Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Римдарға 11
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Римдарға. Йөкмәтке

      • Исраил тулыһынса кире ҡағылмаған (1—16)

      • Зәйтүн ағасы тураһында миҫал (17—32)

      • Алла аҡыллылығының тәрәнлеге (33—36)

Римдарға 11:5

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «ҡалдыҡ».

Римдарға 11:9

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «өҫтәле».

Римдарға 11:13

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «данлайым».

Римдарға 11:17

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре»,

    2/2019, 6 б.

Римдарға 11:33

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Алланың байлығы ниндәй төпһөҙ!»

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
  • 31
  • 32
  • 33
  • 34
  • 35
  • 36
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Римдарға 11:1—36

Римдарға

11 Шуға мин былай тип һорайым: Алла үҙ халҡын кире ҡаҡҡанмы ни? Әлбиттә, юҡ! Мин дә бит Исраил кешеһе, Ибраһим тоҡомо, Бинйәмин ырыуынан. 2 Алла үҙенең баштан уҡ һайлап алған халҡын кире ҡаҡмаған. Яҙмаларҙа Ильяс пәйғәмбәр тураһында нимә әйтелгәнен белмәйһегеҙме әллә? Ул, исраилдарға зарланып, Аллаға былай тигән: 3 «Йәһүә, улар һинең пәйғәмбәрҙәреңде үлтерҙеләр, ҡорбан усаҡтарыңды емерҙеләр, мин бер үҙем ҡалдым, хәҙер улар мине лә үлтермәксе булалар». 4 Алла уға нимә тип яуап биргән? «Минең Бәғел алдында теҙләнмәгән 7 000 кешем ҡалды». 5 Әле лә Алланың үҙенең сикһеҙ игелеге буйынса һайлап алған кешеләре бар, улар күп түгел*. 6 Сикһеҙ игелек буйынса икән, тимәк, эштәр өсөн түгел. Юғиһә, сикһеҙ игелек инде сикһеҙ игелек булмаҫ ине.

7 Ни тиергә һуң? Исраил халҡынан барыһы ла түгел, ә Алла тарафынан һайланғандар ғына теләгәнен алды. Ҡалғандарының иһә күңелдәре тупаҫланды. 8 Шул турала былай тип яҙылған: «Алла уларҙы тәрән йоҡоға талдырҙы, уларҙың күҙҙәре күрмәй, ҡолаҡтары ишетмәй. Улар әле лә шул хәлдә ҡала». 9 Дауыт та былай ти: «Уларҙың ризығы* үҙҙәре өсөн тоҙаҡ, ау, абындырыр таш һәм яза булып китһен. 10 Күрмәһендәр өсөн, күҙҙәре томаланһын, улар ауыр йөк аҫтында бөгөлһөн».

11 Шуға мин былай тип һорайым: әллә еврейҙар бүтән тормаҫлыҡ итеп абынып йығылдылармы? Әлбиттә, юҡ. Ләкин уларҙың яңылыш аҙымдары арҡаһында башҡа халыҡ кешеләренең ҡотолоу мөмкинлеге тыуҙы, һәм был еврейҙарҙа көнсөллөк уятты. 12 Уларҙың яңылыш аҙымы — донъя өсөн һәм һандарының кәмеүе башҡа халыҡ кешеләре өсөн фатиха икән, уларҙың тулы һаны ни тиклем ҙурыраҡ фатиха килтерер!

13 Хәҙер мин һеҙгә, еврей булмағандарға, өндәшәм. Мин, башҡа халыҡ кешеләре өсөн илсе булараҡ, хеҙмәтемде юғары баһалайым*. 14 Милләттәштәремдең ҡайһы берҙәрен булһа ла ҡотҡарыр өсөн, уларҙа көнсөллөк уятырға өмөтләнәм. 15 Алла уларҙы кире ҡаҡҡас, донъяның Алла менән татыулашырға мөмкинлеге тыуған икән, Алла уларҙы кире ҡабул иткәс, был улар өсөн үлемдән йәшәүгә ҡайтыу һымаҡ булмаҫмы? 16 Ҡамырҙың беренсе емеш итеп алынған өлөшө изге икән, бөтә ҡамыр ҙа изге, һәм тамыр изге икән, ботаҡтар ҙа изге.

17 Ләкин ҡайһы бер ботаҡтар һындырылған. Ә һине, ҡырағай зәйтүн ағасының ботағын, улар урынына ялғап ҡуйғандар, һәм һин зәйтүн тамырының һуты менән туйына башлағанһың. 18 Шулай ҙа үҙеңде һындырылған ботаҡтарҙан яҡшыраҡ тип уйлама, ә шулай уйлайһың икән, иҫеңдә тот: һин тамырҙы түгел, ә тамыр һине тотоп тора. 19 Һин: «Ботаҡтарҙы мине ялғап ҡуйыр өсөн һындырғандар», — тиерһең. 20 Эйе, дөрөҫ! Уларҙы имандары булмағанға һындырғандар, ә һин иманың арҡаһында урыныңда тораһың. Шуға күрә маһайма, һаҡ бул. 21 Әгәр Алла ағастың үҙ ботаҡтарын аямаған икән, һине лә аямаҫ. 22 Күреүеңсә, Алла игелекле лә, ҡырыҫ та. Ҡолағандарға ҡарата ҡырыҫ, ә һиңә ҡарата игелекле, әгәр артабан да уның игелегенә лайыҡ булып йәшәһәң инде. Юғиһә, һин дә ҡырҡып ташланырһың. 23 Ә ҡолағандар ышана башлаһа, уларҙы ла ялғарҙар, сөнки Алла уларҙы кире ялғай ала. 24 Һин ҡырағай зәйтүн ағасынан ҡырҡылып, тәбиғәт ҡанунына ҡаршы баҡсала үҫкән зәйтүн ағасына ялғанғанһың икән, ул саҡта зәйтүн ағасына уның үҙ ботаҡтарын ялғау ни тиклем еңелерәк булыр!

25 Ҡәрҙәштәр, һеҙ үҙегеҙҙе аҡыллыға һанамаһын өсөн, изге сер тураһында белеүегеҙҙе теләйем: башҡа халыҡ кешеләренең тулы һаны йыйылғанға тиклем ҡайһы бер исраилдар тупаҫ күңелле булып ҡалыр, 26 һәм шулай итеп бөтөн Исраил ҡотҡарыласаҡ. Яҙмаларҙа былай тиелгән бит: «Сиондан ҡотҡарыусы килер, һәм уның ярҙамында Яҡуп тоҡомдары яуызлыҡ ҡылыуҙан туҡтар. 27 Уларҙың гонаһтарын кисергәндә, улар менән килешеү төҙөрмөн». 28 Һөйөнөслө хәбәрҙе кире ҡағып, улар Алланың дошмандары булып китте, һәм был һеҙгә файҙа килтерҙе. Ләкин Алла уларҙың ата-бабаларына бирелгән вәғәҙә хаҡына, үҙенең дуҫтары булып китһендәр өсөн, ҡайһы берҙәрен һайлап алды. 29 Алла биргән бүләктәренә һәм кемде һайлап алғанына үкенмәйәсәк. 30 Ҡасандыр һеҙ Аллаға тыңламаусан инегеҙ, ләкин Алла уларҙың тыңламаусанлығы арҡаһында һеҙгә мәрхәмәт күрһәтте. 31 Ул, уларҙың тыңламаусанлығы арҡаһында һеҙгә мәрхәмәт күрһәткән икән, уларға ла мәрхәмәт күрһәтә ала. 32 Алла, барыһына ла мәрхәмәт күрһәтер өсөн, һәммәһен дә тыңламаусанлыҡ әсире итте.

33 Алланың йомартлығы ниндәй бөйөк!* Аҡыллылығы һәм белеме ниндәй тәрән! Уның ҡарарҙары аҡылға һыймаҫлыҡ, юлдары төшөнә алмаҫлыҡ! 34 «Кем Йәһүәнең уй-фекерҙәренә төшөнгән? Йә кем уға кәңәш бирә ала?» 35 Йәки «кем, уны кире ҡайтарырға тейешле итеп, уға беренсе булып нимәлер биргән?» 36 Бөтә нәмә унан, уның аша һәм уның өсөн. Уға мәңгелек дан! Амин.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу