Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 1 Кәринттәргә 13
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

1 Кәринттәргә. Йөкмәтке

      • Мәхәббәт — иң яҡшы юл (1—13)

1 Кәринттәргә 13:1

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «мин — яңғыраған гонг һәм дыңғырлаған кимвал».

1 Кәринттәргә 13:5

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «тупаҫ».

  • *

    Йәки «хаталарҙы».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2016, 27 б.

1 Кәринттәргә 13:8

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «Яратыу булһа, барыһы ла яҡшы булыр».

  • *

    Һүҙ мөғжизәле рәүештә башҡа телдәрҙә һөйләшеү һәләте тураһында бара.

1 Кәринттәргә 13:12

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «йөҙгә-йөҙ».

  • *

    Йәки «теүәл».

1 Кәринттәргә 13:13

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    11/2023, 8 б.

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    10/2016, 30 б.

    «Ғаилә бәхетенең сере», 28—29 бб.

  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
1 Кәринттәргә 13:1—13

Беренсе Кәринттәргә

13 Кешеләр һәм фәрештәләр телдәрендә һөйләшеп тә, миндә мөхәббәт юҡ икән, ул саҡта мин йән көйҙөргөс ҡаты тауыштар сығарған музыка ҡоралдарына оҡшашмын*. 2 Пәйғәмбәрлек итеү һәләтем булһа ла, бөтә изге серҙәргә төшөнһәм дә, бөтә белемгә йәки тауҙар күсерерлек иманға эйә булһам да, миндә мөхәббәт юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел. 3 Бөтә мөлкәтемде башҡалар хаҡына таратып бөтһәм дә һәм маҡтаныр өсөн үҙемде ҡорбан итһәм дә, яратыуым юҡ икән, бынан миңә бер ниндәй файҙа булмаҫ.

4 Яратыу түҙемле һәм игелекле. Яратыу көнләшмәй һәм маҡтанмай, ул маһаймай, 5 үҙен әҙәпһеҙ* тотмай, үҙ файҙаһын эҙләмәй, ярһымай, үпкәләрҙе* һанап бармай, 6 тәҡүә булмаған нәмәләргә шатланмай, ә хәҡиҡәткә шатлана. 7 Ул бөтә нәмәгә түҙә, бөтә нәмәгә ышана, бер ҡасан да өмөтөн өҙмәй, бөтә нәмәгә сыҙай.

8 Мөхәббәт һәр ваҡыт буласаҡ*. Ә пәйғәмбәрлек итеү, төрлө телдәрҙә һөйләшеү* йә белем бүләктәренә килгәндә, улар юҡҡа сығасаҡ. 9 Сөнки белемебеҙ ҙә, пәйғәмбәрлектәр ҙә тулы түгел, 10 ә инде тулы булғаны килгәс, тулы булмағаны юҡҡа сығасаҡ. 11 Бала сағымда мин балаларса һөйләнем, балаларса уйланым һәм балаларса фекер йөрөттөм. Ә хәҙер, ҙурайғас, мин балаларға хас һыҙаттарҙы ташланым. 12 Әле беҙ, ҡалай көҙгөләге шикелле, тоноҡ һыҙаттар ғына күрәбеҙ, ә ул саҡта ап-асыҡ* күрәсәкбеҙ. Әле белемем өлөшләтә, ә ул саҡта, Алла мине тулыһынса белгән кеүек үк, белемем тулы* булыр. 13 Әммә ошо өс нәмә — иман, өмөт һәм мөхәббәт ҡаласаҡ, уларҙың иң бөйөгө иһә — мөхәббәт.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу