Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Кәринттәргә 4
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Кәринттәргә. Йөкмәтке

      • Идарасылар тоғро булырға тейеш (1—5)

      • Мәсихселәрҙең баҫалҡылығы (6—13)

        • «Яҙылғандан ситкә сыҡмаҫҡа» (6)

        • Мәсихселәр — донъя өсөн тамаша (9)

      • Пауыл үҙенең рухи балалары тураһында борсола (14—21)

1 Кәринттәргә 4:1

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «ҡул аҫтындағылары».

1 Кәринттәргә 4:9

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «театраль тамаша».

1 Кәринттәргә 4:15

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тәрбиәсегеҙ; бағыусығыҙ».

1 Кәринттәргә 4:17

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «алымдарҙы». Һүҙмә-һүҙ «юлдарҙы».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    4/2018, 14 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2017, 31 б.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Кәринттәргә 4:1—21

Беренсе Кәринттәргә

4 Кешеләр беҙҙе Мәсихтең хеҙмәтселәре* һәм Алланың изге серҙәре ышанып тапшырылған идарасылар тип һанарға тейеш. 2 Ә идарасыларҙан тоғролоҡ көтөлә. 3 Мине һеҙ хөкөм итәһегеҙме, кешеләр суды хөкөм итәме — минең өсөн мөһим түгел. Хатта үҙем дә үҙемде хөкөм итмәйем. 4 Сөнки мин үҙемдә бер ғәйеп тә күрмәйем, ләкин был тәҡүә икәнемде иҫбатламай. Минең хөкөмсөм — Йәһүә. 5 Шуға күрә ваҡытынан алда, Хужабыҙ килгәнсе, башҡаларҙы хөкөм итмәгеҙ. Ул ҡараңғылыҡта йәшерелгәнде яҡтылыҡҡа сығарыр һәм күңелдәрҙәге ниәттәрҙе асыр, шул саҡта һәр кем Алланан маҡтау алыр.

6 Ҡәрҙәштәр, һеҙҙең файҙағыҙ өсөн быларҙы үҙемә һәм Апалусҡа ҡарата ҡулландым, мин быны һеҙ беҙҙең үрнәгебеҙ аша «яҙылғандан ситкә сыҡмаҫҡа» тигән ҡағиҙәне үҙләштерһен өсөн яҙҙым. Был ҡағиҙә буйынса эш итеп, һеҙ ғорурланып китмәҫһегеҙ һәм бер кешене икенсеһенән өҫтөн күрмәҫһегеҙ. 7 Һин башҡа кешенән нимә менән айырылып тораһың? Һинең Алланан алмаған нимәң бар? Ә алғанһың икән, нишләп уға үҙең эйә булғандай маҡтанаһың?

8 Һеҙҙең инде бөтә нәмәгеҙ ҙә бармы? Инде байынығыҙмы? Беҙһеҙ батшалыҡ итә башланығыҙмы? Батшалыҡ итә башлаһағыҙ, бик һәйбәт булыр ине, ул саҡта беҙ ҙә һеҙҙең менән батшалыҡ итә алыр инек. 9 Минең уйлауымса, Алла беҙҙе — илселәрҙе сәхнәгә, үлемгә хөкөм ителгән кешеләрҙе сығарғандай, һуңғылар итеп сығарҙы, сөнки беҙ донъя, фәрештәләр һәм кешеләр өсөн тамаша* булып киттек. 10 Беҙҙе Мәсих арҡаһында ахмаҡ тип һанайҙар, ә һеҙ үҙегеҙҙе Мәсих арҡаһында аҡыллы тип һанайһығыҙ. Беҙ көсһөҙ, ә һеҙ көслө. Һеҙҙе хөрмәтләйҙәр, ә беҙҙе хурлайҙар. 11 Беҙ һаман да ас, һыуһаған, ярым яланғас килеш йөрөйбөҙ, беҙҙе туҡмайҙар, йәшәр урыныбыҙ юҡ, 12 тир түгеп эшләйбеҙ. Беҙҙе мыҫҡыл итәләр — беҙ игелекле итеп яуап бирәбеҙ, беҙҙе эҙәрләйҙәр — түҙәбеҙ, 13 беҙгә яла яғалар — йыуаш яуап бирәбеҙ. Донъя әлегә тиклем беҙҙе сүп-сар һәм ҡалдыҡ-боҫтоҡ тип иҫәпләй.

14 Быларҙы һеҙҙе оялтыр өсөн түгел, ә, яратҡан балаларымдай күреп, нәсихәт бирер өсөн яҙам. 15 Һеҙҙе Мәсих артынан эйәрергә өйрәткән ун мең нәсихәтсегеҙ* булһа ла, атайҙарығыҙ күп түгел. Ә мин, Мәсих Ғайса тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе иғлан итеп, һеҙгә атай булып киттем. 16 Шуға үтенеп һорайым: минән өлгө алығыҙ. 17 Бына ни өсөн мин һеҙгә Тимәтиҙе ебәрәм, сөнки ул Хужабыҙға бөтә йөрәктән хеҙмәт иткән һөйөклө улым. Ул һеҙгә мин Мәсих Ғайсаның хеҙмәтсеһе булараҡ тотҡан һәм бөтә йыйылыштарҙа өйрәткән принциптарҙы* иҫегеҙгә төшөрөр.

18 Ҡайһы берәүҙәр, мине килмәҫ тип уйлап, маһайып йөрөй башлаған. 19 Ләкин, Йәһүә теләһә, тиҙҙән һеҙгә киләм, әммә шул маһайып йөрөүселәрҙең һүҙен тыңлар өсөн түгел, ә уларҙа Алла ҡеүәте бармы, юҡмы икәнен күрер өсөн. 20 Сөнки Алла Батшалығы — һүҙҙә түгел, ә ҡеүәттә. 21 Һеҙгә таяҡ менән киләйемме, әллә яратыу һәм йыуашлыҡ менәнме? Нимәне һайларһығыҙ?

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу