Беренсе Кәринттәргә
12 Рухи бүләктәргә килгәндә, ҡәрҙәштәр, һеҙҙең улар тураһында белмәй ҡалыуығыҙҙы теләмәйем. 2 Белеүегеҙсә, иманға килгәнгә тиклем һеҙ телһеҙ боттарға табындығыҙ һәм улар теләгәнде эшләнегеҙ. 3 Хәҙер шуны аңлауығыҙҙы теләйем: изге рух тәьҫире аҫтында бер кем дә: «Ғайса ҡәһәрләнһен!» — тип әйтмәҫ һәм изге рух тәьҫиренән башҡа бер кем дә: «Ғайса — Хужабыҙ!» — тип әйтә алмаҫ.
4 Төрлө бүләктәр бар, ләкин рух бер үк. 5 Хеҙмәттең дә төрлө төрҙәре бар, ләкин Хужабыҙ бер үк. 6 Алла кешеләрҙә төрлөсә эш итһә лә, ул үҙе шул уҡ. 7 Изге рухтың ярҙамы һәр кемдә асыҡ күренә, Алла уны уртаҡ файҙа өсөн бирә. 8 Шулай итеп берәүгә рух аша аҡыллылыҡ менән һөйләү бүләге* бирелә, ә икенсе берәү шул уҡ рух менән белем бүләге* ала. 9 Кемгәлер шул уҡ рух менән — иман, ә кемгәлер шул уҡ рух менән һауыҡтырыу бүләге бирелә. 10 Кемгәлер — мөғжизәләр ҡылыу, кемгәлер — пәйғәмбәрлек итеү, кемгәлер — рухландырылған һүҙҙәрҙе аңлау һәләте, кемгәлер — төрлө телдәрҙә һөйләү, ә кемгәлер төрлө телдәрҙән тәржемә итеү һәләте бирелә. 11 Ләкин быларҙың барыһын, һәр кемгә үҙе теләгәнсә бүләктәр биреп, бер үк рух башҡара.
12 Тән бер булһа ла, уның ағзалары күп. Тәндең ағзалары күп булһа ла, улар бер тәнде тәшкил итә. Мәсих тәне лә шулай. 13 Еврейҙар һәм гректар, ҡолдар һәм иреклеләр — барыбыҙ ҙа, бер тән булып китер өсөн, бер рух менән сумдырылдыҡ, һәм бөтәбеҙгә лә бер үк рух бирелде*.
14 Тән бер ағзанан түгел, ә күп ағзаларҙан тора. 15 Аяҡ: «Мин ҡул түгел, шуға тәндең өлөшө түгел», — тигәндән генә тәндең өлөшө булыуҙан туҡтамай. 16 Ҡолаҡ та: «Мин күҙ түгел, шуға тәндең өлөшө түгел», — тигәндән генә тәндең өлөшө булыуҙан туҡтамай. 17 Әгәр бөтөн тән күҙ булһа, ул нисек ишетә алыр ине? Йә бөтөн тән ҡолаҡ булһа, ул нисек еҫ һиҙә алыр ине? 18 Әммә Алла тәндең һәр ағзаһын үҙе теләгәнсә урынлаштырған.
19 Әгәр тән бер ағзанан ғына торһа, ул тән булыр инеме? 20 Ләкин ағзалар күп, ә тән берәү. 21 Күҙ ҡулға: «Һин миңә кәрәк түгел», — тип әйтә алмай. Баш та аяҡтарға: «Һеҙ миңә кәрәк түгел», — тип әйтә алмай. 22 Киреһенсә, тәндең көсһөҙөрәк булып күренгән ағзалары ысынында бик кәрәк. 23 Беҙ тәндең әҙерәк хөрмәткә эйә тип һанаған өлөштәренә күберәк иғтибар бирәбеҙ, шулай итеп тәнебеҙҙең әллә ни күркәм булмаған өлөштәрен нығыраҡ хәстәрләйбеҙ, 24 шул уҡ ваҡытта күркәм өлөштәре быға мохтаж түгел. Алла тәнде иғтибарға мохтаж булған өлөштәренә күберәк иғтибар биреп булдырған. 25 Ул быны тәндә бүленеш булмаһын, ә уның бөтә өлөштәре лә бер-береһен хәстәрләһен тип эшләгән. 26 Тән ағзаларының береһе яфа сикһә, уның менән бергә бөтә ағзалар ҙа яфа сигә. Ә бер ағза данланһа, уның менән бергә бөтә ағзалар ҙа шатлана.
27 Һеҙ иһә — Мәсихтең тәне, ә айырым-айырым — шул тәндең ағзалары. 28 Алла йыйылыш ағзаларын ошолай итеп билдәләгән: беренсенән, илселәр, икенсенән, пәйғәмбәрҙәр, өсөнсөнән, өйрәтеүселәр, шунан мөғжизә ҡылыусылар, шунан һауыҡтырыу бүләгенә эйә булғандар, ярҙам күрһәтеүселәр, идара итергә һәләтлеләр, төрлө телдәрҙә һөйләшеүселәр. 29 Бөтәһе лә илсеме? Бөтәһе лә пәйғәмбәрме? Бөтәһе лә өйрәтеүсеме? Бөтәһе лә мөғжизә ҡыламы? 30 Барыһының да һауыҡтырыу һәләте бармы? Бөтәһе лә башҡа телдәрҙә һөйләшәме? Бөтәһе лә тәржемә итәме? 31 Ҙурыраҡ бүләктәр алырға ынтылығыҙ, ә мин һеҙгә иң яҡшы юлды күрһәтәм.