Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 92 дәрес 214 б.—215 б. 1 абз.
  • Ғайса шәкерттәренә ҡабат килә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғайса шәкерттәренә ҡабат килә
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ул ҡурҡыу һәм шиктәр менән көрәшкән
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Ул Остазынан кисерергә өйрәнгән
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Ул һынауҙарҙа тоғро булған
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 92 дәрес 214 б.—215 б. 1 абз.
Балыҡ бешкән арала Ғайса үҙенең шәкерттәре менән һөйләшә

92-СЕ ДӘРЕС

Ғайса шәкерттәренә ҡабат килә

Ғайса илселәргә күренгәндән һуң, Пётр Галиле́я күленә балыҡ тоторға бара. Фома́, Яҡу́б, Яхъя һәм башҡа шәкерттәр ҙә уға эйәрә. Улар төнө буйы балыҡ аулай, әммә бер нәмә лә эләкмәй.

Иртән улар ярҙа бер кешене күреп ҡала. Ул уларҙан: «Берәй нәмә тоттоғоҙмо?» — тип ҡысҡырып һорай. «Юҡ шул!» — тип ҡысҡыра улар. Ул кеше: «Ауҙы кәмәнең уң яғына һалып ҡарағыҙ», — ти. Улар шулай итә һәм эләккән балыҡтың күплегенән ауҙы тартып сығара алмай. Шунда Яхъя Ғайсаны танып ҡала. «Был беҙҙең Раббыбыҙ бит!» — тип ҡысҡыра ул. Пётр шунда уҡ кәмәнән һыуға һикерә лә ярға табан йөҙөп китә. Ҡалған шәкерттәр иһә ярға ҡарай кәмәлә йөҙә.

Ярҙа улар икмәк һәм ҡуҙ өҫтөндә ятҡан балыҡты күрә. Ғайса уларға тотҡан балыҡтарының бер нисәһен килтерергә ҡуша. Шунан ул: «Ашарға ултырығыҙ», — тип саҡыра.

Петр Ғайса янына ярға сыға, башҡалар иһә кәмәлә уларға таба йөҙә

Ашап туйғас, Ғайса Пётрҙан: «Һин мине балыҡ тотоу эшенә ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы?» — тип һорай. «Эйе, Раббым, һине нығыраҡ яратҡанымды беләһең», — тип яуаплай Пётр. Ғайса уға: «Улайһа, бәрәстәремде ашатып тор», — ти. Шунан ҡабат һорай: «Пётр, һин мине яратаһыңмы?» «Раббым, яратҡанымды беләһең», — тип яуап бирә Пётр. Ғайса уға: «Минең һарыҡтарымды көт», — ти. Ғайса өсөнсө тапҡыр шул уҡ һорауҙы бирә. Пётр, был һорауға көйөнөп: «Раббым, һин барыһын да беләһәң. Һине яратҡанымды ла беләһең», — ти. Ғайса уға: «Минең һарыҡтарымды ашатып тор. Артабан да минең артымдан эйәр», — ти.

«„Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар итермен“, — тине Ғайса уларға. ...[Улар] шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе» (Матфей 4:19, 20)

Һорауҙар. Ғайса Галиле́я күлендә ниндәй мөғжизә ҡылған? Һинеңсә, ни өсөн Ғайса Пётрҙан өс тапҡыр: «Һин мине яратаһыңмы?» — тип һораған?

Яхъя 21:1—19, 25; Ғәмәлдәр 1:1—3.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу