Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • hf 8 бүлек 26—28 бб.
  • Ҡайғы килгәндә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ҡайғы килгәндә
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора?
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • 1. ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫҒЫҘ
  • 2. ҮҘЕГЕҘ ҺӘМ ҒАИЛӘГЕҘ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТЫҒЫҘ
  • 3. ЯРҘАМДАН БАШ ТАРТМАҒЫҘ
  • Уҡыусыларҙың һорауҙары
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәрен күҙәтеп тора
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Мин йәшәргә теләмәйем. Үҙ-үҙемә ҡул һалыу теләге тыуғанда, Изге Яҙма миңә ярҙам итә аламы?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Эшеңдән ҡәнәғәтлек тап
    Алла һөйөүендә ҡалығыҙ
Башҡаларын асырға
Ғаилә бәхете нимәнән тора?
hf 8 бүлек 26—28 бб.
Ир менән ҡатын балалары үлгәненә ҡайғыра

8-СЕ БҮЛЕК

Ҡайғы килгәндә

«Һеҙгә ҡыҫҡа ваҡыт төрлө һынауҙарҙан ғазапланырға тура килһә лә, һеҙ бик ҡыуанаһығыҙ» (1 Петер 1:6).

Никахығыҙ һәм ғаиләгеҙ бәхетле булһын өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын эшләһәгеҙ ҙә, тормошта була алған көтөлмәгән бәлә-ҡазалар шатлығығыҙҙы урларға мөмкин (Вәғәзсе 9:11). Ауырлыҡтар кисергәндә, беҙҙе яратҡан Алла кәрәкле ярҙам күрһәтә. Изге Яҙмаларҙағы принциптарҙы ҡулланһағыҙ, һеҙ ғаиләгеҙ менән иң көслө ҡайғыларҙан да бөгөлөп төшмәҫһегеҙ.

1. ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Бар мәшәҡәттәрегеҙҙе уға [Аллаға] йөкмәтегеҙ, сөнки ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта» (1 Петер 5:7). Алла һеҙҙең ғазаптарығыҙҙа ғәйепле түгеллеген һәр саҡ иҫтә тотоғоҙ (Яҡуп 1:13). Аллаға яҡынлашһағыҙ, ул һеҙгә иң яҡшы ярҙам күрһәтәсәк (Ишағия 41:10). «Уға күңелдәрегеҙҙе бушатығыҙ» (Мәҙхиә 62:8).

Изге Яҙмаларҙы көн һайын уҡыу һәм өйрәнеү һеҙгә шулай уҡ йыуаныс килтерәсәк. Һөҙөмтәлә «ҡайғы-хәсрәтебеҙ ниндәй генә булмаһын, Алла беҙҙе йыуата» икәнен үҙегеҙ күрә алырһығыҙ (2 Көринттәргә 1:3, 4; Римлыларға 15:4). Ул һеҙгә «һәр ҡайһы аҡылдан өҫтөнөрәк тороусы Алла тыныслығын» бирергә вәғәҙә итә (Филиппийҙарға 4:6, 7, 13).

Хәстәхана койкаһында ултырған ир кеше ғаиләһе менән доға ҡыла

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Тыныс булып ҡалырға һәм аныҡ фекер йөрөтөргә ярҙам һорап Йәһүәгә доға ҡылығыҙ

  • Проблеманы хәл итеү юлдарының бөтәһен ҡарап сығып, үҙегеҙ өсөн иң яҡшыһын һайлағыҙ

2. ҮҘЕГЕҘ ҺӘМ ҒАИЛӘГЕҘ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Аңлы кешенең күңеле ғилем йыя, аҡыллылар ҡолағы белем эҙләй» (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:15). Тыуған хәлдең бар яҡтарын иҫәпкә алыр өсөн кәрәкле мәғлүмәт йыйығыҙ. Ғаиләгеҙҙең һәр ағзаһы үҙен нисек хис итә һәм нимәгә мохтаж икәнлеген белегеҙ. Улар менән һөйләшеп алығыҙ. Уларҙы иғтибар менән тыңлағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:5).

Яратҡан кешегеҙ үлһә, нимә эшләргә? Тойғоларығыҙҙы күрһәтергә оялмағыҙ. Бындай осраҡта хатта Ғайса пәйғәмбәрҙең дә «күҙ йәштәре аға башлағанын» онотмағыҙ (Яхъя 11:35; Вәғәзсе 3:4). Ял итеүгә етерлек ваҡыт бүлеү һәм туйғансы йоҡлау шулай уҡ мөһим (Вәғәзсе 4:6). Былай эшләү ҡайғыны еңер өсөн көс бирәсәк.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Ғаиләгеҙҙә аралашыу ғәҙәткә ингән булһа, ҡайғы килгән ваҡытта был ҙур ярҙам буласаҡ. Шул саҡта ғаиләгеҙҙең ағзалары һеҙҙең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшә алыр

  • Оҡшаш хәлгә осраған кешеләр менән һөйләшеп алығыҙ

3. ЯРҘАМДАН БАШ ТАРТМАҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға ҡәрҙәшеңә таянғандай таянып була» (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17). Һис шикһеҙ, дуҫтарығыҙ һеҙгә ярҙам итергә теләй, ләкин улар, бәлки, нимә эшләргә белмәйҙер. Уларға ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында әйтергә тартынмағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:25). Изге Яҙмаларҙы яҡшы аңлаған кешеләрҙән рухи ярҙам эҙләгеҙ. Уларҙың Изге Яҙмаларға нигеҙләнгән кәңәштәре һеҙгә ярҙам итәсәк (Яҡуп 5:14).

Кәрәкле ярҙам табыр өсөн Аллаға ысынлап та ышанған һәм уның вәғәҙәләренә иман иткән кешеләр менән даими аралашығыҙ. Дәртләндереүгә мохтаж булған кешеләргә ярҙам итеү үҙегеҙҙе йыуатыр. Уларға Йәһүә һәм уның вәғәҙәләре тураһында һөйләгеҙ. Мохтаждарға ярҙам итеүҙән туҡтамағыҙ. Һеҙҙе яратҡан һәм ҡайғыртҡан кешеләрҙән ситләшмәгеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:1; 1 Көринттәргә 15:58).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Яҡын дуҫығыҙ менән һөйләшеп алығыҙ һәм уның ярҙамынан баш тартмағыҙ

  • Нимәгә мохтаж булғанығыҙ хаҡында әйтергә оялмағыҙ

КИҢЕРӘК ҠАРАШ ҮҪТЕРЕГЕҘ

Хәсрәт солғап алған саҡтарҙа иғтибарығыҙҙы Аллаға тупларға тырышығыҙ. Ауыр һынауҙар аша үткәндә, Әйүп пәйғәмбәр: «Йәһүә исеме маҡталһын», — тигән (Әйүп 1:21, 22). Әйүптән үрнәк алып һеҙ ҙә Йәһүә исемен һәм уның ихтыярын борсолоуҙарҙан өҫтөнөрәк ҡуйығыҙ. Барыһы һеҙ теләгәнсә бармаһа ла, өмөтөгөҙҙө юғалтмағыҙ. Бөтә күңелегеҙ менән Аллаға таянығыҙ. «Мин һеҙҙең өсөн нимә ниәтләгәнемде яҡшы беләм, — тип әйтә Йәһүә. — Һеҙгә киләсәк һәм өмөт бирер өсөн бәлә-ҡаза түгел, ә тыныслыҡ ниәтләнем» (Иремия 29:11).

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ

  • Мин хатта ваҡ эштәрҙә лә Йәһүәгә таянаммы?

  • Йәһүәгә бөтә игелекле эштәре өсөн көн дә рәхмәт уҡырға ниндәй сәбәптәрем бар?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу