Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 91 дәрес 212 б.—213 б. 1 абз.
  • Ғайса яңынан тере!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса яңынан тере!
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Алла үҙ Улын онотмаған
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Ғайса тере!
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Ғайсаның һуңғы көндәренән беҙ ниндәй һабаҡ алабыҙ?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 91 дәрес 212 б.—213 б. 1 абз.
Ҡатындар, Ғайсаның ҡәбере буш булыуын күреп, ғәжәпкә ҡала

91-СЕ ДӘРЕС

Ғайса яңынан тере!

Ғайса үлтерелгәндән һуң Йосо́ф исемле бер бай кеше, Пилатҡа́ килеп, Ғайсаның кәүҙәһен бағананан төшөрөргә рөхсәт һорай. Йосо́ф уның кәүҙәһен хуш еҫле майҙар менән етен туҡымаға урай һәм яңы ҡәбергә һала. Ҡәбер ауыҙына ҙур бер таш терәп ҡуя. Баш руханиҙар Пилатҡа́ килеп, былай ти: «Ғайсаның шәкерттәре, уның кәүҙәһен урлап, халыҡҡа: „Ул үленән терелеп торҙо“, — тип әйтеүе бар. Шунан ҡурҡабыҙ». Уларҙы тыңлағас, Пила́т: «Ҡәбер ауыҙына терәп ҡуйылған ташҡа мисәт баҫығыҙ ҙа һаҡсылар ҡуйығыҙ», — тип ҡуша.

Ғайсаның үлеменән һуң өс көн үткәс, иртән иртүк бер нисә ҡатын ҡәбер янына килә һәм уның асыҡ булыуын күрә. Ҡәбер эсендә фәрештә ултыра. Ул ҡатындарға былай ти: «Ҡурҡмағыҙ! Ғайса терелде. Шәкерттәргә барып, Ғайса менән Галиле́яла осрашығыҙ, тип әйтегеҙ».

Магдалалы́ Мәрйә́м ашығып, Пётр менән Яхъяны эҙләргә китә. Ул уларға: «Кемдер Ғайсаның кәүҙәһен алып киткән!» — ти. Пётр менән Яхъя ҡәбер янына йүгерә. Ҡәберҙең буш булыуын күргәс, улар ҡайтып китә.

Мәрйә́м ҡәбергә әйләнеп килә һәм ҡәбер эсендә ике фәрештәне күрә. Ул уларға: «Хужамды алып киткәндәр, ә ҡайҙа ҡуйғандарын белмәйем», — ти. Шул саҡ Мәрйә́м бер кешене күреп ҡала һәм баҡсасы тип уйлап: «Әфәндем! Уны ҡайҙа ҡуйғаныңды әйтсе миңә», — тип үтенә. Әммә тегеһе: «Мәрйә́м!» — тип өндәшкәс, ул шунда уҡ уның Ғайса икәнен аңлап ҡала. Мәрйә́м: «Остаз!» — тип ҡысҡырып ебәрә лә Ғайсаны ҡосаҡлап ала. Ғайса: «Мине күреүең хаҡында ҡәрҙәштәремә барып әйт», — ти. Мәрйә́м шунда уҡ шәкерттәргә йүгереп барып, Ғайсаны күреүе хаҡында һөйләй.

Һуңыраҡ шул уҡ көндө Ғайсаның ике шәкерте Иерусалимдан Емма́ус ауылына китеп барғанда, яндарына бер кеше килә. Ул уларҙан: «Нимә хаҡында һөйләшәһәгеҙ?» — тип ҡыҙыҡһына. Шәкерттәр: «Һин ишетмәнеңме әллә? Өс көн элек баш руханиҙар Ғайсаны үлтерҙе. Ә хәҙер иһә ҡатындар, ул тере, тип әйтә!» — ти. Шул саҡ теге кеше уларға былай ти: «Һеҙ пәйғәмбәрҙәргә ышанмайһығыҙмы ни? Улар, Мәсих үлер һәм өс көндән терелеп торор, тип яҙған бит». Шунан ул шәкерттәргә Изге Яҙмалағы төрлө пәйғәмбәрлектәрҙе аңлата башлай. Улар Емма́усҡа килеп еткәс, шәкерттәр уны үҙҙәре менән барырға саҡыра. Киске аш ваҡытында ул икмәк алып доға ҡылғас ҡына, улар уның Ғайса икәнен аңлай. Әммә ул юҡ була.

Шәкерттәр, нимә булғанын илселәргә һөйләр өсөн, кире Иерусалимға ашыға. Илселәр менән шәкерттәр ултырған йортҡа Ғайса килеп инә. Тәүҙә илселәр уның Ғайса икәненә ышанмай. Әммә Ғайса уларға: «Ҡулыма ҡарағыҙ. Мине тотоп ҡарағыҙ. Мәсих үленән терелер тип, алдан әйтелгән булған бит», — ти.

«Мин — юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша үтеп кенә Атам янына барып була» (Яхъя 14:6)

Һорауҙар. Ҡатындар Ғайсаның ҡәбере янына килгәс, нимә булған? Емма́усҡа барышлай нимә булған?

Матфей 27:57—28:10; Марк 15:42—16:8; Лука 23:50—24:43; Яхъя 19:38—20:23.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу