Беренсе Кәринттәргә
11 Мин Мәсихтән үрнәк алған кеүек, һеҙ ҙә минән үрнәк алығыҙ.
2 Мине һәр ваҡыт иҫтә тотҡанығыҙ һәм мин һеҙгә тапшырған бөтә нәмәне* теүәл үтәгәнегеҙ өсөн һеҙҙе маҡтайым. 3 Әммә шуны белеүегеҙҙе теләйем: һәр ирҙең башы — Мәсих, ҡатындың башы — ир, ә Мәсихтең башы — Алла. 4 Башын ҡаплап доға ҡылған йә пәйғәмбәрлек иткән ир үҙенең башын* оятҡа ҡалдыра. 5 Башын ҡапламайынса доға ҡылған йә пәйғәмбәрлек иткән ҡатын да башын* оятҡа ҡалдыра, сөнки был уның сәсе ҡырылыуы менән бер. 6 Әгәр ҡатын башын ҡапламай икән, сәсен ҡырҡтырһын, ләкин ҡатын өсөн сәсе ҡырҡылған йә ҡырылған килеш йөрөү оят икән, башын ҡаплаһын.
7 Ир башын ҡапларға тейеш түгел, сөнки ул — Алланың сағылышы һәм даны, ә ҡатын — ирҙең даны. 8 Ир — ҡатындан түгел, ә ҡатын ирҙән яратылған. 9 Өҫтәүенә, ир — ҡатын өсөн түгел, ә ҡатын ир өсөн яратылған. 10 Ошо сәбәптән, шулай уҡ фәрештәләр өсөн ҡатындың башында хакимлыҡҡа буйһоноу билдәһе булырға тейеш.
11 Шулай ҙа Хужабыҙҙың шәкерттәре араһында ир булмаһа, ҡатын юҡ, ҡатын булмаһа, ир юҡ. 12 Ҡатын ирҙең тәненән яратылған кеүек, ир ҙә ҡатындан тыуа, ләкин барыһын да Алла барлыҡҡа килтергән. 13 Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ҡатын кешегә башын ҡапламайынса Аллаға доға ҡылыу килешәме? 14 Ир кешенең оҙон сәс йөрөтөүе — уның өсөн хурлыҡ, 15 ә ҡатын кешенең оҙон сәс йөрөтөүе уның өсөн дан икәнлеген тәбиғәт үҙе өйрәтә түгелме һуң? Сәс бит уға япма итеп бирелгән. 16 Ә берәйһе башҡа йоланы яҡлап бәхәсләшергә теләй икән, шуны белеп ҡуйһын: беҙҙә лә, Алла йыйылыштарында ла бүтән йола юҡ.
17 Был күрһәтмәләрҙе биреп, һеҙҙе маҡтамайым, сөнки осрашыуҙарығыҙҙың файҙаға ҡарағанда зыяны күберәк. 18 Беренсенән, осрашыуҙарығыҙҙа бүленештәр бар, тип ишеттем, һәм мин быға ниндәйҙер дәрәжәлә ышанам. 19 Әйткәндәй, Алланың һеҙҙең кемегеҙҙе хуплағаны күренһен өсөн, арағыҙҙа секталар* булыр.
20 Бергә йыйылғанда, һеҙ Хужабыҙҙың киске ашын тейешенсә ашамайһығыҙ, 21 сөнки, ул әле башланғансы уҡ, һеҙ үҙегеҙҙең киске ашығыҙҙы ашап бөтөрәһегеҙ, һөҙөмтәлә кемдер ас ҡала, ә кемдер эсеп иҫерә. 22 Ашап-эсер өсөн өйҙәрегеҙ юҡмы әллә? Йә һеҙ Алла йыйылышын һанға һуҡмайһығыҙмы һәм мохтаж булғандарҙы кәмһетергә теләйһегеҙме? Һеҙгә ни тиәйем? Маҡтайыммы? Юҡ, бының өсөн маҡтамайым.
23 Мин бит һеҙгә тапшырғанды Хужабыҙҙан алдым: хыянатҡа дусар булыр төндө Хужабыҙ Ғайса ҡулына икмәк алып, 24 Аллаға рәхмәт әйткән дә уны һындырып, былай тигән: «Был икмәк һеҙҙең өсөн бирелә торған тәнемде аңлата. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ». 25 Шулай уҡ киске аштан һуң ҡулына каса алып, былай тигән: «Был каса минең ҡаныма нигеҙләнгән яңы килешеүҙе аңлата. Унан эскән һайын, минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ». 26 Сөнки, был икмәкте ашаған һәм был касанан эскән һайын, һеҙ Хужабыҙ килгәнгә тиклем уның үлемен иғлан итәһегеҙ.
27 Шуға күрә берәйһе Хужабыҙ икмәген ашап та һәм Хужабыҙҙың касаһынан эсеп тә, лайыҡһыҙ рәүештә эш итә икән, шул Хужабыҙҙың тәненә һәм ҡанына ҡаршы гонаһ ҡыла. 28 Кеше тәүҙә үҙен тикшереп, үҙенең лайыҡ икәненә инанһын, шунан һуң ғына икмәкте ашаһын һәм касанан эсһен. 29 Ә берәйһе Хужабыҙҙың тәне ниндәй мәғәнәгә эйә икәнен аңламайынса ашай һәм эсә икән, шул үҙен хөкөмгә дусар итә. 30 Шуға ла арағыҙҙа хәлһеҙҙәр һәм ауырыуҙар күп, үлем йоҡоһона* талғандар ҙа әҙ түгел. 31 Үҙебеҙҙе тикшереп торған булһаҡ, хөкөм ителмәгән булыр инек. 32 Йәһүә беҙҙе хөкөм иткәндә, беҙ был донъя менән бергә хөкөм ителмәһен өсөн, беҙҙе төҙәтә. 33 Шулай итеп, ҡәрҙәштәр, ошо киске ашҡа йыйылған саҡта бер-берегеҙҙе көтөгөҙ. 34 Кемдер ас икән, өйҙә ашаһын, шул саҡта бергә йыйылғанда хөкөмгә дусар булмаҫһығыҙ. Ә ҡалған эштәрҙе янығыҙға килгәс яйға һалырмын.