Дүшәмбе, 13 октябрь
Йәһүә йөрәкте күрә (1 Сам. 16:7).
Ҡайһы саҡта беҙ үҙебеҙҙе эшкинмәгән тип һанайбыҙ. Ләкин Йәһүә улай тип уйламай. Быны иҫтә тотоу бик мөһим. Ул бит үҙе беҙҙе уға дуҫ булырға саҡырған (Яхъя 6:44). Моғайын, беҙ үҙебеҙҙең ни тиклем яҡшы икәнебеҙҙе хатта белмәйбеҙҙер, ләкин Йәһүә йөрәгебеҙҙе күрә (2 Йыл. 6:30). Ул, һин яратыуға лайыҡ, тип әйтә икән, тимәк, быға шикләнергә сәбәп юҡ (1 Яхъя 3:19, 20). Ҡайһы берәүҙәр хәҡиҡәткә тиклем ҡылған етди гонаһтары өсөн ғәйеп тойғоһо кисерә (1 Пет. 4:3). Хатта тоғро мәсихселәргә лә гонаһлы теләктәр менән көрәшергә тура килә. Ә һеҙҙе йөрәгегеҙ ғәйепләйме? Ул саҡта оҡшаш хистәр кисергән башҡа тоғро хеҙмәтселәр тураһында уйланыу һеҙҙе йыуатыр. Мәҫәлән, илсе Павел үҙенең хаталарын һәм етешһеҙлектәрен танып, ныҡ ҡайғырған (Рим. 7:24). Павел гонаһтары өсөн тәүбә итеп һыуға сумдырылһа ла, һаман да үҙен «илселәрҙең иң кесеһе» һәм «иң гонаһлыһы» тип һанаған (1 Кәр. 15:9; 1 Тим. 1:15). w24.03 27 б., 5, 6 абз.
Шишәмбе, 14 октябрь
Халыҡ... Йәһүәнең йортон ҡалдыр[ҙы] (2 Йыл. 24:18).
Йәһүәш батшаның хатаһын ҡабатларға теләмәһәң, үҙеңә яҡшы йоғонто яһаған дуҫтар һайла. Был Йәһүәне яратҡан һәм уның хистәрен иҫәпкә алған кешеләр булырға тейеш. Ҡайһы бер дуҫтарың һиңә тиңдәш булмаҫ. Йәһүәш үҙенең дуҫы Йодайҙан күпкә йәшерәк булған. Дуҫтарың яҡшымы-юҡмы икәнен аңлар өсөн, үҙеңә ошондай һорауҙар бир: «Был дуҫлыҡ Йәһүәгә иманымды нығытамы? Дуҫтарым Йәһүәне тыңларға тырышамы һәм мине лә шулай эш итергә өндәйме? Улар Йәһүә тураһында һәм рухи темаларға һөйләшергә яратамы? Улар Алланың ҡанундарын хөрмәт итәме? Улар мин ишетергә теләгәнде генә һөйләйме? Ситкә тайпылһам, улар миңә кәңәш бирергә ҡурҡмаҫмы?» (Ғиб. һүҙ. 27:5, 6, 17). Дөрөҫөн генә әйткәндә, Йәһүәне яратмаған дуҫтар һиңә кәрәкмәй. Ә дуҫтарың Йәһүәне яратһа, уларға ныҡ тотон — яҡшы дуҫтар менән хур булмаҫһың! (Ғиб. һүҙ. 13:20). w23.09 9 б., 6, 7 абз.
Шаршамбы, 15 октябрь
Мин — Альфа һәм Омега (Асыл. 1:8).
Альфа — грек алфавитының беренсе хәрефе, ә омега — һуңғыһы. «Альфа һәм Омега» тип әйтеп, Йәһүә ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уны аҙағына тиклем еткерәсәген күрһәтә. Йәһүә Әҙәм менән Һауаны барлыҡҡа килтергәс, уларға әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ» (Баш. 1:28). Тап шул саҡта Йәһүә «Альфа» тип әйткәндәй булған. Үҙ ниәтен ул асыҡ аңлатҡан: Әҙәм менән Һауаның камил, тыңлаусан тоҡомдары ерҙә тараласаҡ һәм уны ожмахҡа әйләндерәсәк. Йәһүәнең был ниәте ғәмәлгә ашҡас, ул образлы «Омега» тип әйтәсәк. Алла күк менән ерҙе барлыҡҡа килтереүен тамамлағас, шулай буласағына гарантия биргән. Был Йәһүәнең кешелеккә һәм ергә ҡарата ниәте етенсе көндөң аҙағына тулыһынса үтәләсәген күрһәтә (Баш. 2:1—3). w23.11 5 б., 13, 14 абз.