Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Римдарға 8
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

Римдарға. Йөкмәтке

      • Рух аша тормош һәм азатлыҡ (1—11)

      • Алла балалары иткән рух (12—17)

      • Яратылғандар Алла балаларының азатлығына эйә булыуҙарын көтә (18—25)

      • «Рух үҙе беҙҙең өсөн ялбара» (26, 27)

      • Алла «һайлап аласаҡ кешеләрен баштан уҡ белгән» (28—30)

      • Алланың яратыуы ярҙамында еңеү яулайбыҙ (31—39)

Римдарға 8:2

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    4/2018, 9—10 бб.

Римдарға 8:4

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тәҡүә».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2016, 14—15 бб.

Римдарға 8:5

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «гонаһлы тән этәргән нәмәләр».

  • *

    Йәки «рух этәргән нәмәләр».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2016, 15—16 бб.

Римдарға 8:6

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    6/2017, 3 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    12/2016, 16—17 бб.

Римдарға 8:15

Төшөрмәләр

  • *

    «Атай» тигән мәғәнә йөрөткән евр. йә арам. һүҙе.

Римдарға 8:16

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Алла рухы».

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «беҙҙең рухыбыҙ менән бергә шаһитлыҡ бирә».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2020, 22 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2016, 19 б.

Римдарға 8:19

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре»,

    2/2019, 5 б.

Римдарға 8:20

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре»,

    2/2019, 5 б.

Римдарға 8:21

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «сереү ҡоллоғонан».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре»,

    2/2019, 5 б.

Римдарға 8:23

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «беренсе емешкә».

Римдарға 8:35

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «яланғаслыҡмы».

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «ҡылысмы».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 59 дәрес

Римдарға 8:37

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 59 дәрес

Римдарға 8:38

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 47 дәрес

Римдарға 8:39

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 47 дәрес

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
  • 19
  • 20
  • 21
  • 22
  • 23
  • 24
  • 25
  • 26
  • 27
  • 28
  • 29
  • 30
  • 31
  • 32
  • 33
  • 34
  • 35
  • 36
  • 37
  • 38
  • 39
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
Римдарға 8:1—39

Римдарға

8 Шуға күрә Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә булғандарҙы Алла үлемгә хөкөм итмәй, 2 сөнки Мәсих Ғайса менән берҙәмлектә торғандарға йәшәү биргән рухтың ҡануны һеҙҙе гонаһ һәм үлем ҡанунынан азат итте. 3 Кешеләрҙең камилһыҙлығы арҡаһында Ҡанун эшләй алмағанды Алла эшләне. Ул, гонаһты юҡ итер өсөн, Улына гонаһлы кеше тәненә оҡшаш тән биреп, уны ергә ебәрҙе һәм шулай итеп кешеләрҙәге гонаһҡа хөкөм ҡарары сығарҙы. 4 Алла быны беҙ, гонаһлы тәнебеҙгә түгел, ә рухҡа буйһоноп, Ҡанундың ғәҙел* талаптарын үтәй алһын өсөн эшләне. 5 Гонаһлы тәндәренә буйһоноп йәшәгәндәр гонаһлы теләктәре* тураһында уйлай, ә рухҡа буйһоноп йәшәгәндәр рухи нәмәләр* тураһында уйлай. 6 Гонаһлы теләктәр тураһында уйлау — үлемгә, ә рухи нәмәләр тураһында уйлау йәшәүгә һәм тыныслыҡҡа килтерә. 7 Гонаһлы теләктәр тураһында уйлау Аллаға дошман итә, сөнки гонаһлы тән Алла ҡанунына буйһонмай ҙа, буйһона алмай ҙа. 8 Тимәк, гонаһлы тәндәренә ярап йәшәгәндәр Аллаға ярай алмай.

9 Әммә Алла рухы һеҙҙә ысынлап та йәшәй икән, һеҙ гонаһлы тәнегеҙгә ярап түгел, ә рух буйынса йәшәйһегеҙ. Ә берәйһендә Мәсих рухы булмаһа, тимәк, ул Мәсихтеке түгел. 10 Мәсих һеҙҙең менән берҙәмлектә икән, тәндәрегеҙ гонаһ арҡаһында үле булһа ла, рух һеҙгә йәшәү бирә, сөнки һеҙ тәҡүә тип иғлан ителдегеҙ. 11 Әгәр һеҙҙә Ғайсаны терелткән Алланың рухы йәшәһә, Мәсих Ғайсаны терелткән Алла һеҙҙең үлемле тәндәрегеҙҙе лә һеҙҙә йәшәгән рухы менән тере итер.

12 Шуға күрә, ҡәрҙәштәр, беҙ гонаһлы тәнгә буйһоноп йәшәргә бурыслы түгелбеҙ. 13 Уға буйһонаһығыҙ икән, үләсәкһегеҙ. Ә гонаһлы эштәрҙе рух менән үлтерәһегеҙ икән, йәшәйәсәкһегеҙ. 14 Алла рухы йөрөткән кешеләрҙең барыһы — Алла балалары. 15 Һеҙ бит яңынан ҡурҡып йәшәргә мәжбүр иткән ҡоллоҡ рухын түгел, ә беҙҙе Алла балалары иткән рухты алдығыҙ. Ошо рух беҙҙе: «А́бба*, Атам!» — тип ялбарырға этәрә. 16 Был рух* беҙгә Алла балалары булыуыбыҙҙы асыҡтан-асыҡ белдерә*. 17 Беҙ уның балалары икән, тимәк, вариҫтары ла, йәғни Алланың вариҫтары, ә Мәсихтең вариҫташтары. Тик тәүҙә беҙгә Мәсихтеке кеүек ғазаптар кисерергә кәрәк, шул саҡта уның данын да уртаҡлашырбыҙ.

18 Беҙ әле кисергән ғазаптарҙың, беҙҙең аша асыласаҡ дан менән сағыштырғанда, бер ни тормағанына ныҡ ышанам. 19 Яратылғандарҙың барыһы ла Алланың үҙ улдарының данын күрһәтәсәген түҙемһеҙлек менән көтә, 20 сөнки яратылғандар мәғәнәһеҙ тормош итеүгә буйһондоролған булған. Был уларҙың ихтыяры буйынса түгел, ә Алла ихтыяры буйынса башҡарылған. Шул уҡ ваҡытта ул өмөт тә биргән: 21 яратылғандар гонаһ һәм үлем ҡоллоғонан* азат ителеп, Алла балаларының данлы азатлығына эйә булыр. 22 Белеүебеҙсә, яратылғандарҙың барыһы ла әлегә тиклем ыңғыраша һәм яфа сигә. 23 Беҙ үҙебеҙ ҙә, изге рухҡа, йәғни мираҫыбыҙҙың билдәһенә* эйә булғандар, уллыҡҡа алыныуыбыҙҙы, йолом ярҙамында тәндәребеҙҙән азат ителеүебеҙҙе түҙемһеҙлек менән көтөп, эстән ыңғырашабыҙ. 24 Ҡотҡарылғас, беҙ шул өмөткә эйә булдыҡ, ләкин тормошҡа ашҡан өмөт инде өмөт түгел, сөнки кеше өмөт иткәнен алһа, уға артабан да өмөтләнергә кәрәкме ни? 25 Ләкин өмөт иткәндәрҙе әле алмағанбыҙ икән, артабан да сабырлыҡ менән көтәбеҙ.

26 Шулай уҡ көсһөҙ сағыбыҙҙа беҙгә рух ярҙам итә. Ҡайһы ваҡыт беҙ нимә тураһында доға ҡылырға кәрәк икәнен белмәйбеҙ. Шундай саҡтарҙа, беҙ һүҙ тапмай ыңғырашҡанда, рух үҙе беҙҙең өсөн ялбара. 27 Әммә йөрәктәрҙе тикшереүсе Алла рухтың нимә тураһында һорағанын белә, сөнки рух изгеләр өсөн Алланың ихтыярына тура килтереп һорай.

28 Беҙ Алланың үҙенең бөтә эштәрен үҙен яратыусыларға, йәғни үҙ ниәте буйынса саҡырылған кешеләргә, файҙа килтерерлек итеп башҡарыуын беләбеҙ. 29 Ул һайлап аласаҡ кешеләрен баштан уҡ белгән һәм уларҙың Улына оҡшаш буласаҡтарын алдан уҡ хәл иткән. Ул быны Улы үҙ туғандары араһында баш бала булһын өсөн башҡарған. 30 Үҙенең Улына оҡшаш булып китергә тейеш булғандарҙы ул саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы шулай уҡ тәҡүә тип иғлан иткән. Ниһайәт, кемдәрҙе ул тәҡүә тип иғлан иткән, шуларҙы данлаған.

31 Былар тураһында ни әйтергә һуң? Әгәр Алла беҙҙең яҡлы икән, кем беҙгә ҡаршы була алһын? 32 Ул, үҙенең Улын йәлләмәйенсә, уны беҙҙең барыбыҙ өсөн дә биргән икән, үҙенең игелеге буйынса беҙгә шулай уҡ бөтә ҡалған нәмәләрҙе лә бирмәҫме ни? 33 Кем Алланың һайланғандарын ғәйепләй алһын? Алла бит уларҙы тәҡүә тип иғлан итә. 34 Кем уларҙы хөкөм итә алһын? Мәсих Ғайса бит улар өсөн үлгән һәм үленән терелтелгән, ул Алланың уң яғында ултыра һәм беҙҙең өсөн Аллаға ялбара.

35 Беҙҙе Мәсих яратыуынан нимә айыра алһын? Ауырлыҡтармы, йә ғазаптармы, йә эҙәрләүҙәрме, йә аслыҡмы, йә ярлылыҡмы*, йә хәүефме, йә үлем ҡурҡынысымы*? 36 Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, «һинең хаҡҡа беҙҙе көн һайын үлтерәләр, һуйыла торған һарыҡтарға һанайҙар». 37 Ләкин беҙ быларҙың барыһын беҙҙе яратҡан Зат ярҙамы менән тулыһынса еңеп сығабыҙ. 38 Мин һис тә шикләнмәйем: үлем дә, йәшәү ҙә, фәрештәләр ҙә, хөкүмәттәр ҙә, хәҙерге һәм киләсәктәге нәмәләр ҙә, көстәр ҙә, 39 бейеклек тә, тәрәнлек тә һәм бар ителгән башҡа бер нәмә лә беҙҙе Алланың Хужабыҙ Мәсих Ғайса аша күрһәткән мөхәббәтенән айыра алмаясаҡ.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу