14-СЕ ДӘРЕС
Алла ниндәй динде хуплай?
Үткән дәрестә әйтелгәнсә, Алла бөтә диндәрҙе лә хупламай. Шулай ҙа беҙ Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙе шатландырырлыҡ итеп ғибәҙәт ҡыла алабыҙ (Яҡуб 1:27). Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? Әйҙә, яуапты Изге Яҙманан беләйек.
1. Аллаға табыныуыбыҙ нимәгә нигеҙләнергә тейеш?
Беҙгә Изге Яҙма өйрәткәнсә ғибәҙәт ҡылырға кәрәк. Ғайса Аллаға, һинең һүҙең — хәҡиҡәт, тип әйткән (Яхъя 17:17). Ҡайһы бер диндәр Алла Һүҙендәге хәҡиҡәтте һанға һуҡмай. Улар уны үҙ тәғлимәттәре һәм йолалары менән алмаштыра. Әммә Йәһүә уның әмерҙәрен кире ҡаҡҡан кешеләрҙе хуп күрмәй. (Марк 7:9-ҙы уҡы.) Әгәр инде Изге Яҙма өйрәткәнсә ғибәҙәт ҡылһаҡ һәм унда яҙылғандар буйынса йәшәргә тырышһаҡ, беҙ Йәһүәне бик ҡыуандырабыҙ.
2. Беҙ Йәһүәгә нисек табынырға тейеш?
Беҙ Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булырға тейеш, сөнки ул — беҙҙең Барлыҡҡа килтереүсебеҙ (Асылыш 4:11). Был нимәне аңлата? Беҙгә Йәһүәне яратырға һәм уға ғына табынырға кәрәк. Беҙ ғибәҙәттә һүрәттәр йә боттар ҡулланырға тейеш түгел. (Ишағыя 42:8-ҙе уҡы.)
Ғибәҙәтебеҙ Аллаға яраҡлы һәм изге булырға тейеш (Римдарға 12:1). Тимәк, беҙгә Алланың әхлаҡи нормаларын тоторға кәрәк. Мәҫәлән, Йәһүәне яратҡан кешеләр уның енси мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы нормалары менән риза һәм улар буйынса йәшәй. Улар шулай уҡ зыянлы ғәҙәттәрҙән һаҡлана, мәҫәлән, тәмәке тартмай, наркотик ҡулланмай һәм иҫерткес эсемлектәрҙе саманан тыш эсмәйa.
3. Ни өсөн беҙ Йәһүәгә имандаштарыбыҙ менән бергә табынырға тейеш?
Аҙна һайын үткән осрашыуҙар беҙгә йыйылышта Йәһүәне маҡтарға мөмкинлек бирә (Зәбур 111:1, 2). Мәҫәлән, унда беҙ Алланы йырҙар менән данлайбыҙ. (Зәбур 104:33-тө уҡы.) Йәһүә беҙҙе осрашыуҙарға йөрөргә саҡыра, сөнки ул беҙҙе ярата һәм осрашыуҙарҙың беҙгә шатланып мәңге йәшәргә ярҙам итәсәген белә. Бергә йыйылғанда, беҙ бер-беребеҙҙең рухын күтәрәбеҙ.
КҮБЕРӘК БЕЛ
Йәһүәнең ни өсөн ғибәҙәттә һын-һүрәттәр ҡулланыуҙы хупламағанын ҡарап сыҡ. Шулай уҡ Алланы нисек данлап булғаны тураһында бел.
4. Беҙ ғибәҙәтебеҙҙә һын-һүрәттәр ҡулланырға тейеш түгел
Алланың быны хупламағанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.
Боронғо заманда ҡайһы бер израилдәр Аллаға табыныуҙа бот ҡулланғас, нимә булған?
Ҡайһы бер кешеләр ғибәҙәттә һын-һүрәттәр ҡуллана, сөнки, был Аллаға яҡынлаштыра, тип уйлай. Ләкин ысынында был уларҙы Алланан йыраҡлаштыра ғына түгелме? Сығыш 20:4—6 һәм Зәбур 106:35, 36-ны уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
Кешеләр ғибәҙәттә ниндәй әйберҙәр һәм һүрәттәр ҡуллана?
Йәһүә һын-һүрәттәр ҡулланыуға нисек ҡарай?
Ә һин был турала нимә уйлайһың?
5. Йәһүәгә генә табыныу беҙҙе дини ялғандан азат итә
Йәһүәгә дөрөҫ табыныу нисек дини ялғандан азат итә алғанын бел. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.
Зәбур 91:14-те уҡы һәм яуап бир:
Йәһүәгә генә табынып уны яратҡаныбыҙҙы күрһәтһәк, ул беҙҙе нисек фатихалар?
6. Беҙ Аллаға йыйылыш осрашыуҙарында ғибәҙәт ҡылабыҙ
Беҙ, осрашыуҙарҙа йырҙар йырлап һәм комментарийҙар биреп, Алланы данлайбыҙ һәм бер-беребеҙҙе рухландырабыҙ. Зәбур 22:22-не уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
Һиңә йыйылыш осрашыуҙарында башҡаларҙың комментарийҙарын тыңларға оҡшаймы?
Һин комментарий әҙерләргә теләр инеңме?
7. Изге Яҙманан белгәндәребеҙҙе башҡаларға һөйләгәндә, Йәһүә ҡыуана
Изге Яҙмалағы хәҡиҡәтте башҡалар менән бүлешер өсөн беҙҙең күп мөмкинлектәребеҙ бар. Зәбур 9:1 һәм 34:1-ҙе уҡы һәм яуап бир:
Изге Яҙманан белгән ниндәй хәҡиҡәтте һин берәйһенә һөйләргә теләр инең?
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Һәр кем Аллаға үҙе теләгәнсә табына ала».
Ә һин нисек уйлайһың?
ТӨП ФЕКЕР
Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙең хуплауын алырға теләһәк, беҙгә тик уға ғына табынырға, уны йыйылыш осрашыуҙарында маҡтарға һәм Изге Яҙманан белгәндәребеҙҙе башҡаларға һөйләргә кәрәк.
Ҡабатлау
Аллаға нисек дөрөҫ табынырға икәнен ҡайҙан белеп була?
Ни өсөн беҙ тик Йәһүәгә генә табынырға тейеш?
Ни өсөн беҙ Аллаға яраҡлы булырға теләгән кешеләр менән бергә ғибәҙәт ҡылырға тейеш?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
«Боттарға бүтән хеҙмәт итмәйем» тигән биографиянан бер ҡатындың, Изге Яҙманы өйрәнеп, тормошон нисек үҙгәрткәнен бел.
«Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2011 йыл, 1 июль)
Йыйылыш осрашыуҙарында һиңә комментарийҙар бирергә нимә ярҙам итер? Был хаҡта ошо мәҡәләнән уҡып бел.
«Йәһүәне йыйылышта данлағыҙ» («Күҙәтеү манараһы», 2019 йыл, ғинуар)
Бер егеткә осрашыуҙарға йөрөү айырыуса ауыр булған. Быға ҡарамаҫтан осрашыуҙар уға бик күп файҙа килтергән.
Күп кешеләр тәрене мәсихселәрҙең символы тип һанай. Уны Аллаға табыныуҙа ҡулланыу дөрөҫмө?
«Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Аллаға ғибәҙәт ҡылғанда тәре ҡулланмай?» (интернет-мәҡәлә)
a Киләһе дәрестәрҙә был темалар ентекләберәк ҡаралыр.