Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 23 дәрес 60 б.—61 б. 4 абз.
  • Йәһүәгә һүҙ биреү

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүәгә һүҙ биреү
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Улар вәғәҙәһен үтәмәгән
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Янып торған ҡыуаҡ
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 23 дәрес 60 б.—61 б. 4 абз.
Израилдәр Синай тауы итәгендә тора

23-СӨ ДӘРЕС

Йәһүәгә һүҙ биреү

Мысырҙа́н сығып ике ай самаһы үткәс, изра́илдәр Сина́й тауы итәгендә лагерь ҡороп урынлашҡан. Йәһүә Мусаға́ тау башына менергә ҡушҡан һәм былай тигән: «Мин изра́илдәрҙе ҡотҡарҙым. Әгәр улар мине тыңлаһа, закондарымды үтәһә, мин уларҙы үҙ халҡым итәсәкмен». Муса́ тауҙан төшөп, Йәһүәнең һүҙҙәрен изра́илдәргә еткергән. Улар иһә: «Йәһүә ни әйтһә, шуны эшләрбеҙ», — тип һүҙ биргән.

Муса́ ҡабат тауға менә. Унда Йәһүә былай ти: «Иртәнән һуңға мин һинең менән һөйләшәсәкмен. Кешеләргә әйт, Сина́й тауына яҡын да килмәһендәр». Муса́ тауҙан төшә һәм изра́илдәргә Йәһүәнең һүҙҙәрен тыңларға әҙерләнергә ҡуша.

Израилдәр Синай тау башында йәшен йәшнәүен һәм тауҙы ҡара болот ҡаплауын күрә

Өсөнсө көндө изра́илдәр тау башында йәшен йәшнәүен һәм тауҙы ҡара болот ҡаплауын күрә. Улар күк күкрәүе һәм борғо тауышы ишетә. Шул саҡ Йәһүә ут эсендә тауға төшә. Изра́илдәр ныҡ ҡурҡа һәм ҡалтырана. Тау һелкенеп китә һәм төтәй башлай. Борғо тауышы көсәйгәндән-көсәйә бара. Шунда Алла: «Мин — Йәһүә. Һеҙ башҡа аллаларға табынырға тейеш түгел», — тип әйтә.

Муса́ яңынан тауға менә, һәм Йәһүә уға закондар бирә. Был закондарҙа Аллаға нисек табынырға, үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге хаҡында әйтелә. Муса́ был закондарҙы яҙып ала һәм изра́илдәргә уҡый. Улар: «Беҙ Йәһүә әйткәнсә эшләрбеҙ», — тип вәғәҙә бирә. Эйе, улар Аллаға һүҙ бирә. Әммә улар биргән һүҙен тотормо?

«Раббы Аллаңды бөтә йөрәгең, бөтә йәнең һәм бөтә аҡылың менән ярат» (Матфей 22:37)

Һорауҙар. Сина́й тауында нимә булған? Изра́илдәр Йәһүәгә ниндәй вәғәҙә биргән?

Сығыш 19:1—20:21; 24:1—8; Ҡанун 7:6—9; Ниҡәми 9:13, 14.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу