Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • bm 26 бүлек 30 б.
  • Ерҙә яңынан Ожмах!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ерҙә яңынан Ожмах!
  • Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Асылыш китабы. Ул нимә тураһында?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Күккә кемдәр бара?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Асылыш китабы һәм киләсәгебеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
bm 26 бүлек 30 б.

26-СЫ БҮЛЕК

Ерҙә яңынан Ожмах!

Мәсих етәкселегендәге Батшалыҡ ярҙамында Йәһүә үҙ исемен изгеләндерә, үҙ хакимлығын аҡлай һәм бар яуызлыҡты юҡ итә

ИЗГЕ Яҙмаларҙың һуңғы китабы, илсе Яхъя яҙған Асыш, бөтә кешелеккә өмөт бирә. Был китап Алла ниәтенең тулыһынса үтәлеүен һүрәтләгән күренештәрҙе үҙ эсенә ала.

Беренсе күренештә терелтелгән Ғайса ҡайһы бер йыйылыштарҙы маҡтай һәм төҙәтә. Киләһе күренештә Алланың күктәге тәхете күрһәтелә. Был тәхетте Алланы маҡтап йырлаған рухи заттар уратып алған.

Бәрәс һүрәтендәге Ғайса Мәсихкә ете мөһөр менән мөһөрләнгән төргәк бирелә. Беренсе дүрт мөһөр асылғас, донъя «сәхнәһенә» дүрт символик һыбайлы сыға. Беренсеһе — аҡ атҡа атланған һәм Батша тажы кейгән Ғайса Мәсих. Уның артынан төрлө төҫтәге аттарға атланған өс һыбайлы саба. Улар һүрәтендә һуғыш, аслыҡ һәм үләт буласағы алдан күрһәтелә. Быларҙың барыһы был донъя төҙөлөшөнөң һуңғы көндәрендә үтәлә. Етенсе мөһөр асылғас, Алла хөкөмдәре тураһында иғлан итеп ете борғо ҡысҡыра башлай. Шунан һуң ергә Алла асыуын күрһәткән ете төрлө бәлә-ҡаза ябырыла.

Яңы тыуған ир бала итеп күрһәтелгән Алла Батшалығы күктә урынлаша. Унда һуғыш башлана һәм Шайтан менән уның яуыз фәрештәләре ергә бәреп төшөрөлә. «Ергә... ҡайғы, — тип әйтә көслө тауыш. — Иблис, ваҡыты аҙ ҡалғанын белеп, көслө ярһыу менән һеҙгә төштө» (Асыш 12:12).

Яхъя күктә «Бәрәсте», йәғни Ғайсаны һәм кешеләр араһынан һайлап алынған 144 000 кешене күрә. Улар Ғайса менән бергә «идара итәсәк». Шулай итеп, Асыш китабында күрһәтелгәнсә, вәғәҙә ителгән тоҡомдоң икенсе дәрәжәләге өлөшө 144 000 кешенән торасаҡ (Асыш 14:1; 20:6).

Ерҙәге хакимдар «Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Алланың бөйөк көнөндә буласаҡ һуғышҡа», йәғни Армагеддонға йыйыла. Улар күктәге ғәскәрҙәрҙе етәкләгән Ғайсаға — аҡ атҡа атланған һыбайлыға — ҡаршы һуғыш алып баралар. Был донъяның бөтә хакимдары юҡ ителә. Шайтан бығаулана, ә Ғайса һәм уның 144 000 вариҫташтары «мең йыл» буйы ер өҫтөнән батшалыҡ итә. Мең йыл үткәс, Шайтан юҡ ителә (Асыш 16:14; 20:4).

Ғайса менән уның вариҫташтарының мең йыллыҡ идараһы тыңлаусан кешеләргә нимә килтерәсәк? Яхъя былай тип яҙа: «[Йәһүә] уларҙың һәр күҙ йәшен һөртәсәк һәм үлем, ҡайғы, әсе тауыш, ауыртыу инде булмаясаҡ. Сөнки элеккеләр үтеп китте» (Асыш 21:4). Ер ожмахҡа әйләнә!

Шулай итеп, Изге Яҙмаларҙа яҙылған хәбәр Асыш китабы менән тамамлана. Мәсих Батшалығы ярҙамында Йәһүәнең исеме изгеләнә һәм хакимлығы мәңгегә тулыһынса аҡлана!

Инжилдәге Асыш китабына нигеҙләнгән.

  • Һыбайлылар нимәне символлаштыра?

  • Алла ниәте үтәлгәндә, ниндәй ваҡиғалар була?

  • Нимә ул Армагеддон, һәм унан һуң нимә буласаҡ?

«БӨЙӨК БАБИЛ»

Асыш китабында бар ялған диндәр, йәғни хаҡ Аллаға ҡаршы торған диндәр бөтәһе бергә «Бөйөк Бабил» тип атала. Улар шулай уҡ «бөйөк фәхишә» тип атала, сөнки үҙҙәрен донъяның сәйәси көстәренә һата, образлы әйткәндә, фәхешлек ҡыла. Асыш китабында әйтелгәнсә, Йәһүә билдәләгән ваҡытта был сәйәси көстәр фәхишәгә ҡаршы күтәрелеп, уны юҡ итәсәктәр (Асыш 17:1—5, 16, 17).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу