Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • bm 2 бүлек 5 б.
  • Ожмах юғалтыла

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ожмах юғалтыла
  • Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ожмахтағы тормош ниндәй булған?
    Алланы тыңла һәм мәңге йәшә
  • Кем беҙҙән көслөрәк?
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламаған
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Эден баҡсаһындағы ваҡиғалар беҙгә нисек ҡағыла?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә 2011
Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
bm 2 бүлек 5 б.

2-СЕ БҮЛЕК

Ожмах юғалтыла

Фетнәсел фәрештә беренсе ир менән ҡатынды, Әҙәм менән Һауаны, Алланың хакимлығын кире ҡағырға ҡоторта. Һөҙөмтәлә гонаһ һәм үлем донъяға үтеп инә

КЕШЕЛӘРҘЕ барлыҡҡа килтергәнсе күпкә элек Алла күҙгә күренмәгән рухи заттарҙы — фәрештәләрҙе ярата. Уларҙың береһе Эден баҡсаһында хәйлә ҡороп, Һауаны тыйылған ағастың емешен ашарға ҡоторта. Һуңынан был фетнәсел фәрештә Шайтан Иблис тип атала башлай.

Шайтан йылан аша һөйләшеп, Һауаның күңеленә шундай фекер һала: Алла унан һәм Әҙәмдән ниндәйҙер яҡшы нәмәне йәшерә. Һауа менән уның ире тыйылған емеште ашаһалар, үлмәйәсәктәр тип әйтә фетнәсел фәрештә. Шулай итеп Шайтан Алланы үҙенең ерҙәге балаларын алдауҙа ғәйепләй. Уның һүҙҙәре буйынса Аллаға тыңламаусанлыҡ ниндәйҙер махсус белемгә һәм азатлыҡҡа юл аса. Был ер шарында әйтелгән беренсе ялған була. Ысынбарлыҡта һүҙ Алланың юғары хакимлығы тураһында бара: Алланың идара итергә хоҡуғы бармы һәм ул үҙ хакимлығын хеҙмәтселәре мәнфәғәте өсөн ғәҙел башҡарамы?

Шайтандың ялғанына ышанғанға, Һауаның был емеште ашарға ҙур теләге тыуа, һәм ул шулай эшләй ҙә. Һуңыраҡ Һауа емеште иренә бирә, һәм ул да ашай. Шулай итеп улар гонаһ ҡыла. Уларҙың был ябай ғына эштәре ысынбарлыҡта фетнә була. Алланың әмерен аңлы рәүештә үтәмәйенсә, Әҙәм менән Һауа үҙҙәренә барыһын, шул иҫәптән камил тормошто, биргән Барлыҡҡа килтереүсенең хакимлығын кире ҡаға.

Тоҡом «һинең башыңды ярыр, һин иһә уны үксәһенән сағырһың» (Башланмыш 3:15, ЯД)

Алла фетнәселәрҙе яуапҡа тарттыра. Ул Тоҡом, йәғни Ҡотҡарыусы киләсәк тип вәғәҙә итә, һәм был Тоҡом «йыланды», йәғни Шайтанды юҡ итергә тейеш була. Йәһүә Алла Әҙәм менән Һауаға сығарған үлем хөкөмөн тормошҡа ашырыуҙы кисектереп, уларҙың әле тыумаған балаларына шәфҡәт күрһәтә. Алла Эден баҡсаһында булған фетнәнең ҡайғылы эҙемтәләрен бөтөрөр өсөн, Ҡотҡарыусы ебәрергә йыйына. Был Әҙәм балаларына өмөт бирә. Нисек Алла үҙ ниәтен тормошҡа ашырыр һәм вәғәҙә ителгән Ҡотҡарыусы кем булыр? Изге Яҙмалар яҙылып барғанда, был һорауҙарға яуаптар яйлап асыла бара.

Алла Әҙәм менән Һауаны Ожмахтан ҡыуа. Хәҙер инде, Эден баҡсаһында йәшәмәгәс, уларға тир түгеп ерҙе эшкәртергә тура килә. Һауа ауырға ҡалып, беренсе балаһын — Ҡабилды таба. Ваҡыт уҙыу менән Әҙәм менән Һауаның башҡа балалары ла, шул иҫәптән Һабил һәм Шет, тыуа. Нух пәйғәмбәр тап Шет нәҫеленән була.

Тәүраттағы Башланмыш китабының 3—5-се бүлектәренә һәм Асыш 12:9-ға нигеҙләнгән.

  • Беренсе ялған нимә тураһында булған һәм кем уны әйткән?

  • Әҙәм менән Һауа ожмахты нисек юғалтҡан?

  • Алла фетнәселәрҙе яуапҡа тарттырғас, өмөт өсөн ниндәй нигеҙ биргән?

ГОНАҺ ҺӘМ ҮЛЕМ

Алла Әҙәм менән Һауаны камил кешеләр итеп яратҡан, улар ожмахта мәңге йәшәй алған. Әммә улар Аллаға ҡаршы күтәрелеп гонаһ ҡылған. Шулай итеп Әҙәм менән Һауа камиллыҡты юғалтып, Тормош сығанағы, Йәһүә менән мөнәсәбәттәрен емергән. Шул ваҡыттан алып улар ҙа, уларҙың камил булмаған балалары ла гонаһ менән үлемдән ҡотола алмаған (Римлыларға 5:12).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу