МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Йәһүәгә таянырға ярҙам иткән өс ысул
Дауыт Ғәлиәфте еңгән, сөнки Йәһүәгә таянған (1См 17:45). Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә теләп ярҙам итә (2Йыл 16:9). Беҙ нисек итеп үҙ һәләттәребеҙгә һәм тәжрибәбеҙгә түгел, ә Йәһүәнең ярҙамына таяна алабыҙ? Бына өс ысул:
Йышыраҡ доға ҡылыу. Берәй хата инде эшләгәс, кисереү һорап доға ҡылыу мөһим. Әммә ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн дә Аллаға көс һорап доға ҡылырға кәрәк (Мт 6:12, 13). Йәһүәнән инде ҡабул иткән ҡарарыңды фатихалауын һорауҙан тыш, унан ҡарар ҡабул итер алдынан да ярҙам һәм зирәклек һора (Яҡ 1:5).
Изге Яҙманы даими уҡыу һәм өйрәнеү. Изге Яҙманы көн һайын уҡы (Зәб 1:2). Изге Яҙмалағы миҫалдар тураһында уйлан, һабаҡ ал һәм уларҙы тормошоңда ҡуллан (Яҡ 1:23—25). Хеҙмәткә әҙерлән, үҙ тәжрибәңә таянма. Йыйылыш осрашыуҙары күп файҙа килтерһен өсөн, ҡараласаҡ материалдар менән алдан уҡ таныш.
Йәһүәнең ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итеү. Ойошманан килгән һуңғы күрһәтмәләргә иғтибарлы бул, һәм улар буйынса шунда уҡ эш ит (Һн 9:17). Өлкәндәрҙең кәңәштәренә һәм күрһәтмәләренә ҡолаҡ һал (Ев 13:17).
«ЭҘӘРЛӘҮҘӘРҘӘН ҠУРҠЫР ӨСӨН СӘБӘП ЮҠ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ОШО ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
• Ҡәрҙәштәр нимәнән ҡурҡҡан?
• Уларға ҡурҡыуҙарын еңергә нимә ярҙам иткән?