Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • gf 1 дәрес 3 б.
  • Алла һине үҙенең дуҫы булырға саҡыра

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алла һине үҙенең дуҫы булырға саҡыра
  • Һин Алланың дуҫы була алаһың!
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Һин Йәһүәнең дуҫы була алаһың
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2018
  • Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?
    Йәһүәгә шатланып йырлағыҙ
Һин Алланың дуҫы була алаһың!
gf 1 дәрес 3 б.

1-СЕ ДӘРЕС

Алла һине үҙенең дуҫы булырға саҡыра

Алла һин уның дуҫы булыуыңды теләй. Һин ҡасан да булһа Ғаләмдәге иң бөйөк Шәхестең дуҫы була алыуың тураһында уйланғаның бармы? Боронғо ваҡытта йәшәгән Ибраһим Алланың дуҫы тип аталған булған (Яҡуп 2:23). Изге Яҙмаларҙа һөйләнелгән башҡа кешеләр шулай уҡ Алла менән дуҫлыҡҡа шатланғандар, һәм уларға бик күп фатихалар бирелгән. Бөгөн бөтә Ер шары буйынса кешеләр Алланың дуҫтары булып китәләр. Һин дә Алланың дуҫы була алаһың.

Ибраһим доға ҡыла

Ниндәй ҙә булһа кешенең дуҫы булыуға ҡарағанда Алланың дуҫы булыу яҡшыраҡ. Алла бер ҡасан да үҙенең тоғро дуҫтарының өмөтөн өҙмәй (Мәҙхиә 17:26, Г. П. Павский тәржемәһе). Бай булыуға ҡарағанда Алланың дуҫы булыу яҡшыраҡ. Бай кеше үлһә, уның аҡсалары башҡаларға күсә. Ә Алла менән дуҫ кеше бер кем тартып ала алмаҫлыҡ байлыҡҡа эйә (Матфей 6:19).

Ҡайһы бер кешеләр һиңә Алла менән танышырға ҡамасауларға тырышасаҡ. Улар араһында хатта һинең дуҫтарың йә туғандарың булыуы мөмкин (Матфей 10:36, 37). Әгәр кемдер һинән көлһә йә янаһа, үҙеңдән: «Мин кемгә ярарға теләйем — кешеләргәме әллә Аллағамы?» — тип һора. Бына нимә тураһында уйла: әгәр кемдер һиңә ашамаҫҡа ҡушһа, һин уны тыңларһыңмы? Әлбиттә, юҡ! Һиңә йәшәр өсөн аҙыҡ кәрәк. Ә Алла һин мәңге йәшәрлек итеп эшләй ала. Шуға күрә бер ҡасан да бер кемгә лә нисек Алланың дуҫы була алыуың тураһында белергә ҡамасауларға ирек бирмә (Яхъя 17:3).

Кешеләр Алла хаҡындағы баҫманы уҡыған бер ҡатындан көлә
    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу