Ҡысҡырып уҡыу — иң яҡшы уҡытыу
«ҠОСАҠЛАУҘАН тыш, бала өсөн иң мөһим нәмә — һеҙ уға бүләк иткән ваҡыт һәм иғтибар». Был кәңәште «Ҡысҡырып уҡыу буйынса күрһәтмәләр» тип аталған китабында Джим Трелиз бирә.
Ошо кәңәш буйынса эш итер өсөн нимә эшләп була? Джим Трелиз әйтеүенсә, балаға сабый сағынан уҡ ҡысҡырып уҡырға кәрәк. Был һеҙгә һәм балағыҙға бик ҙур файҙа килтерәсәк. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Хатта күп йылдар уҙғас та, һеҙ ҙә, балағыҙ ҙа шул күңел йылытҡыс мәлдәрҙе яратып иҫкә алырһығыҙ. Бынан тыш, балағыҙ яҡшы уҡырға өйрәнәсәк, һәм уға мәктәптә уҡыу еңелерәк буласаҡ. Ә һүрәттәрҙе ентекләп ҡарау уға визуаль һәләттәрҙе үҫтерергә ярҙам итер. Мәҫәлән, йәш ярымда бала һүрәттә көсөктө таба ала. Ул, әле уҡый белмәһә лә, был һүҙҙең нимә аңлатҡанын белә. Балағыҙ уҡырға, яҙырға, һөйләргә, башҡалар һөйләгәнен тыңларға өйрәнер һәм күҙ алдына килтерә белеү һәләтен яҡшыртыр, шулай уҡ китап уҡыуға һөйөү үҫтерер.
«Балама ҡысҡырып уҡыр өсөн ҡайҙан ваҡыт табырға?» — тип зарлана эш һәм өй араһында өҙгөләнгән ата-әсәләр.
Джим Трелиз былай тип яҙа: «Ҡай саҡ атайҙар, балаға китап уҡый алмаҫмын инде — шул тиклем арығанмын, тиҙәр. Ә үҙҙәренең кис буйына телевизор ҡарарҡа хәлә бар».
Ата-әсәләргә үҙ ҡарашын бөтөнләй үҙгәртергә ярҙам итер өсөн Джим Трелиз бындай кәңәштәр бирә:
1. Дөрөҫ китаптар һайлағыҙ. Ҡыҙыҡһыҙ, өгөт-нәсихәтле китаптар күпселек балаға, әлбиттә, оҡшамаясаҡ. Улар берәй батырҙың ауырлыҡтарҙы еңеп сығыуын тасуирлаған хикәйәләрҙе ярата. Әммә, ата-әсәләр китаптың йөкмәткеһе менән тәүҙә үҙҙәре танышһа, яҡшыраҡ булыр. Ул саҡта улар китап баланың йәшенә тура киләме, юҡмы икәнен билдәләй алыр.
2. Урынлы ваҡыт һайлағыҙ. Балаға иртән-иртүк, ул әле уянып етмәгән саҡта уҡыу файҙа килтермәҫ. Ҡайһы бер ата-әсәләр балаға ашаған сағында уҡый. Күпселек балаға йоҡлар алдынан китап уҡыу оҡшай. Был ваҡытта уларға иғтибар менән тыңлау еңелерәк.
3. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡмағыҙ. Китапта балаға аңлашылмаған һүҙҙәр осраһа, бының бер ҡурҡынысы ла юҡ. Шундай һүҙҙәрҙе ҡыҫҡаса ғына аңлатып китергә, ябайыраҡ һүҙҙәр менән алмаштырырға йә хатта ауыр өҙөктө бөтөнләй төшөрөп ҡалдырырға ла мөмкин.
4. Нисек уҡығанығыҙға иғтибарлы булығыҙ. Матур итеп уҡыр өсөн дөрөҫ тын алырға һәм ҡулайлы тиҙлек һайларға кәрәк. Һәләттәрегеҙҙә шикләнһәгеҙ, тауышығыҙҙы яҙҙырып, тыңлағыҙ ҙа нимәне яҡшыртып була икәне хаҡында уйланығыҙ.
5. Баланың мөмкинлектәрен иҫәпкә алығыҙ. Ҡыҙыҡлы хикәйә баланы мауыҡтыра ала, әммә ваҡыт-ваҡыт баланың иғтибары, моғайын, бер аҙ ситкә йүнәлер. Шулай ҙа ул күп мәғлүмәтте иҫтә ҡалдыра ала.
6. Түҙемле булығыҙ. Оҡшатҡан фильмдарын ҡабаттан ҡарарға яратҡан ололар кеүек, балалар ҙа оҡшатҡан китаптарын тағы-тағы уҡырға ярата, сөнки уҡыған һайын улар үҙҙәре өсөн яңы асыштар яһай. Шуға күрә балаға оҡшап ҡалған китапты ситкә алып ҡуйырға ашыҡмағыҙ, ә, унан бер аҙ уҡып алғандан һуң, яңы хикәйә уҡый башлағыҙ.