140-сы йыр
Пионер тормошо
(Вәғәзсе 11:6)
Һәр көндөң башында, әле таң атҡансы,
Хеҙмәткә сығабыҙ.
Йоҡо килһә лә, беҙ
барабыҙ.
Осраған һәр кемгә алсаҡ йылмаябыҙ.
Кемдер беҙҙе тыңлай,
Кемдер — юҡ, әммә бирешмәйбеҙ.
(ҠУШЫМТА)
Был юлды һайланыҡ.
Йәһүә өсөн беҙ
Йәшәйбеҙ, әмерен үтәйбеҙ.
Ҡояшта, ямғырҙа
Беҙ һис бирешмәйбеҙ.
Был юлда көн һайын әйтәбеҙ:
«Яратам».
Инде кис еткәндә, ҡояш байығанда,
Арыныҡ, әммә шат,
Йөрәк янып өйгә ҡайтабыҙ.
Был юлда Аллаға яҡшыһын
бирәбеҙ.
Фатихалар өсөн,
Йәһүә Алла, һиңә рәхмәт.
(ҠУШЫМТА)
Был юлды һайланыҡ.
Йәһүә өсөн беҙ
Йәшәйбеҙ, әмерен үтәйбеҙ.
Ҡояшта, ямғырҙа
Беҙ һис бирешмәйбеҙ.
Был юлда көн һайын әйтәбеҙ:
«Яратам».
(Йош. 24:15; Зәб. 92:2; Рим. 14:8-ҙе лә ҡара.)