Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
Белдереү
Яңы телдәр: Betsimisaraka (Northern), Betsimisaraka (Southern), Konkomba, Matses, Mi'kmaq
  • Бөгөн

Йома, 17 октябрь

Яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ (Эфес. 5:8).

«Яҡтылыҡ кешеләре» булып йәшәр өсөн, беҙгә изге рух кәрәк, сөнки уның ярҙамы менән генә беҙ был боҙоҡ донъяла саф булып ҡала алабыҙ (1 Тис. 4:3—5, 7, 8). Изге рух беҙҙе Алланың ҡарашына ҡаршы килгән фәлсәфәләрҙән һәм был донъяның фекер йөрөтөү рәүешенән һаҡлай. Шулай уҡ изге рух беҙгә «һәр төрлө изгелеккә, ғәҙеллеккә» ынтылырға ярҙам итә (Эфес. 5:9). Изге рухты нисек алырға? Уның хаҡында доға ҡылырға кәрәк. Ғайса: «Күктәге Атағыҙ Үҙенән һораусыларға уғата Изге Рух бирәсәк», — тигән (Лука 11:13). Йәһүә шулай уҡ изге рухты беҙгә йыйылыш осрашыуҙарында бирә. (Эфес. 5:19, 20) Был рух ярҙамында беҙ Йәһүәне һөйөндөрөп йәшәй алабыҙ. w24.03 23—24 бб., 13—15 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Шәмбе, 18 октябрь

Һорағыҙ — һәм һеҙгә бирерҙәр; эҙләгеҙ — һәм табырһығыҙ; шаҡығыҙ — һәм һеҙгә асырҙар (Лука 11:9).

Һиңә сабырыраҡ булырға кәрәкме? Әгәр ҙә шулай икән, бының хаҡта доға ҡыл. Сабырлыҡ — изге рух емешен тәшкил иткән сифаттарҙың береһе (Ғал. 5:22, 23). Тимәк, беҙ был күркәм сифатты үҙ көсөбөҙ менән үҫтерә алмайбыҙ. Әгәр ниндәйҙер осраҡта сабыр булып ҡалыу еңел булмаһа, беҙ Алланан изге рух һорайбыҙ (Лука 11:13). Шулай уҡ беҙ Йәһүәнән бөтә нәмәгә уның күҙлегенән ҡарарға ярҙам итеүен һорай алабыҙ. Ә доға ҡылғандан һуң сабыр булыр өсөн көн һайын көс һалырға кәрәк. Сабырлыҡ тураһында йышыраҡ доға ҡылһаҡ һәм сабыр булырға тырышһаҡ, был сифат күңелебеҙҙә тамырланыр һәм шәхесебеҙҙең айырылғыһыҙ өлөшө булып китер. Шулай уҡ Изге Яҙмалағы миҫалдар өҫтөндә уйланыу мөһим. Изге Яҙмала сабырлыҡ сағылдырған байтаҡ кешеләр тураһында әйтелгән. Уларҙың миҫалдары беҙҙе күпкә өйрәтә ала. w23.08 22 б., 10, 11 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025

Йәкшәмбе, 19 октябрь

Ау һалығыҙ (Лука 5:4).

Ғайса илсе Петрға Йәһүә уны бер ҡасан да ҡалдырмаясағын аңларға ярҙам иткән. Ул терелгәндән һуң, Петр һәм илселәре күп балыҡ тота алһын өсөн, мөғжизә ҡылған (Яхъя 21:4—6). Был мөғжизә, һис шикһеҙ, Петрҙы Йәһүәнең уның матди ихтыяждары хаҡында еңел генә ҡайғырта аласағына ышандырған. Шул саҡта Петр, моғайын, Ғайсаның, Йәһүә Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйғандарҙы тәьмин итер, тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөргәндер (Матф. 6:33). Шуға күрә Петр үҙ ғүмерен балыҡ тотоуға түгел, ә Аллаға хеҙмәт итеүгә бағышлаған. Б. э. 33 йылында Илленсе көн байрамында Петр ҡыйыулыҡ менән телмәр һөйләгән, һәм меңәрләгән кеше һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул иткән (Илс. 2:14, 37—41). Һуңыраҡ ул самарияндарға һәм еврей халҡынан булмаған кешеләргә Мәсихтең шәкерте булып китергә ярҙам иткән (Илс. 8:14—17; 10:44—48). Күреүебеҙсә, Йәһүә Петрҙы төрлө халыҡтан булған кешеләрҙе йыйылышҡа килтерер өсөн бик яҡшы ҡулланған. w23.09 20 б.. 1 абз.; 23 б., 11 абз.

Изге Яҙманы тикшерәбеҙ 2025
Рәхим итегеҙ!
Был Йәһүә шаһиттарының төрлө телдәрҙә сыҡҡан баҫмалары буйынса тикшереү үткәрер өсөн онлайн китапхана.
Баҫманы күсереп алыр өсөн jw.org сайтына инегеҙ.
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу