Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Кәринттәргә 9
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Кәринттәргә. Йөкмәтке

      • Пауылдың илсе булараҡ күрһәткән үрнәге (1—27)

        • «Ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙына морондоҡ кейҙермә» (9)

        • «Вәғәзләмәһәм, ҡайғы миңә» (16)

        • «Төрлө-төрлө кешеләргә ярҙам итер өсөн... көсөмдән килгәндең барыһын эшләнем» (19—23)

        • Тормош өсөн йүгерештә ҡатнашыусыларға тотанаҡлыҡ кәрәк (24—27)

1 Кәринттәргә 9:5

Төшөрмәләр

  • *

    Петер булараҡ та билдәле.

1 Кәринттәргә 9:17

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2024»,

    3/2024, 11—12 бб.

1 Кәринттәргә 9:25

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «атлеттарҙың».

1 Кәринттәргә 9:26

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    9/2016, 13 б.

1 Кәринттәргә 9:27

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «дисквалификацияланмаҫ өсөн».

  • *

    Йәки «тәнемә яза бирәм; тәнемде ҡаты итеп тәртипкә өйрәтәм». Һүҙмә-һүҙ «тәнемә һуҡҡыслайым».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    5/2023, 29 б.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Кәринттәргә 9:1—27

Беренсе Кәринттәргә

9 Әллә мин ирекле түгелме? Әллә мин илсе түгелме? Әллә мин Хужабыҙ Ғайсаны күрмәгәнменме? Әллә һеҙ Хужабыҙға хеҙмәт итеүемдең емеше түгелме? 2 Хатта башҡалар өсөн илсе булмаһам да, һеҙҙең өсөн, һис шикһеҙ, илсемен! Һеҙ бит — минең Хужабыҙ илсеһе булыуымды раҫлаған мисәт.

3 Мине хөкөм итергә тотонғандарға үҙемде яҡлап былай тип әйтәм: 4 әллә беҙҙең ашап-эсергә хаҡыбыҙ юҡмы? 5 Әллә беҙҙең, башҡа илселәр, Хужабыҙҙың ҡустылары һәм Кифа* кеүек, имандашҡа өйләнеп, ҡатыныбыҙҙы үҙебеҙ менән йөрөтөргә хаҡыбыҙ юҡмы? 6 Йә Барнаб менән минең генә эшләмәҫкә хаҡыбыҙ юҡмы? 7 Ниндәй ғәскәри үҙ иҫәбенә хеҙмәт итә? Кем йөҙөм баҡсаһы ултыртып та, уның емештәрен ашамай? Йә кем көтөү көтөп тә, һөтөн эсмәй?

8 Әллә мин быларҙы кеше ҡарашынан сығып ҡына әйтәмме? Ҡанун да шуны уҡ әйтмәйме ни? 9 Муса ҡанунында: «Ашлыҡ һуҡҡан үгеҙҙең ауыҙына морондоҡ кейҙермә», — тип яҙылған. Әллә Алла үгеҙҙәр хаҡында ғына ҡайғыртамы? 10 Йә ул быны беҙҙе уйлап әйтәме? Эйе, был беҙҙең өсөн яҙылған, сөнки һөрөүсе һәм ашлыҡ һуғыусы үҙ өлөшөн алыуға өмөт итеп эшләргә тейеш.

11 Һеҙҙә рухи нәмәләр сәсеп, матди нәмәләр урып алһаҡ, был ғәҙелһеҙ булырмы ни? 12 Башҡаларҙың һеҙҙән ярҙам алырға хаҡы бар икән, беҙҙең бигерәк тә бар. Ләкин беҙ был хоҡуҡтан файҙаланмайбыҙ, әммә, Мәсих хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙең таралыуына бер нисек тә ҡамасауламаҫ өсөн, бар нәмәгә лә түҙәбеҙ. 13 Ғибәҙәтханала изге вазифалар үтәүселәрҙең ғибәҙәтханалағы ризыҡты ашағанын һәм ҡорбан усағы янында хеҙмәт итеүселәрҙең шунда килтерелгән ҡорбандарҙан өлөш алғанын белмәйһегеҙме әллә? 14 Шуның кеүек үк, Хужабыҙ һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүселәргә шул хәбәр иҫәбенә йәшәргә ҡушҡан.

15 Әммә мин был мөмкинлектәрҙең береһенән дә файҙаланманым һәм был һүҙҙәрҙе һеҙҙән берәй нәмә алыр өсөн яҙманым. Шулай эшләүгә ҡарағанда үлеүем яҡшыраҡ. Бер кем дә мине маҡтаныу хоҡуғынан мәхрүм итә алмаҫ! 16 Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләйем икән, был миңә маҡтанырға нигеҙ бирмәй, сөнки был минең бурысым. Шуға, һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләмәһәм, ҡайғы миңә! 17 Быны үҙ теләгем менән эшләйем икән, бүләк алам. Хатта үҙ иркем менән эшләмәһәм дә, миңә барыбер быны эшләргә кәрәк, сөнки был минең йөкләмәм. 18 Бүләгем ниндәй һуң? Бүләгем — һөйөнөслө хәбәрҙе бушлай вәғәзләй алыуым. Шулай итеп, мин һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүсе булараҡ эйә булған хоҡуғымдан артыҡ файҙаланмайым.

19 Ирекле кеше булһам да, мөмкин тиклем күберәк кешегә ярҙам итер өсөн, мин барыһы өсөн ҡол булдым. 20 Йәһүдтәргә ярҙам итер өсөн, уларға йәһүд кеүек булдым. Ҡанун аҫтында булғандарға ярҙам итер өсөн, үҙем ҡанун аҫтында булмаһам да, уларға ҡанун аҫтында булған кеше һымаҡ булдым. 21 Ҡанун буйынса йәшәмәгән кешеләргә ярҙам итер өсөн, үҙем Алла ҡануны буйынса йәшәһәм дә һәм Мәсих ҡануны аҫтында булһам да, уларға ҡанун буйынса йәшәмәгән кеше кеүек булдым. 22 Көсһөҙҙәргә ярҙам итер өсөн, уларға көсһөҙ булдым. Төрлө-төрлө кешеләргә ярҙам итер өсөн, ҡайһы берҙәрен генә булһа ла ҡотҡарайым тип, мин көсөмдән килгәндең барыһын эшләнем. 23 Һөйөнөслө хәбәрҙе башҡаларға һөйләр өсөн, барыһын шул хәбәр хаҡына эшләйем.

24 Йүгерештә ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә йүгерһә лә, берәүҙең генә бүләк алғанын белмәйһегеҙме ни? Шулай булғас, бүләк алырлыҡ итеп йүгерегеҙ. 25 Ярышта ҡатнашҡандарҙың* барыһы ла һәр яҡлап тотанаҡлыҡ күрһәтә. Тик улар быны һулый торған таж алыр өсөн эшләй, ә беҙ һулымай торғанын алыр өсөн эшләйбеҙ. 26 Шуға күрә мин маҡсатһыҙ йүгермәйем һәм, һауаға һуҡҡандай, бушҡа һуҡмайым. 27 Әммә, башҡаларға вәғәзләп тә, үҙем Алла хуплауынан мәхрүм ҡалмаҫ өсөн*, тәнемде буйһондорам* һәм ҡол итәм.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу