Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 69 дәрес 164 б.—165 б. 2 абз.
  • Мәрйәмгә Ябраил фәрештә килә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Мәрйәмгә Ябраил фәрештә килә
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • «Мин — Раббының хеҙмәтсеһе!»
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Ул «шул хаҡта уйлап йөрөгән»
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 69 дәрес 164 б.—165 б. 2 абз.
Ябраил фәрештә Мәрйәм менән һөйләшә

69-СЫ ДӘРЕС

Мәрйәмгә Ябраил фәрештә килә

Йософ төшөндә фәрештәне күрә

Елизаве́таның Мәрйә́м исемле йәш туғаны була. Ул Галиле́яла, Назара́ ҡалаһында йәшәй. Мәрйә́м Йосо́ф исемле егеткә кейәүгә сығырға ризалыҡ биргән була. Йосо́ф балта оҫтаһы. Елизаве́та ауырға ҡалғандан һуң ярты йыл үткәс, Мәрйәмгә́ Ябраи́л фәрештә килә. Ул: «Һаумы, Мәрйә́м. Йәһүә һине бик ҡәҙерләй», — тип, Мәрйәмде́ сәләмләй. Әммә Мәрйә́м аптырап ҡала. Шуға фәрештә былай тип аңлата: «Һин ауырға ҡалырһың һәм ир бала табырһың. Уға Ғайса тип исем ҡуш. Ул Батша булыр, һәм уның Батшалығы мәңге торор».

Мәрйә́м иһә: «Нисек инде минең балам тыуһын? Мин бит әлегә кейәүҙә түгел», — ти. Ябраи́л уға былай тип аңлата: «Алла булдыра алмаҫтай бер эш тә юҡ. Һин ирҙән түгел, ә изге рухтан ауырға ҡалырһың. Бына Елизаве́та апайың да, оло булһа ла, ауырға ҡалды». Мәрйә́м иһә: «Мин — Йәһүәнең хеҙмәтсеһе. Нисек әйтһәң, шулай булһын», — тип яуап бирә.

Йософ ауырлы Мәрйәмде кәләш итеп ала

Бер аҙҙан Мәрйә́м таулы ерҙә йәшәгән Елизаве́таға юл тота. Мәрйә́м Елизаве́таның өйөнә инә һәм уның менән иҫәнләшә. Шул саҡ Елизаве́та үҙенең эсендәге балаһының һикереп ҡуйғанын һиҙә. Елизаве́таға изге рух төшә. Ул былай ти: «Мәрйә́м, Йәһүә һине фатихаланы! Хужамдың әсәһе үҙе өйөмә килде! Ниндәй ҙур хөрмәт!» Мәрйә́м: «Бөтә йөрәгем менән Йәһүәне данлайым», — ти. Ул апаһында өс ай була. Шунан Назараға́ ҡайта.

Мәрйәмде́ң ауырлы икәнен белгәс, Йосо́ф уны кәләш итеп алмаҫҡа була. Сөнки ул, Мәрйә́м икенсе ирҙән бала табырға йөрөй, тип уйлай. Әммә төшөндә фәрештә уға былай ти: «Ҡурҡма! Мәрйәмде́ кәләш итеп ал. Ул бер ниндәй ҙә насарлыҡ эшләмәне». Шуға күрә Йосо́ф Мәрйәмде́ кәләш итеп ала. Улар Йософто́ң өйөндә йәшәй башлай.

«Күк менән ерҙә... Йәһүә нимә теләй, шуның барыһын да башҡара» (Зәбур 135:6)

Һорауҙар. Мәрйәмгә́ тыуасаҡ улы тураһында Ябраи́л нимә әйткән? Елизаве́та һәм Мәрйә́м үҙ тормошондағы үҙгәрештәргә нисек ҡараған?

Матфей 1:18—25; Лука 1:26—56; Ишағыя 7:14; 9:7; Данил 2:44; Галаттарға 4:4.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу