Беренсе Кәринттәргә
8 Боттарға ҡорбан ителгән ризыҡҡа килгәндә, беҙҙең бөтәбеҙҙең дә был турала белемебеҙ бар. Белем тәкәббер итә, ә яратыу нығыта. 2 Әгәр берәйһе нимәнелер беләм тип уйлай икән, ул шул хаҡта белергә кәрәкле бөтә нәмәне белмәй әле. 3 Ә кем Алланы ярата, Алла шул кешене белә.
4 Шулай итеп, боттарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашарға яраймы? Белеүебеҙсә, бот бер ни ҙә түгел һәм бер генә Алла бар. 5 Күктә һәм ерҙә алла тип аталғандар булһа ла (ысынлап та, «аллалар» һәм «хужалар» күп), 6 беҙҙең өсөн бер генә Алла — күктәге Атабыҙ бар. Бөтә нәмә — унан, һәм беҙ уның өсөн йәшәйбеҙ. Шулай уҡ бер генә Хужабыҙ — Ғайса Мәсих бар. Бар нәмә уның аша булдырылған, һәм беҙ уның аша йәшәйбеҙ.
7 Ләкин барыһы ла бындай белемгә эйә түгел. Ҡайһы берәүҙәр элек боттарға табынған, шуға боттарға ҡорбан ителгән ризыҡты ашағанда, улар үҙҙәрен ботҡа табынғандай тоя, һәм уларҙың көсһөҙ выжданы нәжесләнә. 8 Ләкин ризыҡ беҙҙе Аллаға яҡынлаштырмай. Ашамайбыҙ икән, бер нәмә лә юғалтмайбыҙ, ашайбыҙ икән, бер нәмәгә лә эйә булмайбыҙ. 9 Тик һаҡ булығыҙ, һеҙҙең һайлау иркегеҙ көсһөҙҙәр өсөн кәртә булып китмәһен. 10 Сөнки көсһөҙ берәү һинең, белемгә эйә булған кешенең, боттарға табына торған ғибәҙәтханала ашап ултырғаныңды күреп ҡалһа, был уны, выжданына ҡаршы барып, боттарға ҡорбан ителгәнде ашарға этәрмәҫме? 11 Шулай итеп белемең менән һин көсһөҙҙө һәләк итәһең, ә ул бит һинең ҡәрҙәшең, уның өсөн Мәсих үлгән. 12 Ҡәрҙәштәрегеҙгә ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылғанда һәм уларҙың көсһөҙ выждандарын яралағанда, һеҙ Мәсихкә ҡаршы гонаһ ҡылаһығыҙ. 13 Шуға ризыҡ ҡәрҙәшем өсөн кәртә булып китһә, ҡәрҙәшем өсөн кәртә булмаҫ өсөн мәңге ит ашамам.