9-СЫ ДӘРЕС
Йыйылыш осрашыуҙарына нисек яҡшыраҡ әҙерләнеп була?
Камбоджа
Украина
Әгәр һеҙ Йәһүә шаһиттарының береһе менән Изге Яҙманы өйрәнһәгеҙ, моғайын, үтәсәк материалды алдан ҡарап сығырға тырышаһығыҙҙыр. Йыйылыш осрашыуына ла алдан әҙерләнеү ҙур файҙа килтерә. Әгәр был ғәҙәткә инеп китһә, беҙ уңыштарға ирешәсәкбеҙ.
Ҡасан һәм ҡайҙа әҙерләнергә икәнен хәл итегеҙ. Һеҙ ниндәй ваҡытта иғтибар туплап әҙерләнә алаһығыҙ? Эш көнө башланғансы, иртән иртүкме? Йәки, балалар йоҡлап киткәс, кисенме? Өйрәнеүгә ваҡытығыҙ күп булмаһа ла, уға күпме ваҡыт бүлеп ҡуя алғанығыҙҙы хәл итегеҙ һәм, әҙерләнгәндә, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәҫкә тырышығыҙ. Үҙегеҙгә тыныс урын табып, ҡамасаулай алған бар нәмәләрҙе — радионы, телевизорҙы, кеҫә телефонын — һүндереп ҡуйығыҙ. Әҙерләнеү алдынан доға ҡылығыҙ, был һеҙгә көндәлек мәшәҡәттәрегеҙҙе онотоп, иғтибарығыҙҙы Алла Һүҙенә тупларға ярҙам итәсәк (Филиптарға 4:6, 7).
Материалды өйрәнегеҙ һәм йыйылыш осрашыуында ҡатнашыр өсөн әҙерләнегеҙ. Башта материал тураһында дөйөм төшөнсә алырға тырышығыҙ. Мәҡәләнең йә бүлектең исеме өҫтөнән уйланығыҙ. Һәр бүлексә төп тема менән нисек бәйле икәнен күрергә тырышығыҙ. Бөтә рәсемдәрҙе һәм ҡабатлау өсөн һорауҙарҙы ҡарап сығығыҙ. Шунан, һәр абзацты уҡып, килтерелгән һорауҙарға яуаптар эҙләгеҙ. Йәйәләрҙә килтерелгән шиғырҙарҙы Изге Яҙманан табып уҡып сығығыҙ һәм нисек улар материал менән бәйле икәнен асыҡлағыҙ (Ғәмәлдәр 17:11). Һорауҙарға яуаптар тапҡас, абзацта төп һүҙҙәрҙең йә һүҙбәйләнештәрҙең аҫтына һыҙып ҡуйығыҙ, был һеҙгә кәрәкле фекерҙе тиҙерәк иҫкә төшөрөргә ярҙам итәсәк. Шунан осрашыуҙа, теләгегеҙ булһа, ҡулығыҙҙы күтәреп, үҙ һүҙҙәрегеҙ менән ҡыҫҡа комментарий бирә алаһығыҙ.
Осрашыуҙарҙа аҙна һайын ҡараласаҡ материалдарҙы өйрәнеп, һеҙ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән белемегеҙҙе арттырырһығыҙ (Матфей 13:51, 52).
Йыйылыш осрашыуҙарына ниндәй тәртип буйынса әҙерләнеп була?
Осрашыуҙа комментарий бирер өсөн, һеҙ нисек әҙерләнә алаһығыҙ?