Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Кәринттәргә 5
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Кәринттәргә. Йөкмәтке

      • Пауыл йыйылыш ағзаһының аҙғынлығы тураһында белеп ҡала (1—5)

      • Әҙ генә әсетке бөтә ҡамырҙы әсетә (6—8)

      • «Яуызлыҡ ҡылыусыны үҙегеҙҙән ситләштерегеҙ» (9—13)

1 Кәринттәргә 5:1

Төшөрмәләр

  • *

    Грекса порне́йа. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

1 Кәринттәргә 5:5

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «тәнде».

  • *

    Йәки «рух ҡотолоп ҡалһын».

1 Кәринттәргә 5:6

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 57 дәрес

1 Кәринттәргә 5:7

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Рухи һорауҙарға яуап», 120 мәҡәлә

    «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре»,

    4/2018, 2 б.

1 Кәринттәргә 5:9

Төшөрмәләр

  • *

    Бында ҡулланылған грек һүҙе порне́йа тигән һүҙгә яҡын. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

1 Кәринттәргә 5:10

Төшөрмәләр

  • *

    Бында ҡулланылған грек һүҙе порне́йа тигән һүҙгә яҡын. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

1 Кәринттәргә 5:11

Төшөрмәләр

  • *

    Бында ҡулланылған грек һүҙе порне́йа тигән һүҙгә яҡын. Һүҙлектә «Енси әхлаҡһыҙлыҡ» тигән мәҡәләне ҡ.

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 58 дәрес

1 Кәринттәргә 5:13

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы»,

    15.4.2015,

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Кәринттәргә 5:1—13

Беренсе Кәринттәргә

5 Миңә арағыҙҙа булған аҙғынлыҡ* тураһында хәбәр килеп етте, ундай аҙғынлыҡ хатта башҡа халыҡ кешеләре араһында ла осрамай. Берегеҙ үҙ атаһының ҡатыны менән йәшәп ята икән. 2 Һәм һеҙ ҡайғырып, шул кешене үҙегеҙҙән ситләштерер урынға, бының менән ғорурланаһығыҙмы? 3 Тәнем менән янығыҙҙа булмаһам да, рухым һеҙҙең менән, һәм мин, арағыҙҙа булғандай, ундай эш ҡылыусыны инде хөкөм иттем. 4 Хужабыҙ Ғайсаның исеме хаҡына бергә йыйылғас, Хужабыҙ Ғайсаның ҡөҙрәте менән бергә минең рухым да янығыҙҙа булғанын белеп, 5 гонаһлы тәьҫирҙе* юҡ итер өсөн һәм Хужабыҙ көнөндә йыйылыштың рухы һаҡланып ҡалһын* өсөн, ул кешене Шайтанға тапшырығыҙ.

6 Маҡтаныуығыҙ яҡшы түгел. Әҙ генә әсеткенең бөтә ҡамырҙы әсеткәнен белмәйһегеҙме әллә? 7 Яңы ҡамыр булыр өсөн, иҫке әсеткенән арынығыҙ, һеҙҙә әсетке булырға тейеш түгел бит. Сөнки Мәсих, Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсебеҙ, ҡорбан итеп килтерелде. 8 Шуға күрә иҫке әсетке — яуызлыҡ һәм боҙоҡлоҡ әсеткеһе менән түгел, ә сөсө икмәк — эскерһеҙлек һәм хәҡиҡәт икмәге менән байрам итәйек.

9 Үҙемдең хатымда мин һеҙгә аҙғын кешеләр* менән аралашмаҫҡа ҡушҡайным, 10 ләкин был донъялағы аҙғын кешеләр*, ҡомһоҙҙар, талаусылар йә боттарға табыныусылар менән бөтөнләй аралашмауҙы күҙ уңында тотмағайным. Юғиһә, һеҙгә донъянан бөтөнләй китергә тура килер ине. 11 Ләкин хәҙер мин һеҙгә, ҡәрҙәш тип һаналып та, аҙғын*, ҡомһоҙ, боттарға табыныусы, башҡаларҙы яманлаусы, эскесе йә талаусы булып ҡалған кеше менән бүтән аралашмағыҙ, тип яҙам. Ундай кеше менән хатта ашамағыҙ ҙа. 12 Йыйылыштан булмағандарҙы хөкөм итеү минең эшемме ни? Һеҙ бит йыйылыштағыларҙы хөкөм итергә тейеш, 13 ә йыйылыштан булмағандарҙы Алла хөкөм итә. «Яуызлыҡ ҡылыусыны үҙегеҙҙән ситләштерегеҙ».

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу