Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • gf 7 дәрес 12—13 бб.
  • Үткәндәрҙән ғибрәтле ваҡиғалар

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Үткәндәрҙән ғибрәтле ваҡиғалар
  • Һин Алланың дуҫы була алаһың!
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Туфан. Кем тыңлаусан булған, ә кем тыңлаусан булмаған?
    Алланы тыңла һәм мәңге йәшә
  • Нух кәмә төҙөй
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Донъяны яңынан һыу баҫырмы?
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Ул «Алла юлында йөрөгән»
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
Башҡаларын асырға
Һин Алланың дуҫы була алаһың!
gf 7 дәрес 12—13 бб.

7-СЕ ДӘРЕС

Үткәндәрҙән ғибрәтле ваҡиғалар

Йәһүә яуыз кешеләргә Ожмахты һәләк итергә юл ҡуймаясаҡ. Унда Алланың дуҫтары ғына йәшәйәсәк. Яуыз кешеләр менән нимә буласаҡ? Яуапты белер өсөн, Нух менән ысын булған хәлде ҡарайыҡ. Нух мең йылдар элек йәшәгән. Ул яҡшы кеше булған һәм һәр ваҡыт бөтә көсө менән Йәһүәнең ихтыярын үтәргә тырышҡан. Тик ерҙәге башҡа кешеләр яман эштәр эшләгән. Шул саҡта Йәһүә Нухҡа бөтә яуыз кешеләрҙе Туфан һыуында юҡҡа сығарырға йыйынғанын әйткән. Ул, Нух та, уның ғаиләһе лә Туфан һыуы ҡалҡҡанда һәләк булмаһындар өсөн, уға кәмә төҙөргә ҡушҡан (Йәшәйеш 6:9—18).

Нух ғаиләһенең хайуандарҙы кәмәгә йыйыуын күреп тә, яуыз кешеләр уның киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмаған

Нух һәм уның ғаиләһе кәмә төҙөгән. Нух кешеләрҙе донъяны һыу баҫыуы тураһында алдан иҫкәрткән, тик улар уны тыңламаған һәм яуызлыҡ эшләүен дауам иткән. Кәмәне төҙөп бөткәс, Нух унда хайуандарҙы йыйған, шунан һуң үҙе ғаиләһе менән шулай уҡ кәмәгә кергән. Шул саҡта Йәһүә бик көслө дауыл ебәргән. Ямғыр 40 көн һәм 40 төн яуған. Һыу бөтә ерҙе баҫҡан (Йәшәйеш 7:7—12).

Яуыз кешеләр һәләк булған, ә Нух һәм уның ғаиләһе иҫән ҡалған. Туфан ваҡытында һаҡлап ҡалып, Йәһүә уларға яуызлыҡтан таҙартылған ерҙе биргән (Йәшәйеш 7:22—23). Изге Яҙмаларҙа, дөрөҫ йәшәүҙән баш тартҡандар Йәһүә тарафынан юҡҡа сығарылыр ваҡыт тағы килеп етәсәк, тип әйтелә. Яҡшы кешеләр һәләк булмаясаҡ. Улар ерҙәге Ожмахта мәңге йәшәйәсәк (2 Петр 2:5, 6, 9).

Бөгөн күп кешеләр яуызлыҡ эшләй. Донъя ҡайғы менән тулған. Йәһүә үҙенең Шаһиттарын тағы һәм тағы кешеләрҙе иҫкәртергә ебәрә, тик күпселек кешеләр Йәһүәнең һүҙҙәрен тыңларға теләмәй. Улар үҙҙәренең юлын үҙгәртергә теләмәй. Улар Алла изгелек һәм яуызлыҡ тураһында әйткәндәрҙе ҡабул итергә теләмәй. Был кешеләр менән нимә буласаҡ? Улар ҡасан да булһа үҙгәрерҙәрме икән? Күптәре бер ҡасан да үҙгәрмәйәсәк. Яуыз кешеләр юҡҡа сығарыласаҡ ваҡыт етеп килә, улар бер ҡасан да ҡабат йәшәмәйәсәк (Мәҙхиә 91:8).

Ер юҡ ителмәйәсәк — ул Ожмахҡа әйләнәсәк. Алланың дуҫтары булып киткән кешеләр ерҙәге Ожмахта мәңге йәшәйәсәк (Мәҙхиә 36:29).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу