3-СӨ ДӘРЕС
Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт нисек яңынан асылған булған?
Изге Яҙманы тикшереүселәр, 1870 йылдар
«Күҙәтеү манараһы»ның беренсе һаны, 1879 йыл
Бөгөнгө «Күҙәтеү манараһы»
Изге Яҙмала, Мәсихтең үлеменән һуң беренсе мәсихселәр араһынан ялғанға өйрәтеүсе уҡытыусылар килеп сығасаҡ һәм хәҡиҡәтте боҙасаҡ, тип алдан әйтелгән булған (Ғәмәлдәр 20:29, 30). Ваҡыт уҙыу менән тап шулай булған да. Улар Ғайсаның тәғлимәттәрен мәжүсиҙәрҙең дини ҡараштары менән бутаған. Шулай итеп төрлө христиан диндәре барлыҡҡа килгән (2 Тимофейға 4:3, 4). Изге Яҙмалағы тәғлимәттәрҙе ысынлап та дөрөҫ аңлайбыҙмы, юҡмы икәнен нисек белергә?
Йәһүә үҙ ваҡытында хәҡиҡәтте асҡан. Алла, «ахырғы ваҡытҡа... ысын белем артыр», тип алдан әйткән булған (Данил 12:4). 1870 йылда хәҡиҡәтте эҙләгән бәләкәй бер төркөм күп кенә сиркәү тәғлимәттәре Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгәнен аңлаған. Шуға күрә улар, Изге Яҙма ысын барлыҡта нимәгә өйрәтә икәнен белер өсөн, тикшеренеүҙәр үткәрә башлаған. Йәһүә уларға аңлау биреп фатихалаған.
Эскерһеҙ кешеләр Изге Яҙманы ентекләп тикшергән. Был тырыш Изге Яҙманы тикшереүселәр (ул ваҡытта Йәһүә шаһиттары шулай аталған) беҙ әлегә тиклем файҙаланған тикшеренеү ысулдарын ҡулланған. Улар Изге Яҙманы темалар буйынса ҡарап сыҡҡан. Изге Яҙмала аңлауы ауыр булған өҙөк осрағанда, улар был өҙөктө асыҡлаусы башҡа шиғырҙарҙы эҙләгән. Яһаған һығымталары Изге Яҙманың башҡа өлөштәренә тура килгәндә, улар уны яҙып барған. Шулай итеп, Изге Яҙмаға үҙ-үҙен аңлатырға ирек биреп, улар Алланың исеме һәм уның Батшалығы, уның кешелеккә һәм ергә ҡарата ниәте, үлгәндәрҙең ниндәй хәлдә булыуы һәм үленән терелеүгә өмөт тураһындағы хәҡиҡәттәрҙе яңынан асҡандар. Был ентекле эҙләнеүҙәр уларҙы ялған тәғлимәттәрҙән һәм дөрөҫ булмаған тәртиптән азат иткән (Яхъя 8:31, 32).
1879 йылға Изге Яҙманы тикшереүселәр хәҡиҡәтте башҡа кешеләргә белдерер өсөн ваҡыт еткәнен аңлаған. Шуға күрә шул йылдан алып улар «Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә» тигән журналды баҫтыра башлаған. Был журнал әлегә тиклем баҫтырыла. Бөгөнгө көндә беҙ Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте 240 илдә һәм территорияла йәшәгән кешеләргә 750-нән ашыу телдә еткерәбеҙ. Әле бер ҡасан да ысын белемдең шул тиклем артҡаны булмаған!
Мәсихтең үлеменән һуң Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт менән нимә булған?
Нимә ярҙамында Изге Яҙмалағы хәҡиҡәт яңынан асылған?