Сентябрь
Дүшәмбе, 1 сентябрь
Беҙгә юғарынан таң ҡояшы ҡалҡасаҡ (Лука 1:78).
Йәһүә Ғайсаға кешеләрҙең ауырлыҡтарын хәл итергә көс биргән. Ғайса, мөғжизәләр ҡылып, кешелек бер ҡасан да хәл итә алмаған ауырлыҡтарҙы хәл итә аласағын иҫбатлаған. Мәҫәлән, ул бөтә ауырлыҡтарҙың сәбәбен, йәғни гонаһты һәм гонаһтың эҙемтәләрен — ауырыуҙарҙы һәм үлемде, юҡ итәсәк (Матф. 9:1—6; Рим. 5:12, 18, 19). Ғайсаның мөғжизәләре уның кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан һауыҡтыра алғанын һәм хатта үлгән кешеләрҙе терелтә алғанын иҫбатлаған (Матф. 4:23; Яхъя 11:43, 44). Бынан тыш, ул көслө дауылдарҙы тынысландырған һәм кешеләрҙе яуыз рухтарҙан азат иткән (Марк 4:37—39; Лука 8:2). Йәһүәнең Ғайсаға шундай ҙур көс биргәнен белеү бик шатландыра! Алла Батшалығы идара иткәндә, Йәһүәнең бөтә вәғәҙәләре үтәләсәк. Ғайса ҡылған мөғжизәләр уның Батша булараҡ бөтә ер йөҙө буйынса тағы ла күберәкте эшләйәсәген күрһәтә. w23.04 3 б., 5—7 абз.
Шишәмбе, 2 сентябрь
Рух бөтөн нәмәне, хатта Алла тәрәнлектәрен дә тикшерә (1 Кәр. 2:10).
Һеҙ ҙур йыйылышта булһағыҙ һәм күтәргән ҡулығыҙ иғтибарһыҙ ҡала кеүек тойолһа, һеҙҙең бирешергә теләк тыуырға мөмкин. Шулай ҙа комментарий бирергә тырышығыҙ. Һәр бер осрашыуға бер нисә яуап әҙерләгеҙ. Шул саҡта өйрәнеүҙең башында һорамаһалар ҙа, аҙағында комментарий бирә алырһығыҙ. «Күҙәтеү манараһына» әҙерләнгәндә, һәр абзац мәҡәләнең темаһы менән нисек бәйле икәне тураһында уйлағыҙ. Шул саҡта һеҙ өйрәнеү дауамында күп фекерҙәр менән бүлешә алырһығыҙ. Өҫтәүенә, тәрән хәҡиҡәттәрҙе аңлатҡан абзацтарға яуап әҙерләп була. Шундай абзацтарҙы аңлатыуы ауыр булғанға, ғәҙәттә, комментарий биреүселәр әҙерәк. Әммә бер нисә осрашыу дауамында һеҙҙе һорамаһалар, нимә эшләргә? Өйрәнеүҙе алып барған ҡәрҙәшкә ниндәй һорауға яуап бирергә теләгәнегеҙҙе әйтеп була. w23.04 21—22 бб., 9, 10 абз.
Шаршамбы, 3 сентябрь
Йософ... Раббы фәрештәһе ҡушҡанды үтәй: ул Мәрйәмгә өйләнә (Матф. 1:24).
Йософ Йәһүәнең күрһәтмәләрен теләп ҡулланған, шуға күрә ул яҡшы ир булған. Йософ Алланан үҙ ғаиләһенә ҡағылышлы күрһәтмәләр алған. Изге Яҙмала кәм тигәндә өс осраҡ килтерелә. Был күрһәтмәләр уның тормошонда ҙур үҙгәрештәр талап итһә лә, ул уларға шунда уҡ буйһонған (Матф. 1:20; 2:13—15, 19—21). Алланың күрһәтмәләре буйынса эш итеп, Йософ Мәрйәмде яҡлаған, уға таяныс булған һәм уның хаҡында ҡайғыртҡан. Мәрйәм уны бының өсөн тағы ла нығыраҡ яратҡан һәм хөрмәт иткән. Ҡәҙерле ирҙәр, һеҙ Йософтан нимәгә өйрәнә алаһығыҙ? Ғаиләгеҙ хаҡында ҡайғыртыр өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән кәңәштәр эҙләгеҙ. Был кәңәштәрҙе ҡулланыр өсөн һеҙгә ҙур үҙгәрештәр яһарға тура килһә лә, шулай эш итеп һеҙ ҡатынығыҙға яратыу күрһәтерһегеҙ һәм никахығыҙҙы нығытырһығыҙ. Вануа́ту илендә йәшәгән һәм 20 йылдан күберәк никахта торған бер ҡыҙ ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Ирем Йәһүәнең күрһәтмәләрен эҙләгәндә һәм ҡулланғанда, мин уны тағы ла нығыраҡ хөрмәт итәм. Мин үҙемде хәүефһеҙлектә тоям һәм уның аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итеүенә бер ҙә шикләнмәйем». w23.05 21 б., 5 абз.
Кесаҙна, 4 сентябрь
Унда ҙур юл булыр, ул «Изгелек юлы» тип аталыр (Ишағ. 35:8).
Вавилондан ҡайтҡан Израиль халҡы Алла өсөн «изге халыҡ» булып китергә тейеш булған (Ҡан. 7:6). Әлбиттә, был һүҙҙәр уларға үҙҙәрен үҙгәртергә кәрәкмәй тигәнде аңлатмаған. Йәһүдтәрҙең күбеһе Вавилонда тыуған, уларҙың күбеһе, күрәһең, Вавилондағы ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштергән. Беренсе йәһүдтәр Израилгә ҡайтҡандан һуң бер нисә тиҫтәләгән йыл үткәс, идарасы Ниҡәми Израилдә тыуған ҡайһы бер балаларҙың йәһүд телендә һөйләшә белмәгәнен ишетеп аптыраған (Ҡан. 6:6, 7; Ниҡ. 13:23, 24). Алла Һүҙе яҙылған телде аңламаған малайҙар һәм ҡыҙҙар Йәһүәне ярата аламы ни? (Езра 10:3, 44). Шуға күрә был йәһүдтәргә етди үҙгәрештәр яһарға кәрәк булған. Әммә Израилдә уларға быны эшләү еңелерәк булған, сөнки унда саф ғибәҙәт ҡылыу торғоҙола башлаған (Ниҡ. 8:8, 9). w23.05 15 б., 6, 7 абз.
Йома, 5 сентябрь
Йәһүә — йығылырға торғандарҙың һәммәһе өсөн таяныс, ул бөгөлөп төшкәндәрҙе торғоҙа (Зәб. 145:14).
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, теләгебеҙ булһа ла, тырышлыҡ һалһаҡ та, ҡайһы саҡта беҙ уйлағанса килеп сыҡмай. Мәҫәлән, «көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәл» маҡсатыбыҙға бағышланған ваҡытты урлай (Вәғ. 9:11). Шулай уҡ ауырлыҡтар арҡаһында рухыбыҙ һына һәм көсөбөҙ ҡалмай (Ғиб. һүҙ. 24:10). Ә шулай уҡ ҡылған хаталарыбыҙ беҙгә маҡсатыбыҙға өлгәшергә ҡамасаулай (Рим. 7:23). Йәиһә беҙ арыйбыҙ (Матф. 26:43). Уңышһыҙлыҡ менән көрәшергә нимә ярҙам итер? Маҡсатҡа өлгәшә алмау туҡтарға кәрәк тигәнде аңлатмай. Изге Яҙмала, беҙ маҡсатҡа өлгәшкәндә күп ауырлыҡтар менән осрашырбыҙ, тип әйтелгән. Шулай уҡ унда, беҙ уларҙы еңә алырбыҙ, тип тә әйтелгән. Эйе, уңышһыҙлыҡтарға ҡарамаҫтан алға атлаһаҡ, беҙ Йәһүәгә уны шатландырырға теләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Йәһүә һеҙҙең маҡсатығыҙға ынтылғанығыҙҙы күреп бик ныҡ шатлана! w23.05 30 б., 14, 15 абз.
Шәмбе, 6 сентябрь
Көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ (1 Пет. 5:3).
Пионер хеҙмәте йәш ҡәрҙәште төрлө кешеләр менән аралашырға өйрәтә, шулай уҡ был хеҙмәт уға үҙ сығымдарын планлаштырырға ярҙам итә (Флп. 4:11—13). Даими пионер хеҙмәтен башлар алдынан ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итеү яҡшы булыр ине. Даими пионер булып хеҙмәт итеү төҙөлөш эштәрендә йә Вефилдә хеҙмәт итеү мөмкинлектәрен аса. Бөтә ир ҡәрҙәштәр аҡһаҡал булып хеҙмәт итергә ынтылырға тейеш. Бының өсөн уларға Изге Яҙмалағы талаптарға тура килергә кәрәк. Алла Һүҙендә шундай маҡсат ҡуйған хеҙмәтселәр маҡтап телгә алына (1 Тим. 3:1). Беренсенән, ҡәрҙәш аҡһаҡал булырға теләһә, ниндәйҙер ваҡыт дауамында хеҙмәт ярҙамсыһы булырға тейеш. Был ҡәрҙәштәр аҡһаҡалдарға төрлө өлкәләрҙә ярҙам итә. Аҡһаҡалдар ҙа, хеҙмәт ярҙамсылары ла — Йәһүәнең һарыҡтары хаҡында ҡайғыртҡан һәм вәғәздә ашҡынып ҡатнашҡан баҫалҡы ҡәрҙәштәр. w23.12 28 б., 14—16 абз.
Йәкшәмбе, 7 сентябрь
Әле малай сағында, ул ата-бабаһы Дауыт Аллаһын эҙләй башланы (2 Йыл. 34:3).
Иосия батшаға 16 йәш булғанда, ул Йәһүәне яҡшыраҡ белергә һәм уның ихтыярын үтәргә теләгән. Әммә йәш батшаның тормошонда ауырлыҡтар ҙа булған. Уның идараһы аҫтында йәшәгән кешеләрҙең күпселеге ялған илаһтарға табынған. Боттарға табыныуҙы юҡ итер өсөн уға тәүәккәллек менән эш итергә тура килгән. Быны эшләр өсөн Иосияға ҡыйыулыҡ кәрәк булған. Ул илде боттарҙан таҙарта башлағанда уға әле 20 йәш тә булмаған (2 Йыл. 34:1, 2). Ҡәҙерле йәштәр, Иосиянан үрнәк алып, һеҙ Йәһүә тураһында күберәк белә алаһығыҙ. Шул саҡта һеҙҙең Аллаға бағышланырға теләгегеҙ тыуыр. Был һеҙҙең тормошоғоҙҙо нисек үҙгәртер? 14 йәшендә һыуға сумдырылған Лу́ка исемле ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Ошо ваҡыттан алып Йәһүәгә хеҙмәт итеү тормошомда иң төп урында булыр. Мин уны һәр ваҡытта ла шатландырырға теләйем» (Марк 12:30). Әгәр һеҙ ҙә үҙегеҙгә шундай маҡсат ҡуйһағыҙ, киләсәктә мул фатихалар алырһығыҙ! w23.09 11 б., 12, 13 абз.
Дүшәмбе, 8 сентябрь
Арағыҙҙа тырышып хеҙмәт итеүселәрҙе, берҙәмлек менән Раббы исеменән етәкселек итеүсе[ләрҙе]... хөрмәт ите[геҙ] (1 Тис. 5:12).
Илсе Павел фессалоникаларға яҙғанда, ундағы йыйылыштың ойошторолоуына бер йыл да булмаған. Ул йыйылыштағы аҡһаҡалдар, күрәһең, тәжрибәһеҙ булған һәм хаталар эшләгән. Шулай ҙа улар хөрмәткә лайыҡ булған. Бөйөк афәт яҡынлаша, шуға күрә беҙ киләсәктә урындағы аҡһаҡалдарҙың күрһәтмәләренә айырыуса мохтаж булырбыҙ. Бәлки, баш идаралыҡ һәм филиалдар менән бәйләнеш өҙөлөр. Шуға күрә бөгөн үк ҡәҙерле аҡһаҡалдарыбыҙҙы яратырға һәм хөрмәт итергә өйрәнәйек! Ниндәй генә хәл булһа ла, әйҙәгеҙ, айыҡ фекер һаҡлайыҡ һәм иғтибарыбыҙҙы уларҙың етешһеҙлектәренә түгел, ә Йәһүәнең Ғайса Мәсих аша улар менән етәкселек иткәненә туплайыҡ. Тимер башлыҡ һуғышсының башын һаҡлаған кеүек, ҡотолоуға өмөт беҙҙең фекер йөрөтөү рәүешебеҙҙе һаҡлай. Беҙ был донъя тәҡдим иткән нәмәләрҙең файҙаһыҙ булыуын таныйбыҙ (Флп. 3:8). Өмөт беҙгә һәр төрлө осраҡта тыныс ҡалырға һәм бер яҡтан икенсе яҡҡа һуғылмаҫҡа ярҙам итә. w23.06 11—12 бб., 11, 12 абз.
Шишәмбе, 9 сентябрь
Аҡылһыҙ ҡатын ғауғасыл була. Ул наҙан (Ғиб. һүҙ. 9:13).
«Аҡылһыҙ ҡатындың» саҡырыуын ишеткән кешеләргә уның янына барырғамы-юҡмы икәнен хәл итергә кәрәк. Енси әхлаҡһыҙлыҡтан һаҡланыр өсөн беҙҙең етди сәбәптәребеҙ бар. «Урлап эскән һыуҙар татлы», — тип әйтә «аҡылһыҙ ҡатын» (Ғиб. һүҙ. 9:17). «Урлап эскән һыуҙар» нимә ул? Изге Яҙмала ир менән ҡатын араһында булған енси мөнәсәбәттәр шишмә һыуы менән сағыштырыла (Ғиб. һүҙ. 5:15—18). Законлы никахта торған ир менән ҡатын ғына был мөнәсәбәттәргә, әлбиттә инде улар саф һәм яраҡлы булһа, кинәнергә хоҡуҡлы. Был мөнәсәбәттәр «урлап эскән һыуҙарҙан» — законһыҙ енси мөнәсәбәттәрҙән бөтөнләй айырылып тора. Ҡараҡтар башҡалар күрмәгәндә әйбер урлаған кеүек, әхлаҡһыҙлыҡ ҡылған кешеләр ҙә быны йәшерен эшләй. Ундай «һыуҙар» кешеләргә татлы булып тойолорға мөмкин, сөнки улар: «Беҙгә бер нәмә лә булмай», — тип уйлай. Ләкин улар үҙҙәрен алдай, сөнки Йәһүә барыһын да күрә. Бындай «һыуҙарҙа» бер ниндәй ҙә татлы нәмә юҡ. Киреһенсә, әхлаҡһыҙлыҡтың емеше әсе, сөнки уны ҡылған кешеләр Йәһүәнең хуплауын юғалта (1 Кәр. 6:9, 10). w23.06 22 б., 7—9 абз.
Шаршамбы, 10 сентябрь
Мин үҙ белдегем [«теләгем», ЯДТ] менән башҡармайым, ә ни бары үҙемә ышанып тапшырылған хеҙмәтте үтәйем (1 Кәр. 9:17).
Һеҙ доғаларығыҙҙың ысын күңелдән булмауын һәм хеҙмәтегеҙ бер төрлө булып китеүен тояһығыҙмы? Был Йәһүәнең һеҙгә изге рух бирмәгәнен аңлатмай. Беҙ камил түгел, шуға күрә хистәребеҙ йыш һәм тиҙ үҙгәрә. Дәртегеҙ һүрелә башлаһа, илсе Павелдың өлгөһө тураһында уйланығыҙ. Ул һәр нәмәлә Ғайсанан үрнәк алырға тырышһа ла, Йәһүәгә хеҙмәт итеү теләге һәр ваҡыт көслө булмаясағын белгән. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, Павел, теләге булмаһа ла, хеҙмәтен башҡарырға әҙер булған. Шулай уҡ һеҙ ҙә ҡарарҙар ҡабул иткәндә камил булмаған хистәргә бирелмәгеҙ. Теләгегеҙ булмаһа ла, дөрөҫ булғанды эшләргә тырышығыҙ. Ваҡыт үтеү менән яҡшы эштәр яҡшы хистәр тыуҙырыр (1 Кәр. 9:16). w24.03 11—12 бб., 12, 13 абз.
Кесаҙна, 11 сентябрь
Мөхәббәтегеҙҙе... берҙәмлектәр алдында иҫбат итегеҙ (2 Кәр. 8:24).
Беҙ ҡәрҙәштәр менән дуҫлашып һәм улар менән ваҡыт үткәреп, уларға ҡарата яратыу күрһәтә алабыҙ (2 Кәр. 6:11—13). Йыйылышта беҙ мәҙәниәттәре һәм холоҡтары төрлө булған ҡәрҙәштәрҙе осрата алабыҙ. Уларҙың яҡшы сифаттарына иғтибар итеү бик мөһим. Шул саҡта уларға ҡарата яратыуыбыҙ үҫә барыр. Башҡаларға Йәһүәнең күҙлегенән ҡарағанда уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Бөйөк афәт ваҡытында яратыу сағылдырыу айырыуса мөһим булыр. Бөйөк афәт башланғас, беҙҙе Йәһүә нисек яҡлар? Мидия-Фарсы ғәскәрҙәре боронғо Вавилонға һөжүм иткәс, Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә: «Бар, халҡым, эске бүлмәләреңә ин һәм артыңдан ишектәреңде яп. Алланың ярһыуы баҫылғансы, бер аҙға ғына йәшенеп тор», — тигән (Ишағ. 26:20). Был һүҙҙәр беҙгә лә — бөйөк афәт алдынан йәшәгән кешеләргә ҡағыла. w23.07 6—7 бб.,14—16 абз.
Йома, 12 сентябрь
Был донъя хәҙерге күренмешендә кире ҡайтмаҫҡа үтеп бара (1 Кәр. 7:31).
Беҙ һығылмалы булырға тейеш. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мине һығылмалы, юл ҡуйыусан, йомшаҡ тип һанайҙармы? Йәиһә мине ҡырыҫ, ҡаты бәғерле, үҙ һүҙле кеше итеп күрәләрме? Мин башҡаларҙы тыңлайыммы һәм урынлы булғанда уларҙың теләктәрен иҫәпкә аламмы?» Һығылмалылыҡ сифатын яҡшыраҡ сағылдырған һайын, беҙ Йәһүәгә һәм Ғайсаға күберәк оҡшаш булып китәбеҙ. Шулай уҡ һығылмалы булыу үҙгәргән шарттарға яраҡлаша белеүҙе аңлата. Шундай үҙгәрештәр арҡаһында беҙҙең көтөлмәгән ауырлыҡтар тыуыуы ихтимал. Мәҫәлән, сәләмәтлегебеҙ менән бәйле етди ауырлыҡтар тыуырға мөмкин. Ә иҡтисади һәм сәйәси үҙгәрештәр тормошобоҙҙо аҫтын-өҫкә әйләндерә ала (Вәғ. 9:11). Ойошмала билдәләнеүҙәрҙең үҙгәреүе беҙҙең өсөн һынау булырға мөмкин. Яңы шарттарға яраҡлашып китергә беҙгә ошо дүрт аҙым ярҙам итер: 1) ысынбарлыҡты таныу, 2) алға ҡарау, 3) ыңғай ҡараш һаҡлау, 4) башҡалар хаҡында ҡайғыртыу. w23.07 21—22 бб., 7, 8 абз.
Шәмбе, 13 сентябрь
Һин ҡәҙерле кеше (Дан. 9:23).
Данилды үҫмер сағында туған яҡтарынан айырып, алыҫ Вавилонға әсирлеккә алып киткәндәр. Унда уға шунда уҡ күҙ һалғандар. Бөтәһе лә Данилдың «бер ниндәй кәмселекһеҙ, күркәм килеш-килбәтле» һәм мирзалар нәҫеленән булыуына иғтибар иткән (1 Сам. 16:7). Шуға күрә вавилондар уны батша һарайында юғары вазифа биләргә әҙерләй башлаған (Дан. 1:3, 4, 6). Йәһүә Данилды ысын күңелдән уны һөйөндөрөргә теләгәне өсөн яратҡан. Уйлап ҡына ҡарағыҙ: Данилға 20 йәш самаһы булғанда, Йәһүә уны үҙенә тиҫтәләгән йылдар тоғро хеҙмәт иткән бөйөк хеҙмәтселәре Нух һәм Әйүп менән бер рәткә ҡуйған! (Баш. 5:32; 6:9, 10; Әйүп 42:16, 17; Йәз. 14:14). Йәһүә Данилды уның бөтә ғүмере дауамында яратҡан (Дан. 10:11, 19). w23.08 2 б., 1, 2 абз.
Йәкшәмбе, 14 сентябрь
Иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә төшөн[өгөҙ] (Эфес. 3:18).
Һеҙ өй алырға йыйынһағыҙ, моғайын, буласаҡ өйөгөҙҙөң бөтә нескәлектәрен белергә теләрһегеҙ. Изге Яҙманы уҡығанда һәм өйрәнгәндә шулай уҡ эш итһәк, яҡшы булыр. Әгәр һеҙ уны тик уҡып ҡына сыҡһағыҙ, «Алла тәғлимәтенең тәү башланғыстарын» ғына белә алырһығыҙ (Евр. 5:12). Ләкин, өй һатып алғандағы кеүек, Изге Яҙманың «эсенә» кереп, уның күп төрлө нескәлектәрен тикшерергә кәрәк. Изге Яҙманы өйрәнеүҙә яҡшы ысул — уның өлөштәре бер-береһе менән нисек бәйле икәнен күреү. Шулай уҡ ниндәй хәҡиҡәттәргә ышанғанығыҙҙы ғына түгел, уларға ни өсөн ышанғанығыҙҙы ла аңларға тырышығыҙ. Изге Яҙманы яҡшы аңлар өсөн уны тәрән өйрәнергә кәрәк. Илсе Павел ҡәрҙәштәрен Алла Һүҙен ентекләп тикшерергә һәм хәҡиҡәттең «иңенә һәм буйына, бейеклегенә һәм тәрәнлегенә» төшөнөргә дәртләндергән. Шулай итеп уларҙың иманы нығыр ине һәм улар ныҡ «нигеҙҙә» торор ине (Эфес. 3:14—19). Беҙгә лә шулай эшләргә кәрәк. w23.10 18 б., 1—3 абз.
Дүшәмбе, 15 сентябрь
Имандаштар, Раббы исеменән һөйләгән пәйғәмбәрҙәрҙең ғазаптарынан һәм сабырлығынан үрнәк алығыҙ (Яҡ. 5:10).
Изге Яҙмала сабырлыҡ сағылдырған күп кешеләрҙең миҫалдары бар. Уларҙың тормошон яҡшыраҡ белергә маҡсат ҡуйығыҙ. Мәҫәлән, Дауыттың миҫалын тикшерегеҙ. Үҫмер сағында Йәһүә уны Израилдең батшаһы итеп билдәләгән. Әммә батшалыҡты алғансы, уға күп йылдар көтөргә тура килгән. Симеон һәм Анна тиҫтәләгән йылдар дауамында Мәсихтең килеүен көткән һәм Йәһүәгә тоғро хеҙмәтен дауам иткән (Лука 2:25, 36—38). Алланың тоғро хеҙмәтселәренең тормоштарын тикшергәндә, үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Нимә ярҙамында был кеше сабыр булған? Был уға ниндәй файҙа килтергән? Мин унан нисек өлгө ала алам?» Шулай уҡ сабыр булмаған кешеләрҙең миҫалдарынан да күп һабаҡтар алып була (1 Сам. 13:8—14). Үҙегеҙҙән: «Ни өсөн ул түҙемлеген юғалтҡан? Был ниндәй эҙемтәләргә килтергән?» — тип һорағыҙ. w23.08 24 б., 15 абз.
Шишәмбе, 16 сентябрь
Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе итеп таныйбыҙ (Яхъя 6:69).
Илсе Петр тоғро кеше булған. Ул Ғайсаның эҙенән теүәл барған һәм бер нәмә лә уны туҡтата алмаған. Ғайса үҙ шәкерттәренә аңлауы ауыр булған хәҡиҡәттәрҙе әйткәс, Петрҙың тоғролоғо айырыуса күренгән (Яхъя 6:68). Ғайсаның аңлатыуын көтөп тормайынса, күптәр уны ҡалдырған. Ә Петр уға тоғро ҡалған. Ул Ғайсаның «мәңгелек тормош һүҙҙәрен» һөйләгәнен яҡшы аңлаған. Ғайса Петрҙың һәм башҡа илселәренең уны ҡалдырасағын белгән. Шулай ҙа ул Петрҙың рухи яҡтан нығынып китәсәгенә һәм Аллаға тоғро хеҙмәт итәсәгенә ышанысын белдергән (Лука 22:31, 32). Ғайса «рух ашҡынып тора, ә тән хәлһеҙ» икәнен аңлаған (Марк 14:38). Шуға күрә Петр унан ваз кисһә лә, Ғайса үҙ илсеһен кире ҡаҡмаған. Терелгәндән һуң ул, Петр яңғыҙы булғанда, уға күренгән (Марк 16:7; Лука 24:34; 1 Кәр. 15:5). Әлбиттә, был үҙ хаталарына ныҡ үкенгән илсене бик нығытҡан. w23.09 22 б., 9, 10 абз.
Шаршамбы, 17 сентябрь
Яуыз эштәре кисерелгән, гонаһтары бөтөрөлгән кешеләр бәхетле (Рим. 4:7).
Әгәр кеше Аллаға ышанһа, Алла уның гонаһтарын тулыһынса кисерә, йәғни уларҙы ҡаплай һәм бүтән иҫкә төшөрмәй (Зәб. 32:1, 2). Иманы арҡаһында ул ғәйепһеҙ һәм тәҡүә кеше тип һанала. Ибраһим, Дауыт һәм Алланың башҡа тоғро хеҙмәтселәре тәҡүә тип һаналһа ла, камилһыҙ һәм гонаһлы булып ҡалған. Ләкин имандары арҡаһында Алла уларҙы, айырыуса уға ышанмаған кешеләр менән сағыштырғанда, ғәйепһеҙ тип тапҡан (Эфес. 2:12). Илсе Павелдың һүҙҙәренән күренеүенсә, Алланың дуҫы булыр өсөн иман кәрәк. Ибраһим да, Дауыт та Аллаға иман иткән, шуға улар уның дуҫы булған. Беҙҙең иманыбыҙ булһа, беҙ ҙә Алланың дуҫы була алабыҙ. w23.12 3 б., 6, 7 абз.
Кесаҙна, 18 сентябрь
Аллаға даими рәүештә данлау ҡорбаны килтерәйек, тимәк, Уның исемен телебеҙ менән маҡтайыҡ (Евр. 13:15).
Бөгөн бөтә мәсихселәр ҙә Йәһүәгә ҡорбан килтереү хөрмәтенә эйә. Был Батшалыҡ эшенә бағышланған ваҡытыбыҙ, көсөбөҙ һәм мөлкәтебеҙ булырға мөмкин. Шулай итеп беҙ Йәһүәгә уға табына алғаныбыҙ өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы һәм уға иң яҡшыһын бирергә теләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ. Илсе Павел доға ҡылыу, вәғәзләү, осрашыуҙарға йөрөү һәм ҡәрҙәштәрҙе нығытыу тураһында яҙған. Беҙгә быларҙы бер ҡасан да оноторға ярамай (Евр. 10:22—25). «Раббы көнөнөң яҡынлашыуын» күреп, беҙгә «бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп» торорға кәрәк. Асылыш китабының һуңғы өлөшөндә Йәһүә фәрештәһенең ике тапҡыр «Аллаға баш эй!» тигән саҡырыуы яҙылған (Асыл. 19:10; 22:9). Фәрештәнең был һүҙҙәрҙе ҡабатлап әйтеүе был саҡырыуға ҡолаҡ һалыу бик мөһим икәнен күрһәтә. Әйҙәгеҙ, Йәһүәнең бөйөк рухи ғибәҙәтханаһы тураһындағы тәрән хәҡиҡәттәрҙе иҫтә тотайыҡ һәм Аллаға ғибәҙәт ҡыла алыуыбыҙҙы ҡәҙерләйек! w23.10 29 б., 17, 18 абз.
Йома, 19 сентябрь
Бер-беребеҙҙе яратайыҡ (1 Яхъя 4:7).
Беҙ бөтәбеҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға теләйбеҙ. Ләкин Ғайсаның «күпселек кешенең һөйөүе һыуыныр» тигән киҫәтеүен иҫтә тотоу мөһим (Матф. 24:12). Ул «күпселек кешенең» тип әйткәндә, шәкерттәрен күҙ уңында тотмаған. Шулай ҙа беҙгә һаҡ булырға кәрәк, сөнки был донъяның һыуыҡ һәм эгоистик рухы беҙгә лә йоғорға мөмкин. Ҡәрҙәштәргә ҡарата яратыуыбыҙ ни тиклем көслө икәнен тикшереп буламы? Әйҙәгеҙ, юғарыла әйтелгәнде иҫәпкә алып, быны ҡарап сығайыҡ. Яратыуыбыҙҙың көсөн тикшерер өсөн бер ысул — тормоштоң төрлө осраҡтарында үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙҙы күҙәтеү (2 Кәр. 8:8). Мәҫәлән, илсе Петр: «Бөтәһенән дә бигерәк бер-берегеҙҙе ысын йөрәктән яратығыҙ, сөнки мөхәббәт булған ерҙә күп гонаһтар кисерелә», — тип яҙған (1 Пет. 4:8). Ҡәрҙәштәр хата яһағанда йә беҙҙе рәнйеткәндә, үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙ уларҙы ныҡ яратабыҙмы-юҡмы икәнен күрһәтә. w23.11 10 б., 12, 13 абз.
Шәмбе, 20 сентябрь
Бер-берегеҙҙе яратығыҙ (Яхъя 13:34).
Йыйылышта ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙе генә яратһаҡ, беҙ, Ғайсаның «бер-берегеҙҙе яратығыҙ» тигән әмере буйынса йәшәйбеҙ, тип әйтә алмайбыҙ. Әлбиттә, ҡәрҙәштәрҙең ҡайһы берҙәрен беҙ нығыраҡ яратабыҙҙыр. Ғайса ла ҡайһы бер шәкерттәрен яҡын күргән (Яхъя 13:23; 20:2). Әммә илсе Петр, йыйылышта бөтә ҡәрҙәштәрҙе лә яратырға тырышығыҙ, тип өндәй. Шул саҡта һәр беребеҙ үҙен татыу ғаиләнең ағзаһы итеп тойор (1 Пет. 2:17). Петр «бер-беребеҙҙе ысын күңелдән» яратырға дәртләндергән (1 Пет. 1:22). Ошо контекста был һүҙбәйләнеш яратырға еңел булмағандарҙы йөрәгебеҙгә индерер өсөн уның сиктәрен киңәйтеүҙе аңлата. Әйтәйек, кемдер беҙҙе рәнйеткән, ти. Беҙҙә, яратыу күрһәтер урынына, шунда уҡ үс алыу теләге тыуырға мөмкин. Әммә Петр Ғайсанан Алланың үс алыуҙы хупламағанын белгән (Яхъя 18:10, 11). Шуға күрә ул: «Яманлыҡҡа яманлыҡ менән йәки мыҫҡыллауға мыҫҡыллау менән яуап ҡайтармағыҙ. Киреһенсә, фатиха бирегеҙ», — тип яҙған (1 Пет. 3:9). Ҡайнар яратыуығыҙ һеҙҙе игелекле һәм иғтибарлы булырға дәртләндерһен! w23.09 28—29 бб., 9—11 абз.
Йәкшәмбе, 21 сентябрь
Ҡатындар... айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын (1 Тим. 3:11).
Баланың тиҙ үҫеүе бик ғәжәпләндерә! Бының өсөн уларҙан тырышлыҡ талап ителмәй. Әммә рухи яҡтан үҫер өсөн күп көс һалырға кәрәк (1 Кәр. 13:11; Евр. 6:1). Етлеккән мәсихсе булыр өсөн, беҙгә Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтереү мөһим. Шулай уҡ беҙгә изге рух кәрәк. Ул беҙгә Алланың күңеленә хуш килгән сифаттар, файҙалы оҫталыҡтар үҫтерергә һәм киләсәктә өҫтөбөҙгә яуаплылыҡ алырға ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 1:5). Йәһүә кешеләрҙе ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп барлыҡҡа килтергән (Баш. 1:27). Әлбиттә, ир менән ҡатын физик яҡтан ғына түгел, ә башҡа яҡтан да айырылып тора. Йәһүә уларҙың һәр береһенә төрлө вазифалар тапшырған. Шул вазифаларҙы үтәр өсөн уларға билдәле бер сифаттар һәм оҫталыҡтар кәрәк (Баш. 2:18). w23.12 18 б., 1, 2 абз.
Дүшәмбе, 22 сентябрь
Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы Ата [һәм] Улы... исеме менән һыуға сумдырығыҙ (Матф. 28:19).
Ғайса үҙ Атаһының исемен әйтеүҙәрен теләгәнме? Әлбиттә. Ул ваҡытта йәшәгән ҡайһы бер дин әһелдәре, моғайын, Алланың изге исемен ҡысҡырып әйтергә ярамай тип һанағандыр. Ләкин Ғайса ундай йолаларға Атаһының исемен маҡтарға ҡамасауларға юл ҡуймаған. Ғайсаның гирасалар ерендә ен эйәләшкән бер кешене һауыҡтырғанын иҫкә төшөрәйек. Кешеләр ҡурҡыуға ҡалған һәм улар Ғайсаның унан тиҙерәк китеүҙәрен һораған. Ғайса тап шулай эш иткән дә (Марк 5:16, 17). Шулай ҙа Ғайса ул ерҙәрҙә Йәһүәнең исемен белеүҙәрен теләгән. Шуға күрә һауыҡҡан кешегә, туғандарына барып, нимә булғанын һөйләргә һәм уны Ғайса түгел, ә Йәһүә һауыҡтырҙы, тип әйтергә ҡушҡан (Марк 5:19). Ғайса бөгөн дә бөтә кешеләрҙең Алланың исемен ишетеүҙәрен теләй! (Матф. 24:14; 28:20). Шуға күрә беҙ, вәғәзләгәндә был исемде ҡулланып, күктәге Батшабыҙ Ғайсаны шатландырабыҙ. w24.02 10 б., 10 абз.
Шишәмбе, 23 сентябрь
Минең исемем хаҡына күпте [кисерҙең] (Асыл. 2:3).
Донъялағы шарттар насарайғандан-насарая бара. Ләкин Йәһүәнең ойошмаһында беҙ үҙебеҙҙе хәүефһеҙлектә тоябыҙ. Алла беҙгә ҡәрҙәшлек бүләк иткән (Зәб. 133:1). Ул шулай уҡ беҙгә ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе нығытырға ярҙам итә һәм күңел тыныслығы табырға өйрәтә (Эфес. 5:33—6:1). Йәһүәгә хеҙмәт итеү һәр ваҡытта ла еңел түгел. Ҡайһы саҡта ҡәрҙәштәребеҙ беҙҙе рәнйетергә мөмкин. Йә ҡат-ҡат ҡылған хаталарыбыҙ арҡаһында күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүебеҙ бар. Әммә бирешергә кәрәкмәй. Имандашыбыҙ беҙҙе рәнйетһә, тормош иптәшебеҙ өмөтөбөҙҙө аҡламаһа йә үҙебеҙгә ҡарата кире ҡарашта булһаҡ та, беҙ Йәһүәгә артабан да тоғро хеҙмәт итә алабыҙ. w24.03 14 б., 1, 2 абз.
