9-СЫ ҺОРАУ
Мин эволюцияға ышанырға тейешме?
ҺИН НИСЕК ЭШ ИТЕРҺЕҢ?
Бындай осраҡты күҙ алдыңа килтер: Артур аптырап ҡалған. Ул һәр ваҡыт Аллаға — бөтә нәмәне Барлыҡҡа килтереүсегә ышана ине. Әммә бөгөн биология уҡытыусыһы, эволюция — ышаныслы фәнни тикшеренеүҙәр менән раҫланған факт, тине. Артурҙың ахмаҡ булып күренгеһе килмәй. «Ғалимдар эволюцияны дәлилләгән икән, уларға ҡаршы сығырға кем һуң мин?» — тип әйтә ул үҙ-үҙенә.
Артур урынында булһаң, эволюцияның дәреслектәрҙә факт булараҡ бирелгәненә генә нигеҙләнеп, һин уға ышаныр инеңме?
ТУҠТА ҺӘМ УЙЛАН!
Был һорауға килгәндә, кешеләрҙең ҡарашы бер-береһенән айырылып тора. Әммә күп кенә кеше нимәгә ышанғанын әйтә алһа ла, ни өсөн быға ышанғанын аңлата алмай.
Ҡайһы берәүҙәр донъяның барлыҡҡа килтерелеүенә быға уларҙы диндәре өйрәткәнгә генә ышана.
Ҡайһы берәүҙәр эволюцияға быға уларҙы мәктәптә өйрәткәнгә генә ышана.
УЙЛАНЫУ ӨСӨН АЛТЫ ҺОРАУ
Инжилдә: «Һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтөн нәмәнең төҙөүсеһе — Алла», — тип әйтелә (Еврейҙарға 3:4). Быға ышаныу аҡыллымы?
Был йорт үҙенән-үҙе төҙөлгән, тигән фекер аҡылға һыймаҫлыҡ булған кеүек, йәшәү үҙенән-үҙе, Барлыҡҡа килтереүсенең ҡатнашлығынан тыш, барлыҡҡа килгән, тигән фекер ҙә аҡылһыҙ
ҠАРАШ: Ғаләмдәге бөтә нәмә ҙур шартлау арҡаһында барлыҡҡа килгән.
1. Был ҙур шартлауға кем йә нимә сәбәпсе булған?
2. Нимәгә ышаныу еңелерәк: бөтә нәмәнең үҙенән-үҙе барлыҡҡа килеүенәме йә кемдеңдер тарафынан барлыҡҡа килтерелеүенәме?
ҠАРАШ: кешеләр хайуандан килеп сыҡҡан.
3. Кешеләр хайуандан, мәҫәлән, маймылдан, килеп сыҡҡан икән, кешеләрҙең һәм маймылдарҙың аҡыл һәләте араһындағы ҙур айырманы нисек аңлатырға?
4. Ни өсөн тереклектең иң «ябай» формалары ла шул тиклем ҡатмарлы?
ҠАРАШ: эволюция — дәллиләнгән факт.
5. Бындай ҡарашта торған кешеләр дәлилдәрҙе үҙҙәре тикшереп сыҡҡанмы?
6. Күпме кеше, быға бөтә уҡымышлы кешеләр ышана бит, тигән һүҙҙәрҙе ишеткәнгә генә, эволюцияға ышана?
«Әйтәйек, урманда йөрөгәндә, һин матур бер йортҡа тап булдың, ти. Һин: „Ҡара әле! Ағастар йәтеш кенә итеп йығылған да, матур йорт килеп сыҡҡан“, — тип уйларһыңмы? Әлбиттә, юҡ! Шулай уйлау аҡылһыҙ булыр ине. Улай булғас, ни өсөн беҙ Ғаләмдәге бөтә нәмәнең осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килеүенә ышанырға тейешбеҙ?» (Джулия).
«Әйтәйек, кемдер һиңә, типографияла шартлау булған, тип әйтә, ти. Ундағы яҙыу ҡараһы стеналарға, түшәмгә сәсрәгән дә, һөҙөмтәлә ҙур һүҙлектең тексы барлыҡҡа килгән, имеш. Һин быға ышаныр инеңме?» (Гвен).
НИ ӨСӨН АЛЛАҒА ЫШАНЫРҒА КӘРӘК?
Изге Яҙма беҙҙе «айыҡ аҡыл» менән эш итергә өндәй (2 Тимофейға 1:7). Тимәк, Аллаға ышаныуың түбәндә килтерелгәндәргә генә нигеҙләнергә тейеш түгел.
ХИСТӘР («Миңә ниндәйҙер юғары көс булырға тейеш кеүек тойола»)
ЙӘМҒИӘТ («Мин Аллаға ышанған кешеләр араһында йәшәйем»)
ТӘРБИӘ («Атай-әсәйем мине шулай тәрбиәләне, шуға минең һайлау мөмкинлегем булманы»)
Бының урынына иманың ҡаҡшамаҫ дәлилдәргә нигеҙләнергә тейеш.
«Дәрестә уҡытыусы кеше организмының эшләүе хаҡында һөйләгәндә, Алланың барлығына тамсы ла шигем ҡалмай. Тәндең һәр бер ағзаһы, хатта иң бәләкәсе лә, йыш ҡына беҙҙең ихтыярҙан тыш, үҙ ролен үтәй. Эйе, тәнебеҙ — ысындан да мөғжизә!» (Тереза).
«Мин күп ҡатлы йорт, ҙур диңгеҙ карабы йә машина күргәндә, үҙемдән: „Уны кем төҙөгән?“ — тип һорайым. Ундай машинаны махсус белемгә эйә булған кеше генә эшләй ала, сөнки машина йөрөй алһын өсөн, уның һәр бер бәләкәй детале үҙ урынында торорға һәм көйлө эшләргә тейеш. Машинаны эшләр өсөн белгес кәрәк икән, кешене барлыҡҡа килтерер өсөн дә, һис шикһеҙ, конструктор кәрәк» (Ричард).
«Фәнде тәрәнерәк өйрәнгән һайын, эволюцияның нигеҙһеҙ булыуын асығыраҡ күрә инем... Минеңсә, Барлыҡҡа килтереүсегә ышаныуға ҡарағанда эволюцияға ышаныр өсөн күберәк „иман“ кәрәк» (Энтони).
БЫЛ ХАҠТА УЙЛАН
Тиҫтәләгән йылдар буйы тикшеренеүҙәр үткәреүҙәренә ҡарамаҫтан, ғалимдар һаман да эволюцияны аңлатыуҙа уртаҡ фекергә килә алмай. Хатта ғалимдар ҙа, был өлкәлә белгестәр булараҡ, бер фекергә килә алмай икән, һинең дә был теорияны шик аҫтына алыуыңдың бер насарлығы ла юҡ.