Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 56 дәрес 134 б.
  • Иосия Алла Ҡанунын яратҡан

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Иосия Алла Ҡанунын яратҡан
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Йошияның яҡшы дуҫтары булған
    Балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ
  • Йәштәр, һеҙ тормошоғоҙҙоң ниндәй булыуын теләйһегеҙ?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 56 дәрес 134 б.
Шафан Иосия батшаға төргәктән уҡый

56-СЫ ДӘРЕС

Иосия Алла Ҡанунын яратҡан

Ио́сия һигеҙ йәшендә Йәһүҙә́ батшаһы булып киткән. Ул ваҡытта кешеләр сихыр менән булышҡан һәм боттарға табынған. 16 йәшендә Ио́сия Йәһүәгә дөрөҫ ғибәҙәт ҡылыу хаҡында уйлана башлаған. 20 йәшендә ул бөтә ил буйынса боттарҙы һәм ҡорбан килтереү урындарын емерергә ҡушҡан. Ә 26 йәшендә Ио́сия Йәһүә ғибәҙәтханаһын төҙәтергә булған.

Баш рухани Хилҡыя́ ғибәҙәтханала Алла Ҡануны яҙылған төргәкте таба. Уны, бәлки, Муса́ үҙе яҙған булғандыр. Батша сәркәтибе Шафа́н төргәкте Ио́сия батшаға алып килә лә ҡысҡырып уҡый башлай. Шунда Ио́сия халыҡтың инде күп йылдар буйы Йәһүәгә буйһонмағанын аңлай. Ул Хилҡыяға́: «Йәһүә беҙгә ныҡ асыулана. Бар, унан һора, беҙгә нимә эшләргә икән», — ти. Йәһүә Өлдә́ исемле пәйғәмбәр ҡатын аша былай тип яуап бирә: «Йәһүҙә́ халҡы мине ҡалдырҙы. Мин уларҙы язаға тартам. Әммә быны Ио́сия көндәрендә эшләмәйем, сөнки ул Ҡанун буйынса үҙгәрештәр яһарға әҙер».

Хилҡыя Алла Ҡануны яҙылған төргәкте таба

Быны ишетеү менән, Ио́сия батша ғибәҙәтханаға килә. Ул Йәһүҙә́ халҡын йыйырға ҡуша һәм бөтә кеше алдында Йәһүә Ҡанунын ҡысҡырып уҡый. Ио́сия һәм Йәһүҙә́ халҡы бөтә йөрәктән Йәһүәгә буйһонорға вәғәҙә итә.

Йәһүҙә́ халҡы Ҡотҡарылыу байрамын инде күптән үткәрмәгән булған. Әммә Ҡанундан был байрамдың йыл һайын үткәрелергә тейешлеге хаҡында уҡығас, Ио́сия йәһүдтәргә: «Беҙ Йәһүә ҡушҡанса Ҡотҡарылыу байрамы үткәрербеҙ», — ти. Шунан ул, ғибәҙәтханала йырлаһындар өсөн, хорға йырсылар йыя һәм күп итеп ҡорбан әҙерләй. Халыҡ Ҡотҡарылыу байрамын, ә унан һуң тағы ете көн буйы Сөсө күмәс байрамын үткәрә. Ҡотҡарылыу байрамы Самуи́л көндәренән бирле былай үткәрелмәгән ине. Эйе, Ио́сия ысынлап та Алла Ҡанунын яратҡан. Ә һин Йәһүә тураһында белем алырға яратаһыңмы?

«Һинең һүҙең аяҡтарыма — яҡтыртҡыс, юлыма — яҡтылыҡ» (Зәбур 119:105)

Һорауҙар. Алла Ҡанунын ишетеү Ио́сияға нисек тәьҫир иткән? Йәһүә Ио́сияға нисек ҡараған?

2 Батшалар 21:26; 22:1—23:30; 2 Йылъяҙма 34:1—35:25.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу