12-СЕ ДӘРЕС
Кеше үлгән саҡта нимә була?
Үлем — йәшәүҙең ҡапма-ҡаршыһы. Үлем тәрән йоҡоға оҡшаш (Яхъя 11:11—14). Үлгәндәр ишетмәй, күрмәй, һөйләшмәй һәм уйламай (Вәғәзсе 9:5, 10). Ялған дин, үлгәндәр үҙҙәренең ата-бабалары менән йәшәр өсөн рухтар донъяһына күсә, тип өйрәтә. Изге Яҙмалар быға өйрәтмәй.
Үлгәндәр беҙгә ярҙам да, зыян да итә алмай. Күп кешеләр йола үтәй, ҡорбан килтерә һәм, ошолар үлгәндәрҙең күнелен күрә, тип ышана. Был эштәрҙе Алла хупламай, сөнки улар Шайтандың ялғанына нигеҙләнгән. Был эштәр менән үлеләргә лә ярау мөмкин түгел, сөнки улар инде үлгәндәр. Беҙгә уларҙан ҡурҡырға ла, уларға табынырға ла кәрәкмәй. Беҙ тик Аллаға ғына табынырға тейеш (Матфей 4:10).
Үлеләр тағы йәшәйәсәк. Йәһүә, үлеләр ерҙәге Ожмахта йәшәһен өсөн, уларҙы йоҡонан уятасаҡ. Тик был ваҡыт әле килеп етмәгән (Яхъя 5:28, 29; Ап. эштәре 24:15). Һин кемделер йоҡонан уята алған кеүек, Алла үлеләрҙе шулай уҡ уята ала (Марк 5:22, 23, 41, 42).
Беҙ үлмәйбеҙ тигән идея — ул Шайтан Иблис таратҡан ялған. Шайтан һәм уның ендәре кешеләрҙе, үлгәндәрҙең рухтары тере һәм кешеләргә ауырыуҙар һәм башҡа бәләләр ебәрә, тип уйларға мәжбүр итәләр. Ҡайһы саҡта Шайтан кешеләрҙе төш һәм өрәктәр ярҙамында алдай. Йәһүә үлеләр менән һөйләшергә тырышҡандарҙы ғәйепләп хөкөм итә (Икенсезаконлыҡ 18:10—12).