АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЯХЪЯ 3, 4
Ғайса Самария ҡатынына вәғәзләй
Ғайса нимә ярҙамында яҡшы шаһитлыҡ бирә алған?
4:7 Батшалыҡ тураһында йә үҙенең Мәсих булыуы тураһында һөйләү урынына ул һөйләшеүҙе һыу һорап башлаған.
4:9 Ул ҡатындың дәрәжәһенә йә милләтенә ҡарамаған.
4:9, 12 Самария ҡатыны бәхәсле һорауҙарға ҡағылғанда, Ғайса, уларҙы урап үтеп, һөйләшеүҙе дауам иткән (cf-U 77 б., 3 абз.).
4:10 Ғайса был ҡатындың көнкүреш тормошонан алынған миҫал килтергән.
4:16—19 Самария ҡатыны әхлаҡһыҙ тормош алып барһа ла, Ғайса уға хөрмәт күрһәтеп һөйләшкән.
Изге Яҙмалағы был өҙөк осраҡлы вәғәздең мөһимлегенә нисек баҫым яһай?