Шаршамбы, 24 сентябрь
Беҙ өлгәшкәндәребеҙ буйынса фекер йөрөтөргә һәм шулар буйынса артабан йәшәргә тейешбеҙ (Флп. 3:16).
Ваҡыт-ваҡыт һеҙ ҡайһы бер ҡәрҙәштәрҙең үҙ хеҙмәттәрен киңәйткәне тураһында ишетәһегеҙҙер. Бәлки, улар Батшалыҡ вәғәзселәре мәктәбен бөтөргәндер һәм вәғәзселәргә ихтыяж булған ергә күсенгәндер. Һеҙ ҙә шундай маҡсат ҡуя алаһығыҙ. Йәһүә халҡы уға күберәк хеҙмәт итер өсөн һәр ваҡыт мөмкинлектәр эҙләй (Илс. 16:9). Ләкин әле шарттарығыҙ арҡаһында хеҙмәтегеҙҙе киңәйтә алмаһағыҙ, нимә эшләргә? Үҙегеҙҙе башҡаларҙан кәм тип һанамағыҙ. Хеҙмәттә эшләй алғанығыҙҙы ҡәҙерләгеҙ. Иң мөһиме, бирешмәгеҙ (Матф. 10:22). Үҙ мөмкинлектәрегеҙгә ҡарап Йәһүә өсөн барыһын да эшләгеҙ. Был һеҙгә һыуға сумдырылғандан һуң да Ғайса артынан барырға ярҙам итер (Зәб. 26:1). w24.03 10 б., 11 абз.
Кесаҙна, 25 сентябрь
Алла бөтөн гонаһтарыбыҙҙы кисер[ҙе] (Кол. 2:13).
Күктәге Атабыҙ тәүбә иткән кешеләрҙе кисерергә вәғәҙә бирә (Зәб. 86:5). Шуға күрә гонаһ ҡылғанға ихлас үкенһәк, беҙ Йәһүәгә ышана алабыҙ: ул «кисерҙем» тип әйтә икән, тимәк, тап шулай. Онотмағыҙ: Алла ул ҡаты һәм талапсан түгел. Ул бер ҡасан да көсөбөҙҙән килмәгәнде көтмәй. Ул беҙҙең эшләй алған эштәребеҙгә һөйөнә. Йәһүәнең уның өсөн бар көсөн һалып эшләгән хеҙмәтселәре, мәҫәлән, илсе Павел тураһында уйланығыҙ. Ул Аллаға күп йылдар ашҡынып хеҙмәт иткән, меңәрләгән саҡрым юлдар үткән һәм бик күп йыйылыштар ойошторған. Ләкин шарттар үҙгәргәс, ул элекке кеүек хеҙмәт итә алмаған. Был Йәһүәнең уның менән ҡәнәғәт булмағанын аңлатамы? Юҡ. Павел көсөнән килгәндең барыһын эшләгән һәм Алла уны фатихалаған (Илс. 28:30, 31). Беҙҙең турала ла шуны уҡ әйтеп була. Ҡайһы саҡта беҙ аҙ, ә ҡайһы саҡта күп эшләйбеҙ, ләкин был мөһим түгел. Йәһүә өсөн иң мөһиме — эске ниәттәребеҙ. w24.03 27 б., 7, 9 абз.
Йома, 26 сентябрь
Иртәгеһен Ғайса... аулаҡ урынға барып доға ҡылды (Марк 1:35).
Доға ҡылыу тураһында әйткәндә, Ғайса үҙ шәкерттәренә яҡшы үрнәк ҡалдырған. Ерҙә хеҙмәт иткәндә, ул Йәһүәгә бик йыш доға ҡылған. Ул бының өсөн ваҡыт бүлгән, сөнки гел кешеләр янында булғанға, уның буш бер минуты ла булмаған (Марк 6:31, 45, 46). Аулаҡ урында доға ҡылыр өсөн, ул таң атҡансы уянған. Кәм тигәндә бер тапҡыр ул етди ҡарар ҡабул итер алдынан төнө буйы доға ҡылып сыҡҡан (Лука 6:12, 13). Һәм хеҙмәтенең иң ауыр осоронда — үлеме алдынан төндө — ул бер нисә тапҡыр доға ҡылған (Матф. 26:39, 42, 44). Ғайсаның үрнәге, эшебеҙ ни тиклем күп булһа ла, доға ҡылыр өсөн ваҡыт бүлеү мөһим икәнен күрһәтә. Бәлки, бының өсөн үҙ графигыбыҙҙа ваҡыт бүлеп ҡуйырға кәрәктер. Мәҫәлән, саҡ ҡына иртәрәк торорға йәиһә һуңыраҡ ятырға. Шулай итеп беҙ Йәһүәгә уның бүләген ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтербеҙ. w23.05 3 б., 4, 5 абз.
Шәмбе, 27 сентябрь
Алла Үҙенең мөхәббәтен беҙгә бирелгән Изге Рух аша йөрәктәребеҙгә мул итеп яуҙырған (Рим. 5:5).
«Мөхәббәтен... мул итеп яуҙырған» тигән һүҙбәйләнешкә иғтибар итегеҙ. Был һүҙбәйләнеш бер белешмәлә бына нисек аңлатыла: майланғандарҙың йөрәктәренә Йәһүәнең мөхәббәте «ташҡын һымаҡ аға». Йәһүәнең майланғандарҙы яратҡанына ниндәй көслө дәлил! Улар Алланың яратыуына шикләнмәй (Йәһ. 1). Илсе Яхъя майланғандарҙың уртаҡ хистәрен бына нисек белдергән: «Ҡарағыҙ, Ата беҙҙе ҡайһылай ныҡ яратҡан: беҙҙе „Алла балалары“ тип атайҙар!» (1 Яхъя 3:1). Йәһүә тик майланғандарҙы ғына яратамы? Юҡ. Уның беҙҙең бөтәбеҙҙе лә яратҡанына дәлилдәр бик күп. Йәһүәнең бөйөк яратыуы нимәлә сағылған? Йәһүә беҙҙең өсөн йолом ҡорбаны биргән. Әллә тағы ла ҡәҙерлерәк берәй нәмә бармы? (Яхъя 3:16; Рим. 5:8). w24.01 28 б., 9, 10 абз.
Йәкшәмбе, 28 сентябрь
Һиңә ярҙам һорап ялбарған көндө дошмандарым сигенер. Алланың минең яҡлы икәненә ышанысым ныҡ минең (Зәб. 56:9).
Был аятта Дауытҡа үҙ ҡурҡыуҙарын еңергә нимә ярҙам иткәнен күрәбеҙ. Уның тормошо ҡурҡыныс аҫтында булһа ла, ул Йәһүәнең киләсәктә уның өсөн нимә эшләйәсәге тураһында уйланған. Дауыт Йәһүәнең кәрәк саҡта уны яҡлаясағын һәм ҡотҡарасағын яҡшы белгән. Алла уға, һин Израилдең батшаһы булырһың, тип инде әйткән (1 Сам. 16:1, 13). Дауыт шуға ышанған: Йәһүә нимәнелер вәғәҙә итә икән, был үтәлмәй ҡалмай. Йәһүә һәр беребеҙ өсөн нимә эшләргә вәғәҙә итә? Беҙ, әлбиттә, унан бөтә ауырлыҡтарҙан ҡотҡарыуын көтмәйбеҙ. Ләкин уның беҙ бөгөн дусар булған бөтә һынауҙарҙы һәм проблемаларҙы яңы донъяла юҡ итәсәген яҡшы беләбеҙ (Ишағ. 25:7—9). Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙең үлгәндәрҙе терелтергә, беҙҙе физик һәм эмоциональ ауырыуҙарҙан һауыҡтырырға һәм бөтә дошмандарыбыҙҙы юҡ итергә көсө етерлек (1 Яхъя 4:4). w24.01 6 б., 12, 13 абз.
Дүшәмбе, 29 сентябрь
Енәйәте кисерелгән, гонаһы ғәфү ителгән кеше бәхетле (Зәб. 32:1).
Бағышланыуығыҙ һәм һыуға сумдырылыуығыҙ тураһында уйланығыҙ. Һеҙ был аҙымдарҙы Йәһүә яғына баҫырға теләгәнгә яһанығыҙ. Хәҡиҡәтте тапҡанығыҙға һеҙҙе нимә инандырғанын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Һеҙ Йәһүә тураһында хаҡ белем алдығыҙ һәм күктәге Атағыҙҙы ярата һәм хөрмәт итә башланығыҙ. Һеҙ иман үҫтерҙегеҙ һәм был иман һеҙҙе тәүбә итергә дәртләндерҙе. Йәһүә нәфрәт иткән нәмәләрҙән баш тартып, һеҙ уның ихтыяры буйынса эш итә башланығыҙ. Алла һеҙҙе ғәфү иткәнен белгәс, өҫтөгөҙҙән ауыр йөк төшкәндәй булғандыр (Зәб. 32:2). Һеҙ шулай уҡ йыйылыш осрашыуҙарына йөрөнөгөҙ һәм башҡаларға үҙегеҙ белгән иҫ киткес хәҡиҡәттәрҙе һөйләй башланығыҙ. Шунан һуң һеҙ бағышландығыҙ һәм һыуға сумдырылдығыҙ. Хәҙер инде һеҙ тормошҡа алып барған юлдан бараһығыҙ һәм был юлдан тайпылмаҫ өсөн бар көсөгөҙҙө һалаһығыҙ (Матф. 7:13, 14). Әйҙәгеҙ, ныҡ булайыҡ, Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡлайыҡ һәм һәр ваҡыт уның күрһәтмәләренә тәүәккәллек менән буйһонайыҡ. w23.07 17 б., 14 абз.; 19 б., 19 абз.
Шишәмбе, 30 сентябрь
Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро, һәм Ул артабан да көсөгөҙ етмәҫлек һынауҙарға юл ҡуймаясаҡ. Һынауҙы йырып сыға алыуығыҙ өсөн, уны үтеү юлын да күрһәтәсәк (1 Кәр. 10:13).
Бағышланыуығыҙҙы иҫтә тотоу ҡотҡоларға ҡаршы торорға ярҙам итер. Мәҫәлән, һеҙ никахта торған ҡаршы енестәге кешегә тейешһеҙ иғтибар күрһәтерһегеҙме? Әлбиттә, юҡ. Һеҙ ундай тәртиптән инде баш тарттығыҙ. Шулай итеп һеҙ дөрөҫ булмаған теләктәрҙең үҫеүенә юл ҡуймаҫһығыҙ һәм һуңынан улар килтерә алған күңел әрнеүен татымаҫһығыҙ. «Яуыздар юлынан» ситтә йөрөүегеҙгә һеҙ бик шат булырһығыҙ! (Ғиб. һүҙ. 4:14, 15). Ғайса Мәсихте иҫтә тотоғоҙ. Ул күктәге Атаһын һөйөндөрөргә бик теләгән. Уның өлгөһө һеҙгә Алланы күңелһеҙләндергән бөтә нәмәне тиҙ һәм тәүәккәллек менән кире ҡағырға ярҙам итер (Матф. 4:10; Яхъя 8:29). Тормошоғоҙҙағы һынауҙар һәм ҡотҡолар һеҙгә Ғайса артынан барырға әҙер булыуығыҙҙы иҫбатларға мөмкинлек бирә. Шикләнмәгеҙ, Йәһүә һеҙгә был яҡтан ярҙам итәсәк. w24.03 9—10 бб., 8—10 абз.