4-СЕ БҮЛЕК
Алла Ибраһим менән килешеү төҙөй
Ибраһим Аллаға иман күрһәтеп, уға буйһоноп йәшәй; Алла уны фатихаларға һәм уның нәҫелдәрен күбәйтергә вәғәҙә бирә
НУХ көндәрендәге Туфан һыуынан һуң яҡынса 350 йыл үтә. Ибраһим пәйғәмбәр гөрләп торған Ур ҡалаһында (хәҙерге Ираҡ иленең территорияһы) йәшәй. Ул ныҡ иманлы кеше була. Әммә бер саҡ уның иманы һынала.
Йәһүә Ибраһимға тыуған ерен ҡалдырып, сит ергә, Ҡынаанға, сығып китергә ҡуша. Ибраһим һис бер икеләнмәйенсә Аллаға буйһоноп, ҡатынын Сараны, туғанын Лутты һәм бөтә өйҙәгеләрен ала ла оҙон юлға сыға. Ҡынаанға килеп еткәс, улар сатырҙарҙа йәшәй башлай. Йәһүә Ибраһим менән килешеү төҙөй. Был килешеү буйынса Йәһүә Ибраһимдан бөйөк халыҡ булдырасаҡ, ерҙә йәшәгән бөтә ҡәбиләләр уның аша фатиха аласаҡ, шулай уҡ уның тоҡомдары Ҡынаан ерен яулап, унда йәшәйәсәк тигән вәғәҙә бирә.
Ибраһим менән Лут байый, уларҙың бик күп һарыҡтары һәм эре малдары була. Ибраһим эскерһеҙ рәүештә Лутҡа үҙенә йәшәр урын һайларға мөмкинлек бирә. Лут Иордан йылғаһы буйында урынлашҡан уңдырышлы ерҙе һайлап, Содом ҡалаһы эргәһендә төпләнә. Ләкин Содомда бик әхлаҡһыҙ халыҡ йәшәй, улар Йәһүәгә ҡаршы ауыр гонаһтар ҡыла.
Һуңыраҡ Алла Ибраһимды уның тоҡомдары күктәге йондоҙҙар кеүек күп һанлы булып китәсәк тип ышандыра. Ибраһим был вәғәҙәгә ышана. Ләкин уның яратҡан ҡатыны Сара әлегә балаға уҙа алмай. Ибраһимға 99 йәш булғанда, ә Сараға 90 йәш тулып килгәндә, Алла Ибраһимға уларҙың улы буласаҡ тип әйтә. Алланың һүҙе үтәлә һәм Сара Исхаҡты тыуҙыра. Ибраһимдың башҡа балалары ла була, әммә Эден баҡсаһында вәғәҙә ителгән Ҡотҡарыусы тап Исхаҡ аша килергә тейеш була.
Шул арала Лут һәм уның ғаиләһе Содомда йәшәй. Ләкин, тәҡүә булараҡ, ул был ҡалала йәшәгән әхлаҡһыҙ кешеләрҙең тәртибенә эйәрмәй. Йәһүә Содомды хөкөм итергә ҡарар иткәс, Лутты бының турала киҫәтер өсөн, фәрештәләрҙе ебәрә. Фәрештәләр Лут менән уның ғаиләһенә артҡа боролоп ҡарамайынса, Содомдан ҡасырға ҡуша. Шунан һуң Алла Содом менән уның янында урынлашҡан Аморра ҡалаларына ут һәм көкөрт яуҙыра. Был ҡалаларҙа йәшәгән бөтә яуыз кешеләр үлә. Лут менән уның ике ҡыҙы иҫән ҡала. Ләкин Луттың ҡатыны, күрәһең, ҡалдырған әйберҙәрен йәлләгәнгә, артына әйләнеп ҡарай. Тыңламаусанлыҡ арҡаһында ул үҙ ғүмерен юғалта.
Тәүраттағы Башланмыш 11:10—19:38-гә нигеҙләнгән.