Беренсе Кәринттәргә
16 Изгеләр өсөн аҡса йыйыу тураһында әйткәндә, Ғалатиялағы йыйылыштарға биргән күрһәтмәләрем буйынса эш итегеҙ. 2 Мин килгәндән һуң иғәнәләр йыйып йөрөмәҫ өсөн, һәр берегеҙ аҙнаның беренсе көнөндә, үҙ хәленә ҡарап, күпмелер аҡса айырып һала барһын. 3 Ә һеҙгә килгәс, бүләгегеҙҙе һеҙ хаттарығыҙҙа тәҡдим иткән кешеләр аша Йәрүсәлимгә ебәрермен. 4 Ләкин минең дә унда барыуым кәрәк булһа, мин улар менән барырмын.
5 Мин һеҙгә Македония аша үткәс килермен, сөнки Македония аша юл тоторға йыйынам. 6 Бәлки, һеҙҙә күпмелер ваҡыт булырмын йә хатта ҡышлармын, ә шунан һеҙ мине барасаҡ еремә бер аҙ оҙатырһығыҙ. 7 Әле һеҙгә юл ыңғайы ғына һуғылырға теләмәйем, әммә, Йәһүә рөхсәт итһә, һеҙҙә оҙағыраҡҡа туҡталырға өмөтләнәм. 8 Эфеста Илленсе көн байрамына тиклем булам, 9 сөнки минең алдымда киң ишек, ә уның менән бергә күберәк эшләү мөмкинлеге асылды, шулай ҙа ҡаршы килеүселәр күп.
10 Тимәти килһә, арағыҙҙа үҙен иркен хис итһен өсөн*, уның менән хеҙмәттәшлек итегеҙ, ул да бит, минең кеүек, Йәһүә эшен башҡара. 11 Шуның өсөн уға түбәнһетеп ҡарамағыҙ, һәм ул яныма иҫән-һау килеп етһен өсөн, уны бер аҙ оҙата барығыҙ, сөнки беҙ ҡәрҙәштәр менән уны көтәбеҙ.
12 Имандашыбыҙ Апалус тураһында әйткәндә, мин унан ҡәрҙәштәр менән бергә һеҙгә барыуын бик үтенгәйнем. Әммә ул әле түгел, ә мөмкинлек тыуғас барырға хәл итте.
13 Уяу булығыҙ, иманда ныҡ ҡалығыҙ, ҡыйыу һәм көслө булығыҙ. 14 Нимә генә эшләһәгеҙ ҙә, барыһын да яратыу менән эшләгеҙ.
15 Ҡәрҙәштәр, һеҙ Стифәнәстең өйҙәгеләре Аха́ялағы беренсе шәкерттәр* икәнен һәм уларҙың үҙҙәрен изгеләргә хеҙмәт итеүгә бағышлағанын беләһегеҙ. Шуға һеҙҙән үтенәм: 16 һеҙ ҙә ундай кешеләргә, шулай уҡ беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итеп, тырышып хеҙмәт иткәндәрҙең барыһына ла буйһоноғоҙ. 17 Стифәнәс, Фортунат һәм Ахайыҡтың килеүенә шатланам, сөнки уларҙың килеүе арҡаһында һеҙҙең юҡлығығыҙ һиҙелмәне. 18 Улар ярҙамында минең дә, һеҙҙең дә рухығыҙ күтәрелде. Шуға күрә ундай кешеләрҙе ҡәҙерләгеҙ.
19 Азиялағы* йыйылыштар һеҙгә, Хужабыҙҙың шәкерттәренә, сәләм әйтә, шулай уҡ Акил менән Прискә һәм уларҙың өйөндә йыйылған йыйылыш та ҡайнар сәләм ебәрә. 20 Һеҙҙе бөтә ҡәрҙәштәр ҙә сәләмләй. Бер-берегеҙҙе саф күңелдән үбеп сәләмләгеҙ.
21 Мин, Пауыл, ошо сәләмемде үҙ ҡулым менән яҙам.
22 Кем Хужабыҙҙы яратмай, шул ҡәһәрләнһен. Хужабыҙ, килсе! 23 Хужабыҙ Ғайсаның сикһеҙ игелеге һеҙҙең менән булһын. 24 Минең яратыуым һеҙҙең бөтәгеҙ — Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә булғандар менән булһын.