Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Римдарға 7
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Римдарға. Йөкмәтке

      • Ҡанундан азат ителеүҙе аңлатҡан миҫал (1—6)

      • Ҡанун гонаһтың нимә икәнен билдәле итте (7—12)

      • Гонаһ менән көрәшеү (13—25)

Римдарға 7:2

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «хакимлығынан».

Римдарға 7:4

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «тәне».

Римдарға 7:5

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тәнебеҙ».

Римдарға 7:12

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тәҡүә».

Римдарға 7:14

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «рухи икәнен».

Римдарға 7:15

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2016, 11 б.

Римдарға 7:18

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    5/2016, 24 б.

Римдарға 7:22

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «эске кешем ихлас ярата».

Римдарға 7:23

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2024»,

    3/2024, 9 б.

Римдарға 7:24

Төшөрмәләр

  • *

    Бында һүҙ мираҫ итеп алынған гонаһ арҡаһындағы үлем тураһында бара.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    11/2017, 8 б.

Римдарға 7:25

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    11/2017, 12 б.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Римдарға 7:1—25

Римдарға

7 Әллә белмәйһегеҙме, ҡәрҙәштәр, кеше иҫән сағында ғына Ҡанундың уның өҫтөнән хакимлығы бар? (Ҡанунды белгәндәргә өндәшәм.) 2 Мәҫәлән, кейәүҙәге ҡатын ире әле иҫән саҡта уға ҡанун менән бәйле, әммә ире үлһә, ул уның ҡанунынан* азат була. 3 Шуға күрә ире иҫән саҡта бүтән иргә кейәүгә сыҡһа, ул зина ҡылыусы тип иҫәпләнә, ә инде ире үлһә, ул уның ҡанунынан азат һәм, бүтәнгә кейәүгә сыҡһа, зина ҡылыусы тип иҫәпләнмәй.

4 Шуның шикелле, һеҙ ҙә, ҡәрҙәштәр, үленән терелгән башҡа берәүҙеке булыр өсөн, Мәсихтең ҡорбаны* арҡаһында Ҡанун өсөн үлдегеҙ. Шунлыҡтан беҙ хәҙер Аллаға яраҡлы емештәр килтерә алабыҙ. 5 Сөнки беҙ гонаһлы тәнгә буйһоноп йәшәгәндә, беҙҙең* менән Ҡанун асыҡ күрһәткән гонаһлы теләктәр хакимлыҡ итә ине, шуға үлемгә алып барған емештәр килтерә инек. 6 Ләкин беҙ Ҡанундан азат булдыҡ, сөнки беҙҙе тыйып торған нәмә өсөн үлдек. Хәҙер беҙ бүтән мәғәнәлә ҡолдарбыҙ: элекке кеүек, яҙылған ҡанунға түгел, ә рухҡа буйһонабыҙ.

7 Шулай итеп, ни тиербеҙ? Әллә Ҡанун — гонаһмы? Әлбиттә, юҡ! Сөнки Ҡанун булмаһа, мин гонаһтың нимә икәнен белмәҫ инем. Мәҫәлән, Ҡанун «кеше нәмәһенә күҙең ҡыҙмаһын» тип әйтмәгән булһа, мин бының дөрөҫ түгел икәнен белмәгән булыр инем. 8 Ләкин гонаһ, ошо әмер менән файҙаланып, миндә төрлө эгоистик теләктәр уятты, ә ҡанун булмағанда, гонаһ үле ине. 9 Асылда, ҡанун булмағанда, мин тере инем. Ләкин әмер бирелгәс, гонаһ терелде, ә мин үлдем. 10 Шулай итеп, мин тормошҡа алып барырға тейешле әмерҙең мине үлемгә килтергәнен күрҙем. 11 Сөнки гонаһ, мине юлдан яҙҙырып үлтерер өсөн, әмерҙән файҙаланды. 12 Тимәк, Ҡанун үҙе лә изге, әмер ҙә изге, ғәҙел* һәм яҡшы.

13 Әллә мине яҡшы нәмә үлтерҙеме? Әлбиттә, юҡ! Мине гонаһ үлтерҙе. Гонаһтың тәбиғәте асылһын өсөн, гонаһ миңә яҡшы нәмә аша үлем килтерҙе. Шулай итеп әмер гонаһтың ни тиклем һәләкәтле икәнен күрһәтте. 14 Беҙ Ҡанундың Алланан икәнен* беләбеҙ, ә мин — ни бары гонаһ ҡоллоғона һатылған әҙәм генә. 15 Мин нимә эшләгәнемде аңламайым. Теләгәнемде эшләмәйем, ә күрә алмағанымды эшләйем. 16 Әгәр ҙә мин үҙем теләмәгәнде эшләйем икән, тимәк, Ҡанундың яҡшы булыуы менән ризалашам. 17 Шулай булғас, быны инде мин түгел, ә миндәге гонаһ эшләй. 18 Мин гонаһлы тәнемдә яҡшы нәмә булмағанын беләм. Яҡшылыҡ эшләргә теләйем, ләкин эшләй алмайым. 19 Эшләргә теләгән яҡшылыҡты эшләмәйем, ә эшләргә теләмәгән яуызлыҡты эшләйем. 20 Теләмәгән нәмәне эшләйем икән, уны инде мин түгел, ә миндәге гонаһ эшләй.

21 Шулай итеп, минең осраҡта ошондай ҡанун эш итә: дөрөҫ эш итергә теләгән сағымда үҙемдә яманлыҡҡа ынтылыш күрәм. 22 Күңелемдә Алла ҡанунын ихлас яратам*, 23 ләкин тәнемдә башҡа бер ҡанун эш итә: ул аҡылым ҡануны менән көрәшә һәм мине тәнемдәге гонаһ ҡанунының әсире итә. 24 Бәхетһеҙ кеше мин! Кем мине ошо үлемгә* дусар булған тәнемдән ҡотҡарыр? 25 Хужабыҙ Ғайса Мәсих аша миңә ҡотолоу бирәсәк Аллаға рәхмәт! Шулай итеп, мин аҡылым менән — Алла ҡанунының, ә тәнем менән — гонаһ ҡанунының ҡоло.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу