Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • g18 № 2
  • 12. Маҡсаттар

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 12. Маҡсаттар
  • Уянығыҙ! 2018
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА
  • НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ
  • НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА
  • Рухи маҡсаттарың Барлыҡҡа килтереүсене данлаһын
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә 2004
  • Пессимизмды еңеп була
    Уянығыҙ! 2004
  • Йәштәр, рухи маҡсаттарға ынтылаһығыҙмы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Артабан да Йәһүә менән дуҫлығыңды нығыт
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Башҡаларын асырға
Уянығыҙ! 2018
g18 № 2
Бер йәш егет һыҙма яһай

Маҡсаттар ул — һыҙымдар кеүек. Тырышлыҡ һалып, һин уларҙы тормошҡа ашырырһың

ЙӘШТӘР ӨСӨН

12. Маҡсаттар

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА

Маҡсат ҡуйыу — нимәлер тураһында хыялланыу һәм нимәнеңдер тормошҡа ашыуын теләү генә түгел. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн барыһын да яҡшы итеп планлаштырырға, һығылмалы булырға һәм күп тырышлыҡ һалырға кәрәк.

Маҡсаттар ҡыҫҡа ваҡытлы (бер нисә көн йәки аҙна), уртаса ваҡытлы (бер нисә ай) һәм оҙаҡ ваҡытлы (йылдан артыҡ) була. Оҙаҡ ваҡытлы маҡсаттарға бер нисә ҡыҫҡа ваҡытлы маҡсат ярҙамында ирешеп була.

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ

Маҡсаттарға өлгәшеү үҙеңә ышанысыңды нығыта, дуҫтар менән яҡынайта һәм бәхетлерәк итә.

Үҙ-үҙеңә ышаныс. Бәләкәй маҡсаттар ҡуйып, уларға ирешһәң, ҙурыраҡтарына ла өлгәшә алырыңа ышаныс барлыҡҡа килә. Был шулай уҡ көндәлек ауырлыҡтарға, мәҫәлән, тиҫтерҙәр баҫымына ҡаршы торорға ярҙам итә.

Дуҫлыҡ. Барыһына ла маҡсатҡа ынтылыусан, йәғни нимә теләгәнен белгән һәм быға ирешер өсөн тырышлыҡтар һалған кешеләр менән дуҫлашыу оҡшай. Бынан да бигерәк, дуҫлыҡты нығытыуҙың иң яҡшы юлы — бергәләп бер маҡсатҡа ынтылыу.

Бәхет. Маҡсаттар ҡуйып, уларға өлгәшһәң, тамамланғанлыҡ хисе барлыҡҡа килә.

«Миңә маҡсаттар ҡуйыу оҡшай. Шулай итеп мин шөғөлөм һәм ынтылышым бар икәнен тоям. Маҡсатҡа ирешкәс, артҡа ҡарап: „Оһо! Мин быны булдырҙым бит!“ — тип әйтеү шундай рәхәт» (Кристофер).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Елде күҙәтеп тороусы сәсмәҫ, болоттарға ҡарап тороусы урмаҫ» (Вәғәзсе 11:4).

НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА

Ошо аҙымдар һиңә маҡсаттар ҡуйырға һәм уларға өлгәшергә ярҙам итер.

Маҡсаттар билдәлә. Ирешергә теләгән маҡсаттарыңдың исемлеген төҙө һәм уларҙы мөһимлеге буйынса урынлаштыр.

Планлаштыр. Һәр маҡсат өсөн ошоларҙы эшлә:

  • Ваҡытын билдәлә.

  • Нимә эшләргә кәрәклеген уйла

  • Ниндәй кәртәләр була алғаны һәм уларҙы нисек еңергә икәнен яҙып ҡуй

Эш ит. Һәр бер нескәлек асыҡланғанға тиклем көтмә. Үҙеңдән: «Маҡсатыма ирешеүгә иң беренсе аҙым ниндәй?» — тип һора һәм эшләй башла. Һәр аҙымды яһаған һайын, нимәгә ирешкәнеңде билдәләп бар.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Тырыш кешенең ниәттәре уңышҡа илтә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 21:5).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу