Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • T-31 1—4 бб.
  • Киләсәктә беҙҙе нимә көтә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Киләсәктә беҙҙе нимә көтә?
  • Киләсәктә беҙҙе нимә көтә?
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Нимә ул Алла Батшалығы?
    Нимә ул Алла Батшалығы?
  • Ғазаптар ҡасан да булһа бөтөрмө?
    Ғазаптар ҡасан да булһа бөтөрмө?
  • Был донъя менән кем идара итә?
    Был донъя менән кем идара итә?
  • Үлгән кешеләр ҡабат йәшәрме?
    Үлгән кешеләр ҡабат йәшәрме?
Башҡаларын асырға
Киләсәктә беҙҙе нимә көтә?
T-31 1—4 бб.

Киләсәктә беҙҙе нимә көтә?

Һеҙҙеңсә, донъя хәле...

  • шул килеш ҡалырмы?

  • насарланырмы?

  • яҡшырырмы?

ИНЖИЛДӘ НИМӘ ТИП ӘЙТЕЛӘ?

«Алла уларҙың күҙҙәрендәге һәр йәш бөртөгөн һөртәсәк. Үлем дә, ҡайғы-хәсрәт тә, һыҡтау ҙа, ауырыу ҙа башҡаса булмаясаҡ, сөнки элеккеләр үтте инде» (Асылыш 21:4, «Инжил. Изге Яҙманы тәржемә итеү институты»).

БЫЛ ҺҮҘҘӘР НИМӘНЕ АҢЛАТА?

Һеҙҙең ҡәнәғәтлек килтергән эшегеҙ буласаҡ (Ишағыя 65:21—23).

Бөтә ауырыуҙар һәм ғазаптар юҡҡа сығасаҡ (Ишағыя 25:8; 33:24).

Туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ менән бергә, бәхетле булып, мәңге йәшәйәсәкһегеҙ (Зәбур 37:11, 29).

Бер ир менән ҡатын киләсәккә шатланып ҡарай, бер ҡыҙыҡай үҫемлеккә һыу һибә, тәжрибәле эшселәр өй һала

ИЗГЕ ЯҘМАҒА ЫШАНЫП БУЛАМЫ?

Эйе. Түбәндә быға кәмендә ике сәбәп килтерелә:

  • Алланың үҙ вәғәҙәһен үтәргә көсө етә. Изге Яҙмала Йәһүә Алла ғына «Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе» тип атала (Асылыш 15:3). Шуға күрә ул донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү хаҡындағы вәғәҙәһен үтәй ала. Инжилдә: «Аллаға барыһы ла мөмкин», — тип әйтелә (Матфей 19:26).

  • Алла үҙ вәғәҙәһен үтәргә теләй. Мәҫәлән, Йәһүә Алла үлгән кешеләрҙе «юҡһына», шуға күрә уларҙы терелтергә бик ныҡ теләй (Әйүп 14:14, 15).

    Ижилдә, Ғайса пәйғәмбәр ауырыу кешеләрҙе һауыҡтырған, тиелә. Ул кешеләргә бик ныҡ ярҙам итергә теләгәнгә күрә, шулай эшләгән (Марк 1:40, 41). Мохтаждарға ярҙам итеп, Ғайса Атаһының сифаттарын камил рәүештә сағылдырған (Яхъя 14:9).

    Һис шикһеҙ, Йәһүә Алла ла, Ғайса Мәсих тә беҙгә бәхетле киләсәк бүләк итергә теләй! (Зәбур 72:12—14; 145:16; 2 Петр 3:9).

УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУ:

Бер кеше Изге Яҙманан аят күрһәтә

Алла, донъя хәлен яҡшы яҡҡа үҙгәртер өсөн, нимә эшләйәсәк?

Изге Яҙмала был һорауға яуап бар. МАТФЕЙ 6:9, 10-ды һәм ДАНИЛ 2:44-те ҡарағыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу