50-се йыр
Алла яратыуҙа үрнәк ҡалдырған
1. Зирәклек менән барыһын да бирә
Йәһәвә,
Йәһәвә.
Беҙҙең эштәрҙе ул етәкләгәндә,
Беҙ уңышлы,
Беҙ уңышлы.
Дөрөҫ юлдан бар, Йәһәвә юлынан.
Яҡшы эштәргә өндәүсе юлдан бар.
Алла саҡыра тыныс юлға халҡын.
Алла юлы
Бирә барыһын.
2. Алла юлында ҡәрҙәште яратыу
Ныҡ булһын,
Ныҡ булһын.
Әҙер бул, әйҙә, гел ярҙам итергә
Бар яҡтан да,
Бар яҡтан да.
Кәмселектәрҙе кәрәк кисерергә,
Саф күңел менән өйрән яратырға,
Сағылышы бул, Алланан ал үрнәк.
Ҡәрҙәштәрсә,
Наҙ менән ярат.
3. Хеҙмәткә өндәй Алланы яратыу
Һәр ваҡыт,
Һәр ваҡыт.
Алланы маҡтап, саф күңелдән йырла.
Бул тыңлаусан,
Уны маҡта.
Беҙ еткерәбеҙ һәр кемгә исемен.
Ҡәҙерле булһын хеҙмәтебеҙ һәр көн.
Килеп күрһендәр — был ысын хәҡиҡәт.
Был — мөхәббәт.
Был — саф мөхәббәт.
(Рим. 12:10; Эфес. 4:3; 2 Пет. 1:7-не лә ҡара.)