Беренсе Кәринттәргә
13 Кешеләр һәм фәрештәләр телдәрендә һөйләшеп тә, миндә мөхәббәт юҡ икән, ул саҡта мин йән көйҙөргөс ҡаты тауыштар сығарған музыка ҡоралдарына оҡшашмын*. 2 Пәйғәмбәрлек итеү һәләтем булһа ла, бөтә изге серҙәргә төшөнһәм дә, бөтә белемгә йәки тауҙар күсерерлек иманға эйә булһам да, миндә мөхәббәт юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел. 3 Бөтә мөлкәтемде башҡалар хаҡына таратып бөтһәм дә һәм маҡтаныр өсөн үҙемде ҡорбан итһәм дә, яратыуым юҡ икән, бынан миңә бер ниндәй файҙа булмаҫ.
4 Яратыу түҙемле һәм игелекле. Яратыу көнләшмәй һәм маҡтанмай, ул маһаймай, 5 үҙен әҙәпһеҙ* тотмай, үҙ файҙаһын эҙләмәй, ярһымай, үпкәләрҙе* һанап бармай, 6 тәҡүә булмаған нәмәләргә шатланмай, ә хәҡиҡәткә шатлана. 7 Ул бөтә нәмәгә түҙә, бөтә нәмәгә ышана, бер ҡасан да өмөтөн өҙмәй, бөтә нәмәгә сыҙай.
8 Мөхәббәт һәр ваҡыт буласаҡ*. Ә пәйғәмбәрлек итеү, төрлө телдәрҙә һөйләшеү* йә белем бүләктәренә килгәндә, улар юҡҡа сығасаҡ. 9 Сөнки белемебеҙ ҙә, пәйғәмбәрлектәр ҙә тулы түгел, 10 ә инде тулы булғаны килгәс, тулы булмағаны юҡҡа сығасаҡ. 11 Бала сағымда мин балаларса һөйләнем, балаларса уйланым һәм балаларса фекер йөрөттөм. Ә хәҙер, ҙурайғас, мин балаларға хас һыҙаттарҙы ташланым. 12 Әле беҙ, ҡалай көҙгөләге шикелле, тоноҡ һыҙаттар ғына күрәбеҙ, ә ул саҡта ап-асыҡ* күрәсәкбеҙ. Әле белемем өлөшләтә, ә ул саҡта, Алла мине тулыһынса белгән кеүек үк, белемем тулы* булыр. 13 Әммә ошо өс нәмә — иман, өмөт һәм мөхәббәт ҡаласаҡ, уларҙың иң бөйөгө иһә — мөхәббәт.