Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • fg 14 дәрес һорауҙар 1—4
  • Алланың ойошмаһы бармы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Алланың ойошмаһы бармы?
  • Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Алла Һүҙе буйынса ойошторолғанбыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • «Тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе»
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
fg 14 дәрес һорауҙар 1—4

14-СЕ ДӘРЕС

Алланың ойошмаһы бармы?

1. Ни өсөн Алла Израиль халҡын булдырған?

Алла халҡы боронғо Израилдә; 2. Беренсе быуаттағы мәсихселәр ойошторолған рәүештә вәғәзләй

Алла Ибраһим пәйғәмбәр тоҡомдарынан халыҡ булдырған һәм уға ҡанун йыйынтығы биргән. Ул шул халыҡты «Израиль» тип атаған, уға хаҡ ғибәҙәтте яҡларға һәм Алла Һүҙен һаҡларға ҡушҡан (Зәбур 147:19, 20). Израиль аша һәр халыҡ кешеһе Алланың хуплауын ала алған. Башланмыш 22:18-ҙе уҡығыҙ.

Алла израилдәрҙе үҙенең шаһиттары итеп һайлаған. Боронғо Израиль тарихы Алла ҡанундары буйынса йәшәү кешегә тик файҙа ғына килтерә икәнен ап-асыҡ күрһәтә (Ҡанун 4:6). Израилдәрҙе күҙәтеп, башҡалар хаҡ Аллаға иман үҫтерә алған. Ишағыя 43:10, 12-неa уҡығыҙ.

2. Алла ни өсөн мәсихселәр йыйылышын ойошторған?

Ваҡыт уҙыу менән Алла Израиль халҡын кире ҡаҡҡан һәм мәсихселәр йыйылышын ойошторған (Матфей 21:43; 23:37, 38). Быға тиклем Йәһүә шаһиттары израилдәр булған, әммә хәҙер Алла улар урынына үҙ шаһиттары итеп мәсихселәрҙе һайлаған. Ғәмәлдәр 15:14, 16-ны уҡығыҙ.

Ғайса үҙенең артынан эйәреүселәргә бөтә халыҡтар араһында вәғәзләргә һәм шәкерттәр әҙерләргә ҡушҡан (Матфей 10:7, 11; 24:14; 28:19, 20). Бөгөн, был донъя төҙөлөшөнөң ахырында, вәғәз эше ғәжәп киң ҡолас йәйгән. Йәһүә тарихта беренсе тапҡыр хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙа бөтә халыҡтан сыҡҡан миллионлаған кешене берләштергән (Асылыш 7:9, 10). Ысын мәсихселәр бер-береһен нығытыр өсөн һәм дәртләндерер өсөн, бер ойошмаға берләшкән. Донъяның һәр төбәгендә лә улар үҙ осрашыуҙарында Изге Яҙманы бер үк программа буйынса өйрәнә. Еврейҙарға 10:24, 25-те уҡығыҙ.

3. Йәһүә шаһиттарының тарихы ҡасан башланған?

1900-се йылдарҙың башында һәм беҙҙең көндәрҙәге Йәһүә шаһиттарының вәғәзләүенең күренештәре; Изге Яҙмаға нигеҙләнгән төрлө телдәргә тәржемә ителгән баҫмалар.

1870-се йылдарҙа Изге Яҙманы тикшереүселәрҙең бәләкәй генә бер төркөмө быуаттар дауамында Алла Һүҙенең онотолған ҡиммәтле хәҡиҡәттәрен бөртөкләп йыя башлаған. Улар Ғайсаның мәсихсе йыйылышын Батшалыҡ хаҡындағы хәбәр иғлан ителһен өсөн ойошторғанын белеп ҡалғас, бөтә халыҡтар араһында вәғәзләй башлаған. 1931 йылда улар Йәһүә шаһиттары тигән исем алған. Ғәмәлдәр 1:8; 2:1, 4; 5:42-не уҡығыҙ.

4. Йәһүә шаһиттары нисек ойошторолған?

Беренсе быуатта төрлө ерҙә урынлашҡан мәсихселәр йыйылыштары етәксе кәңәшмәгә буйһонған. Етәксе кәңәшмә иһә Ғайсаны йыйылыш Башы итеп таныған (Ғәмәлдәр 16:4, 5). Бөгөн дә Йәһүә шаһиттарының Етәксе кәңәшмәһе бар; ул тәжрибәле өлкәндәрҙән тора. Етәксе кәңәшмә филиалдарҙың эшен күҙәтә, филиалдар иһә Изге Яҙманы өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән әҙәбиәтте 800-ҙән ашыу телгә тәржемә итә һәм тарата. Бының ярҙамында Етәксе кәңәшмә бөтә донъя буйынса 110 000-дән ашыу йыйылышҡа берләшкән мәсихселәргә рухи өгөт-нәсихәт бирә ала. Һәр йыйылышта өлкәндәр булып хеҙмәт иткән рухи яҡтан етлеккән ирҙәр бар. Улар ысын күңелдән Алла халҡы хаҡында ҡайғырта. 1 Петр 5:2, 3-тө уҡығыҙ.

Йәһүә шаһиттары һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләр өсөн һәм шәкерттәр әҙерләр өсөн бер ойошмаға берләшкән. Илселәр ҡалдырған өлгө буйынса беҙ өйҙән-өйгә вәғәзләйбеҙ (Ғәмәлдәр 20:20). Беҙ шулай уҡ хәҡиҡәтте белергә теләгән кешеләргә Изге Яҙманы өйрәнергә тәҡдим итәбеҙ. Ләкин Йәһүә шаһиттары ойошма ғына түгел, улар — ҡайғыртыусан Атаһы булған берҙәм ғаилә. Беҙ — бер-беребеҙ хаҡында ҡайғыртҡан ҡәрҙәштәр (2 Фессалоникаларға 1:3). Йәһүә хеҙмәтселәре уның ихтыярын үтәр өсөн һәм башҡаларға ярҙам итер өсөн ойошторолғанға күрә, ерҙәге иң бәхетле ғаилә булып тора. Ғәмәлдәр 20:35; 1 Петр 2:9-ҙы уҡығыҙ.

Күберәк мәғлүмәт алыр өсөн, «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 19-сы бүлеген ҡарағыҙ.

a Ишағыя 43:10, 12: «„Һеҙ минең шаһиттарым, — ти Йәһүә, — эйе, һин минең һайланған хеҙмәтсем. Һеҙ мине танып белһен һәм миңә иман итһен өсөн, минең шул уҡ Алла икәнемде аңлаһын өсөн, мин һеҙҙе һайлап алдым. Миңә тиклем Алла булмаған һәм минән һуң да булманы“. „Арағыҙҙа сит илаһ булмағанда, мин хәбәр иттем, ҡотҡарҙым һәм билдәле иттем. Һеҙ минең шаһиттарым“, — тип иғлан итә Йәһүә, — ә мин Алла».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу