Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Кәринттәргә 7
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Кәринттәргә. Йөкмәтке

      • Никахта тормағандарға һәм никахтағыларға кәңәштәр (1—16)

      • Алла ниндәй хәлдә саҡырҙы, шул хәлдә ҡалығыҙ (17—24)

      • Никахта тормағандар һәм тол ҡатындар (25—40)

        • Никахҡа кермәүҙең өҫтөнлөктәре (32—35)

        • Хужабыҙҙың шәкерте менән генә никахҡа керегеҙ (39)

1 Кәринттәргә 7:1

Төшөрмәләр

  • *

    Йәғни ҡатын менән енси мөнәсәбәткә инмәү.

1 Кәринттәргә 7:2

Төшөрмәләр

  • *

    Порне́йа тигән грек һүҙе күплек һанда тора. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Ғаилә бәхетенең сере», 156—157 бб.

1 Кәринттәргә 7:3

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Ғаилә бәхетенең сере», 157 б.

1 Кәринттәргә 7:5

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап», 139 мәҡәлә

    «Ғаилә бәхетенең сере», 157 б.

1 Кәринттәргә 7:6

Төшөрмәләр

  • *

    Күрәһең, Пауыл 2-се аятта әйткән һүҙҙәрен күҙ уңында тота.

1 Кәринттәргә 7:10

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2018, 13—14 бб.

1 Кәринттәргә 7:11

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2018, 13—14 бб.

1 Кәринттәргә 7:13

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2018, 14 б.

1 Кәринттәргә 7:14

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2016, 16 б.

1 Кәринттәргә 7:15

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2016, 16—17 бб.

1 Кәринттәргә 7:25

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «бер ҡасан да никахта булмағандарға».

1 Кәринттәргә 7:28

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «ундайҙар тән ғазабы сигер».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    7/2020, 3 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    6/2017, 4—6 бб.

1 Кәринттәргә 7:29

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2016, 17 б.

1 Кәринттәргә 7:31

Төшөрмәләр

  • *

    Бында театр сәхнәһендәге күренеш күҙ уңында тотола.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    8/2016, 17 б.

1 Кәринттәргә 7:32

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 42 дәрес

1 Кәринттәргә 7:33

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 42 дәрес

1 Кәринттәргә 7:36

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «үҙ ғиффәтлегенә ҡарата дөрөҫ эш итмәгәнен».

  • *

    Бында үҫмер йәки йәш саҡҡа хас булған енси теләктәрҙең иң көслө мәленең үтеп китеүе тураһында һүҙ бара.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 42 дәрес

    «Ғаилә бәхетенең сере», 15—16 бб.

1 Кәринттәргә 7:37

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «ғиффәтлеген һаҡларға».

1 Кәринттәргә 7:38

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «никахҡа инеп, ғиффәтлеген биреүсе».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 42 дәрес

1 Кәринттәргә 7:39

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Раббының», грекса Ки́риос.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре»,

    9/2022, 4 б.

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 42 дәрес

    «Алла һөйөүе», 134—135 бб.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
  • 31
  • 32
  • 33
  • 34
  • 35
  • 36
  • 37
  • 38
  • 39
  • 40
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Кәринттәргә 7:1—40

Беренсе Кәринттәргә

7 Һеҙ яҙған һорауға килгәндә, ир кешегә ҡатынға ҡағылмау* яҡшыраҡ. 2 Ләкин, бөтә ерҙә аҙғынлыҡ* таралғанға күрә, һәр ирҙең үҙ ҡатыны һәм һәр ҡатындың үҙ ире булһын. 3 Ир — ҡатынына, ә ҡатын иренә тейешлеһен бирһен. 4 Ҡатын үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ире хужа. Ир ҙә үҙ тәненә үҙе хужа түгел, ҡатыны хужа. 5 Был йәһәттән бер-берегеҙҙе мәхрүм итмәгеҙ. Ләкин доға ҡылыуға ваҡыт бағышлар өсөн шулай эшләһәгеҙ ҙә, быны үҙ-ара килешеп, билдәле бер ваҡытҡа ғына эшләгеҙ, ә шунан тағы бергә булығыҙ. Юғиһә Шайтан, һеҙгә тотанаҡлыҡ етмәүҙән файҙаланып, һеҙҙе ҡотҡоға төшөрөр. 6 Әммә һүҙҙәремде әмер итеп түгел, ә рөхсәт итеп ҡабул итегеҙ*. 7 Шулай ҙа мин бөтәһенең дә үҙем кеүек булыуын теләр инем. Әммә һәр кемдең Алланан бирелгән бүләге бар: береһенең — бер төрлө, икенсеһенең — икенсе төрлө.

8 Никахта тормағандарға һәм тол ҡатындарға әйтәм: уларға минең кеүек ҡалыу яҡшыраҡ булыр. 9 Ләкин уларҙың тотанаҡлығы булмаһа, никахҡа инһендәр, сөнки енси дәрт менән янып йөрөүгә ҡарағанда никахҡа инеү яҡшыраҡ.

10 Никахтағыларҙы мин өгөтләйем, дөрөҫөрәге, мин түгел, ә Хужабыҙ өгөтләй: ҡатын иренән китергә тейеш түгел, 11 ә инде китә икән, башҡаға кейәүгә сыҡмаһын йәки ире менән килешһен. Ир ҙә ҡатынын ташламаһын.

12 Ә башҡаларға Хужабыҙ түгел, мин әйтәм: әгәр берәй ир ҡәрҙәштең иманда булмаған ҡатыны булып, ҡатын уның менән йәшәргә риза икән, ҡәрҙәш уны ташламаһын. 13 Шулай уҡ берәй ҡатындың иманда булмаған ире булып, ул ир уның менән йәшәргә риза булһа, ҡатын уны ташламаһын. 14 Иманда булмаған ир ҡатыны аша изге ителә, ә иманда булмаған ҡатын иманлы ире аша изге ителә, юғиһә балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер улар изге. 15 Ләкин иманда булмағаны китергә хәл итһә, китһен. Ундай осраҡта иманлыһы артабан да уның менән йәшәргә бурыслы түгел, сөнки Алла һеҙҙе тыныслыҡта йәшәргә саҡырҙы. 16 Ҡатын, ҡайҙан беләһең, бәлки, иреңде ҡотҡара алырһың? Йәки һин, ир, ҡайҙан беләһең, бәлки, ҡатыныңды ҡотҡара алырһың?

17 Шулай ҙа һәр кем үҙенә Йәһүә билдәләгәнсә йәшәһен, Алла ниндәй хәлдә саҡырған, шулай ҡалһын. Бөтә йыйылыштарға ла мин шундай күрһәтмә бирәм. 18 Кемдер сөннәтле килеш саҡырылдымы? Сөннәтле килеш ҡалһын. Кемдер сөннәтһеҙ килеш саҡырылдымы? Сөннәтләнмәһен. 19 Сөннәтле булыуҙың да, сөннәтһеҙ булыуҙың да бер ниндәй әһәмиәте лә юҡ. Алла әмерҙәрен үтәүебеҙ генә әһәмиәткә эйә. 20 Һәр кем, ниндәй хәлдә саҡырылһа, шул килеш ҡалһын. 21 Саҡырылғанда ҡол инеңме? Был һине борсомаһын. Әммә иреккә сығыу мөмкинлеге тыуһа, унан файҙалан. 22 Сөнки Хужабыҙҙың саҡырылғанда ҡол булған һәр шәкерте иреккә ебәрелеп, Хужабыҙҙыҡы булып китә. Шулай уҡ саҡырылғанда ирекле булғаны Хужабыҙҙың ҡоло булып китә. 23 Һеҙ ҡиммәт хаҡҡа һатып алындығыҙ, бүтән кеше ҡолдары булмағыҙ. 24 Ҡәрҙәштәр, һәр кем ниндәй хәлдә саҡырылған, Алла алдында шул хәлдә ҡалһын.

25 Ғиффәтлеләргә* килгәндә, минең Хужабыҙҙан бирелгән әмерем юҡ. Әммә, Хужабыҙҙың мәрхәмәтен татыған ышаныслы кеше булараҡ, үҙ фекеремде әйтәм. 26 Хәҙерге ауыр заманда кешегә нисек бар, шулай ҡалыуы яҡшыраҡ, тип уйлайым. 27 Ҡатының бар икән, айырылыу юлын эҙләмә. Ә ҡатының юҡ икән, ҡатын эҙләмә. 28 Әммә никахҡа инһәң дә, гонаһ ҡылмаҫһың. Ғиффәтле кеше, никахҡа инһә, гонаһ ҡылмаҫ. Әммә ундайҙарҙың тормошонда яңы ҡыйынлыҡтар тыуыр*, ә мин һеҙҙе уларҙан һаҡлап ҡалырға теләйем.

29 Өҫтәүенә, ҡәрҙәштәр, ваҡыт инде аҙ ҡалды. Бынан ары ҡатынлылар ҡатынһыҙ кеүек булһын, 30 илағандар — иламағандар кеүек, ҡыуанғандар — ҡыуанмағандар кеүек, һатып алыусылар әйберҙәренә хужа булмағандар кеүек 31 һәм был донъянан файҙаланыусылар уның менән тулыһынса файҙаланмаусылар кеүек булһын, сөнки был донъяның күренеше* алмашынып тора. 32 Мин иһә һеҙҙең мәшәҡәтһеҙ йәшәүегеҙҙе теләйем. Өйләнмәгән кеше, Хужабыҙға ярарға тырышып, уға хеҙмәт итеү менән бәйле нәмәләр хаҡында хәстәрлек күрә. 33 Ә өйләнгән кеше, ҡатынына ярарға тырышып, донъяуи нәмәләр хаҡында ҡайғырта, 34 һөҙөмтәлә уның иғтибары бүленә. Шулай уҡ ирһеҙ ҡатын йә ғиффәтле ҡыҙ, тәне һәм рухы менән изге булыр өсөн, Хужабыҙға хеҙмәт итеү менән бәйле нәмәләр хаҡында хәстәрлек күрә. Ә кейәүҙә булған ҡатын, иренә ярарға тырышып, донъяуи нәмәләр хаҡында ҡайғырта. 35 Быны ирегегеҙҙе сикләр өсөн түгел, ә һеҙҙең файҙағыҙ өсөн әйтәм. Һеҙҙе лайыҡлы эш итергә һәм, Хужабыҙға иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәйенсә хеҙмәт итеп, уға һәр ваҡыт тоғро булырға дәртләндерергә теләйем.

36 Әммә никахта булмаған кеше, теләктәрен тыя алмағанын* тойһа һәм үтә йәш булмаһа*, үҙе теләгәнсә эш итһен, ул гонаһ ҡылмаҫ. Ундайҙар никахҡа инһен. 37 Әгәр ҙә берәйһе, быға мохтажлыҡ тоймағанға һәм үҙ теләктәрен йүгәнләй алғанға, күңелендә никахҡа инмәҫкә* ҡарар итһә һәм ҡарарында ныҡ торһа, ул яҡшы эшләй. 38 Шулай итеп, никахҡа инеүсе* яҡшы эшләй, әммә никахҡа инмәүсе яҡшыраҡ эшләй.

39 Ире иҫән саҡта ҡатыны уға бәйле. Әгәр ире үлһә, ул үҙе теләгән кешегә кейәүгә сыға ала, ләкин ул Хужабыҙҙың* шәкерте булырға тейеш. 40 Шулай ҙа, минең уйлауымса, ҡабат кейәүгә сыҡмаһа, ул бәхетлерәк булыр. Мин иһә, миндә лә Алла рухы бар, тип һанайым.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу