Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • fy 15 бүлек 173—182 бб.
  • Оло йәштәге ата-әсәне хөрмәт итеү

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Оло йәштәге ата-әсәне хөрмәт итеү
  • Ғаилә бәхетенең сере
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • УЛАРҘЫҢ ЭМОЦИОНАЛЬ ИХТЫЯЖДАРЫН АҢЛАРҒА ТЫРЫШЫҒЫҘ
  • УЛАРҒА МАТЕРИАЛЬ ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕГЕҘ
  • ЯРАТЫУ ҺӘМ ФИҘАҠӘРЛЕК
  • КЕШЕ ХӘЛЕНӘ ИНӘ БЕЛЕГЕҘ
  • АТА-ӘСӘЛӘРГӘ ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАҒЫҘ
  • АТА-ӘСӘҺЕН ҠАРАУСЫ ҮҘЕ ЛӘ ЯРҘАМҒА МОХТАЖ
  • САМАНАН ТЫШ ҘУР ҠӨҘРӘТ
  • Изге Яҙмала олоғайған атай-әсәйҙе ҡарау хаҡында нимә әйтелә?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Атайыңды һәм әсәйеңде хөрмәт ит
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
Ғаилә бәхетенең сере
fy 15 бүлек 173—182 бб.

УН БИШЕНСЕ БҮЛЕК

Оло йәштәге ата-әсәне хөрмәт итеү

1. Беҙ атай-әсәйебеҙгә нимә менән бурыслы һәм улар менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш?

БОРОНҒО ваҡытта йәшәгән бер аҡыллы кеше: «Һиңә тормош биргән атайыңды тыңла, һәм әсәйең ҡартайһа ла, уны ихтирам ит», — тип әйткән (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:22). Һеҙ, бәлки: «Нисек атай-әсәйҙе ихтирам итмәйһең инде!» — тиерһегеҙ. Эйе, кешеләрҙең күбеһе ата-әсәһен ярата. Бынан тыш, беҙ уларға бурыслы икәнебеҙҙе лә аңлайбыҙ. Улар бит беҙгә ғүмер биргән. Йәшәү сығанағы Йәһүә булһа ла, атай-әсәйһеҙ беҙ бөтөнләй тыумаҫ инек. Нимә генә эшләһәк тә, уларға ғүмер буйы бурыслы булып ҡалырбыҙ. Уйлап ҡына ҡарағыҙ, бала үҫтергәндә, ата-әсә күпме өҙгөләнә, фиҙаҡәрлек күрһәтә, уға иғтибар бүлә һәм аҡса сарыф итә! Шуның өсөн дә Алла Һүҙендәге: «Атай-әсәйеңә хөрмәт күрһәт... Шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә оҙон ғүмерле булырһың», — тигән кәңәш мөһим (Ефестарға 6:2, 3).

УЛАРҘЫҢ ЭМОЦИОНАЛЬ ИХТЫЯЖДАРЫН АҢЛАРҒА ТЫРЫШЫҒЫҘ

2. Үҫеп еткән балалар нисек ата-әсәһенә «хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап» бирә ала?

2 Илсе Павел мәсихселәргә былай тип яҙған: «Әгәр ҙә тол ҡатындың балалары йәки ейәндәре булһа, улар иң тәүҙә үҙ ғаиләһен хөрмәт итеп, ата-әсәһе күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап биреп өйрәнһен, Алла шуны теләй» (1 Тимофейға 5:4). Үҫеп еткән балалар «хәстәрлеккә хәстәрлек менән» нисек яуап бирә ала? Улар ата-әсәһенә һәм олатай-өләсәһенә йылдар буйы үҙҙәренә күрһәтелгән яратыу, ҡайғыртыу һәм тәрбиә өсөн рәхмәттәрен белдерә. Быны эшләр өсөн бер мөмкинлек — ололарҙың, башҡа кешеләр кеүек үк, ә, бәлки, күберәк тә, яратыуға һәм ярҙамға мохтаж булыуын таныу. Уларға ла, һәр кешегә кеүек, үҙҙәрен ҡәҙерләйҙәр икәнен, юҡҡа ғына йәшәмәйҙәр икәнен белеү мөһим.

3. Беҙ атай-әсәйҙәргә, олатай-өләсәйҙәргә нисек хөрмәт күрһәтә алабыҙ?

3 Эйе, атай-әсәйҙәргә, олатай-өләсәйҙәргә яратыу күрһәтеп, беҙ уларҙы ололайбыҙ (1 Коринфтарға 16:14). Атай-әсәйҙәребеҙ менән бергә йәшәмәһәк, улар өсөн беҙҙән бәләкәй генә булһа ла хәбәр алыу ни ҡәҙәр мөһим икәнен онотмайыҡ. Дәртләндерерҙәй хат яҙһаҡ, шылтыратып алһаҡ йә ҡайтҡылап торһаҡ, уларҙы был бигерәк тә ҡыуандырыр. Японияла йәшәгән 82 йәшлек Мийо исемле ҡатын былай тип яҙған: «Минең ҡыҙым [ә уның ире күсеп йөрөүсе хеҙмәтсе] былай тине: „Әсәкәйем, зинһар, беҙҙең менән „сәйәхәт ит“. Ул һәр аҙнаға маршрутын һәм телефон номерын ебәреп тора. Мин картаға ҡарайым да: „Тәк... Хәҙер улар бына бында!“ — тим. Ҡыҙым минең өсөн ысын фатиха. Мин Йәһүәгә бик рәхмәтле».

УЛАРҒА МАТЕРИАЛЬ ЯРҘАМ КҮРҺӘТЕГЕҘ

4. Йәһүд дин әһелдәре нисек кешеләрҙе олоғайған ата-әсәләрен хөрмәт итмәҫкә этәргән?

4 Атай-әсәйҙәрҙе хөрмәт итеү уларҙың материаль ихтыяждары хаҡында ҡайғыртыуҙы үҙ эсенә аламы? Эйе. Йыш ҡына шулай ҙа була. Ғайса йәшәгән осорҙа дин әһелдәре, әгәр кеше үҙ аҡсаһын йә мөлкәтен «Аллаға вәғәҙә иттем» тиһә, ул ата-әсәһенә ярҙам итеүҙән азат була, тигән йола тотҡан (Матфей 15:3—6). Ниндәй ҡаты бәғерлелек! Ысындан да, дин әһелдәре кешеләрҙе ата-әсәләренең ихтыяждарын һанға һуҡмаҫҡа, уларҙы хөрмәт итмәҫкә этәргән. Беҙ бер ҡасан да улай эшләргә теләмәйбеҙ! (Ҡанун 27:16)

5. Ни өсөн оло йәштәге ата-әсәне хөрмәтләү ҡайһы саҡта уларға материаль ярҙам күрһәтеүҙе лә аңлата?

5 Бөгөн күп илдәрҙә ололарҙы, мәҫәлән, ризыҡ, кейем-һалым, йәшәр урын менән тәьмин итер өсөн, хөкүмәт социаль программалары бар. Бынан тыш, ололарҙың ҡайһы берҙәре, бәлки, үҙҙәре күпмелер аҡса йыйғандыр. Әгәр йыйылған аҡса инде тотонолған булһа йә етмәһә, балалары материаль ярҙам күрһәтеп, ата-әсәһенә хөрмәт белдерә. Эйе, кеше олоғайған ата-әсәһе хаҡында хәстәрләһә, был уның Никахҡа нигеҙ һалыусы — Йәһүә Аллаға бирелгәнлеген раҫлай.

ЯРАТЫУ ҺӘМ ФИҘАҠӘРЛЕК

6. Ата-әсәләре хаҡында ҡайғыртыр өсөн, ҡайһы берәүҙәр ниндәй үҙгәрештәр яһай?

6 Балаларҙың күбеһе оло йәштәге ата-әсәләре тураһында яратыу һәм фиҙаҡәрлек менән ҡайғырта. Ҡайһы берҙәре ата-әсәһен үҙҙәренә алып ҡайта йәки уларға яҡыныраҡ ергә күсенә. Икенселәре иһә ата-әсәһенә ҡайтып йәшәй башлай. Шундай үҙгәрештәр йыш ҡына ата-әсәләр өсөн дә, балалар өсөн дә фатихаға әйләнә.

7. Ни өсөн олоғайған ата-әсәләргә ярҙам иткән саҡта, ҡабалан ҡарар ҡабул итергә ярамай?

7 Әммә ҡайһы саҡта бындай үҙгәрештәр яҡшыға килтермәй, сөнки ҡарарҙар ҡабул иткәндә кеше ҡабалана йә эмоцияларға бирелә. Изге Яҙмала: «Алдын-артын уйлаусы һәр аҙымын үлсәп атлай», — тиелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15). Әйтәйек, олоғайған әсәйегеҙгә бер үҙе йәшәү ауыр, ти. Һеҙ, бәлки, әсәйем беҙгә күсһә, яҡшыраҡ булыр, тип уйларһығыҙ. Был турала уйланғанда, дөрөҫ эш итер өсөн, шуны иҫәпкә алырға кәрәк: ул ысынында нимәгә мохтаж? Уның ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алырҙай дәүләт йәки хосуси берәй ойошма юҡмы икән? Ул күсергә теләйме? Әгәр теләһә, күсеү уға нисек тәьҫир итер? Дуҫтарынан айырылырға тура килерме? Был уға эмоциональ яҡтан ниндәй йоғонто яһар? Былар хаҡында уның үҙе менән һөйләштегеҙме? Уның күсеүе үҙегеҙгә, тормош иптәшегеҙгә, балаларығыҙға нисек тәьҫир итер? Кеше көнлө булып китһә, уны кем ҡарар? Был бурысты бүлеп буламы? Ғаилә ағзаларының барыһына ла ҡағылған был һорауҙар хаҡында фекер алыштығыҙмы?

8. Оло йәштәге атай-әсәйгә ярҙам итеү тураһында уйлағанда, кем менән кәңәшләшеп була?

8 Ата-әсәне хәстәрләү — бөтә балаларҙың да бурысы. Шуға күрә ҡарарҙар ҡабул итер өсөн, бергә йыйылыу аҡыллы булыр. Шулай уҡ йыйылыш өлкәндәре менән йә оҡшаш хәлде кисергән дуҫтар менән һөйләшеү файҙа килтерер. Изге Яҙмала бындай иҫкәртеү бирелгән: «Кәңәшһеҙ — ниәттәр тарҡала, ә кәңәшселәр күп булғанда — тормошҡа аша» (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:22).

КЕШЕ ХӘЛЕНӘ ИНӘ БЕЛЕГЕҘ

179-сы биттәге иллюстрация

Атай-әсәйҙең үҙе менән һөйләшмәй тороп, улар өсөнҡарар ҡабул итеү аҡыллы булмаҫ ине

9, 10. а) Балаларға, оло кешеләрҙең йәшенә ҡарамаҫтан, нимәне иҫәпкә алырға кәрәк? б) Балалары, оло йәштәге ата-әсәһе файҙаһына барыһын да эшләргә әҙер булһа ла, улар менән нисек мөғәмәлә итергә тейеш?

9 Оло йәштәге ата-әсәне хөрмәт итер өсөн, уларҙың хәленә инергә кәрәк. Ҡартлыҡ ауырлыҡтар килтерә: оло йәштә йөрөү ҙә, ашау ҙа ауырлаша, хәтер ҙә насарлана. Кеше ярҙамға мохтаж булырға мөмкин. Йыш ҡына балалар ата-әсәһе тураһында сиктән тыш ҡайғыртып, уларҙы контроль аҫтында тоторға тырыша. Әммә оло кеше бәләкәй бала түгел, ул йылдар буйы аҡыл һәм тәжрибә туплаған, үҙ-үҙе хаҡында ҡайғыртҡан һәм ҡарарҙар ҡабул иткән. Өҫтәүенә, улар — атай һәм әсәй. Шуға күрә, элекке кеүек эшләй алмаһалар ҙа, оло кеше булараҡ, улар хөрмәткә лайыҡ. Тормоштары хәҙер инде тулыһынса балаларына бәйле булыуын һиҙгән оло кешеләр, күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә йә асыуланырға мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр үпкәләй, хатта ҡаршылыҡ күрһәтә, сөнки быны үҙенең хоҡуҡтарына ҡул һуҙыу тип иҫәпләй.

10 Был еңел булмаһа ла, атай-әсәйгә, мөмкин булғанда, үҙ-үҙе тураһында ҡайғыртырға һәм ҡарарҙар ҡабул итергә ҡамасауламаһаҡ, беҙ уларға игелек күрһәтербеҙ. Атай-әсәйҙең үҙе менән һөйләшмәй тороп, улар өсөн ҡарар ҡабул итеү аҡыллы булмаҫ ине. Эйе, хәҙер инде күп нәмә уларҙың ҡулынан килмәй. Әммә уларға мөмкин тиклем ирекле булырға юл ҡуйығыҙ. Тормоштарын ни тиклем әҙерәк контроль аҫтында тотһағыҙ, мөнәсәбәттәрегеҙ шул тиклем яҡшыраҡ булыуын күрерһегеҙ. Улар ҙа, һеҙ ҙә бәхетлерәк булырһығыҙ. Ҡайһы саҡта атайығыҙ йә әсәйегеҙ үҙ файҙаһына ниҙер эшләһен өсөн ныҡышмаллыҡ күрһәтергә тура килер. Әммә ундай ваҡытта ла ата-әсәне ололау уларҙың хис-тойғоларын иҫәпкә алыуҙы һәм ихтирам күрһәтеүҙе аңлата. Тәүратта: «Сал сәсле алдында тороп баҫ һәм өлкән кешене хөрмәт ит», — тип яҙылған (Левиттар 19:32).

АТА-ӘСӘЛӘРГӘ ДӨРӨҪ ҠАРАШ ҺАҠЛАҒЫҘ

11—13. Бала саҡтан ҡалған ауыр иҫтәлектәргә ҡарамаҫтан, үҫеп еткән балалар нисек ата-әсәләре хаҡында ҡайғырта ала?

11 Ҡайһы саҡта ҙурайған балаларға, ата-әсәһе менән мөнәсәбәттәре элек әллә ни яҡшы булмағанға, уларҙы хөрмәт итеү ауыр. Бәлки, атайығыҙ һеҙгә ҡарата һалҡын ҡарашлы һәм ҡаты бәғерле, ә әсәйегеҙ өҫтөнлөк итергә яратыусан һәм ҡырыҫ холоҡло булғандыр. Һеҙ, улар урынында булһам, башҡаса эш итер инем, тип уйлайһығыҙҙыр. Шуға күрә һаман да асыу һәм үпкә хисе һаҡлайһығыҙҙыр. Ундай хистәрҙән арынып буламы?a

12 Финляндияла үҫкән Бассе исемле бер ир былай тип һөйләй: «Үгәй атайым нацистик Германияла СС офицеры булған. Ул ҡыҙыу кеше ине, шуға ла мин унан ҡурҡа торғайным. Күп тапҡырҙар күҙ алдымда әсәйемде туҡманы. Ә бер ваҡыт ул миңә ҡайыш менән һелтәне, һәм ҡайыш тимере битемә эләкте. Һуғыу шул тиклем көслө булды, хатта мин карауатҡа осоп барып төштөм».

13 Әммә Бассеның үгәй атаһының башҡа сифаттары ла булған. Бассе былай тип дауам итә: «Икенсе яҡтан, үгәй атайым ғаиләбеҙҙе тәьмин итер өсөн, үҙен аямайынса күп эшләне. Ул миңә аталыҡ хистәре күрһәтмәне һәм күрһәтә лә белмәй ине. Быны мин яҡшы аңлай инем. Уны бәләкәй сағында уҡ әсәһе ташлап киткән. Тормошта үҙенә күкрәк көсө менән юл ярып үҫеп етеү менән үк уны һуғышҡа алып киткәндәр. Мин атайымды аңларға тырыштым һәм уны бер ҙә ғәйепләмәйем. Үҫә төшкәс, мин уға хәлемдән килгәнсә ярҙам итергә булдым. Был еңел булманы, әммә мин көсөмдән килгәндең барыһын да эшләнем. Үлеменә тиклем уға яҡшы ул булырға тырыштым, һәм атайым быны баһалағандыр, тип уйлайым».

14. Олоғайған ата-әсәләр хаҡында ҡайғыртҡанда, ниндәй кәңәш ҡулланырлыҡ?

14 Ғаилә тормошонда, башҡа өлкәләрҙәге кеүек үк, Инжилдәге бындай кәңәш ҡулланырлыҡ: «Шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр булығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Мәсих [«Йәһүә», ЯДТ] һеҙҙе кисергән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе кисерегеҙ» (Колосстарға 3:12, 13).

АТА-ӘСӘҺЕН ҠАРАУСЫ ҮҘЕ ЛӘ ЯРҘАМҒА МОХТАЖ

15. Ни өсөн ата-әсә хаҡында ҡайғыртыу ҡайһы саҡта ауыр?

15 Хәлһеҙ ата-әсә хаҡында ҡайғыртыу еңел түгел, сөнки был эш ҙур яуаплылыҡ, күп көс, ваҡыт талап итә. Әммә йыш ҡына иң ауыры — быны эмоциональ яҡтан кисереү. Атай-әсәйеңдең сәләмәтлеге, хәтере һәм үҙ аллылығы юғала барыуын күреү бик тә аяныс. Пуэрто-Рикола йәшәүсе Сэнди былай тип һөйләй: «Әсәйем ғаиләбеҙҙең терәге ине. Ғазапланыуҙарын күреү һәм уның хаҡында ҡайғыртыу бик ауыр булды. Башта әсәйем аҡһай башланы, һуңынан уға таяҡ, тағы бер аҙҙан ҡултыҡ таяғы һәм тора-бара инвалид коляскаһы кәрәк булды. Көндән-көн насарлана барып, ахыр сиктә ул үлде. Әсәйем һөйәк рагынан яфаланды, һәм ул көнө-төнө беҙҙең ҡайғыртыуыбыҙға мохтаж ине. Беҙ уны һыу индерҙек, ашаттыҡ һәм уға уҡыныҡ. Был бик ауыр ине, бигерәк тә эмоциональ яҡтан. Әсәйемдең үләсәген аңлағас, мин илап ебәрҙем, сөнки уны ныҡ ярата инем».

16, 17. Оло йәштәге атай-әсәйҙе ҡарағанда, дөрөҫ ҡараш һаҡларға нимә ярҙам итер?

16 Шундай хәлдә булһағыҙ, һеҙгә нимә ярҙам итер? Изге Яҙманы уҡып Йәһүәне тыңлау һәм уның менән доғала һөйләшеү ныҡ ярҙам итә (Филиптарға 4:6, 7). Яҡын кешегеҙ хаҡында хәстәрлек күрә алыр өсөн, үҙегеҙҙең физик һәм эмоциональ һаулығығыҙ тураһында онотмағыҙ: файҙалы аҙыҡ менән туҡланығыҙ, йоҡоғоҙҙо туйҙырырға тырышығыҙ. Ә, бәлки, көндәлек мәшәҡәттәрҙе ҡалдырып, ял итергә ваҡыт таба алырһығыҙ. Отпуск алып булмаһа ла, хәл йыйыр өсөн форсат табыу яҡшы булыр ине. Берәйһен ауырыу кеше менән ултырып торорға һорап, бәлки, өйҙән бер аҙға китеп торорға мөмкинлек табырһығыҙ.

17 Олоғайған ата-әсәһен ҡараған кешеләр йыш ҡына үҙ-үҙенә артыҡ талапсан була. Ниҙелер эшләй алмағанға үҙегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ. Үҙебеҙ өсөн ҡәҙерле кешене медицина ярҙамы күрһәтелә торған ҡарттар йортона урынлаштырырға тура килгән осраҡтар ҙа була. Оло йәштәге атай-әсәйегеҙҙе ҡарайһығыҙ икән, көсөгөҙҙө самаларға өйрәнегеҙ: һеҙгә тормош иптәшегеҙ, балаларығыҙ һәм үҙегеҙ хаҡында ла ҡайғыртырға кәрәк бит әле.

САМАНАН ТЫШ ҘУР ҠӨҘРӘТ

18, 19. Йәһүә ниндәй вәғәҙә биргән, һәм ниндәй осраҡ уның үҙ һүҙен тотоуын күрһәтә?

18 Үҙенең Һүҙе — Изге Яҙма аша Йәһүә олоғайған ата-әсәһен ҡараусыларға кәңәштәр биреп тора. Әммә Йәһүәнең ярҙамы бының менән генә сикләнмәй. Мәҙхиә йырлаусы рухландырылып: «Йәһүә үҙен саҡырыусыларҙың барыһына... яҡын. ...Ярҙам һорап үтенеүҙәрен ишетеп, уларҙы ҡотҡара», — тип йырлаған. Эйе, Йәһүә үҙенең тоғро хеҙмәтселәрен, улар хатта ауыр шарттарҙа булһа ла, ҡотҡарыр (Зәбур 145:18, 19).

19 Филиппинда йәшәүсе Мирна үҙенең паралич һуҡҡан әсәһен ҡараған саҡта быны яҡшы аңлаған. «Яратҡан кешеңдең ғазапланыуын, хатта ҡайһы ере ауырта икәнен дә әйтә алмай ятыуын күреүҙән дә ауырыраҡ хәл юҡтыр ул, — тип яҙа Мирна. — Әйтерһең дә, әсәйем яйлап ҡына батып бара, ә мин, күрә тороп, бер нимә лә эшләй алмайым. Күп тапҡырҙар тубыҡланып Йәһүәгә доға ҡылып, көсөм инде ҡалманы, тип әйтә инем. Йәһүәгә ялбарып, Дауыт һымаҡ: «Күҙ йәштәремде турһыҡҡа йыйып барсы», — тип илай инем [Зәбур 56:8]. Йәһүә, вәғәҙә иткәнсә, миңә көс бирә ине. „Йәһүә миңә таяныс булды“» (Зәбур 18:18).

20. Изге Яҙмалағы ниндәй вәғәҙәләр олоғайған ата-әсәләрен ҡараусыларға ыңғай ҡараш һаҡларға ярҙам итә?

20 Оло йәштәге атай-әсәйҙе ҡарау — ул «күңелһеҙ тамамлана торған хикәйә», тиҙәр. Ярҙам итергә нисек кенә тырышһаң да, олоғайған кеше барыбер үлә. Мирнаның әсәһе менән дә шундай уҡ хәл булған. Ләкин Йәһүәгә иман итеүселәр үлемдең ахыр түгел икәнен белә. Илсе Павел былай тигән: «Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип... мин дә Аллаға өмөт бағлайым» (Ғәмәлдәр 24:15). Алланың үлгәндәрҙе терелтергә һәм «үлем башҡаса булмаясаҡ» яңы донъя булдырырға биргән вәғәҙәһе олоғайған ата-әсәләрен юғалтҡан кешеләргә йыуаныс бирә (Асылыш 21:4).

21. Ҡартайған ата-әсәне хөрмәт итеү ниндәй емештәр килтерә?

21 Алла хеҙмәтселәре ата-әсәләре ҡартайған саҡта ла уларҙы тәрән хөрмәт итә (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:22—24). Шул рәүешле эш итеп, улар «атай-әсәйең ҡыуанасаҡ, һиңә тормош биргән әсәйең һөйөнәсәк» тигән Алла рухландырған һүҙҙәрҙең үтәлеүен күрә (Ғибрәтле һүҙҙәр 23:25). Ә иң мөһиме, ундай балалар Йәһүә Алланы һөйөндөрә һәм ололай.

a Ҡайһы саҡта ата-әсәләр хакимлыҡ итеү хоҡуғын, үҙҙәренә күрһәтелгән ышанысты дөрөҫ ҡулланмай, ә быны енәйәткә тиңләргә була. Бында һүҙ ундай осраҡтар тураһында бармай.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАҒЫ БЫЛ ПРИНЦИПТАР ОЛОҒАЙҒАН АТАЙ-ӘСӘЙҘЕ ХӨРМӘТ ИТЕРГӘ НИСЕК ЯРҘАМ ИТӘ?

Беҙ атай-әсәй күрһәткән хәстәрлеккә хәстәрлек менән яуап бирергә бурыслы (1 Тимофейға 5:4).

Барыһын да «мөхәббәт менән башҡарырға» тейешбеҙ (1 Коринфтарға 16:14).

Мөһим ҡарарҙарҙы ҡабаланып ҡабул итергә ярамай (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:15).

Ҡартайған ата-әсәне, ауырыу һәм хәлһеҙ булһа ла, ихтирам итергә кәрәк (Левиттар 19:32).

Кешеләр ҡартаймаясаҡ һәм үлмәйәсәк ваҡыт яҡын (Асылыш 21:4).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу