған (Агг. 1:1; Зәк. 1:1). Ләкин 50 йыл самаһы үткәс, йәһүдтәр ҡабат һүлпәнәйгән. Шул саҡта Вавилондан Иерусалимға Ҡанунды күсереп яҙыусы Езра килгән. Ул халыҡҡа яңы көс өҫтәгән һәм ватандаштарына Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙы беренсе урынға ҡуйырға ярҙам иткән (Езра 7:1, 6). Күрше халыҡтарҙың ҡаршылыҡтарына ҡарамаҫтан, израилдәр Аггей менән Зәкәриә ярҙамында Йәһүәгә таяныуҙарын дауам иткән. Ниндәй генә ауырлыҡтар менән осрашһаҡ та, был пәйғәмбәрҙәрҙең һүҙҙәре беҙгә лә ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 22:19). w23.11 14 б., 2, 3 абз.
Кесаҙна, 25 декабрь
Был сифаттарҙың бөтөнөһөнә лә мөхәббәт өҫтәгеҙ, ул, барыһын да берләштереп, камиллыҡҡа еткерәсәк (Кол. 3:14).
Яратыуыбыҙҙы эштәр менән нисек күрһәтергә? Ысулдарҙың береһе — ҡәрҙәштәрҙе йыуатыу. Ҡыҙғаныуға бай булһаҡ, беҙ бер-беребеҙҙе йыуата алырбыҙ (1 Тис. 4:18). Ә яратыуыбыҙҙы нисек ҡайнар килеш һаҡларға? Еңел булмаһа ла, башҡаларҙың хаталарын ғәфү итергә кәрәк. Ни өсөн айырыуса бөгөн бер-беребеҙҙе яратыу бик мөһим? Илсе Петрҙың ниндәй сәбәп килтергәненә иғтибар итегеҙ. Ул: «Донъяның ахыры яҡын», — тигән. Шуға күрә ул мәсихселәрҙе: «Бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ», — тип дәртләндергән (1 Пет. 4:7, 8). Беҙ был донъяның иң ахырында йәшәйбеҙ. Улай булғас, беҙгә нимә көтөргә? Ғайса: «Бөтә халыҡтар ҙа һеҙҙе минең исемем арҡаһында нәфрәт итер», — тигән (Матф. 24:9). Шундай дошманлыҡҡа ҡаршы тора алыр өсөн, беҙгә берҙәм булырға кәрәк. Шул саҡта Шайтан арабыҙҙы боҙа алмаҫ (Флп. 2:1, 2). w23.11 13 б., 18, 19 абз.
Йома, 26 декабрь
Беҙ — Алланың хеҙмәттәштәре (1 Кәр. 3:9).
Алла Һүҙендәге хәҡиҡәт ҙур көскә эйә. Алланың ысындан да ниндәй булыуы тураһында өйрәткәндә беҙ ғәжәйеп үҙгәрештәр күрәбеҙ. Кешеләр уның иҫ киткес сифаттарын күрә башлай. Йәһүәнең ҡөҙрәте уларҙа ҡурҡыу-хөрмәт уята (Ишағ. 40:26). Улар Алланың ғәҙел булыуына ышана (Ҡан. 32:4). Улар уның зирәклегенә өйрәнә (Ишағ. 55:9; Рим. 11:33). Шулай уҡ Алланың мөхәббәткә бай булыуы уларҙы йыуата (1 Яхъя 4:8). Йәһүәгә яҡынлашҡанда кешеләр мәңге йәшәү өмөтөнә эйә була. Йәһүәнең хеҙмәттәштәре булыу һәм кешеләргә уның дуҫтары булып китергә ярҙам итеү — беҙҙең өсөн оло хөрмәт! (1 Кәр. 3:5). w24.02 12 б., 15 абз.
Шәмбе, 27 декабрь
Вәғәҙә биреп тә уны үтәмәүгә ҡарағанда, бөтөнләй вәғәҙә бирмәүең хәйерлерәк (Вәғ. 5:5).
Әгәр һеҙ Изге Яҙманы өйрәнһәгеҙ йәиһә Йәһүә шаһиттарының ғаиләһендә үҫһәгеҙ, һыуға сумдырылыу тураһында уйлайһығыҙмы? Был бик яҡшы маҡсат! Ләкин тәүҙә Йәһүәгә бағышланырға кәрәк. Йәһүәгә бағышланыу нисек үтә? Һеҙ доғала уға ғына табынырға һәм уның ихтыярын тормошоғоҙҙа беренсе урынға ҡуйырға әҙер булыуығыҙҙы әйтәһегеҙ. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, һеҙ Йәһүәгә уны «бөтә йөрәгегеҙ, бөтә йәнегеҙ, бөтә аҡылығыҙ һәм бөтә көсөгөҙ менән яратырға» вәғәҙә бирәһегеҙ (Марк 12:30). Аллаға бағышланыуҙы бер кем дә күрмәй. Һыуға сумдырылыу иһә кешеләр алдында, мәҫәлән, конгрестарҙа үтә. Унда һеҙҙең Аллаға бағышланғанығыҙҙы бөтәһе лә күрә. Һеҙ биргән антығыҙға тоғро булырға маҡсат ҡуяһығыҙ. Йәһүә һеҙҙән тап шуны көтә (Вәғ. 5:4). w24.03 2 б., 2 абз.; 3 б., 5 абз.
Йәкшәмбе, 28 декабрь
Һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын иһә ирен хөрмәт итһен (Эфес. 5:33).
Һәр ғаиләлә ауырлыҡтар булғылай. Изге Яҙмала никахҡа ингәндәрҙең «тормошо мәшәҡәтле булыр» тип асыҡ әйтелә (1 Кәр. 7:28). Ни өсөн? Сөнки ир менән ҡатындың икеһе лә камил түгел, уларҙың һәр береһенең үҙ үҙенсәлектәре һәм теләктәре бар. Ир менән ҡатындың сығышы һәм тәрбиәһе төрлө булырға мөмкин. Ваҡыт үтеү менән уларҙың никахҡа тиклем күренмәгән холоҡ һыҙаттарының өҫтөн сығыуы һәм ғаиләлә ҡаршылыҡтар тыуҙырыуы ихтимал. Ҡайһы ваҡыт бергәләп проблеманы хәл итеү урынына, ир менән ҡатын бер-береһен ғәйепләй башлай. Улар хатта, айырылышыу йәки айырым йәшәү — берҙән-бер сығыу юлы, тип уйлай. Шулай эш итеп улар бәхетлерәк булып китерме? Юҡ. Ир менән ҡатынға бергә йәшәүе ауыр булһа ла, Йәһүә уларҙың бергә ҡалыуҙарын теләй. w24.03 16 б., 8 абз.; 17 б., 11 абз.
Дүшәмбе, 29 декабрь
Өмөт иһә алдамай (Рим. 5:5).
Аллаға бағышланып, һыуға сумдырылғандан һуң да һеҙҙең Йәһүә тураһында белемегеҙ һәм уға ҡарата яратыуығыҙ үҫә барҙы. Уның менән бергә ерҙә мәңге йәшәү өмөтөгөҙҙөң тормошҡа ашасағына ышанысығыҙ ҙа үҫте (Евр. 5:13—6:1). Римдарға 5:2—4-тә яҙылған һүҙҙәрҙе һеҙ, моғайын, үҙ тормошоғоҙҙа татығанһығыҙҙыр. Һеҙ күп ауырлыҡтарға дусар булдығыҙ, ләкин, уларҙы еңеп, Йәһүәнең хуплауын тойҙоғоҙ. Алла һеҙҙе яратҡанын беләһегеҙ, шуға күрә бер ҙә шикләнмәгеҙ: ул үҙ вәғәҙәләрен һис шикһеҙ үтәйәсәк. Алланың яратыуын һәм хуплауын тойоу һеҙҙе уның вәғәҙәләре үтәләсәгенә ышандыра. Өмөтөгөҙ бушҡа түгел икәненә сәбәптәр тағы ла күбәйҙе. Һеҙ уны элеккегә ҡарағанда тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләйһегеҙ. Ул һеҙҙең өсөн ысын булып китте һәм тормошоғоҙҙоң бөтә өлкәләренә, шул иҫәптән яҡындарығыҙ менән аралашыуға, ниндәй ҡарарҙар ҡабул итеүегеҙгә һәм хатта ваҡытығыҙҙы нисек ҡулланыуға тәьҫир итә. Әйтеп кителгәнсә, Йәһүәнең хуплауы ныҡлы өмөт бирә. Артабан илсе Павел, өмөтөбөҙ һис шикһеҙ тормошҡа ашасаҡ, тип әйткән (Рим. 15:13). w23.12 12—13 бб., 16—19 абз.
Шишәмбе, 30 декабрь
Алла [һеҙҙе] ...ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк (1 Пет. 5:10).
Көслө дауыл ваҡытында тулҡындар карапты бер яҡтан икенсе яҡҡа ырғытҡан кеүек, етди һынауҙар ҙа беҙҙе бер яҡтан икенсе яҡҡа ырғытырға мөмкин. Беҙ төрлө хис-тойғоларға биреләбеҙ. Шундай хистәр өҫтөбөҙгә ябырылғанда, Йәһүә беҙгә нисек ярҙам итә? Ул беҙҙе ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк. Дауыл ваҡытында карап ныҡ сайҡала башлай. Түңкәрелмәһен өсөн караптың ике яғында, һыу аҫтында, махсус ҡанаттары бар. Был ҡанаттар карапты сайҡалыуҙан һаҡлай, шуға күрә пассажирҙар ҡурҡмай һәм рәхәтләнеп сәйәхәт итә. Шуныһы ҡыҙыҡ: карап йөҙөп барғанда был ҡанаттар яҡшыраҡ эшләй. Шуның шикелле, ауыр ваҡыттарҙа тоғро хеҙмәтебеҙҙе дауам итһәк, Йәһүә беҙҙе ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк. w24.01 22 б., 7, 8 абз.
Шаршамбы, 31 декабрь
Хоҙайыма таянам, ҡурҡмайым (Зәб. 56:4).
Ҡурҡыу биләп алғанда үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Йәһүә ниндәй эштәр инде башҡарған?» Уның ижади эштәре тураһында уйланығыҙ. Мәҫәлән, ҡоштарға һәм сәскәләргә ҡарағыҙ. Улар Йәһүәгә оҡшатып барлыҡҡа килтерелмәһә лә һәм уға табына алмаһа ла, Хоҙай Тәғәлә уларҙы хәстәрләй. Алла улар тураһында шулай ҡайғырта икән, һеҙҙең хаҡта ул бигерәк тә ҡайғыртасаҡ (Матф. 6:25—32). Был турала уйланыу Йәһүәгә ҡарата ышанысығыҙҙы нығытыр. Шулай уҡ Алланың үҙ хеҙмәтселәрен нисек нығытҡаны тураһында уйлағыҙ. Һеҙ Йәһүәнең боронғо ваҡытта һәм бөгөнгө көндәрҙә йәшәгән хеҙмәтселәренең тормоштары тураһында уҡып, улар хаҡында күберәк белә алаһығыҙ. Шулай уҡ Йәһүәнең һеҙҙең өсөн нимә эшләгәнен иҫкә төшөрөгөҙ. Ул һеҙҙе нисек үҙенә йәлеп итте? (Яхъя 6:44). Доғаларығыҙға нисек яуап бирә? (1 Яхъя 5:14). Һәм Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны һеҙҙең тормошоғоҙҙо нисек мәғәнәле һәм шатлыҡлы итә? (Эфес. 1:7; Евр. 4:14—16). w24.01 4 б., 6 абз.; 7 б., 17 абз.