9-сы бүлеккә инеш һүҙ
Ошо бүлектә беҙ Йәһүәнең иҫ киткес иман сағылдырған йәш хеҙмәтселәре, пәйғәмбәрҙәр һәм батшалар хаҡында белербеҙ. Сү́риәгә әсирлеккә эләккән бәләкәс кенә изра́иль ҡыҙыҡайы Йәһүә пәйғәмбәренең Нееманды́ һауыҡтыра аласағына ышанған. Елисе́й пәйғәмбәр Йәһүәнең уны дошман ғәскәренән яҡлаясағына бер ҙә шикләнмәгән. Йода́й исемле баш рухани бәләкәй Йәһүәште́, яуыз өләсәһе Аталияна́н ҡотҡарыр өсөн, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған. Езеки́я батша асси́риялыларҙың янауына бирешмәгән, сөнки Йәһүәнең Иерусалимды яҡлаясағына ышанған. Ио́сия батша Изра́илде боттарға табыныуҙан таҙартҡан, ғибәҙәтхананы торғоҙған һәм халыҡты яңынан Йәһүәгә ҡайтарған.