Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w21 февраль 25 б.
  • Йылмайыу ҙур көскә эйә!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йылмайыу ҙур көскә эйә!
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ысын мәсихселәр эскерһеҙ мөхәббәт менән айырылып тора. Ҡиммәтле берҙәмлекте яҡлағыҙ
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
  • Хөрмәт һәм ҡәҙер — Алла ҡайғыртыуының сағылышы
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә 2012
  • Ни өсөн йыйылыш осрашыуҙарына йөрөргә кәрәк?
    Йәштәрҙең һорауҙары
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
w21 февраль 25 б.

Йылмайыу ҙур көскә эйә!

Хелен күсмә стенд янында йылмайып тора. Ике ҡыҙ үтеп китеп бара.

ФИЛИППИН иленең Багио ҡалаһында ике ҡыҙ, урам буйлап китеп барғанда, күсмә стендыбыҙҙы күреп ҡалған. Стенд янында торған Хелен исемле апай-ҡәрҙәш уларға яғымлы итеп йылмайған. Ҡыҙҙар туҡтап тормаған, әммә Хелендың ихлас йылмайыуы уларға тәьҫир иткән.

Һуңыраҡ автобуста өйгә ҡайтып барғанда, ҡыҙҙар Батшалыҡ залында jw.org тигән ҙур логотип күреп ҡалған. Улар шул уҡ логотип стендта булғанын иҫтәренә төшөргән. Ҡыҙҙар, автобустан төшөп, Батшалыҡ залына йүнәлгән һәм ишек янында йыйылыш осрашыуҙарыбыҙҙың графигын күргән.

Шул уҡ ике ҡыҙ Хеленды Батшалыҡ залында күреп йылмая.

Күп тә үтмәҫтән, улар осрашыуҙарҙың береһенә килгән. Ә Батшалыҡ залында улар кемде күргән тип уйлайһығыҙ? Хеленды. Ҡыҙҙар шунда уҡ үҙҙәренә йылмайған апай-ҡәрҙәште танып ҡалған. «Улар минең яныма килә башлағас, мин тулҡынланып киттем, — ти Хелен, — сөнки мин уларҙың маҡсатын белмәй инем». Әммә ҡыҙҙар барыһын аңлатып биргән.

Ҡыҙҙарға осрашыуҙың программаһы ла, уларҙы йылы итеп ҡаршы алғандары ла бик оҡшаған. Улар үҙҙәрен өйҙә һымаҡ хис иткән. Ҡәрҙәштәрҙең осрашыуҙан һуң Батшалыҡ залын йыйыштырғанын күреп, улар хатта үҙ ярҙамын тәҡдим иткән. Ҡыҙҙарҙың береһе икенсе илгә күсеп киткән, ә икенсеһе йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй һәм Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Ә бит барыһы бер йылмайыуҙан ғына башланған!

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